RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Атайлы атайһыҙҙар

14.12.2012 Атайлы атайһыҙҙар

Атайлы атайһыҙҙар  йәки Был тормошта һәр кем үҙе сәскәнен үҙе ура
Егерме ете йәшлек Айбикә (исемдәр үҙгәртеп алынды – авт.) квалификацияһын күтәреү маҡсатында алыҫ ҡалаға уҡырға киткәндә, үҙенең ауырлы икәнен белмәй. Белгәс тә, иренә хәбәр итергә ашыҡмай – ҡайтыу менән һөйөнсө алырға уйлай. Ғаиләһендә өс йәшлек малай үҫкәс, был юлы ҡыҙ булыр, итәктәр тегеп кейҙерермен, сәсенә таҫмалар үрермен, тип хыяллана. Тик ике айҙан өйөнә ҡайтып, иренән һөйөнсө алғас, ҡыуаныр урынға, ире туҙынып китә: «Ирҙәр әйтте ул, бисәләр ситтә йөрөй, тип, ә мин ышанмаған булам, ахмаҡ! Кемдән йөрөп таптың?! Әйтәм, һис бер һүҙһеҙ йыйынып сығып киттең, ирем, бәләкәс балам бар, тип ыжлап та бирмәнең. Ни йөҙөң менән миңә йөрөп тапҡан балаң тураһында хәбәр итергә йөрьәт иттең? Битһеҙ!» Бындайҙы көтмәгән Айбикә ни әйтергә белмәй, шаңҡып ҡатып ҡалғас, ире шарт-шорт кейем-һалымын сумаҙанға йыя ла ишекте шапылдатып ябып, өйҙән сығып китә. Иренең башҡаға күҙе төшөп, ғишыҡ уттарында янып, күптән инде нисек итеп ғаиләһенән ысҡынырға белмәй йөрөгәнен эскерһеҙ Айбикә ҡайҙан тойһон, аңлаһын? Бер ҡулы менән саҡ ҡына беленә башлаған ҡорһағын тотоп, икенсе ҡулы менән үҙенә һыйынған балаһын ҡосаҡлап, ул бөгөлөп төшә. Илап, күҙҙәре шешенеп бөтә. ҡайтыр, аҡылына килер, тип төнө буйы йоҡламай. Һәр тауыш­ҡа һиҫкәнеп, һикереп тороп ишеккә барып, тәҙрәнән-тәҙрәгә йөрөгән йәш ҡатын зарығып ирен көтә. Бер нисә көн үткәс иһә, иренең заводтан йүнәлтмә алып, Себерҙәге яңы төҙөлә башлаған предприятиеға китеүен белә. Бер үҙе түгел – һөйәркәһе менән. Ул киткәс, иренең эш урынынан бирелгән өйҙө лә бушатырға ҡушалар, йәнәһе лә, йәш белгестәргә торлаҡ кәрәк. Өҫтөнә өйөлөп төшкән ваҡиғаларҙан иҫ-аҡылын юғалтыр хәлгә еткән Айбикә, улын етәкләп, ҡаланан сығып китергә мәжбүр була. Барып моронон төртөр ине яҡын кешеләренә – улары күптән гүр эйәһе. Ике ағаһы бар-барлыҡҡа, тик еңгәләре сит кешене яҡын юллатырлыҡ түгел. Шулай ҙа, бәхеттәренән, төпкөлдәге ауылда эш тә, баракта йәшәргә мөйөш тә табыла.
– Ана шундағы ҡыҫыҡ, ҡараңғы, тынсыу бүлмәлә мин донъяға килдем дә инде, – тип һелкенеп көлдө әзмәүерҙәй кәүҙәле Таймас. – Әсәйемде бит эшкә алғанда уҡ, бала тапҡансы эшләйһең, тип киҫәтеп ҡуялар, шуға ла ул тулғаҡ тота башлағас ҡына эштән һорап ҡайтҡан, ә ҡалаға, бала табыу йортона барырға транспорт тапмаған. Бына шулай итеп мин боронғо баракта тыуғанмын. Оло йәштәге фельдшер-акушер әбейгә рәхмәт, әсәйемде лә, мине лә һаҡлап алып ҡалған – мин елле, дүрт килонан ашыу булғанмын. ҡаҡса ғына әсәйем нисек йөрөткәндер инде мине... Ағайым менән атайлы килеш атайһыҙ булып үҫтек. Ә атайһыҙ үҫеүе еңел булманы. Һеҙ – тыума, тип йәберләү, кәмһетеүҙәре йөрәкте яралап бөттө. Атайлы балалар ҡиммәтле йөн туҡыманан тегелгән спорт костюмы кейә башлағанда беҙ, ярты етемдәр, тубығы сыҡҡан трикола йөрөнөк. Улар велосипедта елдергәндә, беҙ, берҙе генә йөрөп ҡарайыҡ әле, тип арттарынан инәлеп йүгерҙек. Беҙ бәләкәй саҡтан тупаҫ салғы менән бесән сабып этләндек. Тапарға өйрәтеүсе лә булманы, көн дә ауылға ҡайтып, ҡарттарҙан салғы тапатырға хәлдән дә килмәне – бесәнлегебеҙ ауылдан ныҡ алыҫ ине, ятып бесән әҙерләнек. Бер ваҡиғаны һөйләйем әле һеҙгә (уны әсәйем йыш ҡына иҫләтә). Миңә өс йәш самаһы булғандыр, беҙгә ҡунаҡ килгән. Йәш атай-әсәйҙең минән бер йәшкә өлкән малайҙары бар икән. Шул бала атаһы менән мәж килгән: алдында ла ултырған, елкәһенә лә менгән, уны дүрт аяҡлатып та йөрөткән... Үҙе «атай ҙа атай» тип тәтелдәүҙән бушамаған. ҡыҙығып киткәнмендер инде, уйындарына ҡыҫылып, шул иргә мин дә «атай» тип өндәшкәнмен. Улы минән атаһын ҡыҙғанып, ул һинең атайың түгел, минеке, тип шунда уҡ түшемдән этеп ебәргән. Тәкмәсләп барып төшкәнмен дә, миңә лә атай кәрәк, тип үкһеп илағанмын. Мин ул ваҡытта атайҙарҙың донъя терәге булғанын, атайлы балаларҙың арҡалы икәнен дә аңламағанмын. Бар теләгем – дәү кәүҙәле затҡа ауыҙ тултырып «атай» тип әйтеү, уның менән уйнау... Ә алты йәшемдә: «Башҡаларҙың атайҙары бар, нишләп беҙҙеке юҡ ул?» – тип әсәйемдән һорағанмын. «Бәхетлеләрҙең ире лә бар», – тигән ул, уйға ҡалып. «Юҡ, миңә ир кәрәкмәй, миңә атай ғына кәрәк ине», – тип әсәйемде күҙ йәше аша көлдөргәнмен. Һеҙ уйлап ҡарағыҙ – мин бөтөнләй атайһыҙ үҫкәнмен! «Атай» һүҙен әйтеүҙән мәхрүм булғанмын. 23 февраль көнө минең өсөн яза ине, мәжбүри рәүештә яҙҙырылған открытка менән кемде ҡотларға белмәй, күрше бабайҙың исемен сыймаҡлай торғайным. Әсәйем­дең ҡарынында ятҡанда уҡ атай кеше, ул минең балам түгел, тип минән баш тартып, әсәйемде, ағайымды ҡалдырып, сығып киткән бит. Ә бөгөн килеп шул бәндә, мин һинең атайың, тип минең йортҡа килеп ингән. Айырылы­шыу ҡағыҙы мин тыуғандан һуң килгән, шуға миндә – атайҙың исем-шәрифе. Шуның буйынса эҙләп тапҡан.
Таймас тәрән итеп тын ала, тәҙрәгә ҡарап, шымып ҡала. Хәлен аңлайым. Ғорур, ғәрсел Айбикә апай, үҙ балаларынан баш тартып, йәш бисә менән сығып киткән оятһыҙ әҙәмдең бер тине лә кәрәкмәй, тип ике улын да яңғыҙы аяҡҡа баҫтыра. Башҡаса кейәүгә сыҡмай, ғүмерен тотошлай улдарына бағышлай. Атайһыҙ нужа күреп үҫһәләр ҙә, тәрбиәле егеттәр юғалып ҡалмаған. Икеһе лә юғары белем алып, матур ғаилә ҡороп, мул тормошта йәшәй. Әйткәндәй, аяҡҡа баҫыу менән улар иң беренсе әсәйҙәренә ҙурҙан йорт һалып биргән.
– Әсәйем алдында беҙ бик бурыслы, – ниһайәт, Таймас яңынан телгә килә. – Уға ниндәй генә изгелек ҡылһаҡ та аҙ һымаҡ. Ағайымдың да, минең дә ғаиләлә ул иң ҡәҙерле, көтөп алған ҡунаҡ. Инде үҙебеҙ ир ҡорона инһәк тә, уның һүҙе – беҙҙең өсөн ҡанун. Шулай булырға тейеш тә, тип уйлайым, сөнки уның рух ныҡлығы, эске көсө беҙгә таяу-терәк булды, төплө аҡылы юлдан яҙмаҫҡа, таймаҫҡа өйрәтте. Уның кеүек юғары әхлаҡлы, егәрле, аҡыллы кешеләр бик һирәк. Кәңәштәре һис бер ҡасан зарар килтермәне, үҙенең өлгөһөндә беҙҙе тырыш, намыҫлы, эшһөйәр итеп үҫтерҙе. Уға рәхмәттән башҡа бер һүҙебеҙ юҡ, ҡәҙер-хөрмәт эсендә йәшәргә хоҡуғы бар.
Ә, һинең атайыңмын, тигән әҙәмгә килгәндә иһә... Оялмай, мине эҙләп килеүен әйт әле һин уның! ҡатыным мәрхүмә, балаларыбыҙ булманы, әйҙә бергә-бергә ҡатышып йәшәйек, бөтә булған донъяны һеҙгә ҡалдырырмын, ти бит әле. Нимәгә беҙгә уның байлығы? Үҙебеҙҙеке үҙебеҙгә етә, аллаға шөкөр, артығы кәрәкмәй. Һин минең улым, тип күҙенә йәш алмаҡсы, ейәндәрем менән, исмаһам, таныштыр, әсәйеңдең, ағайыңдың адресын бир, ти. Минең атайым юҡ, тинем, һинең дә улдарың да, ейәндәрең дә юҡ бында, башҡаса беҙҙе һис бер ҡасан борсоп йөрөмә, әсәйем өсөн дә һин күптән үлгәнһең, тип танауы алдында ишекте шартлатып яптым. Тупһа аша ла атлатманым. ҡатыным, оло кеше бит, сәй эсереп сығарырға кәрәк ине, тип өтәләнһә лә, юҡ, тип ҡырҡа өҙә һуҡтым. Атайым юҡ икән, булмаһын да! Беҙгә иң ауыр саҡтарҙа ҡайҙа булған, нишләп шул ваҡытта килеп ярҙам ҡулын һуҙмаған? Улар бисәһе менән курорттан – курортҡа, санаторийҙан санаторийға йөрөп ятҡан, ә беҙ ағайым менән йәй буйына ҡара янып көтөү көттөк, сөгөлдөр утаныҡ, кешеләргә утын ярҙыҡ. Ярай, сәмле әсәйем алименттан баш тартһын да, ти. Ә һуң ул беҙгә махсус рәүештә иҫәп асып, шунда аҡса күсерә алманымы ни? Юғары уҡыу йортонда уҡый башлағанда, ул аҡса беҙҙең эсте бер ҙә тишмәҫ ине. Йәки тыуған көндәребеҙгә, Яңы йылға бүләктәр ебәрә алманымы? Түрә булып эшләгән, эш хаҡын умырып алған, ә беҙҙән тиндәрен йәлләгән. Хоҙай уларға бала бирмәй тап-таман иткән, булған балаларынан баш тартҡан кешегә шулай кәрәк тә ул, тип ҡуям йәнем көйгәндә. Ярай, мине, әле саҡ яралған сабыйҙы, минеке түгел, тип үҙһенмәһен дә, ти, ләкин ағайымды нишләп уйламаған? Өс йәшенә тиклем күҙ алдында үҫкән ир баланы нишләп ошоғаса ике ятып бер төшөнә индермәгән? Имеш, хәҙер уға беҙ кәрәк. Ә беҙгә ул кәрәкме? Юҡ! Ағайыма уның хаҡында әйткәйнем, керпеге лә һелкенмәне, уның да атайға мохтаж сағы күптән үткән. Оҙаҡ ҡына ҡыймай йөрөп, әсәйемә лә асылдым. Бәлки, һинең осрашҡың, аңлашҡың килгәндер, ҡасып олаҡҡан бит, моғайын да, әйтер һүҙең булғандыр, ә мин хатта телефонын алыу түгел, йүнләп һөйләшмәнем дә, тигәс, дөрөҫ иткәнһең, элмәнләп йөрөмәһен минең балаларыма, тип йылмайҙы. «Ошо көндөң булырына ғүмер буйы ышандым, шуны көттөм, шөкөр, көткәнем тормошҡа ашты. Икегеҙ ҙә ҡиәфәтегеҙ менән уға һуйып ҡаплағандай оҡшаһағыҙ ҙа, һеҙ – тик минең уландарым! Күңелем булды лаһа...» – тип әсәйем шунан бирле инде лә күтәренке кәйефтә йөрөй. Хатта күҙ алдында йәшәреп китте, иңбаштары яҙылды, өҫтөнән ауыр йөк төштөмө ни! Әлдә шул бәндәне өйөмә индермәгәнмен, ҡалай ғына әсәйемде рәнйетер инем, тип мин дә ҡыуанам. ҡатыным, сәй ҙә эсермәнек, тип бошонһа ла, уның ҡарауы, ул беҙгә етерлек нужа һурпаһын һемертте, хәҙер ни сәскән – шуны ура, тинем. Һәр кем ҡылғандары өсөн яуап тота.
Таймас һөйләрен һөйләп бөткәс, минең менән тиҙ генә хушлашты ла, телефон аша кемгәлер күрһәтмәләр бирә-бирә, һеңкеҙәтә баҫып, ашығып сығып китте. Ә, бәлки, атайығыҙҙы ғәфү итергә кәрәк булғандыр, тигән һүҙем һауала аҫылынып тороп ҡалды...










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»