RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

15.02.2013 Шәхси жужалыҡ

Яҙ килә – үрсетмәләр әҙерләргә ваҡыт
Шәхси жужалыҡ
Күҙҙәребеҙ ҙә, ашҡаҙаныбыҙ ҙа өйрәнеп бөткән помидор, борос, баклажан, патиссон кеүек йәшелсәләр беҙгә бик алыҫтан һәм бик йылы илдәрҙән килгән. Шуға ла улар һалҡынды яратмай. Ә Башҡортостанда көндәр май урталарына тиклем йылынмай. Тимәк, көҙөн уңыш алыр өсөн яҙҙан үрсетмәләр үҫтереүҙән башҡа сара юҡ. Тәбиғәт йәшелсәләрҙе асыҡ ерҙә генә үҫтереү өсөн уңайлы шарттар булдырмағас, йылы климатты тәҙрә төптәрендә, парниктарҙа, теплицаларҙа булдырырға тура килә.

Күпме орлоҡ алырға?

Орлоҡ алыр өсөн магазинға юлланыр алдынан баҡсағыҙға күпмә йәшелсә-емеш ултыртырға йыйыныуығыҙҙы аныҡ планлаштырығыҙ. Орлоҡто артыҡ алыу бөтөнләй кәрәкмәй – икенсе йыл улар әллә үҫеп сыға, әллә юҡ. Аҙыраҡ та булмаһын – үрсетмә әҙерләү өсөн ҡиммәтле ваҡыттың үтеп китеүе ихтимал. Шуға ла түбәндә бер квадрат метрға нисә грамм орлоҡ кәрәклеген аныҡлаусы таблица тәҡдим итмәксебеҙ.
Баклажан – 0,08
Ташҡабаҡ – 0,4
Аҡ күсәнле кәбеҫтә – 0,04
Сәскәлө кәбеҫтә һәм брокколи – 0,05
ҡыяр – 8
Пастернак – 0,5
Патиссон – 0,4
Петрушка – 0,6
Борос – 0,1
Ирәүән – 0,3
Сельдерей – 0,2
Помидор – 0,5

Орлоҡто 15 процент тирәһенә артығыраҡ алырға кәрәклеген генә билдәләргә була, быны страховка фонды өсөн тип әйтергә кәрәк. Әлбиттә, хаҡтары ҡиммәтерәк булһа ла, орлоҡтарҙы махсус магазиндарҙан алыу яҡшыраҡ – яҙ көндәрендә ямғырҙан һуң сыҡҡан бәшмәк кеүек күбәйгән ваҡ-төйәк кибеттәрҙәге тауарҙың сифаты өсөн яуап биреүсене ҡайҙан табаһың? Тәжрибәле баҡсасылар орлоҡтарҙы үҙҙәре әҙерләй, ғәҙәттә, ә магазинға өр-яңы сорт йәки гибрид алыр өсөн генә бара.
Әйткәндәй, барлыҡ культураларҙың да сортлыларға йәки гибридтарға бүленеүен һәр баҡсасы белә. Тик бына уларҙың айырмаһын ныҡлап аңлап бөтөүселәр генә аҙ. Ә быны белеү һәр кемгә кәрәк.
Орлоҡтар өс категорияға бүленә:
Оригиналдар,
Элиталы орлоҡтар,
Репродукцион орлоҡтар.
Оригинал орлоҡтар саф сортлы тигәнде аңлата, уларҙы оригинаторҙар барлыҡҡа килтергән. Сорттың оригинаторы булып физик йәки юридик шәхес теркәлә ала.
Элиталы орлоҡтар оригинал орлоҡтарҙан сығарыла. Элитаның сифатын белер өсөн орлоҡтоң ҡабында яҙылған һүҙҙәргә иғтибар итегеҙ – элитаның заты S хәрефе һәм һан менән күрһәтелә. “S1” тип яҙылғаны “S2” тип яҙылғандан затлыраҡ. Бындай орлоҡтар ҡиммәт кенә һәм шәхси хужалыҡтарҙа ҡулланылмай тиерлек.
“Репродукцион” тип элитанан һуң килгән быуынға ҡараған орлоҡтарҙы атайҙар. Шәхси хужалыҡтарҙа, башлыса, тап ошондай орлоҡтар сәселә. Гибридтар ҙа репродукцион булып һанала, уларҙы орлоҡтарҙың ҡаптарына “F1” тип билдәләп яҙалар.
Репродукцион орлоҡтар өсөнсө категорияға ҡарай. Шулай ҙа уларҙы сифатһыҙ тип билдәләү бөтөнләй дөрөҫ түгел. Улар ҙа тейешле контролде үтә. Ләкин был орлоҡтарҙы етештереүселәргә булған талаптар аҙыраҡ. Шуға ла, бәләһенән баш-аяҡ, орлоҡтарҙы аҡсаны йәлләмәй генә махсус фирма магазиндарынан алыуҙан да ҡулайырағы юҡ, тип ҡабат-ҡабат билдәләге килә. Ни тиһәң дә, ғаиләне туйҙырырлыҡ йәшелсә менән тәьмин итеү тураһында һүҙ бара.

Сифаты төҫөнә сыға
Орлоҡтарҙың төҫөнә лә иғтибар итегеҙ – уларҙың яңылары сағыу була, иҫкеләренең төҫө тоноҡлана. Һәйбәт орлоҡтарҙың еҫе ҡырҡыу булыуы менән айырылып тора, бигерәк тә кишер, петрушка һәм әнистеке. Шулай уҡ орлоҡтар­ҙы тотҡолап та ҡарайҙар – улар дымлыраҡ, һалҡынса була. Кибеп бөткәндәрен уйлап та тормай сүп һауытына ырғы­тыр­ға кәрәк. Һәм, әлбиттә, орлоҡтарҙың ҡабына яҙылған яҙыуҙарға ныҡлы иғтибар итегеҙ – теплицағыҙ булмаған осраҡта оҙаҡ өлгөрә торған сорттарҙы алмай тороғоҙ.
Хәҙер төп һорауға яуап бирергә кәрәк: гибридтар яҡшыраҡмы, әллә сорттармы?
Әлбиттә, гибридтарҙың иғтибарға һәм ихтирамға лайыҡ яҡтары бик күп. Ләкин улар­ҙың яҡшы сифаттары йәшелсә культураларын үҫтереү технологияһын тулыһынса үтәгәндә генә күренә. Ә инде бындай сорттар күпкә әрһеҙерәк. Был осраҡта иң мөһиме – орлоҡтарҙың һеҙҙең районға, климат­ҡа тура килгәнен һайлау. Шул саҡта ғына улар һәйбәт уңыш бирәсәк, тәбиғәт көйһөҙлөктәренә лә бирешмәйәсәк. Һорауға яуап итеп шуны әйтке килә − гибридтар яҡшыраҡ, әммә уларҙың файҙаһын күреү өсөн белем һәм тырышлыҡ талап ителә.

Кәңәш
Парник йәки теплица булмаған осраҡта ла тәҙрә төбөндә генә лә һәйбәт үрсетмәләр үҫтерергә мөмкин. ҡояш яҡтыһы күберәк төшһөн өсөн яҡтылығы тәҙрә төптәрендәге үрсетмәләргә тейерлек итеп, ҡояшҡа ҡаратып көҙгө ҡуялар. Аҡ ҡағыҙ йәки ватмандан эшләнгән экрандың яҡтыһы ла артыҡ булмаҫ.

ҡасан сәсергә?

Үрсетмәләрҙе өс этапта сәсәләр.
Иртә сәсеү ваҡыты 10 февралдән 10 март­ҡа тиклем дауам итә. Был ваҡытта теплицалар өсөн борос, баклажан, помидор сәселә, иртә өлгөрөүсән аҡ күсәнле кәбеҫтә, артишок, тамырлы сельдерей орлоҡтары ла ергә төшә. Үрсетмәләрҙе, ҡояш яҡтылығынан тыш, өҫтәмә яҡтылыҡ менән дә тәьмин итергә тура киләсәк. Шулай уҡ өҫтәмә йылылыҡ та талап ителә. Уларҙы тәҙрә төптәрендә, йылытылған балкон һәм верандаларҙа үҫтерергә мөмкин.
Икенсе этап – 15 марттан 10 апрелгә тиклем. Был ваҡытта уртаса өлгөрөүсән аҡ күсәнле кәбеҫтә, помидор, борос, баклажан, ҡыяр, ташҡабаҡ, ҡарбуз, ҡауын, башлы һуған, брокколи, ҡыҙыл күсәнле, сәскәле, Пекин һәм Брюссель кәбеҫтәһе, аш сөгөлдөрө ултыртыла. Ошо осорҙа һауа йылына башлағанлыҡтан, үрсетмәләрҙе парниктар­ҙа, теплицаларҙа сәсергә була. Ундағы ерҙе тиреҫле һалам кеүек органик материалдар менән байытырға тура килә.
Һуңғы этап – 25 апрелдән 20 майға тиклем. Был ваҡытта һуң өлгөрөүсән кәбеҫтә төрҙәре, ҡыяр, ташҡабаҡ, патиссон, ирәүән орлоҡтары йылытылмаған теплицаларға, парниктарға сәселә.
Орлоҡтарҙың ҡаптарына уңыш алғанға тиклем күпме вегетация осоро үтәсәге хаҡында яҙыла-яҙылыуын. Мәҫәлән, помидор гибридтары өсөн был яҡынса 100 көн тәшкил итә. 20 июль тирәһендә помидор ашай башлайым тиһәң, үрсетмәне 110 көн тирәһе алдан сәсергә кәрәк. Сөнки орлоҡ шытҡанға тиклем һәм түтәлгә күсереп ултырт­ҡандан һуң өйрәнеп китеү осоро булғанлығын иҫәпкә алырға тура килә. Тимәк, помидор үрсетмәләрен 20 апрелдән дә ҡалмай сәсәләр.
Үрсетмәләрҙе түтәлгә күсереп ултыртыу ваҡыты ла ҙур әһәмиәткә эйә. Ашыҡмаҫҡа кәңәш итәбеҙ – уларҙы түтәлгә 10 июнь тирәһендә генә күсерергә кәрәк.

Кәңәш
Борос, помидор һәм баклажан яҡтылыҡ яратыусан. Шуға ла уларҙың үрсетмәләрен ҡояшҡа ҡараған тәҙрә төптәренә ултыртығыҙ.

Нимә сәсһәң –
шуны урырһың

Уңыштың күләме тәбиғәттең йыл дауамындағы торошона, ерҙең сифатына бәйле булһа ла, сәселгән орлоҡтоң сифаты бик ҙур әһәмиәткә эйә. Һатып алған орлоҡтар сәсергә тулыһынса әҙер тип әйтергә була. Шулай ҙа уларҙы дезинфекциялап алыу артыҡ булмаҫ. Әллә ни мәшәҡәтләнмәҫкә теләгәндәр орлоҡтарҙы марганцовка иретмәһенә булһа ла һалып тороп, йәшелсәләр­ҙе төрлө сирҙәргә дусар итеүселәрҙән ҡурсалай ала.

Кәңәш
Билдәле ғалим Джекоб Митлайдер орлоҡтарҙы дезинфекциялау өсөн ябай һәм тиҙ генә башҡарылыусы сара тәҡдим иткән: уларҙы 20 минутҡа 50 градус тирәһенә еткерелгән һыулы термосҡа һалырға. Бынан һуң орлоҡтар үтек менән бер нисә тапҡыр йөрөтөлгән эҫе һәм таҙа ҡағыҙҙа тиҙ генә киптереп алына һәм шундуҡ сәселә.
Шулай уҡ орлоҡтарҙы дезинфекциялау өсөн өс көн һыуытҡыста тотолған алоэ һутын ҡулланырға була. Был һутта уларҙы бер көн самаһы тоталар.
Әммә дезинфекцияланған орлоҡтарҙы таҙартылмағандары эргәһенә ҡуйырға ярамай. Иң яҡшыһы – уларҙы шундуҡ сәсеү.
Үрсетмәләргә һыу һибеү кеүек мөһим мәсьәләгә лә туҡталып үтәйек. Бында ла сама кәрәк. Һыуҙы артыҡ һибеү үрсетмәләр­ҙең буйға үҫеүенә килтерә, шунлыҡтан уларҙы күсереп ултыртыу ауырға төшә. Шулай уҡ тупраҡты гел дымлы тотоу ҙа проблема тыуҙыра. Бигерәк тә үрсетмәләрҙе түтәлгә күсереп ултыртҡандан һуң хәл ҡатмарлаша.
Һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда йыш ҡына ҡоролоҡ булыуын онотмайыҡ. Ҙурайған үрсетмәләргә гел генә күпләп һыу һибеү мөмкин түгел, быға ваҡыт та, мөмкинлектәр ҙә юҡ. Тимәк, һыуҙы кәрәгенсә, тупраҡтың ҡорой башлауы һиҙелгәс кенә һибәләр. Тамыры ныҡ булған ҡеүәтле үрсетмәләргә һирәк, әммә күп итеп һыу ҡоялар. Артыҡ дымлы тупраҡта тамырҙарҙың сереүен һәм төрлө сирҙәр аҙыуын онотмайыҡ.
Ә инде һыуҙың иң шәбе – ямғыр йә ҡар һыуы. Сөнки ул йомшаҡ. Әйткәндәй ҡар йәки боҙҙо махсус йылытырға, батарея-фәлән янына ҡуйырға ярамай – ул әкрен генә үҙе ирергә тейеш.

Кәңәш
Үрсетмәләргә дым етерлек булһын өсөн батареяға йәки башҡа йылыт­ҡысҡа еүеш серәк ҡуйыу һәйбәт.

Үрсетмәләр үҫеүсе тупраҡ дымға ғына түгел, төрлө микроэлементтарға ла мохтаж. Тик шуны белһәк ине – микроэлементтар­ҙың етмәүе тупраҡтың артыҡ ашланған булыуына ҡарағанда күпкә һәйбәтерәк. Шуға ла микроэлементтар менән артыҡ мауыҡмағыҙ – улар үҫемлектәргә мотлаҡ кәрәк, ләкин бик-бик аҙ дозала ғына.
Буталмаҫ өсөн үрсетмәләргә ниндәй микроэлемент етешеп, нимә етмәүен тышҡы билдәләренә ҡарап асыҡларға өйрәнәйек.
Тупраҡҡа азот етмәүе япраҡтарҙың аҡ­һыл­ланыуы, вағайыуы менән билдәләнә. Шулай уҡ улар аҡрын үҫә башлай.
Азот артыҡ булһа, япраҡтар ҡуйы йәшел төҫкә инә, артыҡ әүҙем үҫеүенә килтерә.
Калий етмәүе арҡаһында үрсетмәләр­ҙең япраҡтары ситтән һарғая башлай, бөгәрләнә. Тора-бара улар янған кеүек була.
Фосфор етмәһә, япраҡтар ҡыҙғылт-кө­рән төҫкә инә. Улар ҡороған осраҡта һарғаймай, ә ҡарая.
Магний етмәһә, япраҡтарҙа аҡһыл йә­шел таптар барлыҡҡа килә.
Кальций етмәһә, үҫемлектәрҙең та­мырҙа­ры зыян күрә, йомшара, быжый.
Бор етмәүе арҡаһында үҫемлек­тәр­ҙең сәскәләре ҡойола, һабаҡтары ҡорой.


ТҮТӘЛДӘР
Шәхси жужалыҡ
Баҡсасылар өсөн әҙерләнгән махсус сығарылышыбыҙ ярҙамында ҡеүәтле, сифатлы үрсетмәләр үҫтеререүгә өлгәшкән­һегеҙҙер, тип ышанғы килә. Үрсетмәләр өсөн икенсе һулыш алыу ваҡыты – асыҡ түтәлдәргә күсеү. Уларҙың яңы шарттарға әҙер булыу-булмауын япраҡтары һанына ҡарап билдәләйҙәр. ҡыяр, ташҡабаҡ һәм патиссон – 3 – 4, помидор 8 – 11 тирәһе япраҡ ебәрергә тейеш. Шулай уҡ помидор­ҙың беренсе сәскә бөрөһө күренә башлауы ла шарт. Татлы борос, баклажандың япраҡтары – 8 – 12, кәбеҫтәнеке 5 – 6 булырға тейеш.
Ерҙең дә өлгөрөүе шарт. Уның ни тиклем йылыныуын ябай термометр менән билдәләргә мөмкин. Шулай уҡ тупраҡты усҡа алып ҡарарға була: усты асҡандан һуң эре киҫәктәргә бүленә икән, ултыртырға ярай. Тупраҡ йылынған, үрсетмәләр ҡеүәтләнгән булһа, һәйбәт уңышҡа нигеҙ һалынды, тигән һүҙ.
Күсерер алдынан үрсетмәләргә мул итеп һыу һибергә кәрәк, был тупраҡ таралмаһын өсөн эшләнә. Тупраҡ таралмаһа, үҫентеләр күсергән ваҡытта стресс кисермәй. Түтәл дә алдан ныҡлап әҙерләнә – уны йомшарталар, күп итеп һыу ҡоялар.
Үрсетмәләрҙе күсерергә ике көн ҡалғас һыу һибеүҙән туҡтайҙар, был үҫемлектең һабаҡтары, тамыры бер аҙ ҡороһон өсөн эшләнә. Ә инде тап күсерер алдынан ғына күпләп һыу ҡойоп алырға кәрәклеге тураһында яҙғайныҡ. Иғтибарлы булығыҙ – үрсетмәнең бер генә япрағы ла имгәнмәһен. Бер имен булмаған япраҡ ғүмер буйы сирләй һәм үҫентенең туҡланыу матдәләрен юҡҡа ғына сарыф итә.
Кәңәш
Үрсетмәне таң менән йәки кисен күсерәләр. Был уларға тура ҡояш нурҙары эләкмәһен өсөн эшләнә. Шулай уҡ болотло көндәр ҙә үрсетмәне күсереү өсөн бик шәп. Ләкин быныһы инде беҙ көйләрлек мәсьәлә түгел.
Һауытынан алынған үрсетмәне шундуҡ ултыртырға кәрәк. һауыттарҙан алып теҙеп ҡуйыу һәм яйлап ҡына ултыртыу ныҡ насар, сөнки улар яңы климатҡа өйрәнә алмай яфаланасаҡ.
Әгәр үрсетмәләр баҙарҙа һатып алынған һәм уларҙың тамырҙары күренеп тора икән, ултыртыр алдынан ныҡлап һыуларға онотмағыҙ.

Ә хәҙер беҙҙә киң таралған йәшелсә культураларына
айырым туҡталып үтәйек

Помидор
Помидорҙы үрсетмәһеҙ үҫтереү мөмкин түгел. Уның вегетация ваҡыты оҙаҡҡа һуҙыла, беҙҙең йәйҙә уңыш бирергә өлгөрмәй ҡала. ҡағиҙә булараҡ, күптәр помидорҙы күпләп ултырта. Шуға ла тәүҙә орлоҡтарҙы ҙур киң һауытҡа сәсәләр, үҫкәсерәк айырым-айырым бәләкәсерәктәргә күсерәләр. Орлоҡтарҙы 1 сантиметр тирәһе тәрәнлеккә сәскәндән һуң тупраҡты һәйбәтләп дымландырып, ҡапҡас йәки пленка менән ҡаплап ҡуялар. Улар шыта башлау менән ҡапҡасты асырға кәрәк. Әгәр помидор оҙонлоҡҡа ныҡ тартыла икән, уның сәсмәлектәрен ҡырҡып алалар. Быны үрсетмәнең ҡеүәтле япраҡтары күренә башлағас ҡына эшләргә була.
Помидор – ашарға яратыусы үҫемлек. Шуға ла уны үҫтергәндә комплекслы ашламалар ҡулланыу артыҡ булмаҫ. Тупраҡты ашлағанда ул дымлы булырға тейеш.

ҡыяр
ҡыяр үрсетмәләрен бер үк күләмдә алын­ған тиреҫ, ҡара тупраҡ һәм ағас онтағында үҫтереү һәйбәт. Теплица өсөн үрсетмәне бер ай алдан, парник өсөн – 25 көн, түтәлдәргә күсерер өсөн 15 – 20 көн ҡалғас сәсәләр.

Кәңәш
Нәҙек кенә һәм оҙон (0,5 сантиметр һәм унан да артығыраҡ булған) ҡыяр орлоҡтарын ташларға кәрәк. Уларҙан йүнле уңыш алырмын тимә, үҫенте сирле һәм мөсһөҙ генә буласаҡ.
ҡыяр дымлы һауаны ныҡ ярата. Шуға ла уның үрсетмәләре янында биҙрә менән һыу тотоу ярҙамға килер. Уға һыуҙы ла йыш ҡына һибәләр, әлбиттә, артыҡ булып стакандар төбөндә йыйылып тормаһын. Һыуҙың йылымысы ғына ярай.
ҡыяр үрсетмәһе тупрағын ашлау өсөн тауыҡ тиреҫен һыуға бутап һибәләр. Үрсетмәләрҙе ашлағанда тупраҡтың дымлы булыуы шарт.
ҡыяр үрсетмәһен асыҡ тупраҡҡа күсерер алдынан сыныҡтырыу мотлаҡ. Бының өсөн тәүҙә аҙ ғына ваҡыт­ҡа форточканы асып торорға, мөмкинлек булһа, йылытылмаған балконға сығарырға кәрәк. Тик иғтибарлы булығыҙ – тәүге өс көндә үҫентеләргә тура ҡояш нуры төшмәһен. Һуңынан ҡояшҡа сығарып ҡуйырға ла була.
Үрсетмәнең сифатын күрһәтеүсе билдәләр – ҡуйыл йәшел төҫтәге япраҡтар, улар ҡыҫҡа ғына һәм ергә һылашыбыраҡ тора. Тамырҙарының аҡ һәм күп булыуы ла – сифат билдәһе. Асыҡ тупраҡҡа күсерер алдынан ҡыяр үрсетмәләренең ныҡлы ғына 2 – 3 япрағы булырға тейеш.

Кәбеҫтә
Кәбеҫтәнең бөтә төрҙәре өсөн дә үрсетмәләр әҙерләү бер үк төрлө башҡарыла. Шуға ла уларҙың һәр береһенә айырым туҡталып үтеүҙең кәрәге юҡ.
Кәбеҫтә орлоҡтары яҡшы магазиндан алынған, йә яҡшы итеп үҙегеҙҙә һаҡланған икән, сәсер алдынан әллә ни мәшәҡәтләнеү талап ителмәй, 50 градус эҫелектәге һыуҙа 20 минут самаһы тотоп тороу ҙа етә. Был процедура кәбеҫтәне төрлө сирҙәргә бирешмәҫкә өйрәтә.
Кәбеҫтә үҫентеһе тупрағының тиреҫле булыуы бик яҡшы. Шулай уҡ уға көл өҫтәргә лә кәрәк. Был тупраҡты микроэлементтарға байытасаҡ һәм төрлө сирҙәрҙән дә һаҡлаясаҡ. Орлоҡтар, араһында 3 сантиметр ҡалдырылып, 0,5 – 0,7 сантиметр тәрәнлектә сәселә. Кәбеҫтә шытып сыҡҡансы тупраҡты ҡаплап торалар. Үрсетмәләрҙе иң яҡты урынға ҡуялар.
Кәбеҫтә үрсетмәләренең сифаты яҡтылыҡтың етеү-етмәүенә ныҡ бәйләнгән. ҡеүәтле үрсетмәләр алыр өсөн лампалар ҡулланырға тура киләсәк.
Кәбеҫтә асыҡ тупраҡта һыуҙы ат кеүек күп эсһә лә, үрсетмәләре һыуға артыҡ мохтаж түгел.
Үрсетмәләрҙе күсереп ултыртыр алдынан мотлаҡ рәүештә сыныҡтыралар. Бының өсөн көндөҙ форточкаларҙы асып тороу ярҙам итә.

Борос

Боростоң вегетация осоро бик оҙаҡҡа һуҙыла, 140 көн булыуы ла ихтимал. Ә беҙҙең йәй ҡасан башланып, ҡасан бөткәнен үҙегеҙ беләһегеҙ. Борос йылыны ярата. Тупраҡҡа йылға ҡомон ҡушыу яҡшы. Сәсер өсөн айырым һауыттар кәрәк.
Боросто үҫтереү технологияһы помидор­ҙыҡы менән оҡшаш. Уның орлоҡтарын сәсер алдынан 1 литр һыуға 1 грамм марганцовка һалынған иретмәлә зарарһыҙландырып алалар. Был иретмә өсөн ямғыр йәки ҡар, шишмә һыуын ҡулланыу дөрөҫөрәк булыр. Сөнки башҡа һыуҙа хлор булғанлығы билдәле.

Иғтибар
Борос – бик иркә йәшелсә. Уға бер нәмә генә оҡшамаһа ла, үҫеүҙән туҡтай ҙа ҡуя. Был йәшелсәне үҫеүҙән туҡтат­ҡан иң насар нәмә – тупраҡтың етерлек кимәлдә йылынмауы. Шуға ла тикшереп тороғоҙ – тупраҡтың температураһы 13 градустан да түбән булһа, борос үҫеүҙән шыпа туҡтаясаҡ.
Үрсетмәләрҙең оҙонлоғо 16 – 20 сантиметрға еткән, 8 – 10 япрағы булған осраҡта борос асыҡ һауала үҫергә әҙер тигәнде аңлата. Уны, ҡағиҙә булараҡ, май аҙағы – июнь башында күсереп ултырталар, ул ваҡытта ҡырау төшөүҙән туҡтай тиерлек. Үрсетмәләрҙе тәрәнгә генә, беренсе япраҡтарына тиклем ултырталар.

Баклажан

Беҙҙә популяр булған йәшелсәләр араһында баклажан кеүек үк йылыны һәм яҡтылыҡты яратҡандарҙы таба алмаҫһың. Бынан тыш, ул аҡрын үҫеүе менән дә айырылып тора, иң шәп өлгөрөүсе сорттар ҙа уңышты 100 көн үтмәйенсә бирмәй тиерлек. Шуға ла үрсетмәләрҙе март баштарынан да ҡалмай сәсәләр. Был культураның орлоҡтары ла марганцовка иретмәһендә 20 минут тирәһе зарарһыҙландырыла.
Орлоҡтарҙы һирәк сәсәләр. Үрсет­мәләргә һыу һибеү ҙә айырым иғтибар талап итә. Был мөһим эш өсөн иртәнге ваҡытты һайларға кәрәк. Ул артыҡ дымды ла, һыу наҡыҫлығын да ауыр кисерә. Шуға ла һыу һибер алдынан тупраҡтың дымын ҡул менән тикшерергә кәрәк. Бынан тыш, баклажан һауаның бысраныуын да яратмай. Шунлыҡтан, үрсетмәләрҙе ҡаплап тороп, бүлмәне йыш ҡына елләтеп торорға тура килә.
Тупраҡты ашлап алыу ҙа талап ителә. Бының өсөн тауыҡ йәки һыйыр тиреҫе ярай, уны һыуға һалып бутап һибәләр. Ләкин арттырып ебәрмәгеҙ, һәр нәмәлә сама кәрәк.
Баклажанды баҡсаға күсерер алдынан сыныҡтырып алырға онотмағыҙ. Бының өсөн үрсетмәләргә һыуҙы һирәгерәк һибәләр, бүлмәне йыш елләтәләр. Асыҡ урынға күсерерлек баклажан үҫентеһенең оҙонлоғо – 20 – 25 сантиметр, 6 – 7 ҡара йәшел япрағы, ҡеүәтле тамыры була. Яҡынса алғанда, үрсетмәләрҙе йылы урында 50 көн тирәһе тоталар.

ҡауын

Был татлы аҙыҡты хәҙер Башҡортостанда ла күпләп үҫтерә башланылар. Әлбиттә, ул беҙҙә йылы яҡтағы кеүек үк уңыш бирмәй-биреүен, ләкин күптәрҙе йәлеп итә.
ҡауын да үрсетмәләр ярҙамында үҫтерелә. Уны үҫтереү ауыр мәсьәлә тип әйтеп булмай. Ләкин был эштең дә үҙенсәлектәре бар. ҡауын дымды яратмай, шуға ла уға һыу аҙ һибелә. Беҙҙә тик тиҙ өлгөрөүсән ҡауын сорттарын һәм гибридтарын ғына үҫтереп була, башҡалары өсөн ваҡыт етмәйәсәк. Атап әйткәндә, Золушка, Мечта, Алтайская, Самарская, Янтарная, Лимонно-желтая сорттары, Розовое шампанское, Гермиус, Кримстар, Подарок северу кеүек гибридтар Башҡортостанда үҫергә яраҡлы. Әйткәндәй, ҡауындың яңы сорттарын сығарыу буйынса селекция эше бер ваҡытта ла туҡтамаған һәм әле лә дауам итә.
Иртә өлгөрөүсе ҡауын эре булмай, әллә ни күп тә түгел. Оҙаҡ һаҡланмайҙар ҙа, етмәһә. Улар йәй көнө генә ашарлыҡ татлыҡас. Ләкин йәйге кистәрҙә үҙең үҫтергән ҡауын менән һыйланыу үҙе бер оло шатлыҡ бит.
ҡауындың орлоҡтарын сыныҡтырыу мотлаҡ. Бының өсөн уларҙы ҡарҙа йәки иреңкерәп торған боҙҙа 10 сәғәт самаһы тоталар. Беҙҙә был үрсетмәләрҙе июнь урталарында парниктарға күсерергә була.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»