25.01.2013 Ҡарғаларға көн бөтәсәкме?
Башҡортостанда ҡарға, ҡоҙғон, һайыҫҡан һәм хатта мышар барҡылдаҡтарына һунар башланыуы бар. Быға тиклем республикабыҙ ауылдары, ҡалалары тирәһендә мыжғып торған ҡарғалар һәм башҡа ҡоштарҙы атыу тыйыла ине. Хәҙер хәлдең үҙгәреп китеүе ихтимал – үрҙә билдәләнгән ҡоштарҙы төрлө сирҙәрҙе таратыуҙа ғәйепләйҙәр. Ошо арҡала Башҡортостан Республикаһының Тәбиғәтте һаҡлау һәм экология министрлығы ҡарғалар, ҡоҙғондарҙы һунар ресурстары итеп билдәләйәсәк закон проектын әҙерләгән.
Был яңылыҡҡа ҡарата ветеринарҙар үҙ һүҙен әйтмәгән әле. Быға тиклем ҡоҙғондарҙың ҡайһы бер төрөн атып алырға рөхсәт ителә ине. Ә ҡарға менән мышар барҡылдаҡтары шартлы рәүештә, башҡа ҡоштарҙы атырға сыҡҡанда осрағанда ғына һунар ресурсы булып һаналды. “ҡара исемлек”кә һайыҫҡандар ҡор һәм ағуна кеүек ҡыр ҡоштарының ояларын туҙҙырғаны өсөн индерелгән.
Билдәле булыуынса, әле телгә алынған ҡоштар, башлыса, кешеләр йәшәгән ергә яҡын урында көн күрә. Ә торама пункттар янында һунар тыйыла. Шуға ла ҡоштарҙың һанын контролдә тотоу менән ветеринария хеҙмәте шөғөлләнәсәк. Әлбиттә, бер кем дә бөтә ҡарға һәм ҡоҙғондарҙы атып бөтөрөргә йыйынмай, уларҙың һанын кәметеү һәм контролдә тотоу тураһында ғына һүҙ бара.