RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Тормош матурлығын тойоп йәшәүсе инәй

23.11.2012 Тормош матурлығын тойоп йәшәүсе инәй

Тормош матурлығын тойоп йәшәүсе инәй
Була шундай ҡатындар − уларға ҡарап һоҡланмау, ғорурланмау мөмкин түгел. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына ғына хас булған матур сифаттар: эшһөйәрлек, баҫалҡылыҡ, сабырлыҡ, изгелек күп итеп бирелгән уларға. Күңел паклығы, уйҙарының сафлығы, эске донъяһының матурлығы йөҙҙәрендә изге йылмайыу булып балҡый, күҙҙәренән, аҡыллы ҡараштарынан тирә-яҡҡа ҡот тарала.
Баймаҡ районының Ниғәмәт ауылында йәшәүсе 72 йәшлек Рәйсә инәй Утарбаева тап ана шундай ҡатын да инде. Улы Самат, килене Нурия менән егерме ете йыл бергә матур итеп йәшәй ул. Теремек, сос Рәйсә Вәли ҡыҙы улы менән килене эштән ҡайтыуға тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫлек ауыл эшен йүгереп йөрөп эшләп ҡуя, самауыр ҡайнатып, тәмле аш бешереп, өҫтәл тултырып ризыҡ әҙерләй. Йәшәү йәмен матур йәшәүҙә, тормош ҡәҙерен тырыш хеҙмәттә табып йәшәгән Рәйсә инәй үҙ балаларында ла матур кешелек сифаттары тәрбиәләй алған. Уңған Утарбаевтар шәхси хужалыҡтарында ишле мал аҫрай, ҡош-ҡорт тәрбиәләй, мул баҡса үҫтерә. Самат Утарбаев утыҙ йылға яҡын Баймаҡ районының Салауат исемендәге ауыл хужалығы кооперативында алдынғы механизатор булды, ҡатыны Нурия 2005 йылдан бирле һауынсы булып эшләй, хеҙмәт алдынғыһы. Хужалыҡта егәрле һауынсы һәр саҡ чемпион булһа, район буйынса үткәрелгән һауынсылар слетында былтыр икенсе урын яулағайны, быйыл иһә беренсе урынды берәүгә лә бирмәне. Нурия менән Самат Утарбаевтар − Ниғәмәт ауылында өлгөлө ғаилә. Улар өс балаға ғүмер биреп, уларҙы ла Рәйсә инәй кеүек, үҙҙәре һымаҡ тырыш, егәрле, әҙәпле, тәрбиәле итеп үҫтерҙе. Балаларының етеш, мул тормошта йәшәүенә, ейән-ейәнсәрҙәренең шат йөҙҙәренә, бүлә-бүләсәрҙәренең бәхетле ата-әсәләренә иркәләнеп, наҙланып рәхәтләнеүенә ҡарап, Рәйсә инәй олоғайған көнөндә шат, ҡайғыһыҙ ғүмер кисереүенә ҡыуанып бөтә алмай.
− Ғүмер көҙөмдө йылы, аяҙ, сыуаҡ көндәре булған, аллы-гөллө сәскәләргә күмелгән, мул уңышлы әбейҙәр сыуағы тигән матур мәлгә оҡшатам. Мең шөкөр итәм Аллама, бала сағымда күргән михнәттәрем, балаларым ваҡ саҡта кисергән ыҙаларым өсөн Хоҙай биргән бәхеттер был, тип ҡыуанам.
Рәйсә инәй үҙе әйтмәксе, үткәндәрҙе иҫләһәң, иҫ китерлек, уйлаһаң, уйылып китмәле икән. Инәйҙең хәтирәләрен тыңлаһаң, кеше элек ҡалай түҙем, ныҡ булған, тип аптырайһың. Бер рус шағиры яҙғанса, «Гвозди бы делать из этих людей. Не было бы в мире крепче гвоздей». Был һүҙҙәрҙе тәржемә итеп тә тороу ҙа кәрәкмәҫ.
Рәйсә инәйҙең бала сағы Бөйөк Ватан һуғышы, унан һуңғы ауыр осор­ға тура килә. Ул 1939 йылдың 5 ноябрендә Баймаҡ районының Байым ауылында тыуа. Әсәһе Хәҙисә менән атаһы Вәли Рахманғоловтарҙың тәүге балаһы булып донъяға килә. Ғаилә башлығы Бөйөк Ватан һуғышы башланғандың тәүге көндәрендә үк яуға китә, Мәскәү өсөн барған иң ҡаты алыштарҙа ҡатнаша, фронт һыҙығының алғы сафында күҙәтеүсе-снайпер булып хеҙмәт итә. Ул Малоярос­лавец йүнәлешендә барған ҡаты һуғыштарҙың береһендә ауыр яралана. Госпиталдә аяғына операция эшләйҙәр, тик артабан хәрби хеҙмәткә яраҡһыҙ булғанлыҡтан, 1941 йылдың декабрендә демобилизациялана. Тыуған ауылына ҡайтыу менән үк колхоз эшенә егелә. Лобогрейка менән иген саба, бригадир вазифаһын да башҡара. Арымай-талмай эшләй ул саҡта колхозсылар, фронт өсөн, Еңеү өсөн, тип бер ҡараңғынан икенсеһенә тиклем эшләйҙәр.
Рәйсә инәй ауыр көрһөнөп алды, ул саҡтарҙы күҙ алдынан үткәргәндәй, хәтирәләр йомғағын ары тағатты.
− Ирҙәр һуғышта, йәш, яңғыҙ ҡатындар күп, атайым икенсе ҡатын­ға әүрәп, беҙҙе ташлап сыҡты ла китте. Ул ҡатындың ире һуғышта үлгән, бер ҡыҙ балаһы бар ине. Беҙ әсәйем, ҡустым Рәшит менән бәләкәй генә тәпәш өйҙә тороп ҡалдыҡ. Әсәйем фермала башмаҡ ҡарай ине. Бер ваҡыт, силос алам тип, соҡорона төшөп китә, шунда бик ныҡ һыуыҡ алдыра. Шунан ул ауырыуға һабышты, бик ныҡ һыҙланды. Беҙҙең өсөн донъя көтөү ауырлашты. Бер һыйырыбыҙ бар ине, шуны үлтермәйек, тип тырышабыҙ. һыйыр ағынан башҡа йәшәп булмаҫын аңлайбыҙ. Ферма малы ашағандан ҡалған һандыҡты (бесән ҡалдығы) алып ҡайтабыҙ. ҡышҡа етерлек утын әҙерләү юҡ, көндәлек утынды Рәшит менән урмандан бәләкәй сана менән генә алып ҡайтабыҙ. Атайыбыҙ үҙенә бесәнен дә әҙерләй, ат менән сана-сана утынын да ташый. Их, бер йөк утынын беҙгә ҡалдырып китһә ине, тип ҡарап тороп ҡала инек. Әсәйемдең йәне лә һыҙлағандыр, тип уйлайым хәҙер. Йәр бирмәк − йән бирмәк бит. Берәү һине бер кәрәге бөткән әйбер шикелле ташлаһын әле. Шул ятыуынан тора алмай, әсәйебеҙ 34 йәшендә генә был ыҙалы фани донъянан баҡыйлыҡҡа күсте. Миңә 11 генә йәш ине. Нимә эшләргә лә белмәйем. Атайыма киттем. «Атай, әсәйем үлде бит», − тигәйнем, ул: «Иртәләгәнеңә ҡарағанда, берәй нәмә булғандыр, тип уйланым былай ҙа, − тине. – Ярай, һеҙҙе үҙемә алырмын, һыйырығыҙҙы һатырбыҙ».
Шулай итеп, атайымдың яңы ғаиләһенә, үгәй әсәй ҡулына килдек. Шул иҫемдә ныҡ ҡалған − беҙҙең һыйыр көн һайын элекке өй эргәһенә килеп баҡырып-баҡырып, үҙәкте өҙөп китә ине. Шулай йәшәп киттек. Апайҙың – үгәй әсәйҙең балаларын ҡарау, бөтмәҫ-төкәнмәҫ өй эштәре минең иңгә төштө, Рәшиткә − һарай, мал, утын, һыу ташыу. Бер йәйҙә ялланып бала ла ҡараным бесән мәлендә. Сәхипъямал тигән күрше еңгәйҙең килене колхозға бесән сабырға сыҡҡан, ә уның имсәк балаһы бар ине. Кейәүе Әбделкәрим өс йыллыҡ армияла. Ни эшләп ул йәш балалы киленде эшкә сығарғандарҙыр инде? Шул малай­ҙы ҡараған өсөн бер кәзә алдым, Сәхип еңгә бер метр матур ғына биҙәкле туҡыма биргәйне, унан үҙемә алъяпҡыс тегеп алдым.
Бер ваҡыт атайымдың ҡарындашы Камила апай менән еҙнәйем мине үҙҙәренә алып ҡайтып китте. Улар Хәйбулла районының Түш ауылында йәшәй ине. Ялан яғын шунда күрҙем. Һыланған тәпәш кенә өй (саман өйҙөр, күрәһең − авт.) Тәҙрәләре ергә тейеп тора. Ер иҙән. Уларҙа йыл ярымлап йәшәгәс, еҙнәм, балдыҙҙы һатып эсәм, тип һөйләнә башланы. Ул мәрәкәләйҙер ҙә, ә мин ҡурҡа төштөм. Бер атлы кешегә ултырып, ҡасып тигәндәй, Байымға кире ҡайтып киттем.
ҡайтһам, атайымдар тирмәнгә күсенеп, йәшәп ята икән. Байым менән Икенсе Этҡол ауылы араһында һыу тирмәне төҙөгәндәр, атайым шунда тирмәнсе булып эшләй башлаған. Тирмәнгә яҡын ғына һарыҡ фермаһы бар, мин шунда эшкә сыҡтым. 1957 йылда Байымға кире күсендек. Шул йылды Байымдың үҙендә тирмән булдырҙылар. Атайым менән Ишмөхәмәт Ғүмәров тирмәндең бураһын бураны. Атайым ошо тирмәндә оҙаҡ эшләне. Ул саҡтарҙа кеше ондо биҙрәләп кенә лә тарттыра ине, игене лә әҙ булғандыр инде. Трудодень тине лә, эшләне инде колхозсылар.
Тирмән 1974 йылға тиклем эшләне, атайымдың улы Мирхәт ҡустым да эшләне әле унда.
Шулай итеп, атай йортонда йәшәй башланыҡ. Күп тә тормай, ҡустым Рәшитте әсәйемдең апаһы Таһира Сибайға алып ҡайтып китте. Ул шунда уҡып, һөнәр алып, һөйгәнен осратып, шунда төпләнде.
17 йәшемдә атайым мине кейәүгә бирәм ти башланы. Ниғәмәт ауылынан (ул саҡта ауылдың Үрнәк тигән исеме лә бар ине) бер әбей мине яусылап килә лә килә. Атайым да, үгәй әсәй ҙә мине өгөтләй, бер ҙә кейәүгә барғым килмәй, ҡаршылашам, ҡарышам. Барыбер бармайым, тип, үҙһүҙләнеп ҡарайым тигәйнем, булманы, атайым аяғындағы итеген сисеп алып туҡманы. Шулай итеп, күрмәгән-белмәгән, күҙ күрешеп бер тапҡыр ҙа һөйләшмәгән Ғәйнислам исемле егеткә кейәүгә биреп ебәрҙеләр.
Ейәнсәрҙәрем, һин бабайыңды яраттыңмы, ул матур инеме, тип һорай. Матур булғандыр инде йәш саҡта. Скрипкала уйнай ине. Сәсе ҡалын, бөҙрә ине, ҡыш та ялан баш йөрөй торғайны. Зимагур булды инде былай. Мин унан, ҡайҙа бараһың, ҡасан ҡайтаһың, тип һораманым. Килен булып, баш баҫып, һаңғырау ҡайныма, һуҡыр ҡәйнәмә хеҙмәт иттем, уларҙы тәрбиәләп һуңғы юлға оҙаттым, донъя көттөм, бала ҡараным. Ир менән 11 йыл йәшәп ҡалдым. Мине береһенән-береһе бәләкәй дүрт бала менән ҡалдырып, үлеп китте. Өлкәне − туғыҙ, бәләкәсе өс йәштә генә ине. Ул саҡта беҙ балаларҙы буш ҡараныҡ, беҙгә берәү ҙә хәҙерге шикелле аҡса түләмәне. Тапҡан икәнһең − үҫтер, бала һинеке, кешегә бәләңде һалма. Хәҙер генә ул аҡса ҡәҙерен белмәгән ҡайһы бер йәш килендәр, буштан килгән, тип хөкүмәт биргән аҡсаны хәләл мәнфәғәт итмәй, эскегә әрәм итә, минең шуға йәнем көйә.
Бала саҡта ата-әсә бәхете күрмәй, йәш саҡта ир бәхетен тоймай йәшәгән ғүмеремде уйлаһам, ҡыйын булып китһә лә, бирешмәй йәшәй алғаныма үҙем тағы ҡыуанам.
Дүрт баланы үҫтерергә, уҡытыр­ға, кеше итергә кәрәк бит, ирем юҡ, тип ҡул ҡаушырып ултырып булмай − колхозға эшкә сыҡтым. Әле булһа иҫемдә − эшкә сыҡҡас, председатель 100 кило бойҙай яҙҙырып биргәйне. Шуны он итеп тарттырып алғас, ҡыуанысымдың иге-сиге булмағайны. Шунда бер нәмәне аңланым − эшләмәй өйҙә ултырһаң, һиңә берәү ҙә бер нәмәне лә, мә, тип ҡулыңа тоттормай. Эш һайлап торманым, ҡайҙа ҡушһалар, шунда барҙым, илке-һалҡы, арамъя эшләүҙе белмәнем, Аллаға шөкөр. Балаларым да биткә серкеү һалманы, йөҙөмә ҡыҙыл яҡманы, быға ла бик ризамын. Шулай ҙа бала ҡайғыһы ла урап уҙманы − Мирза исемле улым бик иртә китеп барҙы был донъянан. ҡайғымды эш менән еңергә тырыштым. Буш булһаң, тик ултырһаң ғына бирештерә ул, ә минең бит башҡа балаларым, донъям бар.
Шулай йәшәй Рәйсә инәй. Балаларын ир еткереп, башлы-күҙле итеп бөттө ул. Яңғыҙ әсәмен, тип торманы, ирле ҡатындарҙан да былайыраҡ намыҫланып донъя көттө. Балалары өсөн үрнәк, терәк-таяныс, кәңәшсе ул һаман да. Балалары − уның өсөн, ул балалары өсөн өлтөрәп тора.
− Ун бер ейән-ейәнсәрем, һигеҙ бүлә-бүләсәрем бар. Уларҙың барлығына шатланам, матур йәшәүҙәре менән ғорурланам. Минең ошолай бәхет-шатлыҡта йәшәүемде әсәйем менән атайым да күреп торалыр, минең өсөн ҡыуаналыр кеүек тойола ҡайһы саҡта. Атайыма бер ҙә үпкәм юҡ, йәне йәннәт түрендә булһын. ҡаты ҡуллы булһа ла, беҙҙе эшһөйәр кеше итеп тәрбиәләне, ныҡ булырға өйрәтте. Бала саҡта мине ситләткән һымаҡ күренһә лә, бер ҙә улай булмаған икән. Башҡа балаларына, ана, Рәйсә апайығыҙ һымаҡ тырыш булығыҙ, уның кеүек йәшәгеҙ, тип әйтеп ултыра торғайны. Атайымдың икенсе ҡатынынан булған ете балаһы менән дә туғандар булып, ҡатнашып йәшәйбеҙ.
Тормош юлдарын барлап, йәшәлгән йылдарын яңынан кисереп алғандан һуң, Рәйсә инәй балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә әйтер һүҙҙәрен, бирәһе кәңәштәрен башҡалар ҙа ишетһен ине тигәндәй, әйтеп ҡуйҙы:
− Тормош матур, ҡәҙерен белеп йәшәй белергә кәрәк. Эш юҡ, тип һылтанырға ярамай, эште эҙләп алып эшләргә кәрәк, ти торғайны атайым. Кеше ғүмере бик ҡыҫҡа, һәр көнгә ҡыуанып, файҙалы итеп йәшәргә өйрәнегеҙ. Тик һуғыш афәте генә ҡалҡмаһын инде. Үҙем яңғыҙ йәшәгәс, тағы шуны әйткем килә − донъя көткәндә ишле булыу хәйерлерәк. Ғаилә арбаһы ике тәртәле булырға тейеш. Парлы булыу киләсәккә өмөт-дәрт уята. Берегеҙ гөл булһа, икенсегеҙ уны шиңдермәүсе шифалы ямғыр булығыҙ, берегеҙ ай булһа, икенсегеҙ уның нурын арттырыусы йондоҙ булығыҙ.
Гәзиттә баҫылған бер шиғыр­ҙы ятлап алғанмын, шуны һеҙгә лә еткерәйем әле:
Эштәрегеҙ уң булһын,
Тормошоғоҙ мул булһын.
Фәрештәләр юлығыҙҙа
ҡанатын ҡағып торһон.
Бына ошондай матур кеше йәшәй Ниғәмәт ауылында. Рәйсә инәй кеүек ҡатындар милләт әсәһе булалыр ул. Оҙаҡламай уға 73 йәш тула. Уға бәрәкәтле ғүмер, һаулыҡ, күңел тыныслығы, бәхет теләйбеҙ.

Зөлфиә РАХМАНҒОЛОВА.

Баймаҡ районы,
Байым ауылы.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»