RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ҙур уңыштың бәләкәй серҙәре

29.03.2013 Ҙур уңыштың бәләкәй серҙәре

Ҙур уңыштың  бәләкәй серҙәре
Орлоҡтар шытып сыҡҡанға тиклем улар сәселгән тупраҡҡа тик һыу ғына һибәләр. Бер ниндәй ҙә ашлама индермәйҙәр. Сөнки улар составындағы матдәләр орлоҡтарҙың шытыуын тотҡарлай. Оҙаҡ шытмай ятҡан орлоҡ әллә ни һәйбәт уңыш бирмәй.

Үрсетмәләрҙе бер ваҡытта ла йүнләп дымландырылмаған тупраҡҡа күсермәй­ҙәр, улар шулай уҡ етерлек кимәлдә туҡландырылған да булһын.

Үрсетмәләрҙе күсергәндә тамыры тирәһенән тотоп тартығыҙ. Бер ваҡытта ла һабағынан тартмағыҙ.

Үрсетмәләрҙе тупраҡҡа кү­сер­гәндә иғтибар итегеҙ – та­мыр­ҙары өҫкә ҡарап тороп ҡалмаһын. Тарбаҡланып тороуҙары яҡшыраҡ.

Күсереп ултыртылған үҫентенең тамырын, һабағының аҫҡы өлөшөн ер менән тәҫләп-тәҫләп ҡаплағыҙ.

Йәшелсәләрҙе күсереп ултыртыу менән күп итеп һыу һибәләр, был тупраҡ тамырҙар араһына ныҡлап инһен өсөн дә эшләнә.

Бөтә үрсетмәләр ҙә тиерлек артыҡ дымлы һауанан ҡурҡа. Шулай уҡ үҫентеләрҙең күбеһе һалҡынса һауаны хуп күрә.

Үрсетмәләргә һыуҙы иртән һи­беү дөрөҫөрәк. Бының өсөн бүлмәлә тотолған йылы һыуҙы ғына ҡулланалар.

Һабаҡтары кәкрәймәһен өсөн үрсетмәләрҙең бөтәһен дә ҡояш йәки башҡа яҡтылыҡ тарафына борғолаштырып то­рор­ға кәрәк. Йә булмаһа, ҡояшҡа ҡаратып көҙгө ҡуялар. Ул үрсетмәләрҙе төрлө яҡлап нурға күмәсәк.

Әгәр үрсетмәләр артыҡ оҙоная башлаһа, һалҡынса урынға күсерәләр. Шулай уҡ үҫентенең аҫҡы яғында үҫкән бер нисә бәләкәс япрағын өҙөп ташларға ла мөмкин. Был үҫемлек өсөн ҙур стресс һәм ул үҫеүҙән туҡтап торасаҡ. Һөҙөмтәлә һабаҡ йыуаная башлай.

Үрсетмәләрҙе артыҡ иртә сәсеү ҙә яҡшы түгел. Һәр нәмәнең үҙ ваҡыты бар. Оҙаҡ ваҡыт өйҙә тотолған үҫентеләр күсереп ултыртыуҙы насар кисерә. Шулай уҡ ҡояш, ямғыр, ҡырау кеүек тәбиғәт күренештәренә лә өйрәнә алмай.

Апрелдә бөтә үрсетмәләрҙе лә һалҡынса урынға күсерергә мөмкин. Хатта балкондан да ҡурҡмаҫҡа була.

Үрсетмәләр өсөн иң һәйбәт тупраҡ – үҙеңдең баҡсаңдыҡы. Ул бер нәмә менән ашланмаған булһа ла бик шәп. Сөнки үрсетмәләрҙе күсереп ултыртҡас, улар­ға бер ниндәй ҙә стресс булмаясаҡ. Ә инде быға тиклем ашланмаған ерҙә шытҡан орлоҡтарҙан үҫеп сыҡҡан йәшелсәләр ашланған тупраҡҡа күсерелһә, бөтөнләй ожмахҡа эләгәсәк.
Тупраҡты сит баҡсанан йәки магазиндан алырға тура килһә лә, мөмкинлек табып, үҙ баҡсаңдыҡын ҡушырға тырышырға кәрәк.

Үрсетмәләр үҫеүсе һауыттарға әллә ни иғтибар бирмәҫкә лә була. Бушаған кефир йәки башҡа аҙыҡ-түлектең ҡаптары ла, махсус һауыттар ҙа ярай.

Үрсетмәләрҙе артыҡ йылы урында үҫтереү ныҡ насар. Улар асыҡ һауаға күскәс, үҫә алмай йонсоясаҡ.

Ағас йорттарҙа һауа яҡшы булһа ла, таш йорттарҙа, фатирҙарҙа һауа һәр ваҡыт тиерлек дымға мохтаж. Төндә баҡсала бик дымлы була, ә таш йорттарҙа үҫтерелгән үҫенте быға бөтөнләй әҙер түгел. Шуға ла һауаны мөмкин тиклем дымға туйҙырырға тырышығыҙ. Әйткәндәй, был үрсетмәгә генә түгел, кешегә лә бик кәрәк.

Үрсетмә үҫтергәндә иң йыш осрай торған хата – орлоҡтарҙы йыш сәсеү. ҡыҫылып ҡына ул­тыр­ған үрсетмәләр алдан уҡ сибек кенә булып шыта.

Орлоҡ әҙерләү
Элек орлоҡто сыныҡтырыу, сәсергә әҙерләү өсөн марганцовка иретмәһен генә ҡуллана инем. Иретмәлә тотоп сәскәндән һуң орлоҡтарҙың шытым кимәле яҡынса 50 процент булыуы иҫтә ҡалған.
Хәҙер үҙем өсөн асыш яһаным – был ысул буйынса орлоҡтарҙың шытым кимәлен 100 процентҡа тиклем арттырырға мөмкин. Бының өсөн орлоҡтарҙы иң тәүҙә 15 минут һыуҙа ебетәләр. ҡар һыуы булһа – бигерәк тә шәп. Һуңынан ебетелгән орлоҡтар 20 минутҡа марганцовка иретмәһенә һалына, иретмәнең шыйыҡ булыуы шарт. Бынан һуң орлоҡтарҙы оҙаҡ итеп, 7 минут тирәһе, таҙа һыуҙа сайырға кәрәк. Унан һуң бер литр һыуға ике ҡалаҡ ағас көлө һалынған иретмәлә орлоҡтарҙы өс сәғәт тоторға кәрәк.
Был ысул мәшәҡәтле, әммә тырышлыҡ бушҡа китмәйәсәк – орлоҡтар дәррәү шытасаҡ.

Мөнир ЙОСОПОВ.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»