RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Бетерәнең икенсе һулышы

25.01.2013 Бетерәнең икенсе һулышы

Бетерәнең икенсе һулышы
йәки Төпкөлдә лә гөрләтеп донъя көтәләр
Баҙар иҡтисады һынау ҡуя
Урал һыртының көнбайыш итәгендә, Бетерә һәм ҡаранай йылғалары ҡушылған ерҙә урынлашҡан Бетерә ауылына үткән быуаттың 30-сы йылдарында нигеҙ һалына. Ул саҡта яңы ойошторолған “Һәүәнәк” совхозы өсөн ағас материалдары әҙерләү маҡсатында тап ошо ауылда производство асыла. Ә инде 40-сы йылдар уртаһында, “Һәүәнәк” төҙөлөш комбинаты булдырылыу менән бәйле, ауыл киң үҫеш ала. Аҙаҡ был комбинат Темәс леспромхозы итеп үҙгәртелә. Бетерәлә ошо производствоның иң эре подразделениеһы – 2-се урман заводы ойошторола, ул предприятие иҡтисадында мөһим роль уйнай. Әммә баҙар мөнәсәбәттәре осоронда Темәс леспромхозы бөтөрөлөү менән ауылдағы ағас эшкәртеү производствоһы ла туҡтап ҡала. Шулай итеп, урындағы халыҡ эшһеҙ тороп ҡала. Шулай ҙа социаль әһәмиәттәге объекттар – мәктәп, медпункт, клуб, китапхана һәм почта халыҡты хеҙмәтләндереүен дауам итә.
Билдәле, эшһеҙлек проблемаһының ниндәй эҙемтәләргә килтереүе һәр кемгә мәғлүмдер. Бындай кире күренештәр Бетерәне лә урап үтмәй. Шулай ҙа ҡайһы бер ауылдар халҡы кеүек бетерәләр төшөнкөлөккә бирелмәй, үҙ йүнен үҙе күрергә тырыша. Кемдер күпләп мал үрсетергә тотона, икенселәр, эш эҙләп, Себер тарафтарына юллана, өсөнсөләр иһә үҙ эшен булдырырға ынтыла. Тап шул осорҙа, 2000 йылдар башында, ағас эшкәртеү менән шөғөлләнгән уңған эшҡыуарҙар барлыҡҡа килә. Урал Бирғәлин, Салауат Әүәлбаев атлы ир-егеттәр иң тәүләп үҙ производстволарын аса. Шулай итеп, ауыл заман шарттарына яраҡлашып йәшәү өсөн тәүге аҙымдарын яһай. Сер түгел, кемдер килеп тыуған проблемаларҙы күтәрә алмай, ситкә күсеп китә, ҡайһы берәүҙәр “йәшел йылан”дан йыуаныс таба. Шулай ҙа күптәр тыуған ерен ташлап китергә теләмәй, ысын илһөйәрҙәр булып ҡала. Тап шундай арҙаҡлы егеттәрҙән икәү − бер туған Илсур менән Тимур Нәбиуллиндар бынан биш йыл элек үҙҙәренең ағас эшкәртеү предприятиеһын асып ебәрә. Бөгөн инде был ҡеүәтле производство ауылдың социаль тормошонда ҙур роль уйнай, Бетерәнең тотҡаһы булып тора.

Тәүге аҙымдар еңел бирелмәй

Тимур менән Илсур Нәбиуллиндар – Бетерәлә тыуып үҫеп, ошо ерҙә ҡанат нығыт­ҡан егеттәр. Аталары Ғәйнетдин менән әсәләре Гүзәл йәшләй генә вафат булып ҡалғас, 10 һәм 5 йәшлек ике малайҙы өләсәләре Фәриҙә үҙ тәрбиәһенә ала. Ул ейәндәрен аҡыллы, уңған, эш һөйөүсән итеп тәрбиәләү өсөн бөтә көсөн һала, уҡыта, малайҙарҙы үҙ еренең, халҡының ысын патриоттары итеп үҫтереү маҡсатын ҡуя. “Өләсәйебеҙ беҙҙе кеше итер өсөн көсөн дә, ваҡытын да, аҡсаһын да йәлләмәне, бер кемдән дә кәм-хур булманыҡ. Ул беҙҙе тыуған еребеҙҙе яратырға, ололарҙы хөрмәт итергә өйрәтте, аҡыллы кәңәштәренән өҙмәне. Үкенескә күрә, бынан алты йыл элек ул вафат булып ҡалды. Мәңге рәхмәтлебеҙ өләсәйебеҙгә, урыны ожмах түрендә булһын”, – ти Тимур менән Илсур.
Мәктәпте тамамлағас, Илсур БДУ-ның Сибай институтына уҡырға инә (һуңынан ул БР Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын да тамамлай). Ағаһы Тимур ул ваҡытта Себер тарафтарында эшләй. Вахтаһы бөтөп, ауылға ҡайтҡан сағында ул ҡустыһын да ситкә эшкә китергә өгөтләй, юлға билет та хәстәрләп ҡуя. Тәүҙә ҡустыһы тәҡдимгә риза була, әммә иртәгәһенә Себергә барыуҙан кинәт баш тарта. Шулай итеп, Тимур йәнә яңғыҙы ғына эшкә юллана. Илсур иһә ағаһы менән уйлаған ниәтен – ағас эшкәртеү производствоһын асыу эшенә тотона. Шулай итеп, бынан биш йыл элек Бетерәлә артабан ауылдың социаль тормошона яңы һулыш бирәсәк бәләкәй предприятиеға нигеҙ һалына.
− Яңы эш асыу еңелдән булманы, − тип хәтерләй ул ваҡытты Нәбиуллиндар, − техникабыҙ ҙа, тәжрибә лә юҡ ине. Тәүҙә бер пилорама, эшкәртеү өсөн кешенән ағас һатып алдыҡ. Махсус техника булмағанлыҡтан, ағасты хатта “Нива” еңел машинаһы менән дә һөйрәтергә тура килде. Эшкә һәләтле коллектив йыйҙыҡ. Ваҡыт үтә килә тәжрибә лә тупланды, таҡта һатҡан аҡсаға “Беларусь” тракторы, “Урал” автомашинаһы, тағы бер пилорама алдыҡ. Шулай итеп, эшебеҙ әкренләп яйға һалынды.

Ағас эшкәртеү производствоһы – ауылдың тотҡаһы
Бетерәнең икенсе һулышы

Ағалы-ҡустылы Нәбиуллиндарҙың ағас эшкәртеү производствоһы бөгөн ысын мәғәнәһендә ауылдың тотҡаһы булып тора. Тап ошо бәләкәй предприятиеның асылыуы Бетерәнең тормошона яңы һулыш өрә, ҡасандыр сит тарафтарға эшкә киткән ауыл кешеләре тыуған яҡтарына кире әйләнеп ҡайта, хатта күрше ауылдарҙан, Бөрйән райо­нынан ғаиләләре менән күсенеп килеүселәр күп. Сөнки атап үтелгән производствола үҙҙәренә тәғәйен эш табып, лайыҡлы хеҙмәт хаҡы алыуҙан һәр кем ҡәнәғәт. Бөгөн был предприятиела тиҫтәләгән кеше эшләй, улар ваҡытында эш хаҡы, премияһын ала. Эшселәренә Бетерәлә өй ҙә, еңел автомобиль дә һатып алырға ярҙам итә Нәбиуллиндар. Ғөмүмән, ағас эшкәртеү цехы − ауыл халҡын эш менән тәьмин итеүсе төп предприятие. Унда күрше ауылдарҙан килеп эшләүселәр ҙә байтаҡ, улар өсөн бөтә шарттар тыуҙырылған ятаҡ та булдырған ике уңған эшҡыуар.
Бөгөн предприятие заман талаптарына яуап биргән тотороҡло конвейерҙы хәтерләтә. Ике таҡта ярыу цехы, ағас эшкәртеү станогы уңышлы эшләй, ағас сығарыу өсөн ике “Беларусь”, ике ДТ−75 тракторы, ике “Урал” автомашинаһы бар. Бер бригада урманда ағас сығарһа, икенсеһе пилорамаларҙа уны эшкәртеү менән мәшғүл. Зөфәр Торошев, Сөләймән Яхин, Дима Шульмин, Салауат Мәжитов, Азамат Самарбаев, Илшат Әхмәтшин, Николай Осипов, Илсур Вәлиев, Ринат Дәүләтшин, Филүс Мирасов, Фәнил Маскаров, Илгиз Аслаев, Фәнил Дәүләтбирҙин үҙ эшенең оҫталары булып танылған. Төп базала ике ҡатлы ыҡсым йорт төҙөп, унда егеттәргә ял итеү өсөн бөтә шарттар (юлдаш телевидениеһы, төрлө уйындар) тыуҙырғандар. Был ғына ла түгел, Нәбиуллиндар коллектив өсөн даими рәүештә ҡышҡы осорҙа Абҙаҡ тау саңғыһы трассаһында, Яҡтыкүл янындағы ял итеү комплексында, йәй көндәрендә үҙебеҙҙең Талҡаҫ күле буйында ял ойоштора.
Нәбиуллиндарҙың ағас эшкәртеү предприятиеһы төрлө үлсәмдәге таҡта, бурса, өй төҙөү өсөн кәрәкле материалдар етештерә, сифатлы тауар ҙур ихтыяж менән файҙалана. Быйыл был ҡеүәтле эшҡыуарлыҡ субъекты тағы бер проект өҫтөндә эш башлаған – күрше Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында бөтә уңайлыҡтары булған бер һәм ике ҡатлы йорттар төҙөүгә тотонған. Баймаҡта ла ошондай күркәм өйҙәр төҙөргә ниәтләйҙәр.

Ауылға иман һәм ҡот ҡайта

Үҙ эштәрен уңышлы ойоштороу менән бер рәттән, ағалы-ҡустылы Нәбиуллиндар, әйтеп үтелгәнсә, ауылдың социаль үҫешенә йән өрөү өсөн барыһын да эшләргә тырыша. Кире күренештәрҙе ауыҙлыҡлау, халыҡты иманға, дингә әйҙәү, йәш быуынды үҙебеҙҙең матур йолалар нигеҙендә тәрбиәләү маҡсатында улар мәсет төҙөргә ниәтләй һәм эшкә тотона. Былтыр Илсур менән Тимурҙың көсө менән август айында иҫ киткес күркәм иман йорто үҙ ишектәрен асты. Уны төҙөүҙә бетерәләр ихлас ҡатнашты: оло ла, кесеһе лә ярҙам итте. Мәсеткә егеттәрҙең ата-әсәһе, өләсәһе хөрмәтенә “ҒәйФәрГүзәл” исеме бирелә. Бер үк ваҡытта ауылды төҙөкләндереү буйынса ҙур эш башҡарыла, кешеләргә кәрәкле төҙөлөш материалдарын эшҡыуарҙар хатта бушлай бирә.
Шуныһы һөйөнөслө, бөгөн дин юлына баҫыусылар һаны артҡандан-арта. Әле ауылда 99 йорт булып, унда 327 кеше йәшәһә, шуның 50-һе мәсеткә йөрөй. ҡорбан ғәйетен дә ойошҡанлы үткәргәндәр, унда һигеҙ тиҫтәгә яҡын кеше килгән. Ғөмүмән, халыҡтың әкренләп иманға ҡайтыуы ҡыуандыра, иртәгәһе көнгә өмөт уята.

Уйҙары изге, маҡсаттары уртаҡ

Илсур менән Тимур Нәбиуллиндар өлгәшелгәндәр менән генә туҡталып ҡалырға уйламай, улар үҙҙәренең яңы проекттарын тормошҡа ашырыу өҫтөндә ныҡышмалы эшләй. Ағасты ентекле эшкәртеүҙе яйға һалмаҡсылар. Атап әйткәндә, махсус станок-ҡорамал һатып алып, унда блокхаус, вагонка сығарасаҡтар. Әле был материалдарҙы беҙҙең яҡ халҡы күрше Магнитогорск ҡалаһынан ҡиммәт хаҡҡа һатып ала. Бетерә эшҡыуарҙарының был уй-ниәте бойомға ашһа, ул ике тапҡырға арзаныраҡ буласаҡ.
Егеттәрҙе ауылда ҡатын-ҡыҙҙар өсөн эш урындары булмауы ла борсой. Ошоно күҙ уңында тотоп, улар тиҙҙән ҙур теплица төҙөп, йәшелсә үҫтерергә ниәтләй. Шул уҡ ваҡытта ауыл янындағы быуала ҡаҙ үрсетмәкселәр. Билдәле, был байтаҡ кешене эш менән тәьмин итәсәк.
Нәбиуллиндар урындағы мәктәпкә даими ярҙам күрһәтә, төрлө сараларҙа бағыусы булараҡ сығыш яһай. Йәштәрҙең ялын файҙалы итеп үткәреү маҡсатында улар тиҙҙән мәктәптең спорт залында түңәрәктәр һәм секциялар асырға йыйына.
“Илсур менән Тимур Нәбиуллиндар – тыуған еренең патриоттары, − ти Темәс ауыл биләмәһе башлығы Р. Йәнсурин. − Улар, үҙ производствоһын уңышлы ойоштороуҙан тыш, байтаҡ кешене эш менән тәьмин итә, ауылдың социаль-иҡтисади үҫешенә тос өлөш индерә, ауылдың бөгөнгөһө һәм иртәгәһе өсөн көйөп-янып йәшәй, халыҡ мәнфәғәтендә мөмкин булғандың барыһын да эшләй. Егеттәр төҙөгән күркәм мәсет үҙе генә лә ни тора! Әле улар Темәс баҙары биләмәһендә Баймаҡтағы “Магнит” сауҙа селтәре кеүек супермаркет асырға хыяллана. Афарин!”
Бетерә ауылы бөгөн ысын мәғәнәһендә икенсе һулышын кисерә. Бында Илсур менән Тимур Нәбиуллиндар кеүек уңған эшҡыуарҙарҙың тырышлығы, һис шикһеҙ, ҙур. Ауылда ағас эшкәртеү буйынса ҡеүәтле производство төҙөлөүе лә киләсәккә ҙур ышаныс һәм өмөт өҫтәй. Минеңсә, бер туған Нәбиуллиндар Бетерәнең тотҡаһы ғына түгел, ә бар райондың ғорурлығы ул. Тап ошондай арҙаҡлы егеттәр − милләтебеҙҙең киләсәге һәм ышанысы, тип әйтә алабыҙ. Бөгөнгө болғансыҡ заманда тик шундайҙар ғына халҡыбыҙҙың ысын таянысы була алалыр.

Азамат МӨХӘМӘТШИН.
Баймаҡ ҡалаһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»