RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Етем баланы ниндәй ғаилә алырға хоҡуҡлы?

01.02.2013 Етем баланы ниндәй ғаилә алырға хоҡуҡлы?

Уллыҡҡа алыу тураһындағы мәҡәләгә тулылыҡ индерергә була, гәзит уҡыусыларҙың фекерен дә белешергә булдыҡ. Уларҙың әйткәндәренең күбеһе хатта үтә ҡәтғи ҙә яңғыраны. Бер тауыштан тиерлек, етем балаларҙы ни етте шундай ғаиләгә биреп, аҙаҡтан ҙурыраҡ фажиғәләр булмағайы, тип борсолоу­ҙарын белдерҙеләр.
Ысынлап та, етем баланы кемдәргә тәрбиәгә бирергә мөмкин һуң? Бала таба алмағандарғамы, алыҫ булһа ла туғандарынамы, әллә күпләп бала үҫтереп, улары ҙурайып ситкә киткән парҙарғамы?

Ғәлиә НУРЕТДИНОВА, юғары белемле психолог, Өфө ҡалаһы:
− Бала ғаиләлә үҫергә тейеш, тигәнде бөгөн йыш ишетәбеҙ. Әммә беҙҙең йәмғиәттә барыһы ла әйткәнсә килеп сыҡмай шул. Балалар йорттары, приюттар һаны күҙгә күренеп артты. Был – замандың бер күренеше. Элек улар, ни сәбәптәндер, бик әҙ булған да, тормош яҡшырған һайын күбәйәләр генә. Ниңә? Ошо һорау өҫтөндә лә эшләргә кәрәк етәкселеккә. Етем баланы уллыҡҡа алыу талаптарын йомшартыуға килгәндә, ҡаршымын. Нисек инде бәләкәй бер кешене сирлеләргә (ғаиләлә берәү саҡ ҡына ауырып китһә лә, бөтәһе борсола башлай), йә төрмәлә ултырып сығыусыға бирәһең? Әгәр бала бындай төркөмгә ҡарағандарҙың яҡын туғаны булһа, ярай­ҙыр. Бөгөн уллыҡҡа алынғандарҙың нисек йәшәүен кем аныҡ ҡына көн һайын тикшереп, уның хәлен белә?

Ришат КӘРИМОВ, өлкән йәштә, Өфө ҡалаһы:
− Минең уйымса, етем баланы туғандары алып аҫрарға тейеш. Туған туғанды ташламай. Пенсия йәшенә яҡынлашып килһәләр ҙә баланы уларға бирергә мөмкин, аҙаҡ, бөтөнләй ҡартайғас, үҙ балаларынан тыш (ата-әсәһе олоғайыуға улар­ҙың да йәше бара, йә ғаиләләре ишәйеп китә), аҫрау балалары ла үҙҙәрен ҡарар ине. Ә депутаттарҙың өҫтән-мөҫтән ҡабул иткән ҡарарҙарына иғтибар ҙа итмәйем.

Гөлниса БАЙРАМҒӘЛИНА, йәмәғәт ойошмаһы активисы:
− Етем балаларҙы ғаиләгә урынлаштырыуға иғтибар һуңғы ваҡытта артты. Патронат тип тә әйтәләр бит. Мин белгән тәрбиәгә алыусы ғаиләләр төрлөсә. Берәүҙәре балаһыҙ ине, хәҙер бер етем баланы бик сабый саҡтан алып үҫтерәләр. Үҙҙәренеке кеүек итеп. Әгәр ысынлап та бала кәрәк икән, кеше уны бәләкәйҙән алһын, шулай уның (уллыҡҡа йә ҡыҙлыҡҡа алыусының) ихласлығын белеп була, сөнки сабыйҙы үҫтереү атлап-һөйләшеп йөрөгәнде үҫтереүгә ҡарағанда ҡыйыныраҡ. Икенсе бер ғаилә бар. Үҙҙәренең өс балаһы өҫтөнә тағы икәүҙе алдылар ҙа, әле ныҡ ҡына эшләтәләр, биш бала үҙ-ара татыулаша алмай.
Бик етди тема инде, оҙаҡ ултырып баш ватырлыҡ… Ә сирлеләргә йә хөкөм ителеүселәргә бала биреү яуапһыҙлыҡтыр ул.

Римма НИКОЛАЕВА, күп балалы яңғыҙ әсә:
− Беҙҙәге етем балаларҙы сит ил кешеләре уллыҡҡа алыуы тураһында һуңғы осорҙа күп һөйләй башланылар. Биләүҙәге бала, ярай, әле һөйләшмәй ҙә, аңлау һәләте лә үҫешмәгәнерәк тигән кеүек, ситтәргә тиҙ өйрәнәсәк. Ә бына атлап-һөйләшеп йөрөүсе балаларҙың күңелендә ниҙәр булыуын, ниҙәр кисереүен кем белә? Етем баланы аласаҡ ғаиләне махсус органдар йылдар буйы тикшерергә, ысынлап та, бала аҫрарға лайыҡлы кешеләр тип табырға тейеш. Юғиһә, аҡсаға алданып, теләһә кемдәр ала ла, бала, бахыр, йүнле тәрбиә лә күрмәй. Ни етте кешеләргә биреү кәрәкмәҫ ине һәм уллыҡҡа алыусыға ниңә аҡса түләргә? Әгәр кеше етемәкте ата-әсәле иткеһе килһә, былай ғына, аҡсаһыҙ ғына алһын.
Минең өсөн был тема бик ауыр – үҙем бала үҫтереүҙең бөтә михнәттәрен беләм…

А. ИШЕМҒОЛОВА яҙып алды.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»