15.03.2013 Ҡурҡыныс статистика
Рәсәй балалар суициды буйынса – Европала беренсе урында. Һуңғы йылдарҙа илдә балалар һәм үҫмерҙәрҙең үҙ-үҙенә ҡул һалыу осраҡтары 35 – 37 процентҡа артҡан.
Белгестәр әйтеүенсә, 2009 йылда 15 – 19 йәшлек 1379 үҫмер-егет һәм 369 ҡыҙ суицид ҡылған. Күрһәткестәрҙең арта барыуын иҫәпкә алғанда, артабанғы һандарҙы күрһәтеүе лә ҡурҡыныс. Балаларҙың үҙ ғүмерен ҡыйыу сәбәптәре лә киңерәк планға сыға. Эксперттар шул иҫәпкә интернетты ла индерә. Виртуаль донъяла үҫмерҙең сәләмәтлегенә, ҡылығына кире йоғонто яһаусы сығанаҡтар күп.
Беҙҙәге хәл-торош донъя статистикаһы күрһәткесенән өс тапҡырға юғарыраҡ.
“Труд” гәзитенән Айсын АҡБУЛАТОВА әҙерләне.