26.10.2012 Ғәйепһеҙгә ғәйепләнеп
Сәлимйән, Мәхмүт һәм Ғәтиәтулла ағайҙар Мәскәү метроһын төҙөүҙә ҡатнаша
Коллективлаштырыу башланыу менән беҙҙең яҡтарҙа ун ике ауылды берләштергән «Оло Эйек» колхозы ойошторола. Был колхозға Ыуары, Мораҙым, ике Һатлыҡ, Нуҡай, Хвалынский, Черногор, урыҫ һәм башҡорт Елтирмәне, Юлдыбай, Төпсән һәм Бикбулат ауылдары ингән.
Колхоз менән ваҡытында аҡтар яғында офицер булып хеҙмәт иткән Хәйбулла Аллағужин етәкселек итә (аҫтыртын яҙып ятып, бик күптәрҙең башын ашаған ауылдың бер яуызы Хәйбулланың да өҫтөнән яҙып бирә һәм уны Йылайыр төрмәһендә аттыра). Ошо ҙур колхоздың дөйөм йыйылышы барған ваҡытта Нуҡай бригадаһынан берәү тороп:
− Юлдыбай бригадаһында аттар күп, ә беҙҙә аҙ, шуға ла юлдыбайҙарҙан беҙгә аттар бүлеп бирегеҙ, − тип оран һалғас, уларға башлыса кулактарҙан тартып алынған алты атты ваҡытлыса биреп торалар. Күп тә үтмәй, был ҙур колхоз тарҡалып, һәр ауыл үҙе бер колхоз булып ҡалғас, теге ваҡытлыса бирелгән аттарҙы алып ҡайтырға тип, юлдыбайҙар Нуҡайға барһа, уларға аттарын бирмәйҙәр. Колхоз идараһы аттарҙы урлап алып ҡайтырға тигән ҡарар сығара һәм был эште үтәргә үтә лә ҡыйыу булған Сәлимйән Вахитовты, Мәхмүт ҡазбулатовты һәм Ғәтиәтулла Миңлебаевты тәғәйенләйҙәр. Шул уҡ көндө кис улар Нуҡайға барып, Сәлимйәндең бер туған апаһы Ғәзизәнең ире Ғибаҙуллаға килә һәм уның ярҙамында аттарҙы алып ҡайтырға сыға. Ауылды сығып, бер саҡрымдай килгәс, туранан ҡайтыр өсөн Оҙонуйға табан боролалар. Шундағы йылғаны сыҡҡас та уларға үҙҙәренең ниндәйҙер ҡырын эштәре өсөн ҡасып йөрөгән ҡораллы өс Нуҡай кешеһе тап була. ҡасаҡтар үҙҙәрен властар алдында ғәйепһеҙ күрһәтер өсөн уларҙы һәм уларҙы оҙата килгән Ғибаҙулла менән, аттарын етәкләтеп, Мораҡ НКВД-һына алып китә. Юлда барғанда сос Ғибаҙулла, бер ҡасаҡ ауылдашының мылтығын тартып алып, Аҡташ йылғаһының ҡуйы туғайына инеп ғәйеп була. Юлдыбайҙарҙы НКВД-ға тапшырғас, урман ҡасҡындары ҙур эш башҡарған батырҙар һымаҡ ҡайтып китә.
Иртәгәһенә үк суд була, уларҙың һәр береһенә унар йыл сәпәп, Өфө төрмәһенә оҙаталар. Өфө төрмәһендә 3 – 4 көндәй булғандан һуң, йөҙҙәрсә тотҡон менән бергә, эшелонға тейәп, Мәскәүгә ебәрәләр.
Юлда барғанда, паровоз боҙолғас, тотҡондарҙы вагондарҙан сығарып, шундағы бер ҡалҡыулыҡ түбәһенә йыялар, ә конвойҙар уларҙы уратып тора. Конвойҙар араһында Наҙыйылға ауылынан Ғәлим Яугилдин исемле милиционер булып, ул яҡташтарына ҡулынан килгәнсә ярҙам итә, паровоздан ҡайнар һыу, йәшереп булһа ла сохарый, тәмәке тарата (Наҙыйылға Юлдыбайҙан 17 саҡрым. Ә инде Ғәлим Яугилдин аҙаҡ әллә фин, әллә 1941 йылғы һуғышҡа алыныпмы, шунда ятып ҡала).
Мәскәүгә еткәс, тотҡондарҙың байтағына Мәскәү метроһын, ҡалғандарына Беломорканалдың бер өлөшө булған Мәскәү каналын ҡаҙырға ҡушалар. Мәхмүт менән Сәлимйәнде тәүҙә Мәскәү янындағы каналға эшкә ебәрһәләр, өс айҙан һуң уларҙы Архангельск яғына канал ҡаҙырға оҙаталар.
Ә Ғәтиәтулланы башҡа тотҡондар менән бергә ер аҫтына метро туннелен ҡаҙырға төшөрәләр. Был турала ул былай тип һөйләр ине:
− Туннелдә тар ғына тимер юлы булып, шул юлдан һәр береһе бер кубометр һыйҙырышлы, бер-береһенә тағылған дүрт вагонетканы атҡа егеп, подъемник янына тупраҡ ташыным. Ат та һиҙгер икән. Әгәр биш вагонетка таҡһалар, һөйрәмәй. Ике ай ер аҫтында эшләп ныҡ йонсоған малҡайҙы подъемник менән өҫкә сығарһалар, ул ҡояш яҡтыһында шунда уҡ һуҡырайыр ҙа, уны тотҡондар һуйып, талаша-талаша бүлешеп алыр ине. Хатта тиреһен дә бүлештеләр. 1936 йылдың 10 авгусында метроны ҡаҙып бөткәс, һәр беребеҙгә уртаһы тишек тәңкәләр тараттылар. Уның бер яғына «Метростроитель» тигән һүҙ яҙылһа, икенсе яғына «Для бесплатного проезда» тигән һүҙҙәр бар ине. Тик ул вагондарға ултырыу түгел, уларҙы күрмәнем дә.
Ғәтиәтулла ағайҙы, бер күҙенә аҡ һалғанға, срогын тултырыу өсөн тыуған яғына ҡайтаралар. Хөкөм ваҡыты тулыуға күп тә үтмәй, һуғыш башлана. Уны Силәбе өлкәһендәге Сыбаркүлгә хеҙмәт армияһына ебәрәләр. Тағы ла дүрт йыл ғүмере заяға үтә. ҡайтҡас, үкһеҙ етем Рамаҙан менән колхоз аттарын ҡарай. Тик 1949 йылдың яҙында ауылдың бер яуызы, баҙыма төшөп, Ғәтиәтулла менән Рамаҙан ике күнәк картуфымды урланы, тип ялыу яҙғас, уларҙы ҡулға алалар һәм етешәр йылға төрмәгә оҙаталар. Аҙаҡ асыҡланыуынса, картуфты аулаҡта аш бешереү өсөн ауыл йәштәре алған булып сыға, тик уны тикшереп тормайҙар. 1953 йылдың мартында, Сталин үлгәс, амнистия иғлан ителә. Уның буйынса меңәрләгән тотҡон иреккә сығарыла. Нахаҡҡа рәнйетелеп, Мәскәү метроһын һәм Мәскәү каналын ҡаҙған, урман ҡырҡҡан, һуғыш барған йылдарҙа хеҙмәт армияһында булып, тағы ла дүрт йыл ғүмерен нахаҡҡа төрмәлә үткәргән Ғәтиәтулла ағай ҙа өйөнә ҡайта. Оҙаҡ йылдар колхоз аттарын ҡарай һәм 1974 йылдың февралендә донъя ҡуя.
Ә теге саҡта юлдыбайҙарҙы тотоп, НКВД-ға тапшырған өс Нуҡай кешеһенең ҡара эштәренә килгәндә, хәл былай була.
1930 – 1938 йылдарҙа ҡыҙылташ һәм ҡаратәкә ауылдары тирәһендәге урман төпкөлөндә землянкаларҙа йәшәгән һәм пулеметтар менән ҡоралланған көслө бандит отряды Нуҡай, Түкәт, Тирмән ауылдарының яҡшы аттарын, йәш ҡатын-ҡыҙҙарҙы урлап алып китер була. Ә телгә алған өс Нуҡай кешеһе уларға ярҙам итеп, ауыл халҡына ҙур зыян килтергән, кеше үлтереү менән шөғөлләнгән. Был банда менән Ейәнсура районының Юлдаш ауылынан “ҡара бүре” ҡушаматлы берәү идара итә. Уға ниндәйҙер туғанлыҡтары булған өс Нуҡай кешеһе уларға ҡыштарын һуйып ашар өсөн аттар, таналар оҙатып ятҡан, үҙҙәренә фатирға төшөрөп торған була.
1934 – 1935 йылдар тирәһендә был банданы туҙҙырыу маҡсатында НКВД хеҙмәткәрҙәренән отряд төҙөлә. Отряд менән шул уҡ ҡыҙылташ кешеһе, Мораҡ НКВД-һында, буғай, эшләгән Абдуллин тигән берәү етәкселек итә. Бер нисә мәртәбә рейдтар үткәргәндән һуң, был банда юҡҡа сығарыла. Улар менән бергә өс Нуҡай кешеһе лә атыла. Төкән тынып ҡала.
Рәхимйән ВАХИТОВ.
Күгәрсен районы,
Юлдыбай ауылы.
(Мәғлүмәт мәрхүм Ғәтиәтулла һәм Мәхмүт ағайҙарҙың һөйләгәндәренән алынды).