26.02.2013 Яҙмыштарҙан булмай уҙмыштар
Татлы йоҡоһонан ҡапыл эт өрөп ебәргән тауышҡа тертләп уянды Зәлифә. Әлеге матур төштөң аҙағын күреп бөтөргә тип, ҡабат күҙҙәрен йомоп та ҡараны, тик бер үрһәләнгән йөрәге тынғы тапмай туланы ла туланы. Йәшлектәге сағыу бер миҙгел булып хәтерҙә уйылып ҡалған мөхәббәт яраһын ҡабат ҡуҙғатты бит был төш. Ошо төш кеүек матур ҙа, татлы ла ине ул мәл…
– 8 Март менән ҡотлайым, Миңзифа еңгә! – тип өйҙө яңғыратып килеп ингән йәш егет, төп яҡта ултырған ҡыҙҙы күргәс, бер аҙ ҡаушап ҡала.
ҡара ҡашлы, ҡара күҙле, тулҡынланып торған ҡуйы сәсле, күҙҙәренән осҡон сәсеп, ихлас йылмайып торған һылыуҡайға шунда уҡ ғашиҡ була ул. Апаһының әле өйҙә юҡлығын, магазинға китеүен әйткәс, күрше райондан килгән ҡоҙасаһы менән танышып та ала Әмир.
Ишек төбөндә көтөп торған дуҫы Нәзирҙең дә ҡыҙға төбәлгән һоҡланыулы ҡарашын шәйләп, еңгәһен кискә килеп ҡотлаясағын белдерә һәм йәһәт кенә сығып китеү яғын ҡарай. ҡапҡаны ябыу менән, һуңынан мәғлүм булыуынса, бер үк ҡыҙға күҙҙәре төшкән ике дуҫ көрмәкләшеп тә ала.
«Һинең йөрөгән ҡыҙың бар, Нәзир. Ә ҡоҙасам минеке буласаҡ, һин уға яҡын да килеп йөрөмә», – тип иҫкәртә иптәшен Әмир.
Ә Зәлифә ике егет араһында әзмәүерҙәй мыҡты кәүҙәле, буйға оҙон, төҫкә сибәр егетте – Әмир ҡоҙаһын оҡшата.
ҡыҙ, киске байрам табынына әҙерләнеп йөрөп, ваҡыттың үткәнен һиҙмәй ҙә ҡала. Кис етеүгә, бүләктәрен тотоп, Әмир ҙә килеп етә. Ике йәш йөрәк араһында дуҫлыҡ ептәре нығына, тиҙҙән оло мөхәббәткә әүерелә. Әмир Силәбелә монтажсы һөнәрен үҙләштерә, Зәлифә уға яҡын ҡалала ашнаҡсы булып эшләй. Бер-береһенең хәл-әхүәлен хат аша белешеп торған йәштәр осрашыу минуттарын түҙемhеҙләнеп көтөп ала. Ихлас яратышҡан бәхетле парға дуҫтары hоҡланып ҡараhа, уларҙан көнләшеүселәр ҙә табыла. Шулай булмай ни – типhә – тимер өҙөрлөк, айыуҙай матур егет, бар яҡтан килгән, ҡар өҫтөндә ҡаҙан ҡайнатыр уңғандарҙың береһе булып танылған сибәр ҡыҙ – көнләшмәҫлекме ни?! Үкенесле, әммә тормошта шундай саф, эскерһеҙ мөхәббәткә көнләшеп ҡарау ғына түгел, ә нисек тә булһа араны боҙоу теләге менән ҡара янып йәшәүселәр ҙә табыла шул. Әмир менән Зәлифә араhында ла кеше hүҙе арҡаhында аңлашылмаусанлыҡ килеп тыуа.
Оҙаҡламай Әмиргә армияла хеҙмәт итергә юлланыу ваҡыты етә, тик оҙатыу кисәһендә уның өҙөлөп һөйгән кешеһе – Зәлифәһе генә булмай. Оҙатырға килмәһә лә, ҡыҙ, һөйгәненә ысын күңелдән хәйерле юл теләп, имен-һау йөрөп ҡайтыуын түҙемһеҙләнеп көтөп ҡала. Бер-береһе өсөн янып-көйгән ике йөрәк ике яҡта үҙ ғазабын кисерә, кемдеңдер тәүге аҙымды яһауын көтә. Их, хәҙерге кеүек шунда уҡ аңлашырға ҡул аҫтында телефон булһа икән?! Бер өҙөлгән епте ялғай алмай, йәштәрҙең араһы һыуына.
Ике йыл ваҡыт һә тигәнсе үтеп тә китә. Сибәр ҡыҙға ғашиҡ булып, дуҫлыҡ тәҡдим итеүсе егеттәр ҙә була. Тик йөрәккә бойороп булмай, ул һаман Әмирҙе көтә!
Аңламаҫһың был егеттәрҙе. Уларға тәбиғәттән тәүәккәллек, ҡыйыулыҡ кеүек сифаттар бирелгән. Маҡсатыңа ирешәм тиһәң, ара алыҫлығына ҡарамай, әллә ниндәй кәртәләрҙе емереп сығырға була бит. Ниңә ышаныслы аҙымдар менән алға ынтылмаҫҡа?! Кеше хәлен белеп, уның өсөн яуап биреп булмай шул.
ҡәйнешенең ихлас яратыуын, Зәлифәнән башҡа берәү менән дә тормошон бәйләргә теләмәгәнлеген тойоп, еңгәһе Миңзифа Зәлифәнең әсәһенә килеп, йәштәрҙең мөхәббәт тарихын тәфсирләп бәйән итә. Ләкин әсә ризалығын бирмәй. Һаулығы ҡаҡшап, күмәк балалы ғаилә йөгөн тартыуҙы тулыһынса тиерлек Зәлифәнең иңенә йөкмәткән әсәһенең: «ҡыҙым, зинhар, минән алыҫҡа китмә инде, ауылда ҡал. Минең күҙ төбәп торған бар терәк-таянысым бит hин», – тигән үтенесен кире ҡаҡмай ул.
Ауыл клубында hәр кис йәштәрҙе дәртле гармун көйҙәренә бейеткән гармунсы егет, тыныс холоҡло, тәртибе менән башҡа егеттәрҙән айырылып торған Йәмил атлы егеттең Зәлифәне яратып йөрөүен белгәс, әсәhе, исмаhам, янымда булыр тип, шул егеткә кейәүгә сығырға фатихаhын бирә. Зәлифә өсөн йән атҡан Йәмил уның йөрәк түрендә кемдең исемен ҡәҙерләп йөрөткәнен дә белә, хатта Әмир менән күрешеп hөйләшкән сағы ла була. Шуға ҡарамаҫтан: «Минен hөйөүем икебеҙгә ғүмерлеккә етер, борсолма, сыҡ миңә кейәүгә», – тип ҡыҙҙың ҡулын hорай.
Ике мөхәббәттең бер йөрәккә hыймағанын яҡшы аңлаhа ла, Зәлифә, әсәhенең, Йәмилдең әйткән hүҙҙәрен күңеленә hала, улар ғаилә ҡороп ебәрә. Башта ирен hыуындырып ҡуйырмын тип ҡурҡhа ла, йәшәй килә өйрәнеп китә, тубырсыҡтай ҡыҙҙары тыуып, ғаиләне тулыландырып ебәрә. Тормошом инде яйланды, тигәндә генә, оҙаҡ ауырығандан hуң, әсәhе баҡыйлыҡҡа күсә. Ике донъя тулыhынса Зәлифәгә ҡарап ҡала: балаларҙың өҫ-башын, тамағын ҡарау, башҡа кәрәк-ярағын хәстәрләү, буй еткергәндәренең туй мәжлестәрен үткәреү – барыhын да Зәлифәгә ҡайғыртырға кәрәк. Ярай әле, ике ерҙә сабып йөрөгән ҡатынына ире hәр саҡ терәк булып, бер ҙә үпкә hүҙе белдермәй, туғандарына ла бер ауыҙ насар hүҙ өндәшмәй. Бәләкәстәрен үҙ тәрбиәhенә алыуға ла Йәмил ҡаршы килмәй. Ошондай ауыр саҡта Йәмилдең үҙенә ниндәй оло таяныс булыуын яҡшы аңлай Зәлифә, тик ире булараҡ, hаман ихлас йөрәктән ҡабул итә алмай ғазаплана. Барыhына ла ул кәрәк, ә йөрәге ҡап урталай өҙгөләнгән ҡатындың күңел торошон берәү ҙә аңламай шул. Бер үҙенә тауҙай өйөлгән был хәстәр-мәшәҡәттәрҙән тамам арып, ут йотоп йөрөгәндә лә, эске hағышын тышҡа сығармай, көслө рухлы булып ҡала, ҡәҙимгесә йылмайып-көлөп әүҙем тормош алып бара ул. Шартлар сиккә еткәндә лә бирешмәй кескәй генә ҡатындың оло йөрәге!
Бер мәл килеп еҙнәhе: «Балдыҙ, былай яфаланып, күңел тыныслығы тапмай йәшәгәнсе, тәүәккәлләп иреңдән айырыл да ҡуй. ҡустым әле hаман hине көтә, ике балаң менән дә алырға риза. Әгәр ниәт итhәң, 8 март көнө беҙгә кил», – ти.
Шул мәлдән Зәлифәнең күңелендә үҙ-үҙе менән көрәш башлана: тынғы тапмай дарҫлап типкән йөрәге ҡушыуы буйынса, йәшлек дәрте менән ул мөхәббәтенә талпына, киләсәк тормошон hөйөп-hөйөлөп кенә йәшәүҙә күҙаллай. Ләкин тормошҡа айыҡ аҡыл менән ҡарағанда, ул нисек итеп атайлы балаларын етем итһен? Йәмиле лә ата наҙынан мәхрүм булып етемлектә үҫкән, инде балалары ла уның яҙмышын ҡабатлаhынмы? Ә Әмир, Зәлифәне өҙөлөп яратҡан кеүек, балаларын да ҡабул итерме? Юҡ икән, мөхәббәте хаҡына уға ниҙән баш тартырға тура киләсәк?! Ана шулай, аҡыл менән йөрәк араhында бәхәс ҡороп, hорау артынан hорау яуҙыра Зәлифә үҙ-үҙенә. Шул саҡ әсәй урынына ҡалған яҡын кешеhе, оло бер инәйҙең аҡыллы кәңәше ярҙамға килә: «Эй, балам, яратышып ҡауышһаң да, тора-бара ул хис бөтә бит ул. Бары тик бер-береңә өйрәнеп кенә йәшәй башлайhың. Һин йөрәгеңдең бер мөйөшөнә «иремде яратам» тигән бәләкәс кенә орлоҡ сәс. Йөрәк бит ул hутлы ғына – тиҙҙән ул орлоҡ тамыр йәйеп, ирәйеп үҫеп китер, сәскә атыр». Тап шулай итә лә Зәлифә.
Эштән бер аҙ ял итеү форсаты тейгәс, 17 март көнө апаһына ҡунаҡҡа барып ҡайтырға була Зәлифә. Юҡ-юҡ, Әмирҙе күрергә түгел, былай ғына. Хәйер, ниндәйҙер мөғжизәгә ышанып, яҙмышын уҙып китергә теләмәй ине ул, булғанына шөкөр итә белергә кәрәк. Тимәк, маңлайына шулай яҙылған…
Кесе улы менән килеп етәләр, әммә хужалар ҡайҙалыр киткән. Бер аҙҙан апаһы менән еҙнәhе ҡайтып төшә. Зәлифәне күреп шаҡ ҡаталар ҙа, ҡапыл икәүhе лә түгелеп илап ебәрә. Бер-бер хәл булдымы икән тип, Зәлифә лә апаһын ҡосаҡлап илай. Ипләп кенә hораша башлағас, «Йә, Хоҙай, ниңә бер-ике көн алдан килмәнең. Әмиргә кәләш әйттереп ҡайтып киләбеҙ. Һине күпме көтөп-көтөп, ахыры, тәү осратҡан ҡыҙҙы алды ла ҡуйҙы», – тип hыҡтай улар. Зәлифәнең ғаиләhен тарҡатырға юл ҡуймаясағын ишеткәс, былар тыныслана.
Ял көндәре үтеп, ҡайтыр мәл дә етә. Шул саҡ, әйтерhең дә, Хоҙай тағы ла бер hынау ебәрә. Миңзифа апаһы менән Зәлифәнең станцияға юлланыуы була, кәләше менән үпкәләшеп өлгөргән Әмир ағаhына кәңәш hорарға тип килеп инә. Өйҙөң метр ярымлыҡ бейеклектәге болдоронан күренеп кенә торған станцияға төбәлеп, ағаhы:
– Бар, электричка янына сап. Әле генә еңгәң Зәлифәне оҙатырға китте. Өлгөрәhең әле, күр, hөйләш, – тиеүе була, көтөлмәгән яңылыҡтан шатлығы эсенә hыймаған Әмир быуынһыҙланып ергә сүгәләй.
Ағаhы бер-ике hелкетеп алғас, аңына килеп, Әмир станцияға табан йән-фарман атын ҡыуалай. Барып еттем тигәндә генә электричка ҡуҙғалып китә.
Тормошонан уңмай Әмир, ахыр сиктә үҙ теләге менән яҡты донъянан китеп бара. Аяҙ күктә йәшен йәшнәгәндәй була был көн Зәлифә өсөн. Оҙаҡ ҡына ҡайғырып йөрөй. Ни хәл итәhең, күрәсәге шулай булған инде. ҡатынына башта өндәшмәhә лә, Йәмил дә үҙенсә ҡайғыра.
…Төндө керпек тә ҡаҡмайынса үткәрhә лә, төшөнә бәйле яҙмышын энәhенән ебенәсә бөгөнгө күҙлектән баhалап, үҙенең хаҡ юлды hайлағанына инанып ҡыуанған Зәлифә күтәренке күңел, яҡшы кәйеф менән килеп торҙо. Сөнки эргәhендә унhыҙ тормошон күҙ алдына ла килтерә алмаған ире, әсәй тип өҙөлөп торған балалары, күҙ ҡараhылай ғәзиз ейән-ейәнсәрҙәре бар. Уларҙың ҡәҙер-хөрмәтенә төрөнөп, лайыҡлы үткән тормош юлына ғорур боролоп ҡарай алыуына hөйөнөп йәшәй бөгөн Зәлифә. Үҙенең ярҙамына мохтаж кешеләргә шатлыҡ өләшеүе, күңел hалып башҡарған эше менән кешеләрҙән көн дә рәхмәт hүҙҙәре ишетеүе менән бәхетле ул.
Эйе, яҙмыштарҙан булмай уҙмыштар. Мөхәббәт – ул, гүйә, атылған йондоҙ – бар донъяңды яҡтыртып, осҡон сәсрәтеп бер ҡабына ла, сағыу эҙҙәрен ҡалдырып, күҙҙән юғала. Ә үҙ-үҙеңә, иреңә, балаларыңа ҡарата hөйөү, ғаиләңә тоғролоҡ – мәңгелек!
Хәлиҙә БАЯЗИТОВА.
*Әхлаҡи күҙлектән сығып, геройҙарҙың исемдәре үҙгәртелде.