05.03.2013 Йәшәү өсөн ныҡлы өмөт кәрәк
Юл төшкән һайын ҡорос ҡойоусылар ҡалаһына бармай ҡалғаным юҡ. Яҡын да, аҙыҡ-түлек менән әйберҙәр ҙә арзан. Бигерәк тә кейем-һалым баҙарына йөрөргә, заманса әйткәндә, шопинг яһарға яратам. Беренсенән, һуңғы модалы әйберҙәр бында баш ҡалаға ҡарағанда тиҙерәк килеп етә, икенсенән, түбән хаҡтары күңелде иретә. Бына тағы баҙарҙы ҡат-ҡат урап, арып-талып, шулай ҙа ҡәнәғәт булып туҡталышҡа килдем. Вокзалға тиклем барған маршрут автобусының водитель янындағы урынына инеп ҡунаҡлауым булды:
– Һоо, һаумы! Һине лә күрер көн бар икән! – тине берәү.
Боролоп ҡараһам, автобустың водителе мәктәптә бергә уҡыған, оҙаҡ йылдар күрешмәгән дуҫым икән. ҡабаланмаһаң, әйҙә минең янда ултырып йөрө, эс бушағансы бер һөйләшеп алайыҡ, ти был. Беҙҙең ауылға автобустар киске һигеҙгә тиклем йөрөй, ә ваҡыт ни, берәү әйтмешләй, бер ҡосаҡ – ялға ҡайтҡан мәлем. Кем ҡайҙа, нисек йәшәй, эшләй, балалары күпме – ләпелдәшәбеҙ генә, ярҙам итеп тә өлгөрәм, кондуктор вазифаһы миңә йөкмәтелде. Гонаһ шомлоғо, был маршруттың һуңғы туҡталышы ҡала зыяраты булып сыҡты.
– Аптырама, тик ошонда егерме минут самаһы көтөп ултырырға тура килер. Үҙең аңлап тораһың, сират, – тип үҙенән алда торған бер нисә «маршрутка»ға күрһәтә класташым. – Бына, иғтибар ит әле, зыяратта төшөүселәрҙең барыһы ла айныҡ, һин дә мин. Ләкин күпмелер ваҡыт уҙғас, ҡәберлектән иҫереп, аҡырып йырлап килеп сығасаҡтар – урыҫтың йолаһы шул инде, үлгәндәрҙе араҡы эсеп иҫкә алалар. Ә анау ҡатын, күрәһеңме, ситтәрәк, бөгөлөбөрәк атлай, бында бик йыш килә. Аҙна һайын тиерлек осрай ул миңә зыярат юлында. Уның эскәнен һис тә күргәнем юҡ, һәр саҡ ҡара яулығына төрөнөп йөрөй. Бик яҡын кешеһен юғалтҡан, ахыры.
Ә зыяраттың алды-ы! Әллә ҡайҙан бөтә йәйғор төҫтәрендә аллы-гөллө булып балҡып тора! Ундай матурлыҡты Сәскәләр байрамында ғына күргәнем бар.
– Һәр кемдең үҙ бизнесы, яһалма сәскәләрҙең иң үтемле урыны зыярат алды икәнен белеп алған алыпһатарҙар йыйылған бында, – ти дуҫым, иҫе лә китмәй.
Ысынлап та, бер автобус иҫеректәрҙе тейәп, кире йүнәлештә ҡуҙғалдыҡ.
Вокзалда төшөп ҡалһам, ауылға автобус яңы ғына киткән. Киләһе рейс ярты сәғәттән була. Эскәмйәгә ултырып, тыныс ҡына тирә-яҡты күҙәтә башланым. Шул саҡ баяғы зыяратта төшөп ҡалған ҡара яулыҡлы ҡатын күҙемә салынды. Яйлап атлап минең янға килеп ултырҙы. Күҙемдең сите менән күршемде күҙәтәм. Төҫ ташламаған, тик матур йөҙөн оло хәсрәт баҫҡан ҡырҡ йәштәр тирәһендәге апайҙың ҡулдары еңелсә ҡалтырай ине. Эсергә алған һалҡын минераль һыуҙы стаканға һалып уға тәҡдим иттем, ҡатын баш тартманы. Рәхмәт әйтеп, миңә боролоп ҡараны һәм бер тында һыуҙы эсеп ҡуйҙы.
– Һеҙгә ҡыйынмы әллә? – тип һорамай булдыра алманым.
Беҙҙең аралашыу үҙенән-үҙе килеп сыҡты, дөрөҫөрәге, мин тыңланым, ул һөйләне. Бер нөктәгә текәлеп, түкмәй-сәсмәй аһ-зарын бер юлы сығарып һалды ҡара яулыҡлы ҡатын. Таныш булмаған кешегә эс сереңде һөйләү күпкә еңелерәк тә бит.
«Бөгөн тағы ла улымдың ҡәберенә барҙым. Кемдер сәскәләр һалып киткән. Кеше күп килә уға. Тере сағында алсаҡ, изге күңелле, матур бала булды. Яҡшы уҡыны, һәр саҡ барыһын да артынан әйҙәп йөрөүсе улыма тиҫтерҙәре тартылып торҙо. Бына-бына мәктәпте тамамларға тейеш ине, тик 16 йәшендә муйынын элмәккә тыҡты. Һаман да иҫем-аҡылым етмәй. Ниндәй сәбәп был аҙымға этәрҙе икән, тип төндәр буйы керпек ҡаҡмайым. Уның үлеме тормошомдо ҡап уртаға – аҡ һәм ҡара өлөштәргә бүлде. Был көндө мәңге онотасағым юҡ. Киске ашҡа әҙерләгән ит бәлешенән ҙур ғына киҫәк телеп биргәс, ул яртыһын ашаны ла: «ҡалғанын иртәнсәк ашап бөтөрмөн, йәме, әсәй», – тип өлөшөн һыуытҡысҡа ҡуйҙы. Һаҡ предприятиеһында эшләгән атаһы төнгө дежурҙа ине. Ятырға әҙерләнеп йөрөгәндә улымдың бүлмәһенә күҙ һалдым. Ул донъяһын онотоп интернетында йөҙә ине. Йоҡлап китешләй көлә-шаяра телефондан һөйләшкәнен ишеттем. Төндә һыу эсергә торһам, бүлмәһендә һаман ут яна. Компьютерына инә яҙып ултырғанын күреп: «Сәғәт төнгө өс, нишләп һаман йоҡламайһың, ят хәҙер үк! Һүндер компьютерыңды!» – тип ҡаты ғына әйттем. «Хәҙер, әсәй! Имтиханға әҙерләнәм бит!» – тип яуапланы ул. Ә иртәнсәк, сәғәт һигеҙҙә, будильнигы шылтырағанға янына инһәм – йә, Хоҙай, балаҡайым, берҙән-берем, аҫылынған! Ул минуттарҙа ниҙәр кисергәнемде һөйләп аңлатырлыҡ түгел. Ошо биш сәғәт эсендә уның менән нимә булды икән?! Ни этәрҙе, ни өсөн эшләне ул был аҙымды?!
Өйөбөҙ бушап, етемһерәп ҡалды. Балабыҙҙың үлемендә мин атаһын ғәйепләйем, ул – мине… Көнө-төнө илауҙан күҙ йәштәрем кипте. Исмаһам, төшөбөҙгә лә инмәй. Ниңәлер ул беҙгә үпкәләгән кеүек тойола. Хәйер, быға бер ниндәй ҙә сәбәп булманы. Атаһы менән һәр иртә бер-беребеҙгә өмөт тулы күҙҙәребеҙ менән ҡарайбыҙ:
– Йә, индеме төшөңә?
– Юҡ…
– Миңә лә юҡ шул…
Өнөбөҙҙән дә, төшөбөҙҙән дә юғалды балабыҙ…
Үҙ-үҙем менән һөйләшеүҙе ғәҙәт итеп алдым хәҙер. Ысынында иһә, үҙ алдыма түгел, аҡылымды юйыр сиккә етеп, улым менән һөйләшеп йөрөйөм. Унан бер ниндәй ҙә яуап ишетмәһәм дә, бер ваҡыт мине ишетер һәм яуап ҡайтарыр тигән өмөтөм юғалмай. Өйҙә ултырһам, бына-бына: «Әсәй, асыҡтым, нимә менән һыйлайһың?» – тип ҡайтып инер кеүек. Йәки ҡайтыуыма йылмайып ҡаршы алып торор кеүек. Бүлмәһенә инеп ултырам, әйберҙәрен барлайым, кейемдәрен еҫкәп, сайҡалып-сайҡалып илайым. Бер көн атаһы ла инеп ултырған. Ғүмерҙә ҡыланмағанса, асҡыс менән сыйып өҫтәлгә улыбыҙҙың исемен яҙған.
Беҙҙең аралар көндән-көн һыуына барған кеүек тойола, бала тыумаҫ элек беҙ икәүҙән-икәү бик бәхетле йәшәнек тә баһа, ни эшләп хәҙер бер-беребеҙҙе аңлай алмайбыҙ һуң? Улыбыҙ беҙҙең бер-беребеҙгә ҡарата һөйөү, ихтирам хистәрен дә үҙе менән алып киттеме ни? Баланы яңғыҙ итеп тапҡаныма үкенеп ҡуям, икәү булһалар, әле ҡустыһына, йәки һеңлеһенә ҡарап, күңелде баҫыр инек тә бит…
ҡайһы саҡта улыма бик ныҡ асыулана башлайым. «Алйот һин! – тип әрләйем. – Ни өсөн беҙҙе ташлап киттең? Ниндәй ауырлыҡ төштө иңдәреңә, нимәне хәл итергә ихтыяр көсөң табылманы? Аңлатһаңсы, кем ғәйепле һинең үлемеңдә? Ниңә тик үҙеңде генә уйланың, ә атай-әсәйеңә артабан был йөк менән нисек йәшәргә?»
Сабый, тыуыр ваҡыты еткәс, Хоҙайға мөрәжәғәт иткән, ти:
– Мин яҡты донъяны бөтөнләй белмәйем, аңламайым. Нимә эшләргә, кем мине яҡлар?
– Мин һиңә фәрештә бүләк итәм. Ул һине ауырлыҡтарҙан һаҡлап-ҡурсалап торор, барыһын да аңлатыр, – тип яуаплаған Хоҙай.
– Ә уның исеме нисек?
– Исеме мөһим түгел, һин ул фәрештәне Әсәй тип йөрөтәсәкһең.
Минән яҡшы фәрештә сыҡманы, һаҡлай алманым баламды, күҙ нурымды.
Үлеменең сәбәбен асыҡлар өсөн бармаған-йөрөмәгән күрәҙәсе ҡалманы. Һәр береһе төрлөсә күрәҙәлек итә. Уларҙың араһында, улыңды терелтәм, тигән шарлатандары ла булды, эй-й… Кешенең ҡайғыһын файҙаланып, аҡса эшләргә маташа берәүҙәр, Алланың ҡарғышы төшөр тип тә ҡурҡмайҙар», – ҡатын тынып ҡалды.
Бер аҙ өндәшмәй ултырғандан һуң мин:
– Ә беләһегеҙме, мин һеҙгә ниндәй йыуатыу һүҙҙәрен әйтергә лә белмәйем, – тинем, уңайһыҙланып.
– Кәрәкмәй ҙә. Мин кеше йыуатыуҙарынан тыныслана алһам, әллә ҡасан уҡ ҡайғымды еңеп сыҡҡан булыр инем. Был хәлдән сығыу әмәле тик берҙән-бер…
– Әллә һеҙ ҙә?!.
– Юҡ, мин бер ҡасан да ундай аҙымға бармаясаҡмын, борсолмағыҙ. Миңә бит әле ни бары 38 йәш, Хоҙай тағы берәй бала бүләк итмәҫме, тигән өмөттә анализдар бирергә килдем, – тине ҡатын, вокзал янында урынлашҡан ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһына эйәге менән төртөп күрһәтеп. – Табиптың ҡабул итеү сәғәте етмәгән, уны бер аҙ урамда көтөп ултырайым тигәйнем. Ябыҡ бинаға инһәм, күңелһеҙ уйҙар солғап ала, тышта еңелерәк. Бынан ары үҙемде тик яҡшы кәйефкә көйләргә тырышасаҡмын. Артабан йәшәү өсөн миңә ныҡлы өмөт кәрәк. Әле зыяратта барлыҡ уй-теләктәремде улыма еткерҙем, ризалыҡ һораным. Бәләкәй генә бер турғай балаһы, ҡәбер өҫтөнә ултырып, мин киткәнсе янымда сырҡылданы. Аңлауымса, улым маҡсат-ниәттәремде хупланы. Ә бына һеҙҙең автобус килеп етте, буғай.
… – ҡаршы килмәһәгеҙ, үҙем белгән мосолман аяттарын һеҙгә бағышлап уҡырмын, Алланан һеҙгә бәпәй, күңел тыныслығы теләрмен, – тинем мин, ихлас күңелдән, хушлашҡанда.
– Һис тә ҡаршы түгелмен, уҡығыҙ, зинһар. Диндәр айырылһа ла, Алла бер бит ул. Ҙур рәхмәт һеҙгә!
Лилиә ХӘЛИТОВА.