11.01.2013 Тәмәке тигән ағыуҙы ташларға ваҡыт!
2015 йылдан тәмәке тартыуға ҡағылышлы ярайһы ҙур ғына тыйыуҙар индерелеүе ихтимал. Рәсәй Дәүләт Думаһына “Тәмәке төтөнөнөң тәьҫире һәм тәмәке ҡулланыуҙың эҙемтәһенән халыҡтың сәләмәтлеген һаҡлау тураһында” закон проекты индерелгәйне. Ул ошо көндәрҙә тәүге уҡыуҙа ҡаралырға тейеш.
Закон проекты һәм тәмәкегә ҡаршы көрәштең көн үҙәгендә тороуы хаҡында Дәүләт Думаһы депутаты, парламенттың Һаулыҡ һаҡлау буйынса комитеты ағзаһы Сәлиә Мырҙабаева үҙ фекерҙәрен еткерҙе.
− Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса, үпкә яман шеше сиренән үлемдең 90 проценты тәмәке тартыуға бәйле. Бынан тыш, хроник бронхит диагнозы ҡуйылғандарҙың үлем осрағының – 75, йөрәктең ишемик сиренең 25 проценты ла – тәмәке менән артыҡ мауығыу һөҙөмтәһе.
Рәсәйҙә 43,9 миллион кеше тарта. Был − дөйөм халыҡтың 40 проценты самаһы. Ошо насар ғәҙәт арҡаһында барлыҡҡа килгән ауырыуҙарҙан йыл һайын 400 мең тирәһе кеше үлә. Тартыусыларҙың 60,2 проценты – ирҙәр, 21,7 проценты − ҡатын-ҡыҙҙар. Улар, башлыса, 19 – 44 йәшлектәр.
1994 йылға тиклем йылына 200 миллиард сигарет етештерелгән, хәҙер – 445 миллиард. Тәмәке тартыусылар һаны ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар иҫәбенә арта. Үҫмерҙәр араһында төтөн һурыусылар һаны ҡапыл артҡан. Һуңғы 20 йыл эсендә ҡатын-ҡыҙҙар араһында тәмәке тартыусылар 10 тапҡырға күбәйгән.
Никотиндың иммун системаһын көсһөҙләндереүе, йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре барлыҡҡа килеүгә сәбәпсе булыуы бөтәһенә лә билдәле. Ул ағыу ир-аттың да, ҡатын-ҡыҙҙың да репродуктив сәләмәтлеге насарайыуына килтерә. Гүзәл зат организмы айырыуса тиҙ бирешә. Тәмәкегә бәйле ҡатын-ҡыҙ бала таба алмай, йә сирле бала тыуҙыра.
Шуныһы ла бар: илебеҙ халҡының 80 проценты көн һайын “пассив” тарта. Был тәмәке төтөнөн һулауҙы аңлата. Сит кеше тартһа ла, беҙ шул төтөндәге 4000 химик матдәне һулайбыҙ. Ағыу иҫәбе генә лә 70-кә етә.
Дәүләт Думаһы “Тәмәке төтөнөнөң тәьҫире һәм тәмәке ҡулланыуҙың эҙемтәһенән халыҡтың сәләмәтлеген һаҡлау тураһында” закон проектын ҡабул иткән хәлдә бер өлөшө шундуҡ үҙ көсөнә инһә, ҡалғандары 2014 йылдың 1 июленән 2016 йылдың 1 ғинуарынаса ғәмәлгә индереләсәк.
Проектта халыҡты тәмәке төтөнөнән һаҡлау маҡсатында төрлө саралар ҡаралған. Тәмәке тартыуҙы йәмәғәт урындарында тыйыу тураһында һүҙ бара. Быға йорт подъездары, балаларҙың уйын майҙандары, эш урындары, кафе-ресторандар, йәмәғәт транспорты, туҡталыштар, вокзалдар һ.б. инә. Бер ҡап тәмәкенең хаҡын 150 һумға тиклем күтәреү тәҡдим ителә. Уны ауылда 25 квадрат майҙандан ҙур, ҡалала 50 квадрат метрҙан ашыу майҙанлы магазиндарҙа йә супермаркеттарҙа ғына һатып алыу мөмкин буласаҡ. Тәмәке компаниялары продукцияһын рекламаларға тейеш түгел.
Күҙаллауҙар буйынса, сикләү һәм тыйыуҙар тәмәке тартыуҙы һиҙелерлек кәметәсәк. Закондың ҡабул ителеп, эшләп китеүе шарт. Тәмәке тартыуҙың насар ғәҙәт икәненә төшөнөргә ваҡыт. Ата-әсәләр балаларына өлгө күрһәтергә тейеш. Өҫтәүенә, штраф системаһын яңынан ҡарарға кәрәк. Беҙҙә әле ул 100 һум. Мәҫәлән, Ирландияла уның күләме 3000 евро.
Иң мөһиме, беҙ закондың үтәлешен контролләргә бурыслы. Шунда һөҙөмтәләр ҙә оҙаҡ көттөрмәҫ. Илебеҙ халҡы сәләмәт булһын!
Әйткәндәй
2015 йылғаса тәмәке акциздары 20 – 50 процентҡа тиклем артып, бюджет ярайһы ғына тулыланасаҡ. Яҡшы түгелме ни был?
А. ИШЕМҒОЛОВА әҙерләне.