RSS-подписка Вконтакте Вконтакте

02.11.2012 Күсәр

Тәгәрмәстәрҙе «дағаларға» ваҡыт
Күсәр
Санаңды − йәй, арбаңды ҡыш әҙерлә, тип юҡҡа ғына әйтмәгән боронғолар. Ә беҙ һаман кәрәк-яраҡты ваҡыты еткәс кенә иҫебеҙгә төшөрәбеҙ. Шул уҡ автоһәүәҫкәрҙәр ҙә юлға ҡар ятмайынса тәгәрмәстәрен ҡышҡыларына алмаштырырға ашыҡмай. Ә бит юл үҙеңә һәм башҡаларға ҡурҡыныс менән янамаҫ өсөн әле үк ҡышҡы шиналы тәгәрмәстәргә күсергә ваҡыт. Ниндәй шиплы шиналарға өҫтөнлөк бирелә һуң? Барыһы ла, нимәһе менән булһа ла айырылып, бер үк бурысты үтәй. Әҙме-күпме ваҡыт үтеү менән «энәләре» ашалып бөтә. Тағы килеп нисек, ҡайҙа, ниндәй тиҙлектә йөрөүҙән дә күп нәмә тора. Машинаға шиплы тәгәрмәсте ҡуйыу менән башта 200 саҡрым тирәһе яйлап йөрөп, ҡапыл тиҙлекте шәбәйтмәү һәм ҡапыл туҡтатмау зарур. Сөнки резиналағы «энәләр» үҙ урынына тигеҙ ултырһа, улар аҙаҡтан йәһәт кенә осоп сыҡмаясаҡ. Ғөмүмән, ҡышҡы ҡоро асфальтта шиплы тәгәрмәстә ҡапыл боролоп, йә булмаһа, ҡапыл туҡтауҙан һаҡланырға кәрәк.
Рәсәйҙә һыуыҡтар башланыу менән машина резиналарын ҡышҡыға алмаштырыу мотлаҡ рәүештә башҡарылырға тейеш, тип күптәр яр һала. Ысынлап та, был миҙгелдә юл хәрәкәтендә авария осраҡтары йышая. Мәҫәлән, Финляндияла был йәһәттән законлы рәүештә тәгәрмәстәр алмаштырыла. Уларҙа тәғәйен ваҡыты ла бар. Күрше илдә 30 ноябрҙән 1 мартҡа тиклем йәйге резиналарҙа йөрөү ҡәтғи тыйыла.

Ышанысһыҙ ышанасаҡтар

РФ Эске эштәр министрлығы яңы закон проекты өҫтөндә эшен тамамланы. Хәҙер ҡулдан яҙылған ышаныс ҡағыҙынан (доверенность) бөтөнләй баш тартырға булдылар. Уның урынына башҡа бер ниндәй ҙә документ булмаясаҡ. Шул уҡ ОСАГО ла уны алмаштыра алмай. Әгәр һеҙҙең ҡулда теркәлеү таныҡлығы (свидетельсво регистрации), асҡыс һәм машина икән һәм ул эҙләүгә бирелмәһә, ЮХХДИ яғынан бер ниндәй ҙә кәртә булмаясаҡ. Ғөмүмән, «гаишник»тар документтарҙың һанын кәметеү яғында. Шулай уҡ быйылдан ҡәтғи рәүештә булыр­ға тейеш техталон да исемлектән алынды.

Тиҙлек менән шаярмағыҙ

Максималь тиҙлекте арттырған өсөн штрафтың күләме 10 мең һумға тиклем барып етеүе ихтимал. Яңы закон проекты буйынса тиҙлекте сәғәтенә 80 саҡрымдан арттырып, бер нисә тапҡыр «гаишник»тар ҡулына эләгеүселәргә, 10 мең һум штрафтан тыш, «право» менән дә бер йылға хушлашыу янай. Тәүге тапҡыр эләгеүселәр иһә 5 мең һум штраф түләп, ярты йылға машина йөрөтөү хоҡуғынан мәхрүм ителәсәк. Шулай итеп, яңы схема буйынса тиҙлекте арттырыусыларға ошондай штрафтар һалыу ҡаралған:
10 – 40 саҡрымға − 500 һум
40 − 60 −1000 −1500 һум
60 − 80 − 2000 − 2500 һум йәки 4 − 6 айға водитель танытмаһынан мәхрүм итеү.
80 саҡрымдан арттырылһа − 5000 һум (ҡабаттан арттырылһа, 10 000 һум).

Һаҡланғанды хоҙай һаҡлар

Автомобилдә һаҡланыу ҡайышын эләктермәй йөрөгәндәргә штраф күләменең 1000 һумға артыуы мөмкин. Шулай уҡ балалар өсөн тәғәйен креслоны файҙаланмаусыларға ла штрафтың күләме 3000 һумға етеүе ихтимал. Сөнки күптәр штраф аҙ булғанға күрә ҡағиҙәләрҙе боҙа. Әлеге ваҡытта ҡайыш һәм кресло өсөн штраф 500 һум.

Мәскәүҙә 277… һанлы код индерәсәктәр

Оҙаҡламай Мәскәүҙә төбәктең яңы коды менән яңы машина номер­ҙары бирә башлаясаҡтар. «Московский комсомолец» гәзите хәбәр итеүенсә, улар 277, йә 299 буласаҡ.
Әйткәндәй, Рәсәйҙең баш ҡалаһы күптән инде номерҙарға мохтажлыҡ кисерә. Баштан уҡ Мәскәү өсөн генә дүрт һанлы код индермәксе булғайнылар, тик өсәүлеһе бөтмәйенсә ул ҡарарҙан баш тарттылар. Илебеҙ баш ҡалаһы машиналары 77, 99, 97 кодлы һан аҫтында йөрөгәндән һуң өс һанлы кодҡа күсә. Улары ла хәҙер бөтөп бара. Әммә өҫтәмә рәүештә дүртенсе һанды яҙмай, тәүге бер һан урынына икене яҙасаҡтар. Һуңынан, бәлки, өсө лә, дүрте лә булыр.

Тотонолған булһа ла, яҡшыраҡ

Быйыл туғыҙ айҙа Рәсәйҙә тотонолған сит ил машиналарын һатыу­ҙан алынған килем 74 процентҡа үҫкән. Беҙҙә ошо осорҙа 159,1 мең машина ситтән индерелгән. Шулай уҡ яңыларына ла мохтажлыҡ кисерәбеҙ. Һуңғы туғыҙ айҙа 629 мең автомобиль һатылған. Ә инде үҙебеҙҙә сыҡҡадарына һорау 10,2 процентҡа кәмегән. Дөйөм алғанда, 2012 йылдың туғыҙ айында бөтәһе 2 миллион 223,5 мең автомобиль һатылып, күрһәткес уҙған йылдың ошо осорона ҡарата 17,7 процентҡа артҡан. Был Европала, Германиянан һуң, Рәсәйҙе икенсе урынға сығарҙы. Шуға ҡарамаҫтан, беҙҙә 1000 кешегә 243 машина тура килһә лә, уртаса Европаныҡынан ике тапҡыр­ға ҡалышабыҙ.

Рәсәй өсөн ҡара төҫ уңай

Илебеҙҙә иң популяр төҫ − ҡара. Сөнки күптәр машинаның ҡара төҫлөһөн хуп күрә. Икенсе урында − көмөш. Өсөнсө почетлы урынды күк менән аҡ төҫтәге автомобилдәр бүлешә. Һоро, зәңгәр машинаға автоһәүәҫкәрҙәрҙең 1 – 2 проценты ғына өҫтөнлөк бирә. Тағы шуныһы ҡыҙыҡ, төҫтәр төбәккә ҡарап айырыла. Әйтәйек, Мәскәү, Пермь, Һамар, Түбәнге Новгород һәм Екатеринбург халҡы ҡара төҫтө яратһа, Красноярск, Волгоград, Өфө, Силәбе һәм Омск көмөш төҫ ярата. Ә бына донъя рейтингы буйынса ҡара төҫ өсөнсө урында булһа, көмөш менән аҡ иң популяр булып һанала.

110 йәшлек мотоцикл аукционға сыға

Донъялағы өсөнсө иң ҙур һәм универсаль аукцион йәмғиәте һатыу­ға 110 йәшлек мотоциклды сығара. RамdIеr Моdеl В мотоциклы әлеге ваҡытҡа һаҡланып ҡалғандарынан иң өлкәне булып һанала. 1902 йылда эшләнгән велосипедҡа оҡшаш мотоцикл АҡШ-тың тарих музейында һаҡлана. Уның яҡынса хаҡы 60 – 80 мең долларға тиң.
1978 йылда ойошторолған компания башта велосипед етештереү менән шөғөлләнә. Һуңынан ғына мотоциклға күсә. 1918 йылда предприятиеның эше туҡтай.

«Lаdа Sамаrа»ға ла көн бөттө

Оҙаҡламай АвтоВАЗ «Sамаrа» машиналарын етештереүҙе туҡтатасаҡ. Сөнки күптән инде уға мохтажлыҡ бөтөп, күптәр яңы «Grаntа» менән «KаIinа»ға өҫтөнлөк бирә. Быйылдан 2107 һәм 2104 модель автомобилдәре сығыуҙан туҡтаһа, киләһе йылдан «Sамаrа»ға ла көн бөтәсәк.

Яңы «Lаdа Kаlinа»ла елдерәсәкбеҙ

АвтоВАЗ, 2013 йылдың йәйенән яңыртылған «Lаdа Kаlinа» машинаһын һата башлаясаҡ. Әлегә ул эшләнә генә башланып, йыл аҙағына һынау үтәсәк. Модель ике типта − универсаль һәм хэтчбек стилендә буласаҡ. «Lаdа Kаlinа»ны 2020 йылға тиклем сығарыу ҡаралған.

Француздарға – килем, япондарға сифат мөһим

«Реugеоt» француз компанияһы Рәсәйҙә Реugеоt 408 машинаһының яңы дизель модификацияһын һата башлаясаҡ. Белгестәр әйтеүенсә, ул 100 саҡрым араға ни бары биш литр яғыулыҡ сарыф итәсәк. Хаҡы ла әллә ни ҡиммәт булмаясаҡ. Шулай уҡ Японияның «Маzdа» компанияһы ла тәғәйен Рәсәй юлдары өсөн үҙенең яңы моделен эшләйәсәк. Ул Владивостокта сығасаҡ. 2013 йылдан «Маzdа»ның яңы төрө конвейерға сират көтә.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»