RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Өйҙә киви үҫтереү ысулы

29.03.2013 Өйҙә киви үҫтереү ысулы

Өйҙә киви үҫтереү ысулы
Кивиҙы марттан башлап май айына тиклем сәсәләр. Бының өсөн магазиндан ныҡлап өлгөргән киви һатып алырға кәрәк. Емеш йомшаҡ, тигеҙ тышлы, бер ере лә йәнселмәгән булырға тейеш.
Сәсер алдынан емеште йыуып, бер нисә өлөшкә бүлергә һәм итләс урындарын һаҡ ҡына иҙергә. Килеп сыҡҡан массаны йылымыс һыулы стаканға һалып, бер нисә минут тотоу талап ителә. Бынан һуң бер нисә тапҡыр һыуға һалып, йыуып алырға кәрәк. Уның йомшаҡ өлөшө ағып сығып, тостары ғына тороп ҡаласаҡ. Орлоҡ­тар­­ҙы салфеткаға һалып, өс-дүрт сәғәт тоталар. Кибә башлағас, сепрәккә урап, сынаяҡ аҫтына һалырға. Хәҙер сепрәккә уралған орлоҡ өҫтөнә ҡайнар һыу ҡойоу талап ителә. Һыу сепрәккә һеңгәндән һуң орлоҡтарҙы тағы ла бер тапҡыр ҡаплап, ҡояшлы урынға ҡуялар. Төндә ҡаплап торған әйберен алып ташларға кәрәк. Орлоҡтар һәр ваҡыт дымда тотола, бының өсөн уларға ара-тирә һыу ҡойоп тороу талап ителә. Аҙна самаһы ваҡыт үткәндән һуң орлоҡтар шыта башлаясаҡ.
Шытҡан орлоҡтарҙы гөл һауытына сәсәләр. Һауыттың төбөнә аҙыраҡ керамзит һалырға онотмағыҙ. Ә инде тупраҡтың әҙерен алыу яҡшыраҡ – тропик лианалар өсөн тәғәйен тупраҡтан да ҡулайырағы булмаҫ. Тупраҡты һыулы һауытта оҙаҡ ҡына тоторға кәрәк, был ул дым тартһын өсөн эшләнә. Һауытҡа тупраҡты матурлап һалып, 7 сантиметр тирәһе тәрәнлектә 2 – 3 орлоҡ сәсәләр. Бынан һуң һауытты ҡояшлы, йылы урын­ға ҡуйырға кәрәк, уны ҡаплаңҡырап тороу яҡшы. Алты көн самаһы үткәндән һуң тәүге үҫентеләр күренә башлаясаҡ. Киви әллә ни күп дым талап итмәй, ләкин һибелгән һыуҙың йылымыс булыуы мотлаҡ. Анығыраҡ әйткәндә, кивиға айына дүрт тапҡыр ғына һыу һибеү ҙә етә. Һыуҙы яҙ һәм йәй көндәрендә генә күберәк һибәләр. Бынан тыш, эҫе ҡояшлы көндәрҙә киви үҫентеләренең япраҡтарын һыуларға кәрәк.
Киви үҫентеһен һирәкләтеп торорға онотмағыҙ, юҡһа улар бер-береһенә зыян килтерәсәк. Тәүҙәрәк артыҡ үҫентеләрҙе йолҡоп ҡына алырға ла мөмкин. Ләкин шуны белегеҙ – кивиҙың тамырҙары ныҡ йәйелә. Шуға ла эрерәк булып үҫкән үҫентеләрҙе ҡырҡып алырға кәрәк.
Бөтә шарттар ҙа яҡшы булған осраҡта, киви дүрт йылдан һуң емеш бирәсәк.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»