26.10.2012 Комсомол – ул беҙҙең йәшлек
Күптәр менән бер рәттән, беҙ ҙә комсомолдың мөһим эштәре, был йәштәр ойошмаһының ил тормошондағы, сәйәсәтендәге әһәмиәте тураһында онотоп та барабыҙ кеүек. Ләкин баштан үткәндәр бер ваҡытта ла онотолмай. Ә бит әлеге күп кенә етәкселәр ошо комсомол, партия сафында тәрбиәләнгән.
Күп йылдар буйына комсомолдар яңы заводтар төҙөүҙә, колхоз-совхоздар ойоштороуҙа, ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштереүҙә алғы сафтарҙа булды. Улар тырышып, башҡаларға өлгө күрһәтеп эшләне лә, төрлө урындарҙа белемдәрен арттырыу маҡсатында уҡыны ла, ғаилә ҡороп, балалар ҙа тәрбиәләне. Һәр урында улар алда барҙы, башҡаларға өлгө күрһәтеп йәшәне.
Бөйөк Ватан һуғышы осоронда ла комсомолдар алдынғылыҡты бирмәне. Беҙҙең яҡташтарыбыҙ Зөбәй Үтәғолов, Шаһи Ямалетдинов, Александр Серебрянников, Иван Сухов, Советтар Союзы Геройҙары Фәтих Сөләймәнов, Василий Наумкин, Сәғиҙә Мөхәмәтдинова һәм башҡа Социалистик Хеҙмәт Геройҙары ла заманында комсомолда тәрбиәләнгән, комсомол етәкселегендә беренсе аҙымдарын яһаған. Әҙ булдымы ни комсомолдар башҡарған төҙөлөштәр? Илебеҙҙәге һәр бер удар төҙөлөштә был ойошманыҡылар алғы сафта булды.
Минең кеүектәр комсомол сафына һуңлап килде. Беҙҙе йәштәр ойошмаһына алмаҫҡа тырыштылар. Сөнки беҙ «халыҡ дошмандары»ның балалары инек. Атайҙарыбыҙҙы 1937 йылда ҡулға алалар һәм уларҙың бөтәһе лә тигәндәй шунан ҡайта алмаған. Атайым 1942 йылда юҡ ителә. Башҡа туғандары ла юҡ була.
1955 йылда ғына ғәҙеллек тантана итеп, был сикләүҙәр юҡҡа сығарылды һәм беҙ ҙә башҡалар кеүек комсомол, һуңынан партия сафына алындыҡ.
1956 йылда әрмегә алындым. Сахалинда артиллерист булып хеҙмәт иттем. Ошонда инде артиллерия батареяһында комсомол сәркәтибе булып һайландым. Комсомолдар һәм уларҙың етәкселәре башҡаларға өлгө күрһәтеп йәшәне, артта ҡалыусыларҙы (офицерҙар менән берлектә) йыйылышҡа саҡырып, башҡаларҙан ҡалышмаҫҡа, тәртип боҙмаҫҡа өндәнек. Мин батареябыҙҙа булған яңылыҡтар тураһында «Часовой Родины» һәм «Суворовский натиск» гәзиттәренә яҙып торҙом. Дивизия гәзитенең һәр һанында тигәндәй материалдарым донъя күрҙе.
1958 йылда әрменән ҡайттым. Тәүҙә һатыусы булып эшләй башланым. Бер йылдан һуң уҡытыусы булып киттем. Уҡытыу эшенә килеү менән комсомол ойошмаһы етәксеһе итеп һайланылар. Йәштәре еткән уҡыусыларыбыҙҙы комсомолға инергә әҙерләргә тотондоҡ. Нисә уҡыусы ғариза бирһә, бөтәһе лә яҡшы яуаптар ҡайтарып, комсомолға инде. Комсомолға инеү өсөн Инйәргә, ә ҡайһы саҡта Белорет ҡалаһына алып барҙыҡ. Уҡыусылар менән класс етәксеһе бергә булды. Бер мәл өлкән уҡыусылар менән велосипедта Арышпар мәктәбенә барҙыҡ. Унда урындағы комсомол йәштәре менән волейбол уйнаныҡ. Иҫәп нисек тамамланғандыр, уныһын онотҡанмын, ләкин комсомолдар шатланып, дәртләнеп, яңы дуҫтар табып ҡайтты. Оло йәштәгеләргә ярҙамлаштылар. Бер ваҡытта ла, беҙҙең ваҡыт юҡ, тимәнеләр. Йәштәрҙән күреп, башҡалар ҙа уларға эйәреп эшләне.
1962 йылда мине Белорет районы комсомол комитетына инструктор итеп саҡырҙылар. Эште планлы рәүештә алып барҙыҡ.
Беҙ, райкомдың бюро ағзалары, комсомол сафына ҡабул итеү өсөн урындарға сыға инек. Инергә теләүселәрҙең бөтәһе лә комсомолға алынды. Һәр комсомол республикабыҙҙа сыҡҡан «Ленинсы», «Ленинец» гәзиттәрен алдырып уҡып барҙы. Ойошторолған өмәлә, башҡа бөтә эштәрҙә әүҙем ҡатнаштылар.
Партия райкомы етәкселеге фермаларға ярҙам итеү маҡсатында кемдең нимә менән ярҙам итә алыуын асыҡлау өсөн комсомол райкомының һәм ҡала комитетының берәр хеҙмәткәрен леспромхоздарға һәм башҡа ойошмаларға йөрөп белеү өсөн командировкаға ебәрҙе. Бер ниндәй транспорт бирелмәне. Уны үҙебеҙ табырға тейеш инек. Таба алмаһаҡ − йәйәү барырға. Ара алыҫ − 100 – 300 саҡрым. Беҙ ике көндә элекке Көҙйылғаға (хәҙерге Межгорье) барып ҡайттыҡ. 200 саҡрым араны йәйәүләп тигәндәй үттек. Инйәр леспромхозының Көҙйылға участкаһында беҙгә электр үткәреү сымының барлығын әйттеләр. Нисә метр булғандыр, уны дәфтәребеҙгә яҙып алдыҡ та икенсе ойошмаға йүнәлдек. Унда бер көндә барып етә алмайынса, Сермән ауылында ҡунырға тура килде. Танышымдың өйө бәләкәй генә булһа ла, беҙгә лә урын таптылар. Иртәнсәк тороп, эшебеҙҙе дауам иттек…
Башҡа иптәштәр ҙә эшләне. Бер аҙна ваҡыт эсендә бөтә ойошмаларҙы йөрөп сыҡтыҡ һәм фермаларҙы ҡышҡа әҙерләү өсөн байтаҡ ҡына материал йыйҙыҡ. Фермалар арыу ғына эшләп, малдар иҫән-һау ҡыш сыҡты.
ҡыҫҡаһы, комсомоллы йәшлегемде һис оноторлоҡ түгел.
Нурулла МИҺРАНОВ.
Белорет районы,
Манышты ауылы.