19.03.2013 Наркоманияға ҡаршы көрәштә һөҙөмтәләр бар
– Наркомания, аңды томалаусы психотроп матдәләрҙең законһыҙ әйләнеше милләт сәләмәтлегенә, илдең нигеҙенә, социаль-сәйәси, иҡтисади катаклизмдар менән янай башлағас, 2003 йылда Рәсәйҙә беҙҙең структура булдырылды. Уның ун йыл эшләү дәүерендә наркобизнес һәм ошо өлкәләге енәйәттәрҙе туҡтатыу ниәтендә күп эш атҡарылды. Беҙҙең идаралыҡ хеҙмәткәрҙәре бөтәһе 18 меңдән ашыу енәйәт, 10,5 меңгә яҡын административ хоҡуҡ боҙоу осрағын асыҡлаған, 700 наркопритон юҡ ителгән, наркотик һатҡан 3 700 кеше хөкөм ителгән. Дөйөм хаҡы 8 миллиард һумлыҡ ике тоннанан ашыу наркотик һәм аңды томалаусы матдә тартып алынған. Ведомство-ара оператив-профилактик саралар, махсус операциялар (“Төн”, “Мәк”, “Канал”, “Үҫмер – энә” һ.б.) һөҙөмтәле булды.
Наркотик менән сауҙа итеүҙе оло бизнесҡа әйләндергән бер нисә ҙур енәйәтсел төркөм эшмәкәрлегенә сик ҡуйылды. Ун йыл элек сиған кландары ошо эшкә тотона ине, хатта бәлиғ булмаған балаларын да йәлеп иттеләр. Ошо этник йәмғиәттән янаған хәүефте туҡтатыу өсөн маҡсатлы саралар, шул иҫәптән “Табор” операцияһы ойошторолдо. Тәүге дүрт йылда ғына наркотик һатыусы 110 сиған ҡулға алынды.
Һуңғы йылдарҙа илебеҙ властары наркомания проблемаһына айырыуса ҙур иғтибар бүлә. 2007 йылда ойошторолған Наркотикка ҡаршы дәүләт комитетының роле баһалап бөткөһөҙ. Уның составында бөтә министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре бар, район-ҡалаларҙа махсус комиссиялар ойошторолдо. Наркомандарҙы реабилитациялау һәм социалләштереү, уларҙы дауалау, йәштәр өсөн тәрбиәүи саралар алып барыу, аңды томалаусы матдәләрҙең законһыҙ әйләнешен киҫәтеү маҡсатында һөҙөмтәле эш алып барыла. Наркотикка ҡаршы республика комиссияһын БР Президенты Рөстәм Хәмитовтың етәкләүе күп мәсьәләне тиҙ хәл итеүгә булышлыҡ итә. Ул наркоманияға ҡаршы сәйәсәтте тормошҡа ашырыуҙа принципиаль позиция биләй, бөтә проблемаларҙы ентекләп өйрәнә һәм ярҙам күрһәтә. Ошо комиссия аппараты етәксеһе, БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Марат Мәһәҙиев та был мәсьәләгә ҙур иғтибар бүлә. Мәҫәлән, комиссия эшмәкәрлеге сиктәрендә дезоморфин кеүек киҫкен проблеманы хәл итеү, наркотик ҡулланыусыларҙы асыҡлау, Башҡортостанда сифатлы мониторинг үткәреү өсөн комплекслы саралар үткәрелде.
Былтырғы һөҙөмтәләргә ҡараһаң, республикала наркомания менән сирләүселәр һаны 22 процентҡа әҙәйгән. Ҙур дозанан үлеү осраҡтары ла һиҙелерлек кәмегән (2010 йылда – 207, 2011 йылда – 170, 2012 йылда 115 кеше үлгән). Беҙҙе наркоманияның таралыуы борсой. 2007 йылда ун биш муниципалитетта бер наркоман да теркәлмәһә, әле һигеҙ төбәк кенә “һау” килеш ҡала.
Республикала нисә наркоман бар? 2012 йыл аҙағында һаулыҡ һаҡлау ойошмаларында 9 меңдән ашыу наркотик ҡулланыусы һәм наркотик бәйлелегенән яфаланған кеше иҫәптә торған. Әммә реаль һан күпкә ҙур, эксперттар билдәләүенсә, ул 60 мең кешегә тиклем булыуы ихтимал.
Дөйөм алғанда, республикалағы хәл-торош, ил менән сағыштырғанда, күпкә тынысыраҡ. Хоҡуҡ һаҡлау һәм контролләүсе органдарҙың заман афәтенә ҡаршы алып барған әүҙем эшмәкәрлеге, милли һәм дини составтың үҙенсәлеге, Башҡортостан халҡының менталитеты наркоманияның аҙыуына юл ҡуймаҫ, тигән ышаныстабыҙ.
Гүзәл ЙОСОПОВА яҙып алды.