RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Милли байлыҡ» өсөн көрәш

11.01.2013 «Милли байлыҡ» өсөн көрәш

«Милли байлыҡ» өсөн көрәш
Барса халыҡ, эшләп хәлдән тайған кешеләрсә, яңы йылдың оҙон ялына иркәләнеп ятҡанда, Әбйәлил районының Буранғол ауылынан Әхмәт Моратов ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау ниәтенән «Газпром», дөрөҫөрәге, халыҡтан тәбиғи газ ҡулланған өсөн түләүҙәр йыйыусы «Башкиргаз» яуап­лылығы сикләнгән йәмғиәте менән айҡаша.
Был «ҡисса» Әхмәт Даяр улы Моратовтың алышы өйөнә газ хеҙмәте контролерҙары килеп, тикшереү үткәреп сығыуынан башлана. Был хаҡта Әхмәт ағай түбәндәгеләр­ҙе һөйләп бирҙе:
– Мин өйҙә юҡ саҡта Асҡарҙағы «Башкиргаз» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте контролеры килеп, тәбиғи газды иҫәпләү счетчигының эшлектән сығыуы хаҡында акт төҙөгән, ошо актҡа ярашлы, счетчикты тиҙ арала алмаштырып ҡуйырға иҫкәрмә ҡалдырып киткән. Был хәл 2012 йылдың 11 сентябрендә булған. Иртәгәһенә, 12 сентябрҙә, мин ҡулланыусылар менән эшләүсе инженерға мөрәжәғәт итеп, компетентлы тикшереү үткәреүен һораным. Ни тиһәң дә, газ ҡулланыуҙы иҫәпләүсе прибор – аныҡ иҫәпләү приборы һәм уның ни рәүешле боҙолоуын, боҙолған осраҡта ла, уның күпме дәүмәлдә яңылыш мәғлүмәт биреп тороуын асыҡларға кәрәк бит.
Инженер мин талап иткән комиссияның Белореттан беҙгә юлланыуын 19 сентябрҙә, бер нисә сәғәт алдан ғына, үҙ кабинетында әйтте. Ярай, уныһына үпкәм юҡ. Тикшереү үҙе иһә тупаҫ хаталар менән үткәрелде. Счетчикты сисеп алманылар, уның күрһәтеүҙәрен дә яҙып торманылар. Тикшереү актын ҡулыма бирмәнеләр. Һүҙ менән генә, счетчик 97 процентҡа яңылыша, тип әйттеләр ҙә, шуның менән вәссәләм! Тик бер айҙан һуң ғына, талап итә торғас, 20 сентябрь көнө менән яҙылған (календарь буйынса был көн ял көнөнә тап килә) протокол алдым: уныһында ла бер һүҙ – «ҡулланыуға эшкинмәй».
Ныҡлап керешеп, алты календарь көнө эсендә газ счетчигын яңынан алып ҡуйҙырҙым. Әйткәндәй, был бик мәшәҡәтле, сығымдар талап иткән эш – һәр ерҙә аҡса түләргә кәрәк. Иҫке счетчикты хеҙмәтләндереүсе белгес яңыһын ҡуйыр алдынан ғына сисеп алды, пломбаһын алды, яңы счетчикка яңы пломба ҡуйҙы.
Бер айҙан һуң ғына миңә ҡулланыл­ған газ өсөн квитанция ебәрҙеләр. Алып ҡараһам, унда миңә иҫәпте счетчик буйынса түгел, ә йылытыл­ған йорттоң майҙанына ярашлы, йәғни иң юғары норматив менән, уҙған алты ай өсөн перерасчет эшләп ебәргәндәр. Йәғни, счетчигым эшләмәй торғанға һылтанып, минән ярты йыл өсөн шаҡарып – 13231 һум 80 тинлек түләү һалғандар! Уҙған ярты йыл өсөн мин бит ай һайын ваҡытында түләп бара торғайным, эшләмәй, тиһәләр ҙә, счетчигым әйләнеп торғайны бит.
Бына ошо түләү менән риза булмай, судлашыуға етешә лә инде Әхмәт ағай. ҡулланыусыларға тәбиғи газ биреүсе ойошманың уставы, газ иҫәпләүсе ҡорамалдың техник характеристикаһы, газ өсөн түләүгә ярашлы хөкүмәт ҡарары менән ҡоралланып алып, үҙ мәнфәғәтен яҡлай башлай хаҡлы ялда ултырыусы ағай.
– Талап итә торғас, счетчикты Белорет ҡалаһына, яңы тикшереү үткәреүгә тапшыра алдым. Тик ул тикшереү ҙә күңелемә тыныслыҡ бирмәне. Нишләп, тиһеңме? Беренсенән, счетчигымдың күрһәтеүҙәре минең өйҙән нисек сығып киткән, шундай уҡ дәүмәлдә әйләнеп ҡайтты. Йәғни, уның менән ниндәйҙер тикшереү үткәреүҙәренә шик тыуа. Икенсенән, тикшереү һөҙөмтәләре ябай ҡағыҙға, өҫтән-мөҫтән генә итеп яҙылған, был яҙыу­ҙы уҡығас, һорауҙар кәмемәй, ки­реһенсә, арта ғына. Ярай, был моментҡа ла бәйләнмәйек, ти. Иренмәй, Магнитогорск ҡалаһына барып, дәүләт лицензияһы менән эшләүсе метрологҡа мөрәжәғәт иттем, счетчикты яңынан тикшерттем. Герблы ҡағыҙға, тикшереүсенең мисәте, ҡултам­ғаһы менән нығытып, счетчиктың ни өсөн эшкинмәүен аңлатып, яҙып бирҙеләр.
Әхмәт ағай, бер нисә өлөшкә бүлеп, баяғы 6 айлыҡ бурысты түләп ҡуйғас ҡына, Рәсәй Федерация­һының 2008 йылда донъя күргән 549-сы һанлы ҡарарын табып ала. Уға ярашлы, газ счетчиктарының ватылыу сәбәпле эшләмәй торғанлығы асыҡланған осраҡта, ҡулла­ныл­ған газ өсөн иң юғары норматив менән түләтеү срогы аныҡ билдәләнелә.
– Минең осраҡта, «Башкир­газ»дың алдағы тикшереүе счетчиктың ватылғаны асыҡланғанға тиклем ярты йыл элек уҙған, тип аңлатһалар ҙа, асылда, етешһеҙлек асыҡланған көндән алып, счетчикты яңыртыуға тиклем нисә көн үткән, шуның сама ғына перерасчет эшләргә тейештәр ине. Йәғни мин 6 айға түгел, алты көнгә генә иң юғары норматив буйынса түләргә тейеш инем. Әйтәм бит, ҡулланылған газ счетчигы – теүәл прибор, уны ҡуйыусы ла, хеҙмәтләндереүсе лә, тикшереүсе лә бер ойошма ғына; мин был эшкә ҡыҫыла, уны үҙем теләгән ваҡытта үткәрә, йәһәтләтә йә кисектерә алмайым. Контролерҙары етешмәүгә һылтанып, йылдар буйы, айҙар буйы тикшермәй йөрөйҙәр ҙә, бер көн килеп, бар ғәйепте һинең өҫтөңә япһаралар. Пломба ҡуйылған прибор­ҙың ватылып тороуын ябай ҡулланыусы нисек белһен инде? Мутлашыуға, тап хеҙмәтләндереүселәр тарафынан мутлашыуға мөмкинлектәр күп ҡала бындай осраҡтар­ҙа. Шуға ла гәзит уҡыусыларға үҙемдең хәлемде һөйләп, уяу булырға, үҙ мәнфәғәттәрен яҡлай белергә өндәүем был. Бына бит, минең осраҡта ғына ла әллә күпме етешһеҙлектәрен асып һалдым судта: акттарҙың, протоколдарҙың факт буйынса түгел, кәрәк булған өсөн генә нисек теләйҙәр – шулай тултырыуҙарын, тикшереүҙәрҙе лә шулай үткәреүҙәрен. Миңә бирелгән рәсми ҡағыҙҙарын ҡараһаң, мәҫәлән, өйҙәге газ селтәре хаҡындағы мәғлүмәттәр «һауанан» алып яҙыл­ған: аш-һыу бүлмәһендәге йылытыу ҡаҙаны өйҙөң түр яғына, залға «барып сыҡҡан». Был нимә хаҡында һөйләй? Маңлайҙарынан себен осороуҙары хаҡында, әлбиттә. Тағы ла, ауылдағы бер нисә кешегә контролерҙар яла яғып маташа, йәнәһе, тикшереү килгәс, йәһәт кенә ишекте асманығыҙ, тимәк, ошо ваҡыт эсендә счетчикҡа тығып ҡуйған энәләрегеҙҙе һурып алып өлгөргәнһегеҙ һәм башҡалар. ҡарап, күҙәтеп йөрөйөм – бәйләнгән кешеләре гел өндәшмәҫерәк пенсионерҙар, сирлеләр. Бына ошондай хәлдәр ҡабатланмаһын, ҡулланыусылар һәм хеҙмәт күрһәтеүселәрҙең мөнәсәбәттәре ғәҙел, тәртипле барһын өсөн, һәр кеше үҙ хоҡуғын даулап өйрәнергә тейеш.
Әхмәт ағай Моратовты тыңлап ултыра торғас, үҙемә оят булып китте: ете йыл элек «Башкирэнерго» тикшереүселәре менән бер ауылда рейдта йөрөгәйнек. Контро­лерҙарҙың бер ниндәй саҡырыуһыҙ өйҙөң ҡыйығы аҫтына, келәткә инеп китеүе иҫкә төштө. Уйлап ҡараһаң, суд ҡарары буйынса үткәрелергә тейешле тентеүгә тиң булған бит был рейдтар... Журналист булараҡ, күргәндәремде прокуратураға яҙып бирәһе урынға, гәзиткә маҡтап яҙып ятсы әле... Их, Әхмәт ағай тап булмаған шул саҡта ҡаршыбыҙға!

Илшат ҡАНСУРИН.
Сибай ҡалаһы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»