26.10.2010 Исмаһам, булғанын һаҡлайыҡ
Уңманы инде уңмағас. Быйыл республикала баҡсаһынан күңелде күтәрерлек уңыш алған кеше бик һирәктер. Ямғыр ҙа яуманы, эҫелек тә тәҡәтте ҡоротто.
Шуға ла булған ғына уңышты яҙға тиклем һаҡлау мәсьәләһе бик киҫкен тора. Быға тиклем кешеләр картуфты баҙҙарға әллә ни уйланмай ғына һалһа, хәҙер «икенсе икмәк»те нисек тә булһа икенсе йәй аҙағына тиклем еткереү проблемаһын ныҡлап хәл итергә тура килә.
Шуныһы ла бар – ҡоролоҡ шарттарында үҫкән йәшелсә, ваҡ ҡына түгел, сирле лә булыуы менән күңелде төшөрә, аптырата. Шуға ла иренмәй генә баҙға кире төшөп, йәшелсәнең ниндәй шарттарҙа һаҡланыуына ныҡлы иғтибар итегеҙ.
Картуф
Картуф яҡынса 2 – 3 градус йылылыҡта һаҡланырға тейеш. Картуфты теҙгәс, уның өҫтөнә миләш япраҡтарын, йә еләктәрен бер ҡат итеп теҙергә кәрәк. Был картуфты артыҡ дымдан ҡотҡара. Шулай уҡ ҡыҙыл сөгөлдөрҙөң дә ныҡ дымлы урынды яратыуы, һыулыраҡ ерҙә һәйбәт һаҡланыуы билдәле. Уны картуф өҫтөнә һалып сыҡһаң, бөтә артыҡ дымды үҙенә һурасаҡ һәм картуф һәйбәт һаҡланасаҡ. Сөгөлдөр ҙә тере ҡаласаҡ.
Миләш япраҡтары, еләгенең фитонцидтары төрлө сирҙәр йөрөтөүсе микробтарҙы ла юҡҡа сығара, картуфты сереүҙән, күгәреүҙән һаҡлай. Ғөмүмән, миләшкә ныҡлы иғтибар итегеҙ, юҡһа ул бер кем тарафынан да йыйылмаған көйө ҡышҡа, яҙға тиклем тәлгәштәрендә ҡала. Ә уның күпме файҙаһы бар!
Баҙ, мөгәрәптәге артыҡ дымлылыҡты бөтөрөү өсөн унда көл менән эзбиз буталған масса һалынған йәшниктәр төшөрөргә лә була.
Ауылда ярай инде – йәшелсәләрҙе һаҡлау өсөн урынды нисек тә булһа табырһың, ә бына ҡалала хәлдәр ҡатмарлы. Йәрминкәлә килограмын 20 – 30 һумға һатып алған картуфтың бер бөртөгөн дә серетке килмәй бит! Әгәр һеҙ йәшәгән урында подвал бар икән, картуфығыҙҙы шунда төшөрөгөҙ. Тик «икенсе икмәк»те һаҡлау өсөн ҡулланылған йәшниктәр ағастан булһын. Ағастың ылыҫлы тоҡомдан булыуы бигерәк тә һәйбәт, сөнки ылыҫ үҙе үк төрлө бәшмәктәр һәм бактерияларҙан һаҡлай. Шулай уҡ картуфты һаламлы йәшниктәрҙә һаҡлау ҙа һәйбәт һөҙөмтә бирә.
ҡала ерендә картуф форточкаһы йыш ҡына асылған тәҙрә эргәһендә һаҡлана. Йәшелсә тиҙ генә шыта башламаһын өсөн уның янына кипкән бөтнөк япраҡтары һалына.
Ә инде йәшелсәне өйҙә, бүлмә температураһында һаҡларға тура килһә, ҡағыҙ йәки сепрәк ҡапсыҡҡа тултырып, елләтергә мөмкин булған тимер шкафта һаҡлау отошло. Полиэтилен ҡапсыҡтар тураһында онотоғоҙ, унда картуф тиҙ йомшара һәм шыта.
Картуф аҙ ғына яҡтылыҡтан да йәшәрә башлай, шуға ла уны ҡараңғы ерҙә тоталар.
Картуф һаҡланған урында әрем, еҙтөймә үләнен (пижма) яндырып, уның төтөнө менән эшкәртергә була. Был ҡыйын да түгел, ә файҙаһы бик күп – баҙ йәки подвал дезинфекцияланасаҡ. Әрем еҫе микробтарҙы үлтерә.
Әлбиттә, картуфты йыш ҡына ҡарап, серей башлағандарын алып ташлап торорға онотмағыҙ.
Башҡа йәшелсәләр
Һарымһаҡ. Уны һәйбәтләп һаҡлау өсөн йәшниккә һалып, өҫтөнә бысҡы вағы менән көл, тоҙ һибелә. Шулай уҡ янына һуған ҡабығын да һипкеләп сығырға мөмкин. Әлбиттә, күптәр һуған менән һарымһаҡты иҫке ойоҡтарҙа һаҡлауҙы хуп күрә. Тик был ысул менән файҙаланыу өсөн бина ҡоро һәм яҡшылап елләтелгән булырға тейеш.
һарымһаҡты һаҡлау өсөн ҡыҙыҡ ҡына тағы ла бер ысул бар: бүлкәттәрен үҫемлек майында тоторға мөмкин. Тик был ваҡытта йәшелсә һыуытҡыста һаҡлана, май ҙа һуңынан ҡулланырлыҡ була.
Һуған. Уны ла яҡшылап ҡарап сығығыҙ, әгәр «муйын» өлөшө һутҡа туйған икән – һәйбәт һаҡланмаясаҡ. Шуға ла һутлыларын алданыраҡ ашарға тырышығыҙ. Әгәр һуғанды дымлы ҡомға һалып һаҡлаһаң, ҡыш буйы ҡайғырмаҫҡа мөмкин. Тик был осраҡта һаҡланған урын һалҡынса булырға тейеш.
Орлоҡ һуғанына ныҡлы иғтибар кәрәк. Уны бүлмә температураһында, яҡынса 18 градус йылылыҡта тәүҙә сепрәк ҡапсыҡҡа, һуңынан полиэтиленға һалып һаҡлайҙар.
Кишер. Был йәшелсәне ҡояштан һаҡлайҙар. Юҡһа ул шундуҡ бөршәйеп, кәкрәйеп бөтәсәк. Шулай уҡ кишерҙе сығарған саҡта уҡ иғтибарлыраҡ булырға кәрәк, ул «ҡаты бәрелеүҙе» яратмай.
Йәшелсә һәйбәт һаҡланһын өсөн уны йәшниктәргә һалып, араһына күп итеп ҡом менән эзбизды бутап һибәләр. Тик уларҙы бер үк миҡдарҙа алып ҡуймағыҙ, эзбиз ҡомдан алты-ете тапҡырға аҙыраҡ булһын. Һаҡлар алдынан кишерҙе ҡаймаҡ ҡуйылығындағы балсыҡ иҙмәһендә тотоу ҙа һәйбәт һөҙөмтә бирә. Тик кишерҙе балсығы ныҡлап кипкәс кенә йәшниктәргә йәки башҡа урынға һалалар.
Әгәр кишерҙе балсыҡ йәки ҡомда һаҡлау мөмкинлеге юҡ икән, уны аҡбур менән буяғыҙ, янына һуған ҡабығын һалығыҙ.
ҡыҙыл сөгөлдөрҙө баҙға һуң ғына һалалар. Йәбешкән тупрағын һаҡ ҡына һелккеләп ҡағырға кәрәк. ҡыҙыл сөгөлдөр ҡом, бысҡы вағы йәки торф һалынған йәшниктәрҙә, 1 – 3 градус йылылыҡта һәйбәт һаҡлана. Уны ла, кишерҙе лә, өҫтөнә ҡом йәки бысҡы вағы һибеп, полиэтилен ҡапсыҡтарҙа һаҡларға була.
Шалҡанды ла баҡсанан ҡырау ныҡлап төшә башлағас ҡына индерәләр. Уны ҡағыҙ ҡапсыҡтарға һалып, өҫтөнә ҡом һибеп, һалҡынса урында һаҡлайҙар.
Лилиә СИРАЕВА.