13.11.2012 Карантин ҡоторған януарҙарҙан ҡотҡарырмы?
Башҡортостандың ҡайһы бер райондарында ҡоторған йәнлектәр күбәйеү сәбәпле, карантин иғлан ителә.
Был хаҡта БР Президентының указы ла сыҡты. Теүәлерәк әйткәндә, карантин зонаһына Белорет районының ҡоҙғон-Әхмәр, Борай районының Әбдрәшбаш, Бөрйәндең Килдеғол ауыл биләмәләре инә. Тап ошо төбәктәрҙә ҡырағай йәнлектәрҙең кешегә ташланыу осраҡтары теркәлгән. ҡотороҡ сире таралмаһын өсөн әлеге райондарҙа эт-бесәй күргәҙмәләре, уларҙы һатыу, карантин урынынан ситкә алып сығыу, ҡырағай йәнлектәрҙе аулау тыйыла.
(Киләһе һанда Белорет районының ҡоҙғон-Әхмәр ауылынан киңәйтелгән репортаж менән танышырһығыҙ).