18.12.2012 Америка халҡы зар илай
Фажиғәгә ҡорал ҡулланыуҙы яҡлаған Конституция, либераль закондар ғәйеплеме?
14 декабрҙә АҡШ мәктәптәренең береһе оло бәхетһеҙлек кисерҙе. Коннектикут штатының Сэнди-Хук ҡалаһынан 20 йәшлек Адам Лэнза исемле әҙәм 27 кешене атып үлтерҙе. Улар – 6 – 7 йәштәге 20 бала һәм мәктәп хеҙмәткәрҙәре. Шаһиттар әйтеүенсә, Адам йөҙ тапҡырҙан ашыу атҡан. Тәүҙә ул уҡыусыларҙың күҙ алдында ошо мәктәптә эшләгән әсәһен ата һәм сират балаларға етә. Бронежилет кейгән Адамдың ҡулында винтовка һәм ике пистолет була. Енәйәтсе һуңынан үҙ-үҙен атып үлтерә.
Ир аутизм ауырыуы менән сирләгән була, үҫмер сағында атаһы ғаиләһен ташлап китә. Тик белгестәр белдереүенсә, аутизм менән яфаланыу агрессияға дусар ителеү түгел. Бәлки, уға ғаиләлә етерлек иғтибар бүленмәгән, әсәһе бар хәстәрен үҙе уҡытҡан балаларға биргәндер, тигән фекерҙә психологтар. А. Лэнза Ньютаунға мәктәпкә килгән ваҡытта, белем учреждениеһында 5 – 10 йәшлек 600 самаһы уҡыусы була.
Америкала Ньютаундағы кеүек фажиғәләр бик йыш күҙәтелһә лә, илдә йыл һайын миллионлап атыу ҡоралы һатыла һәм һатып алына. Сөнки һәр теләгән американ, Конституцияға ярашлы, ҡоралға эйә була ала. Һәр Америка гражданы — атыу ҡоралы хужаһы, был хоҡуҡ XVIII быуатта уҡ ҡабул ителгән. Ай-һай, иҫкермәнеме икән ул? Һуңғы йылдарҙа халыҡ араһында сикләүһеҙ ҡорал ҡулланыу бик күп ҡорбандарға килтерҙе. Йыл һайын тиҫтәләгән кеше тыныс ерҙә пулянан һәләк була. Хатта Американың полиция психологтары «актив атыусы» тигән яңы термин индергән. Ғәҙәттә, ул 35 йәштән дә уҙмаған йәш ир, яңғыҙы һәм асыҡтан-асыҡ эш итә. Маньяктар менән сағыштырғанда, актив атыусы күп халыҡ йыйылған урында, ҡорбандарын һайламайынса, ут аса. Уның маҡсаты – мөмкин тиклем күберәк кешене үлтереү.
Америкала белем биреү учреждениеларында ла ҡорал ҡулланыу бик популярлашты. Һуңғы йылдарҙа фажиғәләр исемлеге түбәндәгесә:
2 октябрь, 2006 йыл. Никел-Майнс (Пенсильвания штаты).
33 йәшлек ир дини мәктәпкә килеп ут аса. Дүрт кеше һәләк була, етәүһе яралана, һуңынан уларҙың икәүһе дауаханала йән бирә. Енәйәтсе үҙ-үҙен үлтерә.
3 ғинуар, 2007 йыл. Такома (Вашингтон).
17 йәшлек егет үҙе уҡыған мәктәбен утҡа тота. Уны ҡулға алалар. Бер кеше яралана.
16 апрель, 2007 йыл. Шарлотсвилл (Вирджиния).
23 йәшлек университет студенты һабаҡташтарына ҡаршы ут аса һәм үҙен дә үлтерә. 33 студент һәләк була, 30-ы яралана.
10 октябрь, 2007 йыл. Кливленд (Огайо).
14 йәшлек үҫмер мәктәпкә мылтыҡ алып килә һәм тиҫтерҙәренә һөжүм итә. Дүрт кеше яралана, һөжүм итеүсе үҙ-үҙен үлтерә.
10 декабрь, 2007 йыл. Денвер (Колорадо).
20 йәшлек ир христиан миссионерҙары мәктәбендә ике кешене үлтерә, икәүһен яралай.
15 февраль, 2008 йыл. Де-Калб (Иллинойс).
27 йәшлек ир университет аудиторияһында ут аса. Һөҙөмтәлә биш кеше үлә, 18 кеше ҡаты яралана.
9 март, 2010 йыл. Коламбус (Огайо).
50 йәшлек университет уҡытыусыһы коллегаларына ут яуҙыра һәм көбәкте үҙенә лә терәп, донъя менән хушлаша. Бер кеше үлә, бер кеше яралана.
5 ғинуар, 2011 йыл. Омаха (Небраска).
17 йәшлек егет туған мәктәбендә винтовка менән тиңдәштәренә һөжүм итә һәм үҙенең дә ғүмерен өҙә. 2 кеше үлә, 1 кеше яралана.
27 февраль, 2012 йыл. Шардон (Огайо).
17 йәшлек үҫмер дәрес башланыу менән муҡсаһынан пистолет сығара һәм класташтарын утҡа тота. Бер үҫмер үлә, дүртәүһе яралана.
2 апрель, 2012 йыл. Окленд (Калифорния).
43 йәшлек ир «Ойкос» христиан университеты аудиторияларының береһендә ут аса. 7 кеше һәләк була, 3 кеше яралана.
Шулай ҙа Ньютаун фажиғәһе кемдер өсөн һабаҡ булған, күрәһең. ҡайһы бер штаттар ҡорал ҡулланыу буйынса сикләүҙәр ҡабул итә башлаған. Сан-Францискола һәм Окленд штатында халыҡ араһында теләк буйынса ҡорал тапшырыу эшен йәйелдереп ебәргәндәр, һәр ҡорал берәмегенә 200 доллар тәҡдим итәләр.
Л. ҒӘЛИМЙӘНОВА.