26.10.2012 Араҡы 1000 һум торһа?
Әгәр ҙә мәгәр, эскелеккә ҡаты көрәшеүҙең бер алымы тип, араҡыға хаҡты 1000 һум итһәләр, әҙерәк эсерме икән халыҡ? Шундай темаға һорашыуҙар ойошторғандар.
Яуаптар күңелде күтәрмәй. “Әҙерәк эсерҙәрме, юҡмы – билдәһеҙ, әммә һирәгерәк эсерҙәр” тигән яуапты респонденттарҙың 11,8 проценты биргән. 14,4 проценты “кем эсергә теләй, бындай аҡса ла йәл түгел” тип һанай.
Күпселек, йәғни 68,1 процент “эсерҙәр барыбер, тик араҡыны түгел” тигән фекерҙә. Йәнә бер аҙы, 5,3 процент халыҡ иҫәпләүенсә, “яҡшы араҡы ҡиммәт тора”.
Бынан тыш, уҡыусылар варианты ла бирелгән. Унда “көмөшкә эсәбеҙ инде”, ”бәлки, хеҙмәт хаҡын арттырырға уйлайҙарҙыр?”, ”балалар әҙерәк ашар”, ”башҡасараҡ эсемлек әҙерләрбеҙ” тигән яуаптар өҫтөнлөк итә.
“Рәсәй тауышы” радиоһы
сайтынан Айсын АҡБУЛАТОВА
әҙерләне.