05.04.2013 Иң мөһиме – ғаиләң татыу, балаларың бәхетле булһын
«Йәшлек»тең һәр һанын көтөп алам, ентекләп уҡыйым. Гәзиттәге хәбәрҙәр, хикәйәләр уйландыра. 4-се һанда Гөлнора Йәмилеваның «Себерҙә эшләү еңелме?» мәҡәләһе, 8 февралдә баҫылған «Мин дә бит кеше» исеме аҫтындағы шаңдау ҡулыма ҡәләм алырға мәжбүр итте. Себерҙә эшләүселәргә, уларҙың тормош иптәштәренә ҡараш бер төрлөрәк шул. Быны тормош тәжрибәһенән сығып әйтәм, үҙем белгән, үҙебеҙҙең тирә-яҡта йәшәгән ғаиләләргә ҡарап фекер йөрөтәм. 20 йыл мәктәптә эшләйем. Ошо мәсьәлә бик әсендергәнгә яҙырға булдым. Әймиевтар (исем-шәрифтәрен үҙгәрттем) әсәләренән мираҫҡа ҡалған йортта йәшәне. Ғаилә башлығы ғүмер буйы Себергә вахта ысулы менән йөрөп эшләне. Ауыл ере булғас, бөтәһе лә ус төбөндәгеләй. Ирен иртән эшкә оҙатҡан ҡатынға төшкә табан һөйәре инә. Тәүҙә берәү менән йөрөнө. Һуңынан улар күбәйҙе, бергәләп эсеү, күңел асыу ғәҙәти күренешкә әйләнде. Ире эштән ҡайтыу менән дуҫтары бөтәһен дә түкмәй-сәсмәй һөйләй, ә уныһы: «Минең ҡатын алтын, тел тейҙерәһе булмағыҙ!» – тип кенә торҙо. Оҡшай икән, шулай булһын, ир менән ҡатындың үҙ-ара мөнәсәбәттәрен тикшерергә хаҡым юҡ! Тик… Бер-бер артлы тыуған дүрт бала мәктәп йәшенә етте. Бына шунда башланды ла инде. Атай өйҙә саҡта улар ҡараулы: өҫ-баштары бөхтә, өйгә эш әҙерләнгән, үҙҙәре лә иртүк мәктәпкә балҡып килеп инә. Ғаилә башлығы эшкә китеү менән башлана: һуңлау, дәрескә килмәү, килһәләр ҙә, дәфтәр, ручка юҡ, өҫ-баш бысраҡ, үҙҙәре йыуынмаған, ас, кәйефтәре юҡ. Класс етәксеһе, әсәләрен саҡыртып та, уныһы килмәгәс, өйөнә бара. Һәр ваҡыт бер үк күренеш: әсә тип әйтергә лә тел әйләнмәгән ҡатын ишараты лаяҡыл иҫерек, шәп-шәрә, һөйәре (берәү генә булһа, тағы бер хәл!) лә шул тирә, өй кереп баҫҡыһыҙ бысраҡ, өҫтәлдә башланған араҡынан башҡа бер нәмә лә юҡ! Уҡытыусыны ғына түгел, килеп ингән баланы ла танырлыҡ хәлдә түгелдәр! Ошо хәл йылдар буйына ҡабатланды. Опека бүлеге бәлиғ булмаған балалар, ауыл хакимиәте, социаль педагог, күрше-тирә, туғандары нисек кенә көрәшмәне! Ире үҙ күҙҙәре менән күп тапҡыр күргәс кенә ышанды, көс-хәл менән айырылып, балаларын алып китеп, сит ергә урынлашты. Ә бит ул һигеҙ йыл элек 160 мең һум эш хаҡы алып ҡайтып ҡатынына тоттора ине! Уныһы аҡсаны туҙҙырып бөтөп, ире ҡайтыуына 30 – 60 мең һумлыҡ үтескә яҙҙырып алып эсә торғайны. Ғаилә башлығы бер һүҙһеҙ түләй ине. ҡатыны үҙ ғүмеренә бер ерҙә лә, бер көн дә эшләмәне, бәлки, шуға ла аҡса ҡәҙерен белмәгәндер? Был хәлгә тарыуҙарында ла шул Себер ғәйепле. Өйҙә йәшәһә, яҡын тирәлә эшләһә, ир ҡатынының ниндәйлеген аңлар, күп аҡса менән аҙындырмаҫ ине. Икәүләп эшләп, осон-осҡа ялғап йәшәһәләр, балалар ҙа бәхетһеҙ булмаҫ, ғаилә лә тарҡалмаҫ ине…
Ғәбделмәновтар ҙа матур ғаилә ине. ҡатыны ла, үҙе лә эшләне, бергәләп донъя көттөләр. Колхоз тарҡалыу менән ғаилә башлығы Себергә юлланды. Тәүҙә аҡсаһын ҡатынына ҡайтарҙы, уныһының дуҫтары күбәйҙе һәм тағы ла – кәйеф-сафа, һөйәр, ире ҡайтҡас – талаш-һуғыш… Хәҙер инде ирҙең Себерҙә лә ғаиләһе бар булып сыҡты, аҡса ла һайығайҙы, хатта газдарын да өҙҙөләр. Үҙҙәре теләһә нимә эшләһен, ә балалары?
Хөрәсәновтарҙың хәле лә алда һөйләгәндәрҙән әллә ни айырылмай. ҡатын эшләмәй, эсеп алһа, аҡса түләйем, тип һөйәр эҙләй, ире ҡайтыуға машинаһын да емереп ҡуя. Аҡсаны 100-әр мең һумлап ҡулына бирә, ҡатыны арҡаһында ата-әсәһе менән дә әрләшеп бөттө. Һәм тағы ла – бәхетһеҙ, ауырыу балалар.
Иҙеркәевтарҙың хәле башҡасараҡ. Ғаилә башлығы 1985 – 1990 йылдарҙа Себергә сығып китте. Сәбәп: йорт һалырға, балалар үҫтерергә аҡса кәрәк. ҡатынының да кеше араһында матур кейенеп йөрөгөһө килә. Бөтәһе лә ул теләгәнсә булды. Тик әлеге лә баяғы балалар. Улдары ата тәрбиәһен күрмәне, ә әсәләре барыһын да ҡарап өлгөрә алманы. Өлкәне өс тапҡыр өйләнде, ғаилә башлығы була белмәне. Әле Себерҙә, ыҙа сигеп, алимент түләп, бала, ҡатын наҙы күрмәй йәшәй. Кесеһе наркоманға әүерелде…
Аҡъяр йәш сағынан уҡ Себергә юлланды. Фатирын да алды, ҡатыны ла ире тапҡанды йыя, тотона белде. Тик кеше һүҙе ғаилә башына етте. Артабанғы тормошо былай: Себерҙә эшләп ҡайта, дуҫтар менән эсә, аҡсаһына ҡатын-ҡыҙы ла табылып тора. ҡайһыһына – алтын, ҡайһыһына – фатир, ҡайһыһына машина алып бирҙе. Ә эшкә китер ваҡыт еткәс, юлына әсәһе аҡса табып бирә. Үҙенең йорт-ере лә булманы, яңғыҙы, 51 йәшендә үлеп, өс көн ятҡас, туған-тыумасаһы табып ерләне. 100-әрләгән ҡатындың береһе лә көймәне лә, килмәне лә…
Ә Себер тарафтарында имгәнеүсе, үлеүселәрҙең иҫәбе-һаны юҡ! Ғүмере бөтһә, кеше бында ла үлә, тиерһегеҙ, бәлки. Ә шулай ҙа?!
Беҙ иптәшем менән, БДУ-ны тамамлап, 1992 йылда ауыл мәктәбендә эшләй башланыҡ. Йәш белгестәр булһаҡ та, фатир биреүсе булманы, кеше йортонда йәшәнек. Өс йылдан һуң вәғәҙә ителгән яңы кирбес йорт урынына алты мөйөшлө ҡыйшайып бөткән иҫке өйгә индереп ҡуйҙылар. Ике улыбыҙ шунда үҫте. Эш хаҡына араҡы, быҙау, он бирҙеләр, аҡса күрмәй, яртышар йыл уҙа торғайны. Ул ваҡытта ла Себергә китеүселәр күп булды. Мин: «Себергә элек һөргөнгә ебәргәндәр, ни булһа ла, асҡа үлмәҫбеҙ», – тип, иптәшемде эргәмдән ебәрмәнем. Мал аҫраныҡ, йәшелсә-емеш үҫтерҙек, ас булманыҡ. Өлкән улым, 6-сы класты тамамлағас, «Атай, әйҙә йорт һалайыҡ, мин үҫтем бит, ярҙамсың булды», – тип өгөтләп, эшкә кереште. Улымдың сәме, иптәшемдең алтын ҡуллы булыуы арҡаһында ике йәйҙә, 2007 йылда ике уҡытыусының эш хаҡына, отпуск аҡсаһына аҫрап һатҡан мал аҡсаһын ҡушып, 78 квадрат метрлыҡ йорт һалып индек. Хөкүмәттән бер ниндәй ҙә льготалы ссуда ла ала алманыҡ. Программаларға ла эләкмәнек. Һәр ҡағыҙы хәләл көс менән алынған. Шуға ла бик ҡәҙерле. Иптәшем менән улым иртә таңдан эшкә йәбешә, хатта ай яҡтыһында ла эшләй торғайнылар. Өндәшһәк, ҡустым менән кейәү бер һүҙһеҙ ярҙамға килде, рәхмәт уларға.
Ауыл ерендә иң беренселәрҙән булып өйгә һыу индерҙек. Айырым бүлмә эшләп, ванна, унитаз, һыу йылытҡыс ҡуйҙыҡ. ҡалалағыса, крандан аҡҡан йылы һыуҙа табаҡ-һауыт йыуам, кисен кинәнеп душта сайынам, керемде автомат машина йыуа.
Улдарыбыҙ, ата тәрбиәһенән мәхрүм булмағас, тәрбиәле, эшкә өйрәнеп, аҡыллы булып үҫте. Өлкәне Азамат Башҡорт дәүләт аграр университетында уҡый, өйләнде, киленебеҙ Гөлзифа менән бик матур йәшәп ята. Айзатыбыҙ Өфө статистика һәм иҫәп-хисап техник колледжында белем ала. Улдарыбыҙҙың тәмәке тартҡаны ла, һыра, араҡы эсеп ҡарағаны ла юҡ. Уларҙың урамда һыра эсеп йөрөргә ваҡыты ла, теләге лә булманы. Үҙҙәренә тәғәйенләнгән эше, хоббиҙары, кәңәшләшергә апайҙары, аҙна һайын барып хәлдәрен белешергә олатай-өләсәйҙәре, тәмле ризыҡтар менән һыйларға, эс- серҙәрен һөйләргә әсәйҙәре, дуҫ-иштәре, туғандары бар.
Әле лә аҙна һайын өсәүләшеп ялға ҡайталар, ә беҙ Айгизә ҡыҙым менән бешеренеп көтөп торабыҙ, атайҙары ҡаршы ала. Иптәшемде тәүҙә мәктәп директоры итеп тәғәйенләнеләр, шунан ауыл хакимиәте башлығы итеп һайланылар. Эш хаҡы, билдәле, Себерсә түгел. Шулай ҙа, донъя йөгөн икәү, тигеҙ тартҡас, булғанына шөкөр итә белгәс, аллаға шөкөр, тормошобоҙ етеш. Йәшәргә йортоң, йөрөргә машинаң булғас, мал-тыуар аҫрап, баҡса тултырып йәшелсә-емеш үҫтергәс, алған хәләл эш хаҡына ла йәшәп була. Ә етмәгәнен еткерергә хәҙер банкылар шатланып ссуда бирә.
Хөрмәтле Себерҙә эшләүселәр! Һеҙгә әйтер һүҙем шул: иң мөһиме – балаларығыҙ! Улар – һеҙҙең киләсәгегеҙ! Ул ышаныслы булһын өсөн үҙегеҙ бөгөн ныҡ уйлап эш итегеҙ. «Сибиряк»тарҙың тормош иптәштәре! Үҙегеҙ эшләгеҙ, хатта иң әҙ эш хаҡы алһағыҙ ҙа, үҙегеҙ тапҡан аҡсаның ни тиклем ҡәҙерле икәнен аңларһығыҙ. Шәшке, йәки мутон тун кейеүҙең әллә ни әһәмиәте юҡ. Кешеләр бит тунға ҡарап ҡына фекер йөрөтмәй. Иң мөһиме – ғаилә татыу, балаларығыҙ аҡыллы булһын. Йәшәү мәғәнәһе лә нәҡ шунда.
Ләлә ХӘСӘНОВА-АБЗАЛОВА.
Туймазы районы,
Бишҡурай ауылы.