RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

22.03.2013 Ғәләмәт донъя

Ғәләмәт донъя
Һуғыш кометаһымы, әллә шараптыҡымы?
Элек-электән кешеләр кометаларға битараф булмаған. ҡой­роҡло “йондоҙҙар” ҡояш системаһы аша үтеп, миллиондарҙы ҡурҡытҡан. Шул уҡ ваҡытта комета, метеориттан айырмалы рәүештә, Ергә бер ниндәй ҙә зыян килтерә алмай кеүек.
Уның ҙур “башы” – газ һәм пар болото – ер атмосфераһына ҡарағанда түбән тығыҙлыҡта, ядроһында ҙур булмаған таш һәм боҙ киҫәктәре бар, ә ҡойроғо − янған газдың эҙе. Галлей кометаһы иң сағыуы, уны бер ниндәй приборһыҙ ҙа күреп була. Ул ҡояш системаһына һәр 75 − 76 йыл һайын килә. Боронғо ҡытай һәм Вавилонда был есемде һәр ваҡыт күҙәтеп барғандар. Беҙҙең эраға тиклем 240 йылда ул тәүге тапҡыр телгә алынған. Галлей кометаһы һуңғы тапҡыр 1986 йылдың февралендә күктә бал­ҡыған. 2061 йылдың уртаһында уның тағы күренеүе көтөлә.
Кометаның ҙурлығы, үтә сағыу булыуы, серле ҡойроғо кешеләр­ҙе һәр саҡ шомландырған. Уға бәйле төрлө ырым-хөрәфәт барлыҡҡа килгән. XVI быуатта француз юрисы Боден: “Комета кү­рен­һә, ерҙә фажиғәләр башланыр, һуғыш сығыр, ауырыуҙар көсәйер”, – тигән.
Бөтә быуаттарҙа ла айыҡ аҡыллы, ирониялы кешеләр йәшәгән. Рим императоры Веспасиан, комета күренгәс: “Был “сәсле” йондоҙ миңә бер ниндәй ҙә ҡаза килтермәйәсәк. Ахыры, ул Парфиян батшаһына бәлә алып килер. Сөнки ул сәсле, ә мин пеләш”, – тип көлә.
Боронғо Рәсәйҙә “сәсле” йондоҙ 1380 йылда, Куликово һуғышы алдынан күренде” тигән факт билдәләнгән. Был ырым беҙҙең көндәргә лә юш килә – Чернобыль АЭС-ындағы фажиғә алдынан күктә тағы ла Галлей кометаһы барлыҡҡа килгән.
1812 йылда Ев­ра­зия өҫтөндә торған был комета халыҡты бик ҡурҡыта. Кеше­ләр: “Ахырыза­ман етте, афәттәр башлана”, − тип, иң насар ва­ҡи­ғаларға әҙерләнә башлай.
Ә бына Португалияла шул уҡ кометаға... рәхмәт әйткәндәр. Виноград үҫтереүселәр һәм шарап эшләүселәр ҡойроҡло “йондоҙ”ҙо һәр саҡ көткән. Португалия крәҫтиәндәре күк мөғжизәһенә бөтөнләй икенсе мәғәнә һалған. Уларҙың фекеренсә, комета арҡаһында виноградтың уңышы мул буласаҡ, ә 1812 йылғы шарапҡа ул, йәнәһе, иҫ киткес тәм биргән.
1811 йылдың мартында немец астрономы Ольберс уны үлсәй. Кометаның йәшелле-күкле башы ҡояшҡа ҡарағанда ҙурыраҡ! Ә ҡойроғо – 176 миллион саҡрым, был ҡояштан Ергә тиклемге аранан күпкә оҙонораҡ. Ул күктә иң оҙаҡ күренгән есем, 510 тәүлек буйына яҡтырып торған. 1812 йылдың авгусында комета күктән юғала. Нәҡ шул көндәрҙә француздар баҫып алған Смоленск дөрләп яна, ә Наполеондың “йондоҙлоғо” һүнә бара...


Үлемде нисек алдарға?

ҡан тамырҙарыңды химикаттар менән тултырып, шыйыҡ азот тултырылған тоҡта баш түбән элеп ҡуялар. Ә йөҙәр йылдан һине яңынан терелтһәләр? Фантастик идея, әммә донъяла шул рәүешле ике йөҙ кәүҙә һаҡлана. Улар мәңгелек тормошҡа ышана, уға эйә булыр өсөн 200 мең доллар түләгән. Күптән түгел ошо хәрәкәткә нигеҙ һалыусы физик Роберт Эттингер 92 йәшендә бер нисә йөҙ йылға шул рәүешле йоҡоға талған. Эттингерҙың кәүҙәһе үҙе нигеҙ һалған крионика институтында һаҡлана.
Кеше үлгәс, уның кәүҙәһен боҙло ваннаға һалалар. Шунан ҡан әйләнешен тәьмин иткән ҡорамалға тоташтыралар. Киләһе этапта ҡанды түбән температурала туңмай торған шыйыҡсаға алмаштыралар. Артабан кәүҙәне махсус тоҡҡа һалып, гигант термос – “криостат”ҡа баш түбән урынлаштыралар. Яйлап тән һыуына. Кеше терелә алырмы-юҡмы, уныһы инде киләсәк быуын ҡулында.


Планетабыҙҙың асыҡ яраһы

Планетабыҙ эске яҡтан өс ҡаттан тора – ядро, мантия һәм ҡабығы. Күптән түгел уникаль урын табылған. Атлантик океан төбөндә бер мең квадрат километр майҙанда ер ҡабығы юҡ! Йәғни өс километрҙан мантия башлана. Ғәҙәттә, ул бер нисә саҡрымлыҡ ер ҡабығы аҫтында йәшенә. Ғалимдар хәҙер баш вата – был тәбиғәт хатаһымы, әллә ул тәбиғи рәүештә барлыҡҡа килгәнме?

Джоконда булғанмы?

Мона Лизаның серле йылмайыуы Лувр һарайына миллионлаған турист һәм сәнғәт һөйөүсене әйҙәй. Кем ул был ҡатын һәм йылмайыу аҫтында нимә йәшеренгән? Ошо һорауҙар тирәһендә бәхәстәр һаман да тынмай.
ҡайһылар, Леонардо да Винчи үҙен ҡатын-ҡыҙ сүрәтендә эшләп, шаяртмаҡсы булған, ти. Һәм бына – яңы фараз. Итальян ғалимдары архивтарҙы өйрәнгәс, рәссамды илһамландырған ҡатындың Джоконда, йәки Лиза Джерардини − сауҙагәр Франческо Джокондоның хәләл ефете икәнлеген асыҡлаған. Ханым 1542 йылдың 15 июлендә 63 йәшендә вафат булған. Леонардо да Винчи һәм Джоконда ғаиләләре күрше йәшәгән. ҡатын тере сағында уҡ киң билдәлелек яулап өлгөргән.

250 йәшлек ҡунаҡ

Бер мәл, 1927 йылда ҡытай генералы Ян Сень илдең иң оло кешеһен ҡунаҡҡа саҡыра. Ли Цинъюнь үҙе тураһында яҡшы фекер ҡалдыра. Аҡылы теүәл, һөйләгән һүҙе тәрән мәғәнәле, ә үҙе туҡтауһыҙ йылмая. Ли йога менән шөғөлләнгән, үләндәр менән дауаланыу серҙәрен белгән, күп йылдар тауҙарҙа йәшәгән. Һуңғараҡ генерал “250 йәшлек ҡунаҡ тураһындағы яҙмалар” китабын яҙа. Эйе, Ли Цинъюнь тап шул йәшкә тиклем йәшәгән! Ул 1678 йылда Сычуань провинцияһында тыуған, 1928 йылда вафат булған. Ли 14 тапҡыр өйләнгән, бөтә ҡатындарын да яратҡан, тик уларҙың ғүмер оҙонлоғо ғәҙәти булған.


Эт ҙурлығындағы тәлмәрйен
Экзотик хайуан аҫраусылар ниндәйҙер сәбәп арҡаһында “дуҫтары”нан ҡотолоп, тәбиғәттең көтөлмәгән үҙгәрешенә юл аса. ҡайһылар йылғаға пиранья балығын ырғыта, икенселәр – ваннала йәшәгән крокодилын ебәрә. “Иреккә сыҡҡан” хайуандарҙың күп өлөшө һәләк була, ә ҡайһылары ассимиляцияға бирелә һәм үҙҙәрен бик яҡшы тоя.
Күптән түгел Австралияның Дарвин ҡалаһында ҙур баҡа табыла. Ул ғәҙәти баҡанан ике тапҡыр­ға ҙур, оҙонлоғо 20,5 см, ә ауырлығы 840 грамм. Урындағы биологтар аптырашта ҡалған.


Еребеҙҙең игеҙәге асыҡланған!
Астрономдар Ергә оҡшаған планета тапҡан, унда хатта һыу булыуы ихтимал. Ул ҡояш системаһынан ситтә, Үлсәү йондоҙлоғонда Ерҙән 20,5 яҡтылыҡ йылы алыҫлығында урынлашҡан. Был асыш ғалимдарҙа ҙур өмөт уятты. Быға тиклем асыҡланған планеталар Юпитер кеүек газлы гигант ине. Улар ҡояшҡа яҡын урынлашҡас, һауа температураһы бик юғары.
Игеҙәк-планета һүнеп барған ҡояшы (ғалимдар уға Gliese 581 исемен биргән) тирәләй әйләнә. Gliese 581 күпкә бәләкәй һәм беҙҙең ҡояштан күпкә һалҡын. Астрономдар иҫәпләүенсә, планетала температура Цельсий буйынса 0 – 40 градус. Уның радиусы Ерҙең 1,5 радиусына тиң. Планета йә ташлы, йә ул тулыһынса океандар менән ҡапланған.
Ерҙән тыш тормошто асыҡлау өсөн был есемгә киләсәктә экспедициялар ебәрелеүе ихтимал. Әлегә ғалимдар көслө телескоптар урынлаштырыу менән шөғөлләнә. Уның ярҙамында тормош барлығын иҫбатлаусы яҡтылыҡ тирбәлеүҙәрен күҙәтәсәктәр. Шулай уҡ атмосферала метан, хлорофилл билдәләрен эҙләйәсәктәр.


Игеҙәктәр иле
Колонияға тиклемге Нигерияла иге­ҙәктәр тыуыу насар билдә һа­налған. Яңы тыуған игеҙ сабый­ҙарҙы ҡырағай хайуандарға ашатҡандар, йә һыуға батыр­ған­дар. Ә әсәһен, ике ир менән енси мө­нә­сә­бәткә инеүҙә ғәйепләп, үлтергәндәр.
Ваҡыт үҙгәрә, Африка ҡатын-ҡыҙҙары бер юлы икәүҙе генә түгел, өс бала ла таба башлай. Хәҙер Нигерияла игеҙәктәр тыуыуы − Хоҙай мәрхәмәте һәм фатихаһы билдәһе. Ундай сабый­ҙарҙы оло мөхәббәт һәм хөрмәт менән үҫтерәләр. Нигерияның көньяҡ-көнбайышындағы Игобо-Ору ултырағын “Игеҙәктәр иле” тип йөрөтәләр. 72 йәшлек ауыл мэры Олидье Акиниеми һөйләүенсә, бөтә ғаиләләрҙә лә игеҙ балалар бар. “Минең атайымдың ун пар игеҙәге булған, ә миндә – өсәү. Тик бер пары ғына – улым һәм ҡыҙым тере ҡалды”, – ти ул.
Халыҡ, игеҙәктәргә бер йән бирелә, тип ышана. Әгәр ҙә бе­рәй­һе үлһә, икенсеһенә ағастан “туғанын” эшләп биргәндәр һәм үлгән игеҙ һыңарының кейемен кейҙергәндәр. Ул уны ҡайҙа барһа ла үҙе менән йөрөтөргә тейеш. Ә бына Африканың көньяғында игеҙәктәрҙең берәүһе үлһә, тере ҡалғаны уның ҡәберендә бер төн йоҡлаған. Ә ҡайһы бер ҡәбиләләр игеҙәктең тере һыңарын да бергә күмгән.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»