RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Араҡы бирәм… ҡуртымға

22.03.2013 Араҡы бирәм… ҡуртымға

Араҡы бирәм…  ҡуртымға
Төндә хәмер һатыуҙы тыйыу кем өсөн файҙалы?
Быйыл 1 ғи­н­уар­ҙан төн­гө ваҡытта һыра ме­нән сауҙа итеүҙе тыйған закон үҙ көсөнә инде. Төндә спиртлы эсемлектәрҙе тик дөйөм туҡланыу урындарында, ресторандарҙа һәм барҙар­ҙа ғына һатып алырға була. Быға тиклем киске сәғәт 11-ҙән иртәнге 8-гә тиклем араҡы һатыу ҙа тыйылды. Тик иҫерек баштан ҡылынған енәйәттәр һаны кәменеме һуң, төнгө араҡы сауҙаһының булмауы халыҡты бер аҙ булһа ла айныҡтыр­ҙымы? Полиция хеҙмәткәрҙәре белдереүенсә, ысынлап та, енәйәттәр аҙайған, төнгө магазиндар эш режимын үҙгәрткән, ил буйынса бер кешегә тура килгән спиртлы эсемлектәр күләме түбәнәйгән. Ләкин иртән тороуға урам-тротуар­ҙа, ихата-парк эскәмйәләре ти­рәһендә аунаған буш шешәләр һаны һис тә кәмемәне – аптырар­һың.
Күптән түгел телефоныма: “Төнгө ваҡытта спиртлы эсемлектәр кәрәк булһа, шылтыратығыҙ”, – тиелгән смс-хәбәр килде, сайттың адресы ла күрһәтелгән. Сайтҡа инһәм, унда-а… араҡының ниндәй генә маркалыһы, шараптың ниндәй генә төрө юҡ! Был сайттың девизы – “Һеҙҙең күркәм табынығыҙҙы бер ниндәй ҙә закон боҙорға тейеш түгел” тип ҙур хәрефтәр менән яҙып ҡуйылған. Өфөлә тик төнгө ваҡытта ғына эшләгән ойошманың эшмәкәрлегендә, баҡһаң, төнгө ваҡытта алкоголле эсемлектәр менән сауҙа итеүҙе тыйған законға ҡаршы бер ни ҙә юҡ. Ысынында, был интернет-магазин араҡы менән сауҙа итмәй, ә спиртлы эсемлектәрҙе ҡуртымға бирә икән. Бына һиңә мә! Йәғни хеҙмәтләндереү шунан ғибәрәт: фирма хеҙмәткәрҙәре шылтыратыу буйынса алкоголь продукцияһын йөкмәп һә тигәнсе килеп етә һәм ике яҡлы килешеү төҙөй. Һеҙ уларға спиртлы эсемлектәрҙең ҡуртым хаҡын һәм залог түләргә тейеш булаһығыҙ. Был сумма спиртлы эсемлектең хаҡына ҡарағанда өсләтә күберәк. Әгәр ҙә, килешеүгә ярашлы, һеҙ таңғы сәғәт һигеҙгә тиклем ҡуртымға алған хәмер­ҙе хужаһына ҡайтарып өлгөрмәйһегеҙ икән, аҡсағыҙ ойошмала ҡаласаҡ.
Тағы бер схема – хәмерҙе һатмайҙар, ә бүләк итәләр. Тик бының өсөн ниҙер һатып алырға кәрәк, мәҫәлән, бәҙрәф ҡағыҙы. Ә хәмер, ҡағыҙға ҡушып, бүләккә бирелә, улар­ҙа бөгөн шундай акция, имеш. Бына исмаһам, фантазия! Рәсәйҙәр араҡы эсеү өсөн ниндәй генә хәйләләр уйлап сығармай.
– Беҙҙең ауылда өй һайын тиерлек араҡы, көмөшкә һаталар, – тип шылтыратты бер апай редакциябыҙҙың дежур телефонына. – Яңыраҡ көмөшкәселәрҙең сифатһыҙ продукцияһынан бер ир мәрхүм булып ҡалды. Участковый был хаҡта яҡшы белә, тик закон боҙоусыларға күҙ йомоп ҡарай. Шуға ла араҡы һатыусылар бер ниҙән дә ҡурҡмай, уларҙы шелтәләһәң, йорт-ҡураңа ут төртөү менән янайҙар.
– Төнгө араҡы һатыусыларға таксистар ҙа ҡушылды, – тип, аһ-зарын түкте тағы бер ҡатын. – Ирем өйҙә генә ултырып араҡыға таксистарға заказ бирә, тегеләре йәшник менән килеп тә етә. Иҫереп алғас, беҙгә концерт күрһәтә, төнө буйы йоҡлатмай. Сифатһыҙ ҡаҙаҡ араҡыһынан яңыраҡ үлемесле булып ауырыны, тик бер ҙә генә аҡылына килергә уйламай. Шылтыратыу менән клиенттарға арзан араҡыһын да, коньягын да килтергән таксистар күпме күҙ йәше түктергәнен аңлаймы ла сикһеҙ рәнйеш, ҡарғыш алғанын беләме икән?
ҡаҙаҡ араҡыһын мәжлес уҙғарырға берәй йәшник алып ҡуй, тип миңә лә тәҡдим иткәйнеләр. Танышым әйте­үенсә, хәмерҙең шешәһе ни бары 60 һумға тик даими клиенттарға ғына һатыла. Ышанысһыҙ, быға тиклем таныш булмаған кешеләрҙең шылтыратыуына яуап бирмәй­ҙәр. Ысынында был яңы Закон менән кем отто: дәүләтме, әллә алыпһатар­ҙармы?
Шулай итеп, төнгө ваҡытта араҡы менән һатыу итеүсе сауҙагәрҙәр индустрияһы ҡалала ғына түгел, ауыл ерендә лә ныҡлап үҫешә. Быға ҡаршы көрәшеүҙе бөгөн үк башламағанда, иртәгә һуң булыуы бар. Дәүләт кимәлендә ҡаты саралар күреү, ҙурыраҡ штрафтар билдәләүҙе көтөп ултырырға ярамай, ауыл биләмәләре, халыҡ тарафынан төнгө алыпһатарҙарға ҡаршы “ҡорал” уйлап табылһын ине.

Л. ҒӘЛИМЙӘНОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»