02.11.2012 19 000 тонна ядро ҡалдығы
2001 йылда Рәсәй президенты илгә юғары токсик ядро ҡалдыҡтары (яраҡһыҙланған ядро яғыулығы) индереү мөмкинлеген биргән указға ҡул ҡуйған. Ошонан һуң беҙгә Польша, Сербия, ҡаҙағстан, Чехия, Латвия, Вьетнам һәм башҡа илдәрҙән меңәрләгән тонна ҡалдыҡ килтергәндәр. Бөгөн ҡалдыҡтар Рәсәйҙә 19 мең тоннанан артығыраҡ булып киткән. Улар Силәбе өлкәһенең “Маяҡ” йәмғиәтендә, Красноярск − 26, Томск − 7 биләмәләрендә күмелгән, тигән мәғлүмәт бар. Йәнә лә “Гринпис” хеҙмәткәрҙәре белдереүенсә, Швейцариянан ике мең тоннанан ашыу яраҡһыҙ ядро яғыулығы һәм 550 кубометр ядро ҡалдығы килтереп түгеү тураһында килешелгән. Үрҙәге илдәр, тимәк, үҙ биләмәләренең экологияһы өсөн борсолоп, хәүефле ҡалдыҡтарҙы ситкә сығарыу яйын күрә, ә беҙҙекеләр, аҡсаға ҡыҙығып, бөтөн сүп-сарҙы бәрәкәт килтерерҙәй тупраҡҡа күмә.
Poleznoeznanie. ru сайтынан һәм “Йәнле журнал” биттәренән
Айсын АҡБУЛАТОВА әҙерләне.