RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Эшһеҙлек бәләһе

29.03.2013 Эшһеҙлек бәләһе

йәки кемдәр рәхәт йәшәй?
Эшһеҙлек − ауылдағы йәштәр өсөн аяуһыҙ ҡамсы. Ул халыҡтың йәнен телгеләй. Ошо турала ил менән идара итеүселәр ни уйлай икән?
Хәйер, улар был турала уйлаһа, халыҡ колхоздарҙа йәки бүтән хужалыҡтарҙа эшләр ине. Уларҙы ил хакимдары юҡҡа сығар­ҙы ла, һәр кемгә «үҙ эшен» асырға тәҡдим итте. Үҙ эшеңде уңышлы башлау өсөн ярҙамлашабыҙ, тинеләр. Төрлө-төрлө банкыларҙағы кредиттар (ысынында иһә бурысҡа батырыусы механизм) тәҡдим иттеләр. Бик һирәктәр генә бындай юл менән эшен көйләй алды, күптәр бурысҡа батып төңөлдө. Был хәлде тиҫтә йылдар буйына «ҙур түҙемлек» менән президенттар, депутаттар «күҙәтә», шуны маҡтайҙар, тик ни ғиллә менән халыҡҡа ул «йоҡмай». Нисек итеп инде йоҡһон ти ул? Тиҫтәләгән йылдар буйына күмәк хужалыҡта эшләгән, күмәкләп көн иткән халыҡты айырым эшләргә, айырым йәшәргә өйрәтеү − ахмаҡлыҡ. Ниңә колхоз-совхоздарҙы емерергә ине? Исемдәрен үҙгәртеп, шул нигеҙҙә капиталистик хужалыҡтар булдырыу күп тапҡыр­ отош­лораҡ та, еңелерәк тә, хужаларса ла булыр ине бит? Рәсәйҙә тәүҙә емерәләр, аҙаҡ үкенәләр, шунан, халыҡ ҡанын ҡойоп, киренән тергеҙәләр. Әлбиттә, ауыл хужалығының ауыр хәле халыҡ асыға тигән һүҙ түгел. Нефть, «зәңгәр яғыулыҡ» һатып, аҙыҡ-түлек һатып алырға өйрәнде бит инде беҙҙең буржуйҙар. Әммә хикмәт ауыл халҡына эш биреүҙә. Быны нисек булдырырға? Бына ошо юҫыҡта эш алып барырға тейеш хөкүмәт, президент, бигерәк тә депутаттар. Дәүләт Думаһы депутаттарының эше бер ҙә ҡәнәғәтләнерлек түгел. Сығарған закондары халыҡҡа билдәле булмағас, улар кемгә хеҙмәт итә? Олигархтар­ғамы? Моғайын, шулар­ғалыр. Юғиһә, миллиард һумлап урлашыу ҙа атаһының сәс бәкеһен алған малай­ҙы киҫәткән кеүек иҫкәртелә лә, «әйҙә, ҡулыңдан килһә, тағы урла», тиелә. Ниңә, шулай бит? Бының ғәләмәте шул Кремлдең үҙендә йәшерелгәнгә оҡшай. Әле Ельцин заманында уҡ бер сәйәсмәндең: «Бөтә мафияның сылбыры Кремлдә урала», − тигәнерәк фекер әйткәне иҫкә төшә. Оҙаҡламай һайлауҙар етәсәк. Шул осорҙа депутаттар «йәнләнә» һәм «енләнә» башлай. Беҙҙең халыҡтың күпселеге күндәм, сәйәси яҡтан наҙан, тип әйтһәң дә була. Әммә һуңғы осорҙа йәштәр күберәк аңлай, тиҙерәк төшөнә, шуныһы ҡыуаныслы. Әлбиттә, беҙҙең ил халҡына гректар, француздарға һ.б. етер өсөн улар ише йәшәп ҡарарға кәрәктер, бәлки. Ана, грек халҡы, эшләмәһә лә, хөкүмәтенән аҡса таптыра, тегеһе таба, ҡайҙа барһын. Тапмаһа, бәреп төшөрә халҡы. Депутаттар алдында иң беренсе талап – бөтә кешенең дә хоҡуғын яҡлау, тейешле хеҙмәт хаҡын билдәләү һәм социаль тигеҙһеҙлекте кәметеү. Чиновниктарҙың окладтары асыҡ булырға һәм уларҙың сиге күрһәтелергә тейеш.

Ф. МӘГИЗОВА.
Күгәрсен районы,
Яңы Покровка ауылы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»