13.11.2012 Ҡорал тотторҙоҡ та, пулянан ҡасабыҙ
йәки Һуғыш юҡ, ә кешеләр ҡырыла
Мәскәүҙә бер йәш ирҙең атыш ойошторғаны тураһында ишеткәнһегеҙҙер инде. Дмитрий Виноградов атлы әҙәм, юғары белемле юрист, үҙе эшләгән офиста хеҙмәттәштәренә ҡаршы ике һунар карабинынан пуля яуҙырған. Юҡ, тегеләренең бер ғәйебе лә булмаған, бер ниндәй ҙә эш боҙмағандар. Ә был тотҡан да тәтегә баҫҡан. Һәм… бөгөн алты кеше шул арҡала “теге донъяла”.
Сәбәбе, тәү ҡарамаҡҡа, ябай кеүек – яуапһыҙ мөхәббәт. Ир бергә эшләгән ҡыҙға ғашиҡ булып йөрөгән, тегеһе, баҡһаң, күптән инде икенсе бер ир менән граждан никахында йәшәгән. Элек ҡыҙҙар өсөн дуэлгә сыҡҡандарын тарихтан беләбеҙ. Унда туранан-тура ике ғашиҡ ир атышҡан, йә ҡылыс менән алышҡан. Ә бында хеҙмәттәштәрҙең ни ғәйебе? Берәүҙе яратам тип, юлда осраған һәммәһенә лә ҡорал тоҫҡап йөрөү 30 йәшлек ир кеше эшеме? Инде аҡыл ултырыр йәшкә еткәндә?
Тәфтишселәр Виноградовтың аҡылы теүәл булыуын тикшереүҙе мотлаҡ ти. Сөнки, асыҡланыуынса, кеше үлтерер алдынан ир интернетта кешелекте күрә алмауы хаҡында “манифест” яҙған булған.
“… Был донъяла күргән-кисергәндәрем миндә кешелеккә ҡарата нәфрәт тәрбиәләне. Мин кешелек йәмғиәтен күрә алмайым, уның бер өлөшө булыу минең өсөн ерәнгес… Мин бының бер генә ысулын күрәм – кешелек серетмәһенең мөмкин тиклем күберәк өлөшөн юҡ итергә”.
Шундайыраҡ йөкмәткеле ул яҙма. Быны сәләмәт кеше яҙған тиергә буламы? Бәлки, физик яҡтан һау булһа ла, рухы сирле бының.
Енәйәтсегә шундуҡ “Рәсәй Брейвигы” тигән ҡушамат бирҙеләр. Андерс Брейвик – 33 йәшлек Норвегия террорсыһы. Былтыр йәй Осло үҙәгендә шартлау ойоштора, йәштәр лагерына һөжүм итә. Һөҙөмтәлә 77 кеше һәләк була һәм 151-е йәрәхәтләнә. Енәйәт эшләүен аңлаһа ла, үҙен бер ҙә ғәйепле тип танымай был әҙәм аҡтығы. Әле 21 йылға төрмәгә ябылған.
Әйткәндәй, Брейвиктың атаһы (күптән бергә йәшәмәһәләр ҙә), улының ниндәй енәйәт ҡылғанын ишеткәс тә унан баш тарта. Бөгөн үлтереүсенең әсәһе менән апай-һеңлеләре полиция тарафынан һаҡлана. Сөнки кешеләрҙең Брейвиктан үс алыу маҡсатында уларға һөжүм итеү хәүефе бар.
Виноградовты ла, Брейвикты ла, тыныс, бер аҙ йомоҡ кеше, тип ҡылыҡһырлайҙар. Икеһе лә тирға йөрөгән.
Был икәүҙең йәнә бер “әшнә”һен телгә алырға мөмкин. Джаред Лофнер тигән АҡШ кешеһе былтыр йыл башында атыш ойошторған. Әле ул Аризона штаты суды тарафынан ғүмерлеккә төрмәгә ябылған. Лофнер АҡШ парламенты ағзаһының халыҡ менән осрашыуы ваҡытында ут асҡан, алты кешене атып үлтергән, 13-ө яралар алған. Тәүҙә уны, аҡылы теүәл түгел, тип дауалағандар ҙа, һауыҡҡас, хөкөм иткәндәр.
Донъяның төрлө ҡитғаларында бар шундай енәйәтселәр, тимәксемен. Уларҙы бер нәмә берләштерә − бөтөнөһө лә йәштәр. Нимә был? Әле ҡасан ғына илебеҙҙә йәштәрҙең ҡорал тотоп кешегә ташланыуы түгел, ә төркөм-төркөм булып “удар төҙөлөштәр”ҙә ҡатнашыуы, комсомолия, пионерияның уңыштарына дан йырлана ине?! ҡасан ҡорал тотторҙолар һуң? Был тарих алыҫта түгел. Уйлай белгәндәр уйланһын.
Мәскәүҙәге фажиғәнән һуң, ҡорал йөрөтөү ҡағиҙәләре ҡәтғиләшәсәк, тигән хәбәр ҙә таралды. Беҙҙә шулай инде: тәүҙә − фажиғә, аҙаҡтан ғына йүгерекләүҙәр.
Әле беренсе сиратта иҫерек килеш травматика ҡорал тотоусыларға тыйыу индереләсәк. Шулай уҡ РФ Эске эштәр министрлығы йәмәғәт урындарында ҡоралдың бөтөн төрөн дә тыясаҡ. Парктарҙа, ресторанда, стадионда, сауҙа үҙәктәрендә, кинотеатрҙарҙа, баҙарҙа ҡорал йөрөтөү мөмкин булмаясаҡ.
Әйткәндәй
Күҙ осома кинотеатрҙарҙа барған фильмдар рейтингы килеп эләкте. Исемдәренән, йөкмәткеһенән күренеүенсә, атыш-үлтереш, фәнтәзи тормоштоң герой-боевиктары тураһындағы фильмдар сентябрҙә ин кассалы тип табылған, имеш. Бында йәш сикләүен 16+ тип ҡуйҙың ни, 18+ тип ни, фәтүә юҡ.
Их, йәмғиәтебеҙ әллә, ысынлап та, кисекмәҫтән һауыҡтырыуҙы талап итәме?
Айсын АҡБУЛАТОВА.