05.03.2013 ЗАМАНА ҠОРБАНДАРЫ
Республикабыҙҙа йәшәүсе халыҡтың күпселегенең табышы аҙ булыу өҫтөнә, аҙыҡ-түлектең, кейем-һалымдың, хеҙмәтләндереүҙең күп төрөнә хаҡтарҙың “тешләшеүе”, дөйөм алғанда, тормоштоң ауырайыуы ябай халыҡтың рухи сәләмәтлегенә зыян итә. Ошо сәбәпле, ҡалалар һәм күп кенә райондар рәсми теркәлмәгән эшһеҙлеккә, венерик сирлеләргә, үҙ-үҙҙәренә ҡул һалыусыларға, наркотик матдәләр ҡулланыусыларға, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә түләй алмай, торлаҡһыҙ ҡалыусыларға, төрмә һурпаһына көнө ҡалған енәйәтселәргә (тотолмаусы енәйәтселәр ҙә ошо иҫәптә), ҡалаларҙа ниндәй ҙә булһа торлаҡ алыуға өмөтләнеп күп тапҡыр стрестарға юлығып, 20 йыллап ремонт күрмәгән дөйөм ятаҡтарҙа йәшәүселәргә, мәктәп йәшенән үк тәмәке һәм һыра менән дуҫлашыусы сирле бала-сағаға һәм дә ҡыйбатлы сит ил машиналарында елдереүселәргә һанап бөткөһөҙ “байыған”. Эскелектән, наркоманиянан айный алмайынса, сағыштырмаса йәш көйөнсә ҡыйралып, теге донъяға ашығып китеүсе ирҙәрҙең (күберәк) һәм ҡатындарҙың гонаһын Хоҙай үҙе кисерһен!
Шуға ғәжәпләнәм − ниңә беҙҙең медицина: “Боҙоҡ гендарҙан сәләмәт киләсәк тыумаясаҡ!” – тип яр һалмай ҙа, мәктәп йәшендәге балаларҙың һыраға күнегеүенә һәм никотиндан ағыуланыуына юл ҡуя? Рәсәйҙә демографик хәл арыуланыр, әммә киләсәк өсөн дә ҡорбандар үҫтерергә насип итмәһә ине Хоҙай Тәғәлә! 12 − 14 йәштән тәмәке тартҡан, һыра эскән ҡыҙҙарҙан сәләмәт киләсәк быуын тыумаҫы көн кеүек асыҡ бит... Шуныһы үкенесле: һәр мәктәптә эскелек һәм тәмәке төтөнө менән генетик кимәлдә (ҡан менән ата-әсәләренән күскән) ағыуланған бала-саға күп, улар үҙҙәренең йоғонтоһона дуҫ ҡыҙҙарын йәлеп итә. ҡыҙҙар тартҡас, малайҙар нисек тартмаһын инде! Был тормош трагизмын етәкселәребеҙ аңлай, әммә мәктәптәр тирәһенән һатыу киоскыларын алдыртыу, уларҙа дин дәрестәре индереү менән генә замана ҡорбандарынан кешеләр тәрбиәләп үҫтереү, ай-һай, ҡыйын буласаҡ. Улар тәмәке төтөнө һәм алкоголь менән организмдарынан баш мейеһе өсөн кәрәкле кремний исемле мөһим элементты ҡыуып сығара. Хоҙай ҡушҡас, организмдары талап иткәс, ҡайһы бер балалар аҡбур ашай (унда кремний бар). Был йәһәттән ауыл балалары бәхетлерәк. Хәтерегеҙҙәлер, элек ауылда сабыйҙар тәпәй баҫып өлгөрмәһә лә, тәпәй баҫҡас та, мүкәйләп барып аҡбалсыҡ менән ағартылған мейесте кимерә торғайны.
Ауылдарҙа алабута икмәге, төрлө үләндәр, картуф ашап та, бөйөк шәхестәр, яҙыусылар, фән эшмәкәрҙәре тыуып үҫеүен беләбеҙ. Бәлки, олатайҙарыбыҙҙың алкоголһеҙ, тәмәкеһеҙ донъя көтөүе, итте, балды мул ашауы (бай йәшәгәндәр) вариҫтарына һәйбәт ҡан ҡалдырғандыр?
Кешеләр үҙҙәрен заманыбыҙ ҡорбандары итеп тоймаһын өсөн уларҙың аҡыл кимәлен күтәрергә, бының өсөн балаларға йәше тулыр-тулмаҫтан кремний ашатырға кәрәк. Эсмәгән, тартмаған ата- әсәләрҙән тыуған балаларға биш йәшкә тиклем уны ашатыу иң һәйбәт һөҙөмтәләр бирергә тейеш. Халыҡта: “Баланың холҡо биш йәшкә тиклем формалаша”, − тигән тормош тәжрибәһе юҡтан ғына килеп сыҡмаған бит... Белеүебеҙсә, кеше иҫәнлектә-һаулыҡта, аҡыл ҡеүәһен һаҡлап, оҙаҡ йылдар йәшәһен өсөн үҙенең организмына күп төрлө микроэлементты бала сағынан ала башларға тейеш. Ә улар эскән-тартҡан ата-әсәләрҙән балаларға эләгәме? Юҡ! Микроэлементтарҙың иң мөһимдәре − кремний, кальций, магний, Д витамины һ.б.
Мәғариф министрлығының бойороғона нигеҙләнеп, ата-әсәләргә аңлатып (бәлки, әйтеп тә тормайынса), балалар баҡсаларында һәм мәктәптәрҙә башланғыс синыф балаларының бутҡаһына, ашына ҡушып, кальций, магний һәм кремнийлы ҡушылмалар йәки балсыҡтың ниндәй төҫтәгеһе бар, шуны, синыф етәкселәренең күҙ алдында, балаларға белдермәй генә ашатырға кәрәк. Балсыҡтың аҡ, зәңгәр, һоро, алһыу төҫлөһө була. Улар, тәбиғи кремний минералдары булараҡ, Башҡортостандың күп районында барҙыр, тип уйлайым. Сөнки күренекле шәхестәр төрлө райондарҙа ла үҫкән бит.
Киләсәк быуындарыбыҙ ҙа үҙ заманы ҡорбандары булмаһын, наркомания, эскелек, тәмәкеселек тигән боҙоҡлоҡтарҙан, сирҙәрҙән айныһын өсөн уларҙың ата-әсәләрен бөгөндән айнытырға кәрәк.
Кәрим БУЛАТ.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.