29.01.2013 Әсәйемдән мине һаҡлағыҙ...
Айнур хыялланырға ярата. ҡайһы саҡ хатта дәрестә үк татлы уйҙарға сума. Бына ул мәктәптән өйөнә ҡайта. Әсәһе менән атаһы, шат йылмайып, уны ҡаршылай. Шунан ул “бишле”ләре менән маҡтана. Әсәһе, “үҫкәнем” тип, арҡаһынан һөйә, ә атаһы хоккейға өс билет тоттора. Кискеһен бергәләшеп барырҙар. Айнур кейемен алмаштырыуға әсәһе төшкө ашҡа саҡыра. Танауҙы тәмле еҫтәр ҡытыҡлай, өҫтәлдә ҡайнар аш, итле бәлеш, ялтыр тышлы кәнфиттәр... Ата, әсә һәм ул гөрләшә-гөрләшә ашай. “Их, тәмле-е...” Малай үҙ алдына һөйләнгәненә һиҫкәнеп китте.
– Балалар, өйгә эшегеҙҙе яҙып алығыҙ. Шиғырығыҙҙы барығыҙ ҙа ятлап килегеҙ, – уҡытыусы һөйләп бөтөүгә ҡыңғырау шылтыраны.
Уҡыусылар кемуҙарҙан мәктәптән сығып йүгерҙе. Айнур ҙа ҡайтыу яғына ыңғайланы. 13 йәшлек малайҙың хыялдары ысын тормошонан ҡырҡа айырылһа ла, ул бер ҡасан да зарланманы. Уның әсәһе – эскесе. Улай тигәс тә, гел генә шешә ҡосаҡлап йөрөмәй. Әммә бер ауыҙына алһа, аҙналар буйы айныҡмай. Эсеүенән туҡтаһа, фатирҙары ялт итеп тора, бөтә керҙе йыуып ҡуя, берәй эшкә урынлаша һала. Әммә бындай тормош оҙаҡҡа һуҙылмай, ике-өс айҙан ул тағы ысҡына. Эсергә яратыуы арҡаһында тәүге ире − Айнурҙың атаһы сығып киткән. Атаһы улын үҙендә ҡалдырырға теләһә лә, әсәнең хоҡуғы күберәк була. Шунан Айнурҙың үгәй атаһы барлыҡҡа килде. Тыныс, ипле холоҡло ине. Ул да эсергә яратҡан ҡатын менән торорға теләмәне, ике йыл самаһы йәшәгәс, айырылды.
Айнур тиҫтерҙәренә ҡарап көнләшеп тә ҡуя, әммә һыҙланыуҙарын бер ҡасан да һиҙҙермәй. Өҫ-башы таҙа, дәрес ҡалдырмаған, тырышып уҡыған балаға ҡарап, әсәһе эскесе тимәҫһең. Уҡытыусылар уның ата-әсәһен күргәне лә юҡ, улар мәктәп йыйылышына күптән йөрөмәй. Айнур иһә “әсәйем сирләп китте”, “бөгөн бушамай” тип һәр саҡ берәй сәбәп таба.
Айнур бөтә ҡайғыһының башы эскелектә икәнлеген белә. Тик ҡәҙерле кешеһе уны аңламай шул, киреһенсә, һәр саҡ әрләргә, ҡул күтәрергә генә тора.
... Айнур ауыр уйҙар менән өйөнә ингәндә, әсәһе яңы ғына магазиндан ҡайтып тора ине. Йөҙ-башы шешенгән ҡатын шешәне аса һалды ла, стаканға мул итеп араҡы ҡойҙо. Шул саҡ Айнур:
– Их, әсәй, әсәй, ни өсөн араҡы эсәһең? Атай ҙа беҙҙән китмәҫ ине... Әйҙә матур итеп йәшәйек, – тип иламһырай башлай. Бахмурҙан ҡалтыранып торған ҡатын, йәне көйөп:
– Йомортҡа тауыҡты йәшәргә өйрәтмәй! Танау аҫтың кипмәгән фәлсәфә һатып ултырырға! – тип улын этеп ебәрә. Малай әсәһенең ҡулына йәбешкәс, ул уның бит-башына йоҙроҡ яуҙыра, шунан иҙәнгә ҡолата һуғып, типкесләй башлай. Һаман да тыныслана алмағас, балаһын подъезға сығарып ташлай ҙа ишекте бикләп ҡуя.
Бахыр малай ҡайҙа барырға белмәй аптыранып ҡала. Ишекте ас, тиер ине, тағы ла эләгәсәк. Синыфташтарына барһа, әсәһенең ниндәй яуыз кеше икәнлеген белерҙәр... Шул саҡ уның ҡулы кеҫәһендәге ҡаты әйбергә төртөлә. Кеҫә телефоны икән. ҡартатаһы тыуған көнөнә бүләк иткән телефоны ярай әле үҙе менән булған. Айнур үгәй атаһының һандарын йыя ла илай-илай барыһын да бәйән итә. ҡатындың яһиллығын белгәнгә күрә ир тиҙ генә килеп етә һәм баланы үҙенә алып ҡайта.
Айнур мәктәпкә бара алмай – күҙ-башы күм-күк, бөтә тәне һыҙлай. Бындай ҡиәфәттә синыфташтары алдында күренһә, бармаҡ төртөп көлөрҙәр. Сараһыҙҙан Айнур класс етәксеһенә шылтыратып, хәлен һөйләй. Уҡытыусы был турала эске эштәр бүлегенә хәбәр еткерә.
Полицияның бәлиғ булмағандар менән эшләү бүлеге инспекторҙары малайҙың көнкүреше, әсәнең тәртибе менән таныша башлай. ҡаты күңелле әсәгә ҡарата РФ Енәйәт кодексының 116-сы статьяһының беренсе өлөшө буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыла. Күптән түгел уны әсәлек хоҡуғынан мәхрүм итеү мәсьәләһе ҡаралды. Судта Айнурҙан, ҡайҙа йәшәгең килә, тип һорағас:
– ҡайҙа булһа ла ризамын, тик әсәйем менән түгел! Мин унан ҡурҡам. Башҡа бер ҡасан да янына бармаясаҡмын, – ти яуап бирә. Суд баланы атаһы ҡарамағында ҡалдыра. Берәй заман Айнур үҙенә ғүмер бүләк иткән кешене ғәфү итерме? Ә әсә улының һөйөүен ҡайтара алырмы?
Эскелек әҙәмдең бөтә кешелек сифаттарын юҡҡа сығара. Хатта донъялағы иң бөйөк, иң изге, ҡандан-ҡанға күсеп килгән әсәлек тойғоһон да аямай.
Гүзәл БИКМӘТОВА.