RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ҡулланыуҙа уңайлы һәм хәүефһеҙ булһын өсөн

26.10.2010 Ҡулланыуҙа уңайлы һәм хәүефһеҙ булһын өсөн

Ҡулланыуҙа уңайлы һәм хәүефһеҙ булһын өсөн«Центргаз» – «Газ-Cервис» акционерҙар йәмғиәтенең иң ҙур филиалдарының береһе һәм газ хеҙмәтләндереүендә ҡулланыусыларға иң яҡын торған звено. Шуға бәйле, уларҙың хеҙмәтендә яуаплылыҡ икеләтә юғары. Сөнки газ, ҡулланыуҙа уңайлы булһа ла, үтә хәүефле һәм ҙур һаҡсыллыҡ, теүәллек талап итә. Шуны күҙ уңында тотоп, «Центргаз» көнкүрештә газ менән хәүефһеҙ файҙаланыуҙы пропагандалау буйынса октябрь айында сираттағы айлыҡты иғлан иткәйне.
Алдан раҫланған планға ярашлы, ойоштороу-техник саралар муниципаль берәмектәр менән берлектә үтә һәм унда газ хеҙмәте булған барлыҡ ведомстволар ҙа ҡатнаша. Әйтергә кәрәк, «Центргаз»да юғары һөнәри оҫталыҡҡа эйә белгестәр эшләй. Ә инде айлыҡ барышындағы саралар хеҙмәткәрҙәргә лә, газдан файҙаланыусыларға ла үҙенсәлекле имтихан булып тора. Мәҫәлән, йорттарҙағы газ йыһаздарын хеҙмәтләндереүсе слесарҙар өсөн махсус занятиелар үткәрелгән. Унда улар газ ҡорамалдары менән хәүефһеҙ файҙаланыу буйынса абоненттарға инструктаж үткәреү, техник хеҙмәтләндереүгә абоненттар менән килешеүҙәр төҙөү буйынса белемдәрен яңыртҡан.
Ә инде авария-диспетчерлыҡ хеҙмәте бригадаларына газ үткәргестәрҙә ихтимал булған авариялар­ҙы локализациялау һәм бөтөрөү буйынса пландан тыш контроль-күнекмә саҡырыуҙар (вызовтар) ойошторолған. Филиал­дың райондарҙағы эксплуатациялау хеҙмәттәре торлаҡ йорттарҙа һәм коммуналь-көнкүреш объекттарындағы газ ҡорамалдарының, шулай уҡ ер аҫты газ үткәргестәренең һәм уларҙағы ҡорамалдар­ҙың техник хеҙмәтләндерелеүе сифатын тикшергән.
ҡала-район хакимиәттәрендә төҙөлөш-монтаж ойошмалары, идара итеүсе компаниялар хеҙмәткәрҙәре өсөн газ менән дөрөҫ файҙаланыу, биналарҙағы газ ҡорамалдарын тейешенсә эксплуатациялау, газ үткәргестәргә яҡын урында ер эштәрен нисек башҡарыу тураһында кәңәшмәләр булып үткән.
Айлыҡ сараларына уҡыусы балалар ҙа әүҙем йәлеп ителгән. Мәктәптәрҙә һәм башҡа уҡыу йорттарында көнкүрештә газ менән хәүефһеҙ файҙаланыу буйынса әңгәмәләр, бигерәк тә викториналар тәьҫирле булған. Традиция буйынса кесе йәштәге мәктәп уҡыу­сылары «Көнкүрештә газ менән хәүефһеҙ файҙаланыу» темаһына рәсемдәр конкурсында теләп ҡатнашҡан. «Газпромрегионгаз» акционерҙар йәмғиәтенең үҙ инициативаһы менән нәшер иткән «Тәбиғи газ серҙәре» тигән китаптары мәктәп китапханаларына көтөлмәгән бүләк була. Йәмғиәттең балаларға бүләктәре иҫәбендә тематик плакаттар, йәш үҙенсәлектәрен күҙ уңында тотҡан картиналар ҙа бар.
Филиалдың эксплуатациялау хеҙмәте урынлашҡан һигеҙ райондың да урындағы матбуғат баҫмаларында айлыҡ барышы киң яҡтыртылды; «Спутник ҒМ» радиоһы һәм Шишмә, Благовар, Кушнаренко райондары телевидениелары аша йөкмәткеле тапшырыуҙар ҙа ойошторолдо.
Газ менән файҙаланыуҙа ҡайһы ваҡыт бәләкәй генә һаҡһыҙлыҡтың да ҙур бәләгә килтереүе мөмкин. Ошондай хәлдәр булмаһын өсөн абоненттарға йорттарҙағы газ ҡорамалдарын дөрөҫ файҙаланыу хәтернамәһе (памятка) таратылды. Ә ҡайһы бер социаль яҡтан имен булмаған ғаиләләр йәшәгән йорт-фатирҙар айырым контролгә алынды.
Ҡулланыуҙа уңайлы һәм хәүефһеҙ булһын өсөнБөгөнгө шарттарҙа энергия ресурстарын һаҡсыл файҙаланыу айырыуса етди мәсьәлә булып тора. «Центргаз»дың хеҙмәтләндереү зонаһында 70 мең фатир «зәңгәр яғыулыҡ» менән файҙалана. Шуларҙың 42 меңдән ашыуырағы газ иҫәпләү приборҙары менән тәьмин ителгән. ҡалғандарында ла әлеге приборҙарҙы урынлаштырыу буйынса коллектив алдында мөһим эш тора.
Ҙур яуаплылыҡ һәм оло хеҙмәт талап иткән айлыҡ тамамланыуға бара. Әммә коллектив өсөн был талаптар күнегелгән эш тәртибе, тиһәк тә урынлылыр, моғайын. Хәҙер ҡышҡы йылытыу миҙгеле башланды.
«Газ-Сервис» йәмғиәтенең ағымдағы йылдың 23 мартындағы «2010 – 2011 йылдарҙың көҙгө-ҡышҡы осорона әҙерлек тураһында»ғы бойороғона ярашлы, мөһим саралар тормошҡа ашырылған. Атап әйткәндә, 4876,73 саҡрым (пландағының 100 проценты күләмендә) газ үткәргестәр техник хеҙмәтләндерелгән, 52,32 саҡрымы (100 процент) диагностикаланған. Газ үткәргестәрҙе реконструкциялау, опрессовка, приборҙар ярҙамында тикшереү, газ үткәргестәрҙе буяу, газ бүлеү шкафтарына (ГРП), (ШРП) ремонт һәм яңыртыу, бүлеү газ үткәргестәрендәге запор арматураларына ағымдағы ремонт эштәре лә планда билдәләнгән күләмдә башҡарылған. Ә газ үткәргестәрҙе капиталь ремонтлау планға ҡарата 139 процентҡа арттырып үтәлгән. Автотранспорт паркы ла ҡышҡы осорҙа эшләүгә тулы әҙерлектә. Филиалдың үҙәк һәм барлыҡ һигеҙ район авария-диспетчерлыҡ хеҙмәттәренең йыһазландырылышы, уларҙың ҡышҡы осорҙа ихтимал булған авария эштәрен башҡарыу­ға әҙерлеге тикшерелгән. Ғөмүмән, «Центргаз»дың ҡышҡа әҙерлеге «яҡшы» тип билдәләнгән.
Филиал эшмәкәрлегендәге йәнә бер мәсьәләгә туҡталыу урынлы. Бында хеҙмәт хәүефһеҙлегенә талаптар айырыуса ҡәтғи. Коллективта белемле, юғары квалификациялы, әҙерлек үткән белгестәр эшләй. Хеҙмәт шарттары буйынса биш йылға бер тапҡыр эш урындары аттестациялана, хеҙмәтте һаҡлау ҡағиҙәләре даими тикшерелә. Хеҙмәткәрҙәр тейешле инструктаж үтә, эш кейеме һәм йыуыу средстволары менән тәьмин ителә. Персонал тейешле уҡыу, аттестация һәм стажировка үткәс кенә эшкә керешә. Бынан тыш, «Газ-Сервис» йәмғиәтендә һәм «Центргаз»дың үҙендә уҡыу курстары, семинарҙар ойошторола.
Йомғаҡлап әйткәндә, «Центргаз» коллективы газ хеҙмәтен хәүефһеҙ һәм ышаныслы, тормош өсөн уңайлы итеү һәм кешеләргә ҡыуаныстар ғына килтереү өсөн ҙур тырышлыҡ һала.

Лира КӘРИМОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»