RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Бензинға хаҡтар үҫә тип, машинанан баш тарта алаһыҒыҙмы?

25.01.2013 Бензинға хаҡтар үҫә тип, машинанан баш тарта алаһыҒыҙмы?

Йылдан-йыл Рәсәй юлдарында автомобилдәр һаны күбәйә, бының менән нефть сығарыусы компанияларҙың табышы ла арта. Бөтә донъяла яғыулыҡҡа хаҡ артҡанда, Рәсәй ситтә ятып ҡалмай инде. Иғтибар! Автомобиль һөйөүселәр, 2013 йылда бензинға хаҡ 13 процентҡа артасаҡ, тип белдерҙеләр йыл башында уҡ. Хәйер, бензинға хаҡ өҫтәлеү барыһының да кеҫәһенә һуғасаҡ – юл, аҙыҡ-түлек һәм башҡа транспорт сығымдары талап ителгән хеҙмәттәрҙә лә һиҙеләсәк. РФ Энергия министрлығы, етмәһә, быйыл түбән сифатлы Евро − 2 яғыулығын һатыуҙы туҡтатыуҙы талап итә, тимәк, рәсәйҙәр ҡиммәтерәк бензин һатып алырға мәжбүр буласаҡ.
Шулай итеп, йыл аҙағына Аи − 92 маркалы 1 литр бензиндың 34,5 – 37, Аи − 95 – 37,5 − 41,6, дизель яғыулығы 35 − 39,6 һумға тиклем үҫәсәк, тип фараз ителә. Илдә халыҡтың табышы ла ошондай юғары темптар менән үҫһен инде, тип теләргә генә ҡала.
Ә юғары хаҡтар арҡаһында машинанан баш тар­тыу­сылар булырмы икән?

Гүзәл БАҺАУТДИНОВА, Дәүләкән ҡалаһы:
– Нефттең күплегенә ҡарамаҫтан, беҙҙең дәүләт бер ҡасан да бензинға хаҡтарҙы теҙгендә тота алмай. 2012 йылда ла артты, быйыл да, киләһе йыл да үҫер инде ул хаҡтар. Машинам иң беренсе хәрәкәт итеү өсөн, ә ҡайһы берәүҙәр кеүек өсөн шапырыныу түгел. Һәр саҡ үҙ транспортым булыу миңә ышаныс тойғоһо бирә, күп ергә өлгөрөү һәм эште башҡарыу­ҙа оло ярҙамсы. Бындай ышаныс өсөн хаҡ түләргә ризамын. Шуға күрә бензин хаҡының артыуы мине ҡурҡытмай.

Замир АҡЪЮЛОВ, Хәйбулла районы, Мәмбәт ауылы:
– Уйлауымса, нефткә хужа компаниялар бер ҡасан да хаҡтарҙы ҡулдан ысҡындырмаясаҡ, бер-береһенең бизнесына аяҡ салмаясаҡ, тимәк, кемдеңдер кинәт хаҡтарҙы арзанайтып ебәреүе икеле. Бензин хаҡы артыуына ҡәнәғәтһеҙлек белдереүҙең берҙән-бер сараһы – үҙ-ара һөйләшеп, ваҡытлыса автояғыу­лыҡ станцияларынан баш тартыу. Тик был хәлде тормошҡа ашырып булмаясаҡ, сөнки беҙ бөгөн тулыһынса машинаға бәйле. Бик күптәр кеүек, мин дә унан баш тарта алмаясаҡмын.

Заһир ХӘЙРУЛЛИН, Өфө ҡалаһы:
– Ауылда йәшәһәм, машинамды антиквариат итеп ултыртып ҡуйыр инем. ҡалала машинаһыҙ ныҡ ҡыйын. Бензинды аҙ “ашаған” автомобилдәргә күсеп ултырырға кәрәк. Европала, мәҫәлән, аҙ литрлы, дизель двигателдәренә өҫтөнлөк бирәләр.

Ғайса ҒАЙСИН, Белорет ҡалаһы:
– Миңә барыбер, бензинға хаҡ күпме артһа ла, халыҡтың машинанан атҡа күсеп ултырмаясағы көн кеүек асыҡ.

Йәзилә Фәтҡуллина, Әбйәлил районы, Асҡар ауылы:
– Был һорауҙы биш йыл элек бирһәгеҙ, машина – ул наркотик, дүрт тәгәрмәскә ултырҙың икән, унан бер ҡасан да баш тартып булмай, тигән сағыштырыу менән яуап ҡайтарыр инем. Ә бөгөн минең “тимер ат”ым – аҡса эшләүҙә төп таянысым. Иң беренсе, таң менән тороп, 30 саҡрым самаһы алыҫлыҡта урын­лаш­ҡан эш урынына барып етеү, киске сәғәт һигеҙҙә, хеҙмәт сменаһын тамамлап, өйгә ҡайтыу өсөн кәрәк ул миңә. Хаҡтар артһа, сығымдарҙы кәметеп, тик эшкә барып-ҡайтыу өсөн ҡулланасаҡмын, башҡа сара юҡ. Минең бәләкәй йәштәге сабыйҙары булған таныштарым, машинаһыҙ – аяҡһыҙ кеүек, ти. Улар, бала күтәреп, этелә-төртөлә автобуста йөрөүҙе хәҙер инде күҙ алдына ла килтермәй. Балаһын балалар баҡсаһына йөрөтөү өсөн генә машина һатып алған ҡатындарҙы беләм. ҡыҫҡаһы, донъя көтөү өсөн бөгөн автомобиль − ғаиләлә иң кәрәкле әйбер.

Л. ҒӘЛИМЙӘНОВА яҙып алды.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»