05.04.2013 “Аҡйондоҙ” артистары
Әҙәби әҫәрҙәр уҡыған балалар бик һирәк хәҙер. Тарих, шәхестәр яҙмышы тураһындағы рефераттарҙы интернеттан алып ҡына, йөкмәткеһе менән танышып та тормайынса, өйгә эш «эшләүселәр» ҙә бар.
Балаларҙың ҡыйыулығын, тел байлығын арттырыу, уларҙа илһөйәрлек тәрбиәләү маҡсатында, шәхестәребеҙ яҙмышы, улар йәшәгән осор, халҡыбыҙ тарихы менән нығыраҡ таныштырыр өсөн мәктәбебеҙҙә эшләп килгән «Аҡйондоҙ» балалар театры Әхмәтзәки Вәлиди, Рәми Ғарипов, Салауат Юлаев, Йосоп Арыҡов, Мифтахетдин Аҡмулла, Мөйтән бей, Сураман батыр кеүек бик күп шәхестең яҙмышын өйрәнеп, уларҙың образын сағылдырып, ҡыҫҡа тамашалар ҡуя.
Республика кимәлендә лә уңыштарыбыҙ байтаҡ. Ошо көндәрҙә Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, ауылдашыбыҙ Рәүис Заһитовтың, беҙҙең уҡыусыларҙың сығышын күреп, күҙҙәренә йәш тулды һәм ул: «Һеҙгә, балалар, «Халыҡ театры» исеме бирергә кәрәк! Сәхнәлә ҡайнап йәшәһәм дә, һеҙҙең шулай уйнағанығыҙ мине тетрәтте! Их, ни өсөн беҙ уҡығанда шундай тамашалар ҡуйманыҡ икән?» – тип һоҡланыуын белдерҙе.
Беҙҙең «Аҡйондоҙ» коллективына төрлө синыф балалары тупланған. Репетициялар дәрестәрҙән һуң үтә, әммә уҡыусыларға бер-береһен йыйып алыр өсөн бер генә өндәшеү ҙә етә. Бөтә сценарийҙы тулыһынса ятлаған балалар ҙа бар, тимәк, уларҙың ишетеү һәм үҙләштереү һәләте бик көслө. Дәрестә уҡыу тиҙлеге түбән булғандар ҙа тамашала оҫта уйнауы, бөтәһенең дә ролен яттан белеүе менән хайран итә. Декорацияларҙы ла балалар үҙҙәре йыя. Ситәнгә тал да киҫеп килтерәләр, түмәрен дә, йүгәнен дә табалар, ҡыҫҡаһы, сценарий әҙерләп кенә өлгөр.
Мәктәп сәхнәһенең йөҙөк ҡашы булған уҡыусыларыбыҙ Динар Ғимашев, Әлисә Оморҙаҡова, Салауат Дәүләтшин, Салауат Мөхәмәтйәнов, Рәмзиә Нурмөхәмәтова, Лариса Ғатауллина, Рәсимә Яруллина әле лә юғары уҡыу йорттарының сәхнәләрендә төрлө сараларҙы алып бара, уларҙың уңыштарын күреп, ишетеп ҡыуанабыҙ, сөнки улар ҙа – «Аҡйондоҙ»ҙоң сағыу «йондоҙ»ҙары.
Сәриә ЯРУЛЛИНА,
башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
ҡыйғы районы,
Иҫке Мөхәмәт ауылы.