02.11.2012 Холоҡһоҙ ирҙәргә
Ниңә йәберләйһең мине
Бер ғәйептәрем юҡҡа.
Ергә ятып һин иларһың,
Мин киткәс теге йортҡа.
ҡайттың да мине туҡманың,
Ғәйептәрең бар, тиеп.
Тештәрем һынғансы һуҡтың,
Һин булғас,өй тар, тиеп.
Мин булмаһам, йортоң етем,
Өй мөйөшөң дә китек.
Мин булмағас кем иркәләр,
Сабыйҙар кеүек итеп?
Һин ҡайтыуға сәй ҡайнаған,
Ашым да бешер әле.
Белмәйһең һис ҡәҙеремде, ‒
Иҫеңә төшөр әле.
ҡыштың һыуыҡ айҙарында
ҡыуҙың да сығарҙың һин,
ҡапҡа төптәрендә илап,
Әҙ баҫып торманым мин.
Яҙмыш мине этеп-төртөп,
Һиндә йәшәр өсөн килтерҙе.
Нисә йылдар инде ошо эскең
Йөрәгемде ашап бөтөрҙө.
Ниңә тыуҙым икән был донъяға,
Ниңә ташыуҙарға аҡманым?
Төнгө кистә өшөп-туңып,
Кемдең генә ишеген ҡаҡманым.
Эсмәйем, тип анттар итмә инде,
Ышанмайым һинең һүҙеңә,
Зинһар, мине ғәфү ит, тип
ҡарап торма минең күҙемә.
Фәүзиә ГӘРӘЕВА.
Миәкә районы,
Миәкәтамаҡ ауылы.