RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ул әле лә сафта

22.02.2013 Ул әле лә сафта

Ул әле лә сафта
Элекке хәрби табип Айҙар Йыһаншин бөгөн борайҙарҙың һаулығын ҡурсалай
Борай үҙәк район дауаханаһы табибы Айҙар Фәһим улы Йыһаншиндың исеме „Берҙәм Рәсәй” партияһы үткәргән „Яҡташтар” проекты анкетаһында райондың арҙаҡлы шәхестәре исемлегендә йыш ҡабатлана. Һәр кем менән ипле мөғәмәлә иткән, ваҡытында дөрөҫ диагноз ҡуя белгән, ауырыуҙарға үтә лә иғтибарлы терапевты олоһо ла, кесеһе лә ярата. Һайлаған һөнәренә һөйөүе һәм кешеләр һаулығы һағында тороуға яуаплы ҡарауы халыҡтың ихтирамын яуларға булышлыҡ итәлер ҙә уға. Ауыр булһа ла, кешене эше биҙҙерергә тейеш түгел. Ауыртыу-һыҙланыуынан һуңғы сиккә еткән сирле һиңә ярҙам, дауа һорап килә. Уларҙы һауыҡтырыу, яман сирҙәрҙән аралап алып ҡалыу миңә кинәнес кенә бирә, ти ул.
Айҙар Фәһим улының кисәге хәрби табип икәнен күптәр белмәйҙер ҙә, моғайын. 15 йылға яҡын ғүмерен ул ил һаҡсыларының ғүмерен һаҡлауға арнаған.
1975 йылда Борай егете Башҡорт дәүләт медицина университетының дауалау факультетына уҡырға инә. Дүртенсе курстан Куйбышев медицина институтының хәрби-медицина факультетына уҡырға күсә. Уны уңышлы тамамлағас, егетте Төркос­тан хәрби округына хәрби бурысын үтәргә ебәрәләр. Был осорҙа Афғанстанда медицина хеҙмәткәрҙәре етмәгән ваҡыт. Вузды яңы ғына тамамлап килгән йәш белгесте айырым автомобиль батальонының өлкән табибы итеп тәғәйенләйҙәр. Ут эсендә һалдаттың ғына алышыуын түгел, ауыр хәлдәге хәрбиҙәрҙең ғүмерен һаҡлап ҡалыу өсөн дә көрәш барғанын аңлай ул. Тауҙарға киткән батальондарҙы, хәрби техника ташы­ған автоколонналарҙы ла мотлаҡ табиптар оҙатып йөрөй. Кәрәк икән, үҙеңә лә һалдаттар менән бергә, ҡорал тотоп, дошманға ҡаршы сығырға тура килә. Яу яланында табипты ла минут һайын үлем һағалай, әммә бер генә яралыны ла ҡалдырып китергә тейеш түгелһең. Түҙеп торғоһоҙ эҫе климат, ялан шарттарында йәшәү, йыуынырға, эсергә һыу ҡытлығы медицина хеҙмәткәрҙәренә эште ҡатмарлаштыра ғына. Өҫтәүенә, дошмандан да бигерәк, антисанитария шарттарында гепатит, ҡорһаҡ тифы, малярия, дизентерия кеүек сирҙәр ҡотора, вакциналар етешмәй, лабораториялар булмай.
− Әммә юғалтыуҙарға юл ҡуйманыҡ. Минең үҙемә лә был сирҙәрҙе үткәрергә тура килде. Хеҙмәтемдең беренсе йылында үтә лә ауыр булды, − тип хәтерләй Айҙар Фәһим улы.
„Багрун, Термез, Кандагарга йөк ташыу­сыларҙы оҙатып, күп саҡрым үтергә тура килде. Мөжәһиттәр юлдан төшөп китеп колоннанан артта ҡалған прицеплы „КамАЗ”ды утҡа тота башлағас, имен-аман уны дошман ҡамауынан алып сыҡҡан өсөн „Батырлыҡ өсөн” миҙалына, һуңынан тағы бер батырлығым өсөн ҡыҙыл йондоҙ орденына ла тәҡдим иткәйнеләр. Ала алманым улар­ҙы. Әммә минең өсөн награда мөһим түгел. Мина, фугасҡа эләгеп шартлаған, ауыр яралы күпме һалдатты, ваҡытында тәүге ярҙам күрһәтеп, әжәл тырнағынан алып ҡалдыҡ. Уларҙың рәхмәт һүҙҙәре барлыҡ бүләктәрҙән дә өҫтөн”, – ти ул.
Һуғыш шарттарында тәүге медицина ярҙамы күрһәтеүҙе тыныс ваҡытта кешегә ярҙам итеү менән сағыштырырлыҡ та түгел. Йәш табип ике йыл Афғанда хеҙмәт итеү осоронда оло тормош мәктәбе үтә, хәрби медицина эшенең асылын танып, уның мөмкинлектәрен үҙ хеҙмәтендә татый.
Яраланған, имгәнгән ил һаҡсыларын кире сафҡа баҫтырыуҙа хәрби табиптар ғәйәт ҙур эш башҡара. „Юғалтыуҙар булмаһын өсөн беҙгә күп көс һалырға тура килә”, − ти, хәрби табиптарҙың эшен баһалап, Айҙар Фәһим улы.
1983 йылда Афғанстандан ҡайтҡас, Айҙар Йыһаншин Белоруссияға йүнәлтмә ала. Бында айырым радиотехника отрядының медицина өлкәһе начальнигы итеп тәғәйенләйҙәр. Германияла зенит-ракета полкының, дүрт йыл Украинаның Волынск өлкәһендәге айырым реактив полктың начмеды булып хеҙмәт иткәс, майор звание­һында хәрби хеҙмәтен тамамлай.
Кисәге хәрби табип Борай районының Тепляк участка дауаханаһында терапевт булып эш башлай. Хәрби мөхиттән һуң тыныс тормошта эшләп китеү яңынан эш башлап торғандай тойола. „Ябай ауыл кешеләре менән мөғәмәлә итергә өйрәндем. Бер табипҡа ла хас булмағанса, мотлаҡ дауалау талап ителгән ауырыуҙы етәкләп тигәндәй үҙәк дауаханаға үҙем алып килә торғайным”, − тип һөйләй табип, ул йылдарға ҡараш ташлап.
Борай үҙәк дауаханаһының терапевы Айҙар Фәһим улы әле лә сафта. Хәҙер инде ҡораллы Көстәр медицинаһында түгел, ауыл халҡының һаулығы именлеге һағында тора.

Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА.
Борай районы.
Юлай КӘРИМОВ фотоһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»