RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Бай күңелле ул беҙҙең дуҫтар!

15.01.2013 Бай күңелле ул беҙҙең дуҫтар!

Бай күңелле ул беҙҙең дуҫтар!
Күгәрсен районына юл төшкәндә Хоҙайбирҙин ауылында йәшәүсе, гәзитебеҙҙең кроссвордтар конкурсында еңеп, бүләккә лайыҡ булған тоғро дуҫтарыбыҙ Фәһимә һәм Салауат Сыңғыҙовтарҙың йортона инмәй китә алманыҡ. Ихаталарына үткәс тә күҙгә бөхтәлек һәм тәртип ташланды. Йорто ниндәй – хужаһы шулайҙыр, тип өйгә үттек.
Хужабикә беҙҙе ихлас сәләмләп түргә әйҙәне. Әт-тә-тә, бында фотохәбәрсебеҙ Юлай Кәри­мовтың хеҙмәттәштәре йәшәй икән! Залды фотолар күргәҙмәһе биҙәгән. Һүрәттәрҙә миҙгелдәрҙең иң сағыу көндәре, көлкөлө осраҡтар һәм Сыңғыҙовтар өсөн ҡәҙерле булған мәлдәр мәңгеләштерелгән.
“Фото төшөрөү менән ҡасандан мауығаһығыҙ?” – тип һорағас: “Мәктәптә уҡығанда физика уҡытыусыһы фототүңәрәк алып барҙы. Унда бик йөрөгөм килә ине, ләкин ул ҡыҙҙарҙы алманы. Институтҡа уҡырға ингәс, фототүңәрәккә йөрөнөм. Ул саҡтағы технологияны бөгөнгөһө менән сағыштырып булмай, әлбиттә. Хәҙер инде цифрлы фотоаппарат менән ҡулланам. Эштәремде Рәсәй кимәлендәге журналдарға һәм конкурс­тарға ебәрәм, әленән-әле призлы урын яулап торам”, – тип һөйләне Фәһимә Шәһивәли ҡыҙы.
Сыңғыҙовтар ғүмер буйы мәғариф өлкәһендә хеҙмәт иткән, икеһе лә рус теле һәм әҙәбиәте фәненән уҡытҡан, әле хаҡлы ялдалар. Ғаилә башлығы 1970 йылдан 2010 йылға тиклем Хоҙайбирҙин мәктәбе директорының уҡытыу буйынса урынбаҫары була. ҡыҙыҡ, ҡырҡ йыл буйына шундай тынғыһыҙ вазифаны башҡарыусылар тағы ла бармы икән? Моғайын, юҡтыр. Педагогик хеҙмәттәре бик күп маҡтаулы ҡағыҙ менән билдәләнгән, шуларҙың иң мәртәбәлеһе – РСФСР-ҙың мәғариф алдын­ғыһы исеме Салауат Ишбулды улына бирелгән, ә Фәһимә Шә­һивәли ҡыҙы районда тәүгеләр­ҙән булып “уҡытыусы-методист” исемен алған.
– Икебеҙ ҙә сканворд-кроссворд сисергә яратабыҙ. “Йәшлек” килһә, бер-беребеҙҙән ҡаса-боҫа кроссворд сисергә тотонабыҙ, – ти Фәһимә Шәһивәли ҡыҙы.
Улар аҙнаһына бер килгән “Йәшлек”тең башватҡыстары ме­нән генә хушһынмай икән, йорттарында бер ҡосаҡ кроссвордлы махсус журнал-гәзит күренде. Бай китапханалары иғтибарҙы йәлеп итте. Күптән түгел эрудит ғаилә Баш­ҡортостан юлдаш телевиде­ние­һынан күрһәтелгән “Алтын тирмә” конкурсында ла ҡатнаш­ҡан.
– Донъянан артта ҡалмаҫҡа тырышабыҙ. Уҡытыусы булғас, һаман да туҡтауһыҙ белемебеҙҙе камиллаштырырға, бар яңы­лыҡтар­ҙы белергә тырышабыҙ, – тине улар.
Матурлыҡҡа һәм камиллыҡҡа ғашиҡ Фәһимә Сыңғыҙова ҡул эшенә маһир. Сағыу ептәрҙән сигелгән, бәйләнгән шәлдәр, түшәктәр һәм ябыуҙар йортҡа ҡабатланмаҫ йәм бирә. Улар район һәм республика кимәлендәге күргәҙмәләргә ҡуйыла, призлы урындар­ға лайыҡ була икән.
Ғаилә башлығы йыр-моңға ғашиҡ, үҙешмәкәр артист. “Малай саҡта атай Троицкиҙан гармун алып ҡайтҡайны. Шул ваҡыттан алып был музыка ҡоралын ҡулдан төшөргән юҡ”, – ти ул. Салауат Иш­булды улы йырҙар ҙа ижад итә. Әсәһенә арнап яҙған “Аҡ ҡылғандар”, тормош иптәшенә бағышлаған “Бүлмәләрҙә һинең тауыш” йырҙары йырсы Хәсән Усма­новтың репертуарына ингән.
Бер-береһен күҙ ҡарашынан аңлаған, уртаҡ ҡыҙыҡһыныуҙары күп булған ижади һәм эрудит ғаиләнең ҡасан барлыҡҡа килеүе ҡыҙыҡһындырҙы. “1966 йылдың 31 декабрендә, Яңы йыл кисендә осраттым ғүмерлек юлдашымды. Ул саҡта Стәрлетамаҡ педагогия институтында уҡып йөрөй инем. Учалы районының Учалы ауылы һылыуын тәү күреүҙән оҡшаттым. Оҙаҡҡа һуҙмай ғаилә ҡороп ебәр­ҙек”, – тип хәтирәләргә бирелде Салауат Ишбулды улы.
Сыңғыҙовтар дүрт балаға ғүмер бүләк иткән. Бөгөн уларҙың ете ейән-ейәнсәре бар. Байрам, ял көндәрендә атай йорто шат ауаздарға сорнала.
Сыңғыҙовтар, хаҡлы ялдабыҙ, тип тик үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнамай, улар – спорт һәм мәҙәни сараларҙың уртаһында. Икеһе лә йыл да район кимәлендәге саңғы ярышында ҡатнаша, йыш ҡына тәүге урындарҙы яулайҙар. Салауат Ишбулды улы спорт­ залына йөрөргә ярата, волейбол һәм футбол менән мауыға. Ул шулай уҡ район кимәлендә уҙған “Уйна, гармун!” бәйгеһенән бер ҡасан да ситтә ҡалмай.
“Йәшлек” гәзите дуҫтарының шундай матур күңелле булыуы ҡыуандыра. Сыңғыҙовтарҙың ал­дағы көндәре лә тик ҡыуаныс­ҡа һәм бәхеткә тулһын.

Гүзәл БИКМӘТОВА.
Юлай КӘРИМОВ фотоһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»