26.03.2013 Комлоҡта сәскә атыусы илдән үрнәк алһаҡ ине…
Рәсәй туристары күңелендә көнләшеү аша һоҡланыу уятҡан факттар
Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә йылға-күлдәр бөтөнләй юҡ. Һыу ятҡан урындарҙа ҡоҙоҡло оазистар осраһа ла, улар иҫке тормош күренештәре булараҡ артҡы планға күсә бара.
Хәҙерге ваҡытта диңгеҙ һыуын сөсөләндереү заводтары (заводы опреснения морской воды) эшләй, заман талаптарына ярашлы яңылары төҙөлә. Сөсөләндерелгән һыу көнкүреш мәнфәғәттәренә генә түгел, илде йәшелләндереүгә лә күп тотонола. Әмирлектәр үҙаллылыҡ алғандан һуң ҡомлоҡта 125 миллион төп ағас ултыртылған. Ауыл хужалығын да бында һуғарыу системаһынан тыш күҙ алдына килтереп булмай. Ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәр майҙаны бөтә ил майҙанының 0,04 процентын ғына тәшкил итә. Ил бөгөн үҙен-үҙе ауыл хужалығы продукцияһы менән тулыһынса тәьмин итерлек хәлгә яҡынлашҡан. Әлеге көндә Әмирлектәр хатта ер еләге менән күрше илдәрҙе лә тәьмин итә башлаған. Сөсөләндерелгән диңгеҙ һыуын ҡулланыусы БҒӘ, АҡШ-тан ҡала, һәр йән башына һыу ҡулланыу буйынса донъяла икенсе урында тора.
Юғарыла ил үҙаллылыҡҡа килгән ваҡытта күп өйҙәрҙә электр уты ла янмағанлығы хаҡында әйткәйнек. Ә хәҙер, әкиәттәгесә, күркәм йорттар нурға сумған тиерһең. Киң проспекттар, матур урамдар, тип-тигеҙ юлдар, мәҙәниәт, сауҙа үҙәктәре, төҙөк һәм таҙа мәсеттәр һ.б. күҙҙең яуын ала, күп һанлы туристарҙы үҙенә ылыҡтыра.
Донъялағы иң бейек йорт та Дубай ҡалаһында урынлашҡан. Был небоскреб 2004 йылда төҙөлә башлап, 2010 йылдың 4 ғинуарында асыла. Ул инглизсә «Бурдж Халифа» тип йөрөтөлә, йәғни «Хәлиф башняһы» («Хәлиф манараһы») тигән мәғәнәгә эйә. 163 ҡаттан торған был йорттоң бейеклеге – 828 метр. Уның 124-се ҡатында туристарға ҡала панорамаһын ҡарау өсөн майҙансыҡ бар. Унан ҡарағанда төнгө ҡала тулыһынса бөтә гүзәллеге менән балҡый.
Был небоскреб эшҡыуарлыҡ үҙәге, күп һанлы офистарҙан тора. Тирә-яғында төрлө бейеклектәге йорттар урынлашҡан. Туристар яратып тамаша ҡылған «бейеүсе» фонтандар ҙа уның янында.
Дөйөм майҙаны ни бары 83 600 кв. км булған бәләкәй генә илдәге (сағыштырыу өсөн: Башҡортостандың майҙаны 143 000 кв. км) нимәне генә алһаң да, иң яҡты тәьҫораттар ҡалдыра. Уның тураһында күп итеп яҙғы килә, хатта бер аҙ юғалып ҡалаһың төҫлө. Шуға күрә был яҙмаларҙа тасуири эҙмә-эҙлелек етешмәһә, уҡыусы ғәфү итһен ине.
Алты халыҡ-ара аэропорт Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрен донъяның кеше йәшәгән барлыҡ ҡитғалары менән бәйләй. Дубайҙан 50 саҡрым алыҫлыҡта төҙөлөп ятҡан аэропорт донъялағы иң ҙурҙарының береһе буласаҡ. Хәҙерге һымаҡ самолеттар Дубай өҫтөнән осмаясаҡ. Был илдең диңгеҙ порттары ла донъялағы иң яҡшы 40 контейнер портынан иҫәпләнә икән.
Тағы ла Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре аша сәйәхәт иткән көнгә әйләнеп ҡайтайыҡ әле. Ул көндө беҙ гидтан бик уңдыҡ. Уның менән ҡыҙыҡ ине. Үҙе беҙгә, туристарға, һорау биреп тора ла, уйларға ваҡыт та бирмәй, яуапты үҙе ҡайтара.
Дубай урамдарынан автобуста барғанда ул былай тип һораны:
– Юлда йыш осраған, инглизсә «мәктәп автобусы» тип яҙылған автобустарға иғтибар иттегеҙме? Уларҙың тәғәйенләнешен беләһегеҙме? Шунан һүҙен дауам итә:
– Дубайҙа, ғәрәп, инглиз телдәрендә уҡытҡан мәктәптәрҙән тыш, айырым граждандар балаларын туған телдәрендә уҡыта, мәҫәлән, фарсы, урду, немец һ.б. синыфтар булырға мөмкин. Автобустар туған телдәрендә уҡыусы балаларҙы мәктәпкә алып бара.
ҡаланан сығып, автостраданан барғанда гид тағы үҙ һорауына үҙе яуап бирә.
– ҡалала күпме юл үттек, инде трассанан күпме киләбеҙ, бер ерҙә лә юл киҫешкән урындарҙы үтмәнек, туҡтаманыҡ, шуға иғтибар иттегеҙме? Мөхтәрәм туристар, был – дәүләттең кешеләр, уларҙың хәүефһеҙлеге хаҡында ҡайғыртыуы билдәһе. Иғтибар итегеҙ, юл киҫешкән урындар үткәүелдәр аша уҙа, ә транспорт хәрәкәте бер йүнәлештә генә.
Ер өҫтөндә, урам сатында транспортты үткәрергә көтөп тороусы йәйәүлеләр юҡ. Улар йә ер аҫтындағы, йә юлдан юғары урынлашҡан күпер-үткәүелдәрҙән үтә. Урамдарҙа транспорт тығындары ла күренмәй. ҡайһы бер автомобилдәр хәрәкәте ҙур урындарҙа уларҙың тиҙлеге кәмеүе генә һиҙелеп ҡала.
Илдә йәмәғәт транспорты үҫешмәгән. Дөрөҫ, Дубай ҡалаһында ер өҫтөндәге метро эшләй башлаған. Пассажирҙарҙы ла, йөктө лә такси хеҙмәтләндерә. Ул сағыштырмаса арзан. Таксистар фәҡәт таксометр менән генә эшләй. Урындағы халыҡ, әлбиттә, шәхси машиналарында йөрөй.
Әмирлектәрҙә булған алты көндә беҙгә юл ҡағиҙәләрен боҙоусы водителдәрҙе лә, урамда йөрөүсе полицейскийҙарҙы ла күрергә тура килмәне. Дөрөҫөн әйткәндә, уларҙы беҙ таможня аша үткәндә, «Бурдж Халифа», аквариум, «бейеүсе фонтан» кеүек халыҡ күп тупланған экскурсия урындарында ғына күрҙек. Полицейскийҙарҙың урамда эркелешеп йөрөмәүен видеокүҙәтеүҙең ныҡ таралғанлығы менән аңлаттылар. Һәр урында таҙалыҡ, бөхтәлек хөкөм һөрөүендә лә видеокүҙәтеү үҙ ролен уйнайҙыр, күрәһең. Бер кемдең дә йөрөгән ерендә, үҙебеҙҙәге һымаҡ, сүп-сар ташлау уйына ла килмәйҙер. Беренсенән, шул тиклем таҙалыҡты оялмайынса нисек боҙмаҡ кәрәк?! Икенсенән, видео аша һине танып тотоп, ҙур штрафҡа батырасаҡтар. Сөнки беҙҙәге кеүек унда штраф 5 һум түгел, ә 5000 дирхан. Тимәк, ашарға тип алып барған аҡса штраф түләргә генә етәсәк.
Әлеге һөйләгәндәрҙең барыһы ла дәүләт тарафынан үҙ граждандарының хәүефһеҙлеге, именлеге, бәхетле тормошо өсөн эшләнә. Илдә бер кемдән дә, бер учреждениенан да һалым алынмай. Кеше тураһында ул тыумаҫ элек үк ҡайғырта башлайҙар һәм ул ҡайғыртыу ғүмер буйына дауам итә. Был турала һәр йәш ғаиләнең никах туйына 100 мең доллар аҡса һәм фатир бүләк ителеүе, һәр яңы тыуған балаға 20 мең доллар ярҙам бүленеүе асыҡ һөйләй.
Илдең үҙ граждандарының эш көнө иртәнге сәғәт 8-ҙән көндөҙгө 1-гә тиклем, йәғни 5 сәғәт дауам итә. Ял – йома көн. Сит илдән килеп, ялланып эшләүселәрҙең эш көнө сәғәт 8-ҙән киске 5-кә тиклем дауам итергә мөмкин. Әгәр көндөҙгө тәнәфес бер сәғәт булһа, эш көнө 5-кә тиклем, тәнәфес 3 сәғәт булһа, киске сәғәт 7-гә тиклем дауам итә.
Пенсия мәсьәләһе лә илдә һәйбәт ҡуйылған. Ирҙәр пенсияға – 55, ә ҡатындар 50 йәштән сыға. Тулы пенсия алыу өсөн 20 йыл эшләргә кәрәк. Әгәр пенсионер эшен дауам итһә, уның пенсияһы йыл һайын 2 процентҡа арта бара. Хеҙмәт пенсияһына 38 йәштән дә сығырға мөмкин. Тик ундай ваҡытта кеше ҡыҫҡартылған пенсия аласаҡ. Әлеге ваҡытта минималь пенсия 6 мең дирхан. Ә 1 дирхан 8 һумға торошло.
БМО мәғлүмәттәренән билдәле булыуынса, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, социаль һәм иҡтисад өлкәләре буйынса донъяның иң алдынғы илдәре араһында 14-се урынды биләй. Ирҙәрҙең уртаса ғүмер оҙонлоғо – 73,9, ә ҡатындарҙыҡы 76,5 йәш.
Беҙ, йәшлеге совет осоронда үткән быуын кешеләре, КПСС программаһынан һәм пропагандаһынан уҡып та, ишетеп тә, тиҙҙән илебеҙҙә ҡала менән ауыл айырмаһы бөтәсәге тураһында хыяллана торғайныҡ. Беҙҙең йәшлек хыялдарын Ғәрәп Әмирлектәрендә тормошҡа ашырғандар, тип әйтергә мөмкин. ҡасаба тибындағы ауылда бөтә уңайлыҡтар ҙа бар. Һәр ғаилә бик матур итеп төҙөлгән икешәр-өсәр ҡатлы йортта йәшәй. Ихаталары бейек ҡойма менән уратылған. Илдең төп халҡы бик иркен, хатта бай йәшәй, тип әйтергә мөмкин. Унда һәр 55-се ғаилә – миллионер.
Бөйөк ғәрәп халҡының хатта ҡомлоҡтарҙа күсенеп йөрөүсе, бик боронғо, әммә консерватив традицияларын һаҡлаусы ғорур биҙәүи ҡәбиләләре йәштәре лә, ултыраҡ тормошҡа ылығып, цивилизацияның өҫтөнлөктәре менән файҙалана башлаған. Улар инде дөйәләрҙән, аттарҙан төшөп, уңайлы автомобилдәргә ултырыуҙы артыҡ күрә.
Илдең йылдам үҫешен, тотороҡлоғон күптәр халыҡтың Шәйех Зәйед ҡалдырған идеалдарына һәм ислам диненә тоғролоғонда күрә.
Дини халыҡ тәүфиҡлы, тәртипле һәм бөйөк, ә тәртипле халыҡ бәхетле була. Халыҡтың иманлы, тәртипле булыуы уның ҡатын-ҡыҙҙарының фиғелендә лә сағылыу таба. Мәҫәлән, ил ҡатын-ҡыҙҙарының үҙ яҙмышы менән риза булыу ғына түгел, ғорурлыҡ белдереүе лә һоҡландыра. Ысынлап та, уларҙы кәмһетеүсе юҡ. Улар вуздарҙа белем ала, инженер, табип һөнәрҙәрен үҙләштерә, дәүләт, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша, хатта әрмелә хеҙмәт итә. ҡатын-ҡыҙҙарға 1975 йылдан бирле хиджабтағы йөҙҙәрен ҡаплай торған яулыҡты йөрөтөү мотлаҡ түгел. Әммә улар яулыҡты сисмәй, уны йөрөтөүҙе ниндәйҙер дәрәжәлә уңайлы тип иҫәпләй.
Ошо илдәге мөғжизәләрҙең барыһын да ишеткән һәм ҡайһы бер күргән кешеләр, элекке замандар булһа, унда ағылыр ине. Илдә әле 5 миллион самаһы кеше йәшәй. Ерле халыҡ ни бары 11 процент ҡына тәшкил итә, ә 89 проценты – илгә килеп, ялланып эшләп йөрөүсе сит ил граждандары. Был илдә ғүмер буйы йәшәргә лә, эшләргә лә, ваҡытлыса фатир һатып алырға ла була, әммә даими гражданлыҡ алыу мөмкин түгел.
Уй-фекерҙәр ҡатыш йомғаҡлау һүҙе
Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренең йылдам үҫешен нефть тәьмин иткән, тиһәләр ҙә, был факторҙы ла инҡар итмәйенсә, бөтә уңыштар нигеҙендә иман һәм берҙәмлек идеялары ятҡаны көн кеүек асыҡ.
Борон-борондан фәҡәт оло классик диндәрҙе тотҡан халыҡтар ғына күп һанлы, бөйөк милләттәр булып берләшә алғанын һәм көслө дәүләттәр төҙөгәнен тарихтан яҡшы беләбеҙ. Ошо факттарҙы уйлайһың, күрәһең дә, ҡайһы бер «аҡыллы баштар»ҙың әле һаман халҡыбыҙҙың аңын дәһрилек, хатта мәжүсилек идеялары менән томаларға тырышыуына аптырайһың. Был бит халыҡты күрәләтә тарҡаулыҡҡа, хатта манҡортлоҡҡа өндәү тигән һүҙ. Һуң, тарихта бер генә мәжүси халыҡтың да әле бөйөк милләт, хатта ниндәйҙер дәрәжәлә билдәле милләт булып танылғанын ишеткәнебеҙ юҡ та баһа. Дәһрилектең емереүсе, анархияға, тәртипһеҙлеккә килтереүсе көс һәм идея икәнлеген СССР тигән бөйөк илдең тарҡалыу миҫалында үҙебеҙ күрҙек бит инде. Дәһриҙәр өсөн әхлаҡи сиктәр юҡ. Улар, бөйөк көс – Аллаһы Тәғәләне инҡар итеп, бүтән төрлө көстәргә, мәҫәлән, байлыҡҡа, аҡсаға таянып, үҙ шәхестәрен алғы планға ҡуя. Шуға күрә мәжүсилек тә, дәһрилек тә – һәләкәткә илтеүсе юлдар.
Ә беҙҙе һәләкәттән һаҡлаусы көстәр – Аллаһы тарафынан бирелгән хаҡ һәм пак динебеҙ. Ислам һәм уға тоғролоғобоҙ билдәһе – иманыбыҙ бар. Фекеремде дауам итеп, йомғаҡлау һүҙҙәрен Тыуған илебеҙҙең сәскә атырына ышаныс менән тамамлағы килә.
Уйлап ҡараһаҡ, ҡом-таш араһындағы һыуһыҙ, эҫе бушлыҡты Аллаһ ҡөҙрәте һәм ярҙамы менән сәскә атыусы илгә әйләндереп булғас, үҙебеҙҙең аяҡ аҫты тулы байлыҡҡа күмелгән Рәсәйҙе, бигерәк тә уның иң бай төбәктәренең береһе булған Башҡортостаныбыҙҙы Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре кеүек мөғжизәләр иленә әйләндереп буласаҡ бит. Сөнки илебеҙҙә, еребеҙҙә быны тормошҡа ашырыу өсөн бөтә мөмкинлектәр ҙә бар. Улар юғарыла беҙ һөйләгән илдекенә ҡарағанда күп мәртәбә артығыраҡ.
Уйлап ҡарайыҡ: һәр береһенең үҙенә генә хас сифаттары, күренештәре булған дүрт йыл миҙгеле генә ни тора! Ғәрәбстанда һәр ваҡыт бер төрлөлөк, ҡоролоҡ һәм эҫелек хөкөм һөрә. Ә беҙҙең тыуған еребеҙҙә ниндәй матурлыҡ: йыл әйләнәһенә алыҫтан күҙҙең яуын алып тороусы, күп төрлө төҫтәр гаммаһы менән биҙәлгән тауҙар теҙмәһе тиһеңме, көмөш һыулы, балыҡлы йылға-күлдәр тиһеңме, нисәмә төрлө киң япраҡлы һәм ылыҫлы ағастар үҫкән ҡалын урмандар тиһеңме, киң болондар, бай һәм күп төрлө хайуандар донъяһы күңелдәрҙе елкендерә. Улар туристарҙы көтә. Беҙҙең эш һөйөүсе халҡыбыҙ ҙа бер кемдән дә кәм түгел.
Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренән үрнәк алып, иман, айыҡ аҡыл һәм хеҙмәткә һөйөүҙе бергә ҡушып эшкә тотонһаҡ, беҙҙең дә киләсәгебеҙ, иншалла, яҡшы һәм яҡты булыр!
Таһир ЛАТИПОВ.
Өфө ҡалаһы.