16.11.2012 Бөгөн – Торатау, ә иртәгә...
Шихандарыбыҙға яңы көс менән ташланмаҡсылар
Уҙған шәмбелә Стәрлетамаҡ һәм Өфө ҡалаларында шихандарҙы һаҡлауға арналған митингылар үтте. Донъя йәмен тик матди байлыҡта ғына күргән әҙәмдәр яңы көс менән Торатау һәм Йөрәктауға ябырылды. Был юлы улар «Сода» акционерҙар йәмғиәте эшселәре ҡатнашлығында шихандарға ҡаршы акциялар ойоштора башланы. Торатауҙы аҡтарыу хыялы тормошҡа ашмағанлыҡтан йәне алҡымына килеп тығылған олигархтар Стәрлетамаҡ халҡын урамға сығырға мәжбүр итә.
Мәғлүм булыуынса, «Сода»ла эш хаҡы ике тапҡырға кәмегән, цехтарҙа көнө-төнө ҡыҫҡартыуҙар бара – ошондай ысулдар менән эшселәрҙе ҡыҫып, үҙҙәренең бысраҡ планын тормошҡа ашырырға ынтыла завод хужалары. Шихандарҙан тәбиғәт һәйкәле тигән исемде алып ташларға һәм предприятие өсөн талап ителгән аҡбурҙы эшкәртә башларға, тигән талаптар менән октябрь аҙағында 250 самаһы эшсе майҙанға сыҡҡан. Интернетта был акцияның видеоһы ла бар.
Иң аптыратҡаны, видеоһүрәттә − завод эшселәре тигәне тик ҡарт-ҡоро ғына. Әйтерһең дә, улар пенсия күләмен арттырыу тураһында забастовкаға сыҡҡан, ә бүтәнгә түгел.
Митингыны ойоштороусы Дамир Ғарифуллин белдереүенсә, эшсе урындарҙы һаҡлап ҡалыу өсөн заводты сеймал менән туҡтауһыҙ тәьмин итеү мөһим, республика иҡтисадында ҙур роль уйнаған предприятиены ябыуҙы күҙ алдына килтереүе лә мөмкин түгел, имеш. Шулай уҡ донъя баҙарында «Сода»ны сит илдәр этеп сығармаҡсы, сөнки беҙҙә йылына 1,4 миллион тонна кальцинирланған сода сығарыла, сәнәғәт гигантының баҙарҙа тотҡан өлөшө − 58 процент. Сит илдәргә бирешеп тора буламы инде, был хәлде булдырмау өсөн беҙгә бер ниндәй тәбиғәт һәйкәлдәре йәл түгел. Митингының резолюцияһы тап ошо пункттарҙан ғибәрәт.
– «Сода» эшселәре хәҙер тауҙы биреүҙәрен һорамай, ә талап итә. Предприятие эшмәкәрлеген туҡтатһа, ҡала социаль упҡынға тәгәрәйәсәк. Заводта 10 мең кеше эшләй, әгәр ҙә һәр кемдең артында ғаиләһе тороуын иҫәпкә алһаҡ, 40 мең самаһы халыҡ фәҡирлектә көн итәсәк, – ти митингыны ойоштороусы.
Шулай итеп, Шахтауҙа, төп аҡбур сығарыу урынында, запас 2017 йылға тиклем етәсәк, тип белдерһәләр ҙә, «Башҡорт химияһы» холдингы («Сода» уға ҡарай) киләсәген бөгөндән үк «ҡайғырта». Ябай халыҡты ҡурҡытып, киләһе шиханыбыҙҙы ла юҡҡа сығармаҡсы был ойошма етәкселеге. ҡайһы бер сығанаҡтарҙан билдәле булыуынса, Шахтауҙағы сеймал тағы 30 – 35 йылға етә, тик уны сығарыу ысулын алмаштырырға кәрәк. Ә яңыса аҡбур сығарыу ҡиммәтерәккә төшәсәк. «Сода» етәкселегенең бер тин дә артыҡ аҡса сарыф иткеһе килмәй. Ғафури районында ошондай уҡ таҙа, сифатлы аҡбур сыҡҡан урынды тәҡдим итеүҙәренә лә риза түгел улар, юл сығымдарына бер тин дә артыҡ «расходланырға» теләмәйҙәр. Экологтарҙың шихандарҙы уникаль тау тип аңлатыуына төкөрөп кенә ҡарай хужалар.
Иң үкенеслеһе, «Cода» заводының эшселәренә яуап итеп Стәрлетамаҡта үткән митингыға ни бары һигеҙ кеше килгән. ҡала властарының сараны ойоштороуға оҙаҡ ҡына ризалыҡ бирмәүе арҡаһында митингының ниндәй көндә уҙасағын күптәр белмәй ҡалды. Тәбиғәтте һаҡлаусылар ҙа, үҙ сиратында, протест формаһында резолюция ҡабул итте. Стәрлетамаҡ ҡалаһының «Союз труда» профсоюзы лидеры Денис Громов былай тип ышаныслы сығыш яһаны:
– Тәбиғәттә һәр саҡ тигеҙлек булырға тейеш. Шихандарҙы эшкәртеү һөҙөмтәһендә был урындар еңелерәк булып ҡаласаҡ һәм тектоник шыуышыуҙар арҡаһында ер тетрәүҙәр башланасаҡ.
Рәшит Ураҙаев, «Сода»ны һаҡлап ҡалыу осрағында, барлыҡ килем ҡалала һәм Башҡортостанда ҡалырға тейеш, тине. Ошо урында асыҡлап үтергә кәрәк, «Сода» акционерҙар йәмғиәте оффшор компанияһы булып теркәлгән. Оффшор – юридик, иҡтисади-географик термин. Капиталистик илдәрҙә күп һалым түләүҙән ҡотолоу өсөн уйлап табылған әмәл тиергә мөмкин. Завод ҡайҙа урынлашыуына ҡарамаҫтан, ул идара итеүсенеке тип иҫәпләнә, тимәк, идарасы һалымды ла үҙ иленә түләй. «Сода» миҫалында алғанда, уның менән сит илдән (Кореянан) килгән хужа етәкселек итә, завод Рәсәй биләмәһендә теркәлгән, ләкин хужаһы беҙҙең илгә бер ниндәй ҙә һалым түләмәй һәм, ҡағиҙә буйынса, «Сода»ның күпме килем алғанын берәү ҙә контролдә тота алмай. ҡыҫҡаһы, оффшор аҡса йыуыу өсөн бына тигән ысул, уны икенсе төрлө финанс ожмахы тип тә йөрөтәләр.
«Сода» ойошмаһы эшселәренә социаль өлкәлә ярҙам күрһәтеүҙән тулыһынса азат. Предприятие күптән инде балалар баҡсаһы, мәҙәниәт йорто, спорт комплекстары, ял базалары кеүек үҙенең элекке объекттарынан баш тартҡан. «Содовик» футбол командаһын да финанслауҙы туҡтатҡан. Һәр химия предприятиеһында булырға тейешле таҙартыу ҡорамалдарына ла иғтибар итеүсе юҡ. ҡыҫҡаһы, ҡала халҡы ун йыл элек үк күп мәнфәғәттәренән яҙған икән, Торатауҙы аҡтарыуҙан тиҙҙән хәл яҡшырасаҡ тип кем гарантия бирә ала?!
Кемдер көндән-көн илебеҙ байлыҡтарын һатып, май туплағанда, тәбиғәтебеҙҙең бәләкәй генә, ләкин беҙҙең өсөн ныҡ мөһим мөйөшөн һаҡлап ҡала алырбыҙмы, юҡмы? Күпмелер ваҡыттан «Сода» Торатауҙы ла ашап бөтөрһә, барыбер ошо уҡ проблема Стәрлетамаҡ халҡының алдына кире килеп баҫасаҡ. Мәңге туймаҫ аждаһа кеүек заводтың аппетитын бөгөндән үк ауыҙлыҡлау иң дөрөҫө булып сыға түгелме?
Изге Торатауҙы һаҡлап сығыу – һәр милләттәшебеҙҙең оло бурысы. Япондарҙы Фудзиямаһыҙ, швейцарҙарҙы Альпһыҙ, гректарҙы Олимпһыҙ, әрмәндәрҙе Араратһыҙ күҙ алдына килтереп булмаған кеүек, Торатау ҙа – беҙҙең милли символыбыҙ, изгелек сығанағы, йолаларыбыҙға тоғролоҡ билдәһе. Әйткәндәй, башҡорт ҡына түгел, бик күп башҡа милләт вәкилдәре лә шихандарҙы яҡлап сығырға бөгөндән үк әҙер. Телде һәм илде һаҡлау тураһында уйлап та бирмәгән, үҙ файҙаһын ғына ҡайғыртыусыларҙың арабыҙҙа ишәйеүе ҡыҙғаныс. Әгәр ҙә бөгөн Торатау икән, иртәгә сиратта үҙебеҙме? Йәнтөйәгем, халҡым, тип янған йөрәктәргә ҡағыла был мөрәжәғәт: битараф булмайыҡ, күрәләтә изге тауҙы юҡҡа сығартыу һәләкәткә килтерәсәк бит.
Лилиә ХӘЛИТОВА.