29.01.2013 Тракторсы Файза
Файза инәй Юламанованың йортона барғанда, ул донъяның бөтмәҫ мәшәҡәттәре менән булышып йөрөй ине. Эйе, 90 йәшлек инәйҙең теттереп йәшәүе күптәргә өлгө булырлыҡ. Әйткәндәй, был осрашыуға тиклем үк мин уны көслө характерлы, бер ниндәй ҙә ҡаршылыҡ алдында баш эймәҫ ҡатын-ҡыҙ тип күҙ алдына килтерә инем.
Ниндәй уй менән килгәнемде белгәс, ул бер аҙға баҙап ҡалды. “ҡуй, балам, улай маҡтанып йөрөмәгәс... Шул йылдарҙа тыуғандарҙың иңенә төшкән тормош ауырлыҡтары тос булғас, ни хәл итмәк кәрәк? Беҙ бит һуғыш йылдары балалары, ил күргәнде беҙ ҙә күрҙек”, – тип кенә ҡуйҙы. Шулай ҙа аяуһыҙ йылдар хәтирәләре менән уртаҡлашырға булды.
Файза инәйҙең сәскәләй сағын ҡәһәрле сәйәси золом һәм һуғыш йылдары урлай. Дүрт синыф белем алғас, артабан уҡыу мөмкинлеге теймәй. 1936 йылдың ноябрендә, нахаҡҡа бәлә яғып, атаһын ҡулға алалар. “Һуғым һуйып йөрөгән мәлдә өс НКВД кешеһе килде лә атайҙы алып китте. Бының сәбәбен әле лә аңлай алмайым. Беҙҙе, өс баланы, әсәйемде ҡыуып сығарып, өйҙөң аҫтын-өҫкә килтерҙеләр, хатта урындыҡ таҡталарын алып тороп нимәлер эҙләнеләр. Атайым ун йылдан ғына кире әйләнеп ҡайтты... Элек шуҡ, һәр нәмәнән ҡыҙыҡ табып йәшәгән атайымды алмаштырғандармы ни? Берәү менән дә һөйләшмәй, үҙ-үҙенә йомолдо”, – тип хәтерләй инәй.
Атаһы ҡулға алынғас, ғаиләнең ауыр тормошо башлана. Өс баланы ла, “кулак балаһы” тип, уҡырға алмайҙар. 13 йәшлек Файза колхозға эшкә сыға. 1941 йылда уны тракторсылар курсына ебәрәләр. Унда өс ай самаһы уҡып ҡайтҡас, “Фрунзе” колхозында (Һәмән ауылы) тракторсы алмашсыһы булып эшләй башлай. Шул мәлдәр тураһында ентекләп һораша башлағас, инәй уфтанып ҡуйҙы: “Өҫтә бер ҡат кейем, аяҡта сабата, тамаҡҡа йүнле аш та эләкмәй. Трактор, ҡатын-ҡыҙ ҡулын һиҙгәндәй, “тыпырсынып” маташа, йыш боҙола...” Файза инәйгә үҙенең “тимер ат”ында ун йылдан ашыу эшләргә тура килә.
Бөтәһен дә ҡан илатҡан һуғыштың бөтөүе тураһындағы хәбәрҙе ул баҫыуҙа, ҡыҙыу эш ваҡытында ишетә. “ҡыуаныслы яңылыҡ тураһында ишеткәс, ергә төшмәйем әле. Сөнки шул көндө сәсеүҙе тамамларға тейеш инек. Һуңғы ике ыҙанды сыҡҡас, аяҡтарым ергә лә теймәйенсә, ауылға йүгереп ҡайттым. Ундағы шау-шыу, шатлыҡ ауазы әле лә күҙ алдымда”, – ти хеҙмәт ветераны.
Донъялар тынысланғас та тормош иптәше, балалары менән имен-аман йәшәп китергә ине лә... Юҡ шул, яҙмыш һаман үҙенең рәхимһеҙ һынауҙарын ҡуя. Бер улы ун туғыҙ йәшендә генә яҡты донъя менән хушлаша. Егерме бер йыл иңгә-иң терәп йәшәгән тормош иптәше лә ҡыҙыу бесән мәлендә фажиғәгә тарый. Файза инәй ете бала менән тол ҡала. Балаларын ел-ямғырҙан ҡурсалап, аяҡҡа баҫтыра. Хәстәрлекле әсә ҡулында ҡанат нығытҡан ул-ҡыҙҙары тормошта үҙ урынын тапҡан.
Файза инәй “тимер ат”ын иртәрәк ташлағанға бер аҙ үкенеп тә ҡуя. “Тағы ла эшләргә кәрәк булған, һуғыштан һуң сыҡҡан тракторҙар минең өсөн уйынсыҡ кеүек кенә. Урам буйлап елеп үткән тракторҙарҙы ҡарашым менән оҙатып ҡалам, эстән генә һәр детален күҙ алдына килтереп, барлап сығам”, – ти ул.
Эйе, оло быуын вәкилдәре өлөшөнә нужа күп тейгән. Файза инәйҙең алдағы көндәре тик ҡыуанысҡа, бәхетле мәлдәргә бай булһын.
Райхана БУЛАТОВА.
Баймаҡ районы,
Таһир ауылы.