RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Мин яратам һине, тормош!»

12.04.2013 «Мин яратам һине, тормош!»

«Мин яратам һине, тормош!»– Ҡыҙҙар, хәҙер дәррәү генә сәхнәгә сығабыҙ ҙа үҙебеҙҙең оҫталыҡты күрһәтәбеҙ! Аптырашып, ҡурҡышып тормайыҡ. Бер кемдең дә тубығы ла дерелдәмәй, күҙе лә тартышмай, хәрәкәттәрҙе, һүҙҙәр­ҙе лә онотмайбыҙ.
Эйе шул. Беҙ бер кемдән дә кәм түгел дәһә, бына тигән итеп сығыш яһап ҡайтайыҡ!
Тубыҡтары дерелдәмәгән, күҙҙәре тартышмаған «ҡыҙҙар»ҙың иң йәшенә ҡарамаҡҡа илле биш-алтмыш йәш тирәһе ине. Әммә күҙҙәре осҡонланып янып, йөрәктәре елкенеп торғас, уларға «әбей» тип әйтергә тел әйләнмәне – һәр береһе йәш ҡыҙҙарыңа биргеһеҙ матур, дәртле, һәләтле! Хәйер, оло йәштәгеләрҙең «Мин яратам һине, тормош!» тип аталған республика фестивалендә ҡатнашҡан көслө зат вәкилдәре лә был көндө, тиҫтәләрсә йәште иңдәренән алып ташлап, сәхнәлә йәш егеттәрҙән былайыраҡ бейене, йырланы, ҡурай­ҙа һыҙҙырҙы. Йорт мәшәҡәттәрен өйҙә онотоп ҡалдырған, радикулит-склероздарын алыҫҡа олаҡтырған оло быуын вәкилдәре, әйтерһең дә, ғүмер буйы сәхнәнән төшмәгән ысын артистар, тот та бөгөндән үҙҙәрен оло сәхнәгә сығар, һис тә һынатмаҫтар кеүек. Учалы ҡалаһының БР-ҙың атҡаҙан­ған мәҙәниәт хеҙмәткәре Людмила Тамарова етәкләгән «Йыр­лы йөрәктәр» («Поющие сердца») хор коллективы Нур Дауытовтың «Берҙән-берем – ғәзиз ерем» йырын башҡарып бөткәс тә бер тамашасы икенсеһенә: «Былар профессиональ йырсыларҙыр, ана, ҡайһылай шәп йырлайҙар», – тип юҡҡа ғына һоҡланып шыбырламаны. Юҡ, әлбиттә, профессиональ йырсылар түгел, «Йырлы йөрәктәр»ҙә лә хаҡлы ялда булған төрлө һөнәр эйәләре туплан­ған: төҙөүселәр, табиптар, таусылар... Әйтәйек, тамашасыларҙы шиғырҙары менән һөйөндөргән Маргарита Юнысова менән өҙҙөрөп йырлап-бейеп алҡыштарға күмелгән Фәүзиә Ғәлиәхмәтова – шағирә һәм йырсы түгел, ә ябай пенсионер уҡытыусылар. Әммә ғүмер буйы егелеп эшләгәндәр хаҡлы ялға сыҡҡас та йәшлек дәртен һүрелтмәйсә, ихлас йәшәргә ынтыла, шуға ла уларҙың барыһын да «Мин яратам һине, тормош!» фестивале ошонда йыйған, йыр-моң берләштергән.
«Мин яратам һине, тормош!»«Йырламай, бейемәй нисек йәшәмәк кәрәк?! Йыр-моң беҙҙе һәр саҡ оҙата килә», – тиеште Бөрйән районының «Мираҫ» халыҡ ансамбле ағзалары ла. Ун ике йыл элек район үҙәгендә мәрхүмә Әлмира Рахманғолова ойошторған төркөмдө бөгөн Хәлиҙә Ғәҙелшина етәкләй. Ауылдар буйлап концерттар ҡуйған, таҡмаҡтары менән дан алған, «Ҡатыҡ тәмләтеү» йолаһы менән тотош республикаға танылған коллектив былтыр «халыҡ» исемен алды. Асҡарҙа ла улар сағыу сығыш яһап, күңелдәрҙе күтәрҙе. Хром гармунда һыҙҙырған Люциә Ишмөхәмәтова, йырсы, ҡурайсы Дәүләтбай Рәхмәтуллин, Башҡортостандың халыҡ артисы Әлфиә Юлсуринаның әсәһе Фатима Ғәйнуллина, баянсы Хәйҙәр Нәҙершин, сәсәниә Гүзәл Сыр­лыбаева ла Бөрйән данын яҡларға бар көсөн һалды. Хәйбул­ла районы Әбеш ауылының төрлө йолалар күрһәтеп, халҡыбыҙ­ҙың рухи хазиналарын йәш быуынға тапшыра килгән «Аҡ инәйҙәр» фольклор төркөмө лә (етәксеһе Нәсимә Ибраһимова) гәүһәр ишеләй һәләттәренең төрлө ҡырын балҡытып, тамашасыларға оло кинәнес бүләк итте. Әбйәлил райо­ны үҙешмәкәр артистарының һәр сығышы иһә үҙе бер тамаша булды ла ҡуйҙы, шул тиклем дә даланлы булырҙар икән, тип тел шартлатыу­ҙан башҡа сара ҡалманы. Ғөмүмән, Ас­ҡар сәхнәһендә бал­ҡыған ике ҡала һәм һигеҙ райондың йыр­сылары, бе­йеүселәре, ҡурайсылары, ҡумыҙсылары, ши­ғыр һөйләүселәре иләк­тән иләнеп алынған ал­тын­ға бәрәбәр ине. Уларҙың һәр береһе тураһында маҡтап тәфсирләп яҙырлыҡ та бит, гәзит бите етмәй ҡуйыр шул...
Өс йөҙҙән ашыу үҙешмәкәр артист ҡатнашҡан бәйгенең еңеүселәре әлегә билдәһеҙ. РФ-ның атҡаҙанған артисы, БР-ҙың халыҡ артисы Рәмил Ғәйзуллин етәкләгән жюриға ла «иң-иң»дәр араһынан тағы ла «иң-иң»дәрҙе тота килеп һайлап алыуы мөмкин булмағандыр. Шулай ҙа еңеүселәрҙең кемлеге асыҡланасаҡ – улар фестивалдең Өфө ҡалаһында үтәсәк гала-концертында сығыш яһаясаҡ.
«Мин яратам һине, тормош!»Әйткәндәй, төбәк бәйгеһен юға­ры кимәлдә үткәреү өсөн оло эш башҡарған Әбйәлил районы хакимиәте, райондың мәҙәниәт бүлеге, ветерандар советы, халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге тик рәхмәт һүҙҙәренә лайыҡ – ойоштороу­ға ҡағылышлы бер кемдең дә дәғүәһе булманы. Тамаша­сыларға ла, фестивалдә ҡатнашыусыларға ла айырыуса фойелағы күргәҙмә оҡшаны. Алтын ҡуллы Сәхибъямал Усманова, Йәмилә Итекеева, Таң­сул­пан Мәғәфүрова, Тәслимә Сафина, Әсмә Таипова, Суфия Әсәнова, Райхана Уйыл­данова, Зөлфиә Йәнтүрина, Рәсимә Хибәтова, Зәйтүнә Көмөшбаева, Зөлфиә Ғәлиуллина бәйләмдәре, сигеү өлгөләре, ҡорамалары, ҡашмау-селтәрҙәре менән һушты алһа, Зәлифә Кирамова сәйләндән төрлө сәскәләр «үҫтереүе» менән һоҡландырҙы. Үҙ ғүмерендә йөҙҙәрсә балаҫ һуҡҡан туғыҙ бала әсәһе Рәсимә Ғизитдин ҡыҙы инәлтеп тормай, ҡыҙыҡһынған һәр кемгә балаҫ та һуғып күрһәтте. Эш ыңғайы, мине тракторсы итеп яҙығыҙ, тип һамаҡлап ебәрҙе:
Икебеҙ ҙә тракторист,
Башҡа һөнәр тапманыҡ.
Ерҙе һөрҙөк, иген сәстек,
Еребеҙҙе һатманыҡ.
Баҡтиһәң, йәш сағынан механизатор булып эшләгән батыр ҙа, матур ҙа инәй хатта мәскәүҙәргә лә балаҫ һуғып күрһәтеп ҡайтҡан кеше икән! Һуң ошондай дан кешеләребеҙ булған тормошто нисек яратмай­һың инде?! Әлбиттә, «Мин яратам һине, тормош!»










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»

Альбина
15 апреля 2013 01:06: Альбина
"Мин яратам һине, тормош!" һәүәҫкәр артистар сығышын ғына үҙ эсенә аламы әллә ҡул эштәре бәйгеһе лә уның сиктәрендә булдымы? Әгәр ҙә шулай икән, ни өсөн улар тур-да тулыраҡ мәғлүмәт юҡ мәҡәләлә?