18.01.2013 Ҡотлайбыҙ, һеҙ “BMW X6” оттоғоҙ!
йәки Мин нисек ике машиналы булдым
Анһат ҡына байығыу тураһында кем генә хыялланмай? Түшәмгә төкөрөп ятаһың да ятаһың... һәм ҡапыл ғына һин «текә» машина хужаһы булаһың, йә кеҫәңә берҙән һуң нулдәре күп һандағы суммала аҡса инеп ята... Хыялдар татлы, әммә, кем әйтмешләй, буштың атаһы үлгән шуууул.
Яңы йыл төнөндә сәғәт ун икене һуҡҡанда теләгән теләктәр ҡабул була, тиҙәр. Ысынмы-юҡмы, уныһы Хоҙай ихтыярында. Иллә-мәгәр, тап шул мәлдәрҙә мутлашыусылар эшкә керешә. Ғинуарҙың тәүге көндәрендә “телефон пираттары” бигерәк әүҙемләшеп китте. Улар – яҡшы психологтар, халыҡтың йомшаҡ яғын белә. Барыһы ла, хатта тормошҡа реаль ҡараусылар ҙа тылсымға ышана, ниндәйҙер мөғжизә көтә башлай. Һәм көтмәгәндә автомобиль отаһың...
Мәҫәлән, мин ике машиналы булдым. “ҡотлайбыҙ! Телефон номерығыҙ суперуйында еңде. “BMW X6” машинаһын алыр өсөн ХХХХ номерына СМС ебәрегеҙ. Хаҡы – 78 һум” тигән йөкмәткеле “бәхет” хаты килде. Унда тағы ла ике номер күрһәтелгән, йәнәһе, ошо номер хужалары ла еңгән, кем тиҙерәк СМС ебәреп өлгөрә – машина шуныҡы. Был алым кеше төптән уйлап тормай, тиҙ арала яуап ебәрһен өсөн ҡулланыла. Икенсеһендә мин “Hyundai Solaris” хужаһы булдым. Туҡта, туҡта, ҡотларға ашыҡмағыҙ, СМС-хәбәр ебәреп торманым, һеҙгә лә кәңәш итмәйем.
Әлбиттә, ҡиммәтле сит ил автомобилен түгел, хатта иҫке генә “копейка”ны берәү ҙә бушҡа тоттороп ҡуймаясаҡ, уның ҡарауы, телефон иҫәбенән апаруҡ аҡса алынасаҡ. Ғәҙәттә, күрһәтелгән сумманан күберәкте ҡайыралар әле. Кәрәҙле телефон операторы менән бәйләнешкә инеп, даулашыу һөҙөмтә бирмәйәсәк. Аҡсағыҙ ҡайтарылмаясаҡ, сөнки “телефон пираттары” улар менән махсус килешеү төҙөй – барыһы ла законлы.
Тағы ла бер мәл. Интернет селтәре буйлап гиҙгәндә бер уйынға тап булдым. Иғтибарға йәнһүрәттән өҙөк күрһәтелә һәм дүрт вариант бирелә. Тиҙ генә уның исемен атарға кәрәк. Дөрөҫ яуапты белһәң, 30 һум аҡса отаһың. Ә улары бала саҡтан яратып ҡараған билдәле йәнһүрәттәр, шуға ла геройҙарын белмәү мөмкин түгел! Викторинала уйнай торғас, иҫәбемдә ете йөҙ һум аҡса йыйылып китте. Бының лохотрон икәнен белһәм дә, ҡомар уянды бит, әй. Шул саҡ “Отҡан аҡсағыҙҙы телефон номерығыҙға күсерәбеҙ. ХХХХ номерына СМС-хәбәр ебәрегеҙ” тигән текст килеп сыҡмаһынмы?! Ә аҫтараҡ энә осондай ғына хәрефтәр менән уның хаҡы 130 һум торғаны яҙылған. Әлбиттә, ошо урында уйындан баш тарттым. Аңын-тоңон төшөнмәй, СМС-хәбәр ебәреп, аҡсаһыҙ ҡалғандар күптер. СМС ебәреүҙе һораған хеҙмәттәргә ышанмау хәйерле, балаларығыҙҙы ла киҫәтеп ҡуйығыҙ.
Еңел байлыҡ тураһында хыялланғансы, хәләл аҡса табыу юлын ҡайғыртайыҡ. Ялҡытҡыс ялдар артта ҡалды, ең һыҙғанып эшкә тотонайыҡ!
Гүзәл БИКМӘТОВА.