RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ерәнсәй менән Һоросай

04.12.2012 Ерәнсәй менән Һоросай

Ерәнсәй менән Һоросай
Бала саҡтан өләсәйҙәрҙең һөйләгәне хәтергә уйылған: имеш тә, сират күперен үткән саҡта, эт хужаһына ярҙам итә, ә бесәй­ҙең ҡойроғо менән этеп китеүе лә ихтимал. Был хәбәргә ышанып бармайым, әммә барыбер бесәйҙәрҙе яратып етмәйем. Типкеләп йөрөтә икән, тип уйламағыҙ, юҡ, ундай уҡ бәғерһеҙ түгелмен, шулай ҙа алдыма алып, уларҙы иркәләп, ҡосаҡлап ултырғаным юҡ. Улдарым урамдан бесәй күтәреп алып ҡайтһа, әлбиттә, был ҡылыҡтарына күҙ йомдом, бесәйҙәрен ишекте шар асып, кире тышҡа быраҡтырманым. Миһырбанлы кеше булып үҫһендәр әйҙә, тинем. Өйгә алған иң беренсе бесәй балаһы − матур фарсы тоҡомонан ине. Батмустай түңәрәк, яҫы моронло (шуға ирем уға Морон тип исем ҡушты), күҙҙәре ҙур, тәгәстәй.
Күпселек осраҡта, күҙҙәрен упайтып, ди­ванда ҡурсаҡ кеүек ҡатып тик ултыра. Килгән һәр кем уны һөйөп туя алмай. Бер ял көнө уны ваннала йыуындырҙым да, фендан ҡурҡҡас, таҫтамалға урап, ҡояшҡа сығарып ултырттым, йәнәһе лә, фатирҙа һалҡында өшөр (яҙын йылылыҡты һүндергән мәл ине), унда тиҙерәк кибер. Ярты сәғәттән иҙәнде йыуып, баҫҡысҡа сыҡһам, бесәйебеҙҙән елдәр иҫкән, таҫтамалы ла юҡ, һауыты ғына етемһерәп ултырып ҡалған. Моронға өйрәнгәйнек, үҙен байтаҡ юҡһындыҡ... Шулай ҙа эстән генә еңел тын алдым, сөнки балалар, үҙебеҙ ҡарарбыҙ, тиһә лә, бесәй­ҙең артынан йыйыштырыу күпселектә минең елкәгә төшә ине. Ләкин ҡыуанысым иртәрәк булған, күп тә үтмәне, өйгә икенсе бесәй балаһын алып ҡайттылар. Матур ғына сиам тоҡомло бесәй. Уны ла улдарым ныҡ яратты, уйнап туя алманылар.ҡайҙа барһаҡ та, бесәйҙе үҙебеҙ менән йөрөттөк. Яҡын тирәлә Аська тәпәйе баҫмаған ҡала-район ҡалманы, буғай (уны ҡайһы бер форумсылар ҙа күргәне бар). Шул бесәй беҙҙең ыңғайға хатта һыу инергә лә ҡурҡманы. Һуңынан күшегеп, машина эсенә елдереп инеп китә лә, руль эргәһенә ятып йылына. Алыҫ юлға сыҡҡанда йыш ҡына йә минең башыма, йә иремдең елкәһенә менеп, уралып ята. ҡалала бесәйҙе бөтөнләй урамға сығарырға ҡушмайым, сүплеккә барыр ҙа, берәй ауырыу эләктерер, тип борсолам, етмәһә, уның тәпәйҙәрен йыуыу ҡыйын, ныҡ тырнаша. Ә ул, йәй буйы иркен йәшәп өйрәнгәс, гел тышҡа атлығып тик тора. Тыйыуҙың кемдән булыуын һиҙә, ахыры, сөнки бер заман ул минән үс ала башланы. ҡиммәтле туфли һатып алғайным, иртәгә эшкә кейеп барырмын, тип кистән крем һөртөп, ялтыратып ишек төбөнә ултыртып ҡуйҙым. Иртән тороуыма бесәйебеҙ туфлиҙың һыңарын бәҙрәф итеп алған, имеш. Тиҙ генә уны таҙартып йыуып, эсенә ҡағыҙ тултырҙым да, аяҡ кейеме ҡуйыла торған тумба эсенә йәшереп киттем. Төшкөлөккә ҡайтһам, тумбаның ишеге асыҡ. Иң шөбһәле уйҙар менән унда күҙ һалдым һәм һиҙемләүем алдаманы: сиам бесәйе ни ғәләмәт менәндер тумба ишеген асып, аяҡ кейеменә кесе ярау иткән. Был юлы уға бармаҡ янап әрләнем, ә уның иҫе лә китмәне. Сөнки үҙ ғәҙәтен ташламаны: мин туфлиҙы йыуып таҙартып торам, йәшерәм, ул шуны эҙләп табып, барыбер билдәһен ҡалдыра. Күршеләремдең береһе, мороно менән һыҡраһына төрт, тип аҡыл өйрәтһә лә, Аськаны шулай мыҫҡыл итергә йөрәк етмәне. Уның ҡарауы, кейеп тә ҡарамайынса, аяҡ кейемен сүплеккә ырғытырға тура килде (хәйер, «Белизна» менән ҡат-ҡат эшкәрткәндән һуң уның кейерлеге лә ҡалмағайны). Инде еңмешләнеп, ҡайҙа теләй, шунда билдә һалған Аськанан ҡотолайыҡ, тип ипләп кенә улдарыма әйтеп ҡарайым, әммә улар бесәй­ҙе йәлләй, шуға теш ҡыҫып артабан түҙәм. Тик холоҡһоҙлоғона сыҙай алмаған сиам бесәйе бер көн килеп күҙ алдымда диван өҫтөнә ултырып ярау итеп ҡуйҙы. Сабырлыҡ ебе шартлап өҙөлдө: «Йә мин, йә бесәйегеҙ!» − тигән ультиматум яңғыраны (бесәйҙе һайламаҫтарына ышанғанға ғына инде). Шулай Аськаны тиҙ арала ауылда йәшәгән туғандар­ға оҙатырға йөрөгәндә, ул асыҡ торған форточка аша урамға тайҙы (аңғармай ҡалғанбыҙ). ҡапҡа эсендә уйнап йөрөгән малайҙар, әллә ниндәй өлкән ике егет бесәйегеҙҙе алып китте, тип йүгерешеп килгәнгә, арттарынан ашыҡтыҡ, ләкин таба алманыҡ. Шулай итеп, Аська менән проблема үҙенән-үҙе хәл ителде. Улдарым ныҡ ҡайғырҙы. Һәм... әллә ҡайҙан өйөбөҙҙә ала бесәй пәйҙә булды. Аҡыллы булғанға күрә Умка тип исем ҡуштыҡ. Уны балалар ҡулдарынан да төшөрмәне тиерлек. Йәтеш кенә бесәй мине артыҡ яфаламаны, һәүетемсә һыйышып йәшәнек. ҡунаҡҡа килгән туғаным, бер-ике аҙнаға ғына сысҡан тоторға, тип Умканы һорап алып ҡайтҡайны, күп тә үтмәне, бесәйегеҙ юғалды, тип хәбәр итте. Әллә бисара кире ҡайтырға юлды эҙләп сығып китте лә, аҙаштымы, таландымы икән, тип үҙемде-үҙем битәрләп бөттөм, үкенес тойғоһо байтаҡ ваҡыт күңелемде ҡырҙы. Улдарым да үпкә белдерҙе: «Юҡҡа Умканы бирҙең, әсәй». Былай ҙа кәйефем юҡ ине, балаларға, инде башҡа бесәй тип ауыҙығыҙҙы асмағыҙ, тинем. Әммә яңыраҡ улар түгел, үҙем өйгә бесәй балаһы алып ҡайттым. Берәү ҙә түгел, икәү бергә бит әле. Эш былай килеп сыҡты. Инәйемдәрҙә бик аҡыллы, тәртипле, ҡыйыу бесәй йәшәй. Исеме Фрося (тәүге хужаһы урыҫ ине). ҡыйыулығы уның ҡомаҡтарға һөжүм итеүендә лә, тырышып сысҡан тотоуында ла, эттәргә ыҫылдауында ла асыҡ күренә. Шул уҡ ваҡытта үҙебеҙҙең Рекс менән ифрат татыу­ҙар. Бесәй тиҙ генә үҙенең аҙығын ашай ҙа, эттең һауытына моронон тыға, унан да үҙенә өлөш сығара. Рекс ябайыраҡ булғас, Фросяның мутлығын аңламай, сабыр ғына ашарға рөхсәт итә. Ошо май байрамдарына ауылға ҡайтһаҡ, балалар өйҙә ығы-зығы килә − Фрося ауырый! Әйтмәксе лә, Фрося баҡсала иҫәңгерәп ята, күҙҙәрен дә аса алмай, саҡ тын ала, ауыҙынан нимәлер аға... Ағыуланған ҡомаҡ ашанымы икән, тип аптыраштыҡ. Икенсе көндө иртән, бесәй үлгән, тинеләр. Ә уның ике кескәй генә сабыйы бар. Соландағы тауышыбыҙға улар зарлы мыяулашып ҡаптан тәгәрәшеп килеп тә сыҡты. Фросяның бер йәшлек үҫмер балаһы (малай) шул ике сабыйҙы әүрәтергә маташа, уларҙы уйнарға саҡырған була, тик ас балалар­ҙа уйын ҡайғыһы юҡ, аяҡтарыбыҙға килеп төртөлә-төртөлә инәләрен эҙләй. Ауыл­да уттай ҡыҙыу баҡса эштәре мәлендә улар менән мәшәҡәтләнмәҫтәрен аңлап, күрәләтә үлтереп ҡуйырға йәлләнем дә, ҡаптарына тейәп, үҙебеҙгә алып ҡайттыҡ. Тиҙ генә һөт йылыта һалып, һауытты яндарына ҡуйҙыҡ һәм минең егеттәр уларҙы мең бәлә менән һөт яларға өйрәтте. Уныһы бер ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та тамаша булды. Һөт яларға өйрәнгәс, эй ҡыуандыҡ! Аҡыллы бесәйҙең балалары ла аҡыллы, тиеүҙәре хаҡ: бер көн тигәндә махсус һауытҡа бәҙрәфкә йөрөргә өйрәнделәр. Ә кисен ошо ике етем бәпестең бер-береһенә һыйынышып ҡына ҡосаҡлашып йоҡлап ятыуын күргәс, йөрәгем әллә нишләне. Бынан ары, бесәйҙәрҙе яратмайым, тип ҡәтғи рәүештә әйтә алмам, ахыры, сөнки Ерәнсә менән Һоросай мышнап алдымда йоҡлап ята.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»