RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Улай итмәгеҙ...»

07.12.2012 «Улай итмәгеҙ...»

Үҙ-үҙен үлтергән ҡыҙ синыфташтарының төшөнә инеп, шулай тип өндәшә
− Альбина, егетеңдең аҫылынып үлеүенә быйыл теүәл ун биш йыл, шулай бит? − әхирәтем менән концерт ҡарап ултырғанда әллә ҡайҙан шуны иҫләнем бит, телемде арҡыры тешләһәм дә, һүҙем тейешле ҡолаҡҡа барып еткәйне. Мин ғәфү үтенергә әҙер генә булып, мөлдөрәп әхирәтемә ҡараным, әммә уның артыҡ иҫе китмәне, буғай. Бер мәлгә генә сәхнәнән айырылып:
− Китсәле, шуны иҫләйһеңме, әй? − тип миңә аптырап ҡараны. − Башыңды юҡ-бар менән тултырып ни...
− Юҡ-бар түгел дә, − ошо хаҡта күптән һорарға ҡыймай йөрөй инем, форсат сыҡҡанға шатланып, телем осонда ғына торған һорауҙы бирҙем, − ә һин үҙеңде ғәйепле тояһыңмы, үкенәһеңме?
− Бәй, мине иҫәр тип беләһеңме әллә, − әхирәтем миңә ҡарай әйләнеп ултырҙы. − Уны, аҫылынып үл, тип ҡотортмағанмын, муйынына элмәк һалмағанмын, шулай булғас, нишләп мин үҙемде ғәйепле һиҙәйем?
− Һуң, һинең арҡала аҫылынған бит. Үлер алдынан дуҫына, яуап­һыҙ мөхәббәтем етте башыма, тигән.
− Уф-ф, үткән-бөткән, тиһәм... Мин һине яратмайым, ярата ла алмаясаҡмын, сөнки башҡаны һөйәм, тип дөрөҫөн әйттем дә, уҡыр­ға киттем. Шул уҡ кисте ул муйынын элмәккә тыҡҡан, алйот. Үлеме тураһындағы хәбәр­ҙе бер аҙнанан һуң ғына ишеттем. Тәүҙә ышанманым, юҡты һөйләйҙәрҙер, тинем. Аҙаҡ оторо ярһып иланым, бүлмәләш ҡыҙҙар мине үкенәлер тип уйлаған, ләкин күҙ йәштәрем асыуымдан ине. Һаман да аптырайым: нишләп ул үҙенең аңһыҙ аҙымы өсөн яуаплылыҡты минең иңгә һалды, әйт әле?! Башһыҙ... ҡыҙ яратмай тип, илап-шыңшып ҡара ер ҡуйынына ин дә ят, ә һин бында шуның өсөн яуап тот... Ул, белгең килһә, мине лә саҡ үҙенең артынан алып китмәне. Бер көн клубтан ҡайтырға сыҡһам, артымдан һеңлеһе кирбес менән ташланды. Йәнәһе лә, ағайым һинең арҡала гүрҙә сереп ята, ә һин бында йылмайып-көлөп бейеп йөрөйһөң. Ярай ҙа егеттәр үҙен туҡтатып, мине үлемдән аралап алып ҡалды. Эсеп батырайған да, үс алмаҡсы... Йәше­рен-батырыны юҡ, уның үлемендә туғандары ғына түгел, бөтә ауыл тиерлек мине ғәйепләп, күҙемде лә астырманылар. Һөлөктәй егеттең башына еттең, тип шыбыр-шыбыр килеп, артымдан тишерҙәй итеп ҡарап тороп ҡалалар ине. Шуға ла ауылдан сығып китергә мәжбүр булдым. Өс йылдан ашыу ҡасып-боҫоп тигәндәй ҡайтып йөрөргә тура килде. Асыуым, нәфрәтем оҙаҡ баҫылманы. Ә йәлләү, үкенеү тойғолары бөтөнләй булманы. Етмәһә, кейәүгә сығып айырылғас, ҡайһы бер «изге» бәндәләр, ана, аҫылынып үлгән егеттең күҙ йәше башына төштө, тип һөйләп йөрөнө. Унан түгел, иремде һөйәркәһе менән тотҡан­ға үҙем айырылдым.
− Ә, бәлки, ысынлап та, күҙ йәштәре төшкәндер?
− Ирмәк яғың сыҡмаһын, – саҡматаштай ҡаты Альбина үҙ сүрәтендә. − Уның күҙ йәштәре минең башҡа төшөр ине, әгәр ҙә ғәйебем булһа. Ә минең ни ғәйеп? Мин бит уны яратманым. Артымдан, һөйәм, һинһеҙ үләм, тип көсләшеп йөрөгән һәр кемгә «һөйөүем»де бүләк итә башлаһам, минән ни ҡалыр ине һуң? Йәш саҡта һәр кем һөйөлөргә, яратылырға ынтыла, ләкин һәр береһенең тиерлек беренсе мөхәббәте бәхетһеҙ булып сыға. Әммә бөтәһе лә тота килеп, аһ, ул мине яратмай, тип венаһын ҡырҡмай ҙа баһа. Көсһөҙҙәр генә ундай аҙымға бара, тип иҫәпләйем. Ана, мине лә үлә яҙып ғашиҡ булған һөйгәнем бер йылдан ташлап, курсташыма өйләнде. Ләкин, күреп тораһың, аяҡҡа таш бәйләп, йылғаға ташланмағанмын, яныңда ултырам.
Минең ни әйтеремде көтөп, бер аҙ тын ултырғас, Альбина тағы ҡыҙып-ҡыҙып шыбырлап (ни тиһәң дә, концертта ултырабыҙ!) һүҙен дауам итте:
− Ярай, егетемде үлемдән аралап алып ҡалдылар, ти. Артыҡ хис-тойғоларым булмаһа ла, яратмаһам да, шул егет менән тормошомдо бәйләнем дә, ти. Ә аҙаҡ, етдиерәк мәсьәләләр килеп тыуғанда, ул тағы ла үҙ-үҙенә ҡул һалып, проблемаларҙан ҡасмаҫ, тип кем гарантия бирер ине икән? Балаларын етем итеп, бисәһен ярыҡ ялғаш янында ҡалдырмаҫ инеме ул? ҡалдырыр ине! Сөнки ундай кешеләр яуаплылыҡтан ҡурҡа, кәртәләрҙе үҙҙәре йырып сығыр урынға, башҡалар артына ҡаса. Ни тиклем хисле булған хәлдә лә, кешенең быуыны ныҡ булырға тейеш... Минең генә тормошома ҡара яҡһа – бер хәл. Ата-әсәһен йөҙ йылға ҡартайтып, улар­ҙың йәшәү йәмен урлап, ғүмерлеккә туғандарының йөрәген яралап китергә уның ни хаҡы бар ине? Ярай ҙа аҙаҡ мине улар аңланы, мин дә уларҙы кисерҙем, ләкин бынан ғына улар рәхәт йәшәп киттеме ни? Юҡ. Беҙҙе, улының иптәштәрен, күргән һайын әсәһенең йөрәгенә ҡан һауа кеүек, шунда уҡ күҙҙәре йәшкә тула. Беҙгә лә ҡыйын. Айырыуса миңә ауыр.
− Тимәк, барыбер үҙеңде ғәйепле һиҙәһең?
− Юҡ! Әйтәм дә һуң, үҙемде грамм да ғәйепле тоймайым, ата-әсәһен йәлләүҙән йөрәгем әрней. Беҙ ул егет менән ипләп йөрөмәнек тә, биш-алты тапҡыр оҙатһа-оҙатҡандыр. Өмөтлән­дереп, башын әйләндереп, алдап йөрөһәм – бер хәл. Тәүҙән үк, арабыҙҙа бер ни ҙә булмаясаҡ, тинем. Шуға яҙған хаттарына ла яуап бирмәнем, ә ул барыбер әллә нимәләр өмөт итеп йөрөгән, имеш... Әйҙә һөйләшмәйек, концерт ҡарайыҡ, атыу барыһы ла беҙгә күҙҙәренең ағын әйләндереп ҡарай башланы.
Альбина сығышын тамамлаған бейеүселәргә ҡул сапты, ә мин уйҙарыма сумдым. Бер үҫмер егеттең һөйләгәндәрен иҫләнем. «Уйламағанда синыфташыбыҙ аҫылынып вафат булғас, көн һайын, ҡырҡына хәтлем, ул төшөмә керҙе бит, − тип башлағайны егет хәбәрен. − Әллә ниндәй шомло, бер үк төш булды инде: беҙ класта синыфташтар менан уны уратып алғанбыҙ ҙа һөйләшеп ултырабыҙ. Ниңә улайттың, тип һорайбыҙ, ул ниҙер әйтә, әммә беҙ уны ишетмәйбеҙ. ҡырҡы тулған көндө лә төшөмә инде: әлеге шул класта икәнбеҙ тип күрҙем, миңә бөтәһе лә йөҙҙәре менән боролған, ә ул беҙҙең арала юҡ ине, тик, мин юҡ, мин юҡ, тигәне генә ишетелде. Иртән уянғас, беҙҙән айырыла алмай йөрөгәндер инде, тип уйлап ҡуйҙым. ҡырҡынан һуң ул оҙаҡ ҡына төшкә инмәне. Инде уны юғалтыу ҡайғыһы бер аҙ баҫыла башлағас, тағы төшкә инде. Күҙемә ҡарап, миңә шундай ҡыйын, бында насар, тип зарланды. Ниңә улай иттем икән, тип мине ҡосаҡлап илағанында күҙ йәштәрен ап-асыҡ күрҙем. Һағынам, ниңә улай иттем икән, ниңә-ә, тип ҡысҡырып иланы. Тауышына тертләп уянып киттем, ул һаман янымда торған һымаҡ ине, саҡ тынысланып йоҡлап киттем.
Әйткәндәй, уны гел ҡараңғы төндә күрҙем, ыҙаланып, ауыр атлап йөрөнө. Бер төшөмдә ошолай булды: мин тышҡа килеп сығам, унда дөм ҡараңғы, һәм кемдәрҙер йүгереп килә. ҡараһам, синыфташ ҡыҙыҡай йүгерә, уның артынан − аҫылынып үлгән ҡыҙ. Үлгән ҡыҙ, туҡта-а һуң, туҡта, ниңә ҡасаһың, мин һеҙҙе һағындым, һөйләшкем килә-ә, тип ҡысҡыра, үҙе ҡап-ҡара курткала, оҙон еңле кофтала, ялбырап туҙған сәсен йыйырға итә, тик оҙон еңен күтәрә алмай. Уны күреп, мин дә ҡасырға булып киттем. Икәүләп ҡасҡас, ул моңһоу итеп артыбыҙҙан ҡарап тороп ҡалды һәм баҡса төбөнә бөгәрләнеп барып ятты. Беҙ уны йәлләп янына йүгергәйнек, ул торҙо ла, зыярат яғына кире китеп юғалды. Шул төндән һуң мин иртән бик ауыр килеп торҙом. Уның ниндәй ҡотолғоһоҙ хәлдә икәнен бөтә күңелем менән тойоп, саҡ сирләп китмәнем. Уның хәлен үҙем тоям, әммә һеҙгә тулыһынса аңлата ла алмайым. Ләкин айырата шуны әйтә алам − ул ныҡ ыҙаланып бөткәйне. Туҙып, хәлдән тайғайны. Бер ваҡыт, һыуһаным, зинһар, һыу бир, тип төшөмә инде. Үҙе ята ине, тора алмайым, алып килеп бир, тине. Һыу алып биргәйнем, башын да күтәрә алманы. Һуңғы тапҡыр төшөмә ингәндә, вафатынан һуң беренсе тапҡыр матур килеш, йылмайып килеп сыҡты, көн дә аяҙ, ҡояшлы ине. Шул тиклем ҡыуанғайны, хатта миңә төшөмдә рәхәт булып китте. Килде лә, көндәлегемдең ҡайҙалығын белмәйһеңме, әсәйем, белмәйем, тигәс, һинән һорарға булдым, тине. Ул аҫылынғас, шәхси көндәлеген тәфтишселәр алып киткәйне, шуны белһәм дә, әсәһе әйтмәгәс, әйтергә ярамайҙыр, тип, әллә, белмәйем, тиеү менән сикләндем. Ул, ы-ы, тине лә, минең кеүек итмәгеҙ инде, унда насар, ҡыйын, улай итһәң, ауырта, башҡа ҡан һауа, тине. Улай итмәгеҙ, тип ҡат-ҡат әйтте. Аҙаҡ класҡа килеп индек, унда синыфташтар менән һөйләштек, бөтәһе лә һорау бирә, ул яуаплай. Мин дә һорау биргәйнем, әлеге шул, ниңә улай иттең, тип, ул яуап биреп өлгөрмәне, сөнки мине уяттылар. Ошо төш кенә иң һәйбәте булғандыр, ә башҡаларын күргәндә һалҡын, ҡурҡыныс, уянғас та тәндәр земберләп китә ине! Һәм иң аптыратҡаны, шомландырғаны шул: минән көндәлеген белешкән төндә ул әсәһенең дә төшөнә ингән, көндәлеген таптырған... Йәне урын таба алмай йөрөгән синыфташ ҡыҙыҡай, һеҙ улай итмәгеҙ, тип беҙҙе иҫкәрткәндән һуң башҡаса төшкә инмәне. Үҙенсә беҙҙе үҙенең хатаһынан араларға маташыуы булды, ахыры.
Уның үлеменән һуң күп уйландым. Ата-әсә өсөн балаларҙың үлеме ниндәй оло ҡайғы икәнен төшөндөм. Шуға ла берәйһенең үҙ-үҙенә ҡул һалып был донъянан китеүен ишетһәм, асыуым килә. Аҫылыныуҙы ғәҙәт, бер уйын һымаҡ итеп алдылар. Ата-әсәләрен уйламайҙар. Ярай үҙҙәрен уйламаһындар ҙа, ти, ләкин яҡындарыңды уйларға кәрәк тә һуң! Балалары үҙ ирке менән үлгән осраҡта ата-әсәнең ҡояшы һүнә, улар артабан йәшәмәй, тереклек кенә итә. Сөнки йәшәүҙең мәғәнәһе юғала. Синыфташымдың үлеме ғүмер­ҙең ниндәй оло бүләк икәнен аңларға, атай-әсәйемде һаҡлар­ға өйрәтте. Хоҙай уны яр­лыҡаһын ине...»
Концерт ҡайғыһы китеп, йәшәү, үлем тураһындағы уйҙар башкөлләй ялмап алғайны, һәм йырсыларҙың дәртле тауышы түгел, ә синыфташының төшөнә инеп, иптәштәрен иҫкәрткән ҡыҙыҡайҙың шыбырлауы ишетелгәндәй тойола ине: «Улай итмәгеҙ...»










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»