RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Һәр һүҙҙең асылы бар

04.12.2012 Һәр һүҙҙең асылы бар

Борон-борондан беҙҙең телмәрҙә «ир-ат», «ҡатын-ҡыҙ» тигән һүҙҙәр йәшәй. Асылына ҡараһаҡ, ир-ат булырға, йәғни ир-ат шикелле донъя йөгөн тартырға тейеш, тип аңлайбыҙ. ҡатын кешенең ғаилә усағын һаҡлаусы, ҡыҙҙар шикелле наҙлы, иркә булыуы күҙ уңында тотола.
Бөгөнгө көнитмешебеҙгә күҙ һалһаҡ, ошо матур һүҙҙәрҙең тәүге асылын юғалта барыуы төҫмөрләнә. Ат шикелле донъя йө­гөн тартыусылар һаны һирәгәйә. Көслө зат тип аталған яртыларыбыҙ көсһөҙләнә, «көслө» һүҙе хәҙер тырнаҡтар эсенә алына ба­ра. Ғаиләлә кем баш хәҙер? Әлбиттә, элекке «муйындар» − ҡатын-ҡыҙҙар. Сөнки тәмәке, алкоголь менән ағыуланған «баш»­тарҙың күбеһе эшһеҙ, әҙер­ҙе көтөп ята. ҡатын-ҡыҙ аҡса ла таба, балаларын да баға, бешерә, йыуа, иҫерек ирен дә ҡарай.
Күп ҡатын-ҡыҙ наҙланып, иркәләнеп йәшәү бәхетенән мәхрүм. Сөнки ул ғаиләлә лә, йәмғиәттә лә − йөк тартыусы, эшенә лә өлгөрөргә, балаларын яман ғәҙәттәрҙән ҡурсаларға ла, өйҙә финанс мәсьәләһен дә хәл итергә тейеш. Бәлки, ҡатын-ҡыҙҙар, өҫтөбөҙгә үтә күп яуаплылыҡ алыуҙа үҙебеҙҙең дә ғәйеп барҙыр. Бер мәл күп ҡатынлылыҡ тураһында геүләшеп алдыҡ. Ирҙәрҙең күпселеге бер ғаиләһен дә ҡарай алмаған осраҡта был хаҡта һүҙ ҙә булыуы мөмкин түгел. Әйткәндәй, күп ауылда әллә ҡасан донъя ҡороп, өй төҙөп, балалар үҫтерер урын­ға ҡартайғансы буйҙаҡ ҡалыусылар күп. Шунан демографик хәл яҡшыра алырмы һуң? ҡала мөхитендә граждан никахы сәскә ата. Был аҙғынлыҡ, минеңсә. Сөнки бындай никахта йәшәүселәр хөкүмәт алдында ла, дин алдында ла бер ниндәй ҙә яуаплылыҡ тоймай көн итә. Тағы бер фекер: башҡорт ҡыҙҙарының күбеһе башҡа милләт егеттәре менән тормошон бәйләй. Бында, моғайын, башҡорт ир-егеттәренең тупаҫ холҡо, яғымлы матур һүҙҙәрен йәлләүе ғәйеплелер. Ләкин ҡатнаш ғаиләлә башҡорт рухлы бала үҫмәйәсәк.
Телмәребеҙҙә «бала-саға» тигән төшөнсә лә бар. Тормошта балаларҙың «сағып алыу» осраҡтары ла булғылай.
Телебеҙ бай, һүҙҙәребеҙ ма­тур, шул төшөнсәләр үҙ асылында йәшәһен ине. Күп быуаттар аша мираҫ булып килеп еткән телебеҙҙе үҙебеҙҙең киләсәк быуындарға еткереп, артабан да ошо изге йоланы дауам итәйек. Һүҙҙәребеҙҙең асылына тап төшөрмәйек.

Сәүиә ЗАКИРОВА.
Белорет районы,
Ғәбдүк ауылы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»