RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Тәбиғәтте һаҡлау – Хоҙай аманаты

18.01.2013 Тәбиғәтте һаҡлау – Хоҙай аманаты

Тәбиғәтте һаҡлау – Хоҙай аманаты
йәки Бер йән эйәһе лә ҡалғандарына батша була алмай
Йыш ҡына, кеше ерҙә иң аҡыллы йән эйәһе, тәбиғәт батшаһы, тигән һүҙҙәрҙе ишетергә тура килә. Был ысынлап та шулаймы һуң? Батша нимәгәлер хакимлыҡ, ниҙер менән идара итә. Ошо юҫыҡта фекер йөрөткәндә, кеше тәбиғәтте үҙ-үҙенә буйһондора, уның менән идара итә аламы икән? Был мәсьәләгә тәрәнерәк, икенсе күҙлектән ҡарайыҡ.

Йәнлектәр
хеҙмәттәшлеге
Дөрөҫ, кеше ҡайһы бер ҡырағай йәнлектәрҙе эйәләштергән. Әммә хатта эттәр беҙҙең бойороҡтарҙың барыһын да үтәй алмай бит. Унан тыш, йорт хайуандары, үҫемлектәр ихтыяждарыбыҙҙы ҡәнәғәтләндер­һен өсөн үҙебеҙ уларҙы бер туҡтауһыҙ ҡарап, аҫрап, ипкә килтереп, тәртиптә тоторға тейешбеҙ. Шуға күрә, был йәһәттән ҡарағанда, кем кем менән идара итеүе ҙур һорау әле.
Ысынында иһә бер йән эйәһе лә ҡалғандарға батша була алмай.
Фәнни телдә симбиоз тигән төшөнсә бар. Ике төр йәнлектең йәки үҫемлектең бер-береһе менән бәйләнешкә инеү күренеше. Улар йәшәү өсөн үҙ-ара көрәшкә инмәй, киреһенсә, бер-береһенә ярҙам итә. Тәбиғәттә быға миҫалдар бик күп. Мәҫәлән, бәшмәктәр һәм ағас­тар үҙ-ара симбиозда тора. Улар бер-береһе менән минераль һәм органик матдәләр менән алмаша. Шулай уҡ ҡырмыҫҡа менән кеблә үҙ-ара симбиозға инә. Кеше һыйырҙы нисек аҫрай, ҡырмыҫҡа ла кебләне шулай ҡарай, тип әйтергә була. Ул кебләне төрлө бөжәктәр­ҙән һаҡлай, һутлы үҫемлектәргә алып килә, ҡышҡылыҡҡа ояһына индереп ҡуя. Ә кеблә үҙ сиратында ҡырмыҫҡа өсөн бик файҙалы булған татлы матдә бүлеп сығара. Океанда ла бындай симбиоз күренештәре етерлек. Ҙур йыртҡыс балыҡтарҙың өйөр-өйөр булып йыйыла торған урындары бар. Уларҙы шифаханалар менән сағыштырырға булыр ине. Кескәй генә балыҡтар йәшәй унда. Әммә, ни ғәжәп, йыртҡыстар уларға теймәй, сөнки бәләкәй балыҡтар уларҙың гигиенаһы менән булыша икән. Был балыҡтарҙы дөйөм исем менән, таҙартҡыстар, тип атап йөрөтәләр. Таҙартҡыстар йыртҡыс балыҡтар тиреһендә йәшәгән төрлө паразиттарҙы, полиптар­ҙы ашай. Бәғзеләре стоматолог сифатында эш итә: йыртҡыстың ауыҙына инеп, тештәре араһынан тороп ҡалған аҙыҡ өлөштәрен сүпләй. Ошо арала йыртҡыс сабыр ғына ауыҙын асып көтөп тора. Шулай итеп, таҙартҡыстарға ла, йыртҡыс балыҡтарға ла рәхәт.
Диңгеҙ төбөндә йәшәүсе ҡыҫала төрҙәренең береһе ҡабырсағында ағыулы актинияны йөрөтә. Шулай дошмандарынан һаҡлана икән. Актиния “хужа”һы ярҙамында хәрәкәт итеп, үҙенә аҙыҡ таба.
Кеше лә тәбиғәт балаһы бит. Шуға күрә уға ла симбиоз күренеше ят түгел. Культуралы үҫемлектәр, йорт хайуандарын беҙ буйһондормайбыҙ, ә улар менән хеҙмәттәшлек итәбеҙ, тип әйтергә кәрәктер. Шулай фекер йөрөткәндә, кешенең дөйөм тәбиғәткә ҡарата ла мөнәсәбәте үҙгәрер, уға бурыслы булыу тойғоһо ла көсәйер ине, бәлки.

Тәбиғәттән
өйрәнәбеҙ

Шулай ҙа нисек кешегә тәбиғәт менән дә, йәмғиәттә лә мөнәсәбәттәрҙе көйләргә һуң? Төрлө йән эйәләренең бер-береһе менән тығыҙ бәйләнештә йәшәүе симбиоз күренеше менән сикләнмәй, әлбиттә. Кешенең ғүмер итеү нигеҙендә асылда донъяға ҡарата эгоистик ҡараш ята. Мөмкин тиклем аҙыраҡ көс менән күберәк ләззәт табып ҡалырға ынтылабыҙ. Йәнлектәр, үҫемлектәр был йәһәттән нисек йәшәй, тигән һорау тыуа. Уларҙа альтруистик мөнәсәбәт хакимлыҡ итә икән. Был хәҡиҡәттең асылына төшөнөр өсөн үҙ организмыбыҙға, йәғни микродонъяға күҙ һалайыҡ. Күҙәнәктәр һәр береһе айырым йәшәй алмай, уларға мотлаҡ бер-береһе менән тығыҙ бәйләнештә булырға кәрәк. Ошо рәүешле тотош организм тереклек итә, тимәк, айырым күҙәнәк тә “иҫән ҡала”. Бары тик рак күҙәнәктәре генә дөйөм организмға буйһонмай. Улар, үҫергә ынтылып, башҡа күҙәнәктәрҙе үлтерә, ахыр сиктә тотош организмдың ғүмерен ҡыйып, үҙҙәре лә юҡ була. Башҡа тереклек менән бәйләнеш юғала икән, ғүмер ҙә юҡҡа сыға. Айырым органдар ҙа ошо рәүешле йәшәй. Организм иҫәбенә эшләүҙән баш тартып, үҙ-үҙен генә тәьмин иткән бөйөр йәки йөрәкте күҙ алдына килтереүе мөмкин түгел бит.
Бар тәбиғәттең үҙ-ара бәйләнеше лә ошо рәүешле ҡоролған. Шуға күрә лә үҫемлектәр, бөжәктәр, ҡоштар, йәнлектәр бер-береһен юҡ итмәй. Тимәк, альтруистик мөнәсәбәт законы барлыҡ кимәлдә йәшәйеш һәм үҫештең шарты булып тора.
Бары тик кеше, физиологик ихтыяждар сигенән сығып, байлыҡҡа, власҡа ынтылыуы менән тәбиғәт менән булған бәйләнеште боҙа.

Дини тәғлимәт ни әйтә?

ҡөрьән китабында ла кешенең йәнлектәр менән бер тиң ҡуйылыуы хаҡында әйтелә: «Кешене балсыҡтан бар иттем” (“әл-Мөьмин” сүрәһе, 12-се аят). Хатта ҡайһы бер сүрәләр йәнлек исемдәре менән атала: “Фил”, “Һыйыр”, “Бал ҡорто”. Изге китапта һәр хайуан төрө кеше менән бер тиң ҡуйылып, “ырыу” тип атала. ҡөрьәндә әйтелә: “Һеҙҙең кеүек ырыуға бәйле булмаған ерҙә йөрөүсе хайуан да, күктә осоусы ҡош та юҡ. Улар ҙа Аллаһы Тәғәлә алдында яуап тотасаҡ һәм ҡабаттан тереләсәк”. Әгәр ҙә һәр йәнлек төрө айырым ырыу булып иҫәпләнә икән, тимәк, башҡа ырыуҙар алдында ла ул тиң хоҡуҡлы булып ғүмер итә. Мөхәммәт бәйғәмбәр (саллалаһу ғәләйһи үә сәләм) хәҙистәрҙең береһендә былай тигән: “Эттәр ырыу булып ойошмаһа, улар юҡ ителер ине”. Икенсе хәҙистә: “Бәйғәмбәрҙәрҙең береһе ағас төбөнә ял итергә ултырғанда уны бер ҡырмыҫҡа тешләп ала. Шул саҡ бәйғәмбәр ҡырмыҫҡа ояһын яндырырға бойора. Бынан һуң Аллаһы Тәғәлә аят ебәрә: “Бер бөртөк ҡырмыҫҡа өсөн генәме?” Йәғни, ҡырмыҫҡа тешләгән өсөн генә Хоҙайға маҡтауҙар уҡыған бар ырыуҙы юҡ итеү хата булып сыға”, – тиелә.
Шул уҡ ваҡытта тап кеше иңенә Аллаһы Тәғәлә тарафынан тәбиғәтте һаҡлау бурысы һалына. Был хаҡта ҡөрьәндә түбәндәгесә әйтелә: “Күккә, ергә, тауҙарға аҡыл һәм телмәр биреп, аманат тәҡдим иттем. Әммә улар Хоҙай аманатын ҡабул итеүҙән баш тартты. Тик кеше генә уны үҙ өҫтөнә алырға баҙнат итте. Бының менән ул үҙе лә белмәйенсә үҙ-үҙен яза алыу ҡурҡынысы аҫтына ҡуйҙы” (“әл-Әхзәб” сүрәһе, 72-се аят). Тимәк, Хоҙай тәбиғәтте кешегә ышаныс менән тапшырған. Беҙҙең бурыс – ошо ышанысты һәр яҡлап аҡлау.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»