RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Мөхәббәтле ғаилә

29.01.2013 Мөхәббәтле ғаилә

Мөхәббәтле ғаилә
Мәскәү ҡыҙы Оля менән Учалы егете Ирек, бер-береһен ысын күңелдән яратҡандар һөйөүен ҡәҙерләп һаҡлай, ти
Вәсилә әбейҙең ташсыға уҡыған берҙән-бер ҡыҙы Мәрйәм йәш сағында Мәскәүгә барып төпләнере хаҡында башына ла индермәй. Мәскәү ҡайҙа ла, Учалы районының Озерный ауылы ҡайҙа?! Әммә ике туған апаһы Рита, баш ҡалала объекттар күп төҙөлә, төҙөүселәргә ҡытлыҡ ҙур, тип йәш ҡыҙҙы үҙе менән бергә алып сығып китә. Шул уҡ ваҡытта тиерлек Тамбов өлкәһенең Жидиловка ауылынан Александр исемле монтажсы егет тә Мәскәүгә юллана. Юлдары, башҡаса айырылмаҫ өсөн, баш ҡалала киҫешә – йәштәр өйләнешә. Мәрйәм апай 1974 йылда ҡыҙ бала таба. Аҡ йөҙлө, йәшел күҙле ҡыҙыҡайға Оля тип исем ҡушалар. Йәш әсәгә тиҙҙән эшкә сығырға тура килә, һәм туғыҙ айлыҡ Оляны Башҡортостанға килтереп, өләсәһендә ҡалдырырға мәжбүр булалар. Вәсилә әбей гөлдәй ейәнсәрен наҙ, һөйөү, иғтибар менән уратып ала.
– Гел дә өләсәйем менән йөрөгәс, башҡортса телем сыҡты, – тип көлә Оля. – Мәктәпкәсә тик баш­ҡортса ғына һөйләштем. Русса йүнләп аңламай ҙа торғайным. Ә һуңынан, уҡый башлағас, үкенескә күрә, телде оноттом. Бөтөнләйгә үк түгел, әлбиттә, аңлайым, тик һөйләшә башлаһам, Ирек көлә – акцент көслө.
Ирек – Оляның ире. Ул күрше Оҙонгүл ауылы егете. Кәрим Әхмәдйән улы менән Фатиха Сәхәүетдин ҡыҙы Ғариповтарҙың ҙур ғаиләһендә үҫкән Ирек армиянан һуң Тындала ҡалып, шунда төҙөлөштә эшләй. Йәй отпускыға ҡайтҡанында Озерныйға клубҡа килә, шунда сәхнәлә бейеп йөрөгән Оляны күреп ҡала ла, ғашиҡ була.
– Тәүҙә аптырап киттем, башҡаларға оҡшамаған ғәжәп һылыу ҡыҙҙы ауыл клубында осратырмын тип уйламағайным, – ти Ирек. – Күрҙем дә, эстән генә, ул – минеке, тинем. Шунан янына барып, шаяр­тып һүҙ ҡуштым, ул юғалып ҡалмай, сатнатып яуап бирҙе һәм...
– ... Һәм ул мине романтик сәйәхәткә – тау башына йөрөп килергә саҡырҙы, – Оля иренә яғымлы йылмая. – Унда йәштәр усаҡ яҡҡайны.
– Һылыу ҡыҙҙар күп осрай бит ул, әммә улар менән бер аҙ аралаш­ҡандан һуң матурлыҡтары төҫһөҙләнә, ғәҙәти кеше булып күренә башлайҙар. Ә Оля аралашыуҙа шундай ябай, шаян, асыҡ ҡыҙ булып сыҡты, уға ғашиҡ булмау мөмкин түгел ине. Уны яҡыныраҡ белгән һайын көндән-көн һөйөүем көсәй­ҙе. Хатта уның өсөн әллә ниндәй батырлыҡтар ҡылғым килде.
– Әйткәндәй, ул мине, ысынлап та, үҙенең ҡыйыулығы менән һоҡландырғайны! – Оля танау осона ҡундырған күҙлеген рәтләп ҡуя. – Ирек мине оҙатҡанда Мартын күлендәге лилиәләр тураһында һөйләгәйнем, икенсе көнө өйгә өс лилиә тотоп килеп тә инде! Быны һис тә көтмәгәйнем, шуға ла бик ҡыуандым!
– У-у, ул сәскәләрҙе һыуҙан алып сыҡҡансы эт булдым, – Ирек, йәш, дыуамал сағын иҫләп, ауыҙ йыра. – Оляның бәләкәс балалар кеүек һөйөнгәненә үҙем дә шатланғайным шул.
– Оля, нисек һин ауыл егетенә кейәүгә сығырға йөрьәт иттең ул? – Был һорау мине күптән ҡыҙыҡһындыра. – Миңә ҡалһа, ауыл кешеләре ауылдыҡы менән, ҡаланыҡылар ҡаланыҡы менән өйләнешергә тейеш кеүек. Шул саҡта аңлашылмаусанлыҡтар ҙа аҙыраҡ булыр һымаҡ.
– Бер ваҡытта ла Мәскәү егеттәре тураһында етди уйлағаным булманы. Ғөмүмән, Иректе осратҡанға тиклем кейәүгә сығыу уйы башҡа ла инмәне, ә уны осратҡайным, кейәүгә сыҡҡанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым.
Баш ҡалала йәшәһәк тә, уйыбыҙ менән йыш ҡына ошонда беҙ, ауылда. Мәс­кәүҙә һин йәшәгән дә һымаҡ түгелһең, әйтерһең дә, тормош яныңдан елеп үтә. Ә ауылға ҡайтһаң, ваҡыт та яйыраҡ уҙа, тормош та ябайыраҡ, гүзәлерәк күренә. Беҙ ошонда килеп, энергия туплап ҡайтабыҙ. Айырыуса Ирек тыуған еренән рәхәтлек ала, үҙен иркенерәк тота.
Иректең һүҙе буйынса, ауылға ҡайтыу оло байрам булһа, Мәс­кәү­гә ҡайтыр юлға сығыу – һынау. Оля ла илап ҡайта, Вәсилә әбей ҙә күҙ йәштәрен тыя алмай. Шунан һуң, улар ҡайтҡас, өй буп-буш булып ҡалды, тигән ауылдашым, оло йәштәмен, туғыҙынсы тиҫтәне ҡыуам, тип тормай, елдертеп, Мәскәүгә, балалары янына барып әйләнә. Әйткәндәй, Оля менән Ирек Ғариповтарҙың өлкән ҡыҙҙары Динә лә ауыл тормошон ярата. Ул да, әсәһе кеүек, бәләкәйҙән Вәсилә өләсәһе тәрбиәһендә үҫкән. Һалым академияһында юғары белем алған һылыуҡай өләсәһенән күрмәксе доғалар уҡый.
– Йоҡларға ятҡас, Динә минең тын алғанды тыңлап ята-ята ла, өләсәй, әллә доға уҡымай яттың инде, тип һорай, – Вәсилә әбей өсөн бүләсәре бик-бик ҡәҙерле, тауышы шунда уҡ йомшара. – Уҡыйым, балам, уҡыйым, тип көйләй башлаһам, ул да ҡушылып китә. Доға уҡыһаң, күңел тыныслана, ауыр уйҙарҙан арынаһың, ҡурҡыуҙар ҡул менән һыпырып алғандай юҡҡа сыға, ти ейәнсәрем.
Ун туғыҙы тулған Динәгә ҡарап, ямғырҙан һуң бәшмәк кеүек үҫте лә китте, күрмәй ҙә ҡалдыҡ, тип бо­шон­ған ата-әсә яңыраҡ ҡына тағы бәпес һөйөү бәхетен татыны – Ли­лиә исемле бәпәйҙәре бар. Ирек уны ҡулынан да төшөрмәй, һөйөп ҡарап, ҡыҙын еҫкәп туймай. ҡырҡ йәштән һуң сабый еҫе ныҡ танһыҡ була, тигәндәре шул, ахыры. Матур ғаиләлә тағы ла бер бала бар. Хәйер, бала тип, егерме йәшлек Влад исемле егет инде. Иректең улын Оля үҙ балаһындай күреп, үҫмерҙе ғаиләләренә ҡабул иткән. Шулай итеп, һуңғы бер нисә йыл эсендә Ғариповтарҙың татыу ғаиләһе кинәт ишәйеп китте. Әммә был хәлгә улар ҡыуана ғына, сөнки балалар менән бергә бәхет сығанаҡтары ла артты, тиҙәр.
... Йәш саҡта кем кемде яратмай ҙа, кем генә ғишыҡ уттарында янмай. Тик, үкенескә күрә, һөйөшөп ҡауышҡандар ҙа, донъя мәшәҡәттәренә батып, ауырлыҡтарҙы күтәрә, бер-береһенә дәғүәләр кәртәләрен үтә алмай, бик тиҙ айырылышып ҡуя. Ә Оля менән Ирек саф хистәрен аяҡ аҫтына һалып тапаманы, тойғоларын һаҡлап, үҫтереп, фарфор туйҙарын билдәләне. Татыу ғаилә серен улар сабыр булыуҙа, бер-береңде аңлауҙа, кенә тотмауҙа күрә.
– Ә иң мөһиме, бер-береңде яратырға кәрәк, – ти улар бер тауыштан. – Ғаилә нигеҙен һөйөү тәшкил итһә, бер буран да уға янамай.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»