19.10.2012 Дәүләт тә, үҙ яҙмышына битараф халыҡ та ғәйепле
Был көндөң тарихы 1987 йылдың 17 октябренә бәйле. Париж ҡалаһында йөҙ меңдән ашыу кеше 1948 йылда Кеше хоҡуҡтарының дөйөм декларацияһына ҡул ҡуйылған ергә − Трокадеро майҙанына эркелә. Улар сикһеҙ ярлылыҡтан, аслыҡтан һәм көсләп үлтерелгән ҡорбандарҙы иҫкә ала. Йыйылыусылар иҫбатлауынса, фәҡирлек – ул кеше хоҡуҡтарын боҙоу, халыҡ күмәк көс менән декларация ҡәғиҙәләре үтәлешен күҙәтеүҙе талап итә.
Төрлө илдәрҙә социаль педагогтар һәм социаль хеҙмәткәрҙәр тарафынан йыл да был көндө фәҡирлекте бөтөрөүгә йүнәлтелгән саралар ойошторола.
Аҡыллы булғас, нишләп ярлыһың?
Бөгөн мин, бик күп рәсәйҙәр кеүек, иртәнге көнөмә ышаныслы ҡарай алмайым. Сөнки миңә ниндәйҙер бер хәйерһеҙ минутта хәйерселектең сигенә етеү хәүефе янай. Миңә генә түгел, йәмғиәттең әлеге үҫеш этабында бөтә йәш кешеләр ошондай ҡурҡыныс аҫтында. Беҙ бында ғәйепле лә түгел − бәләкәй эш хаҡы, ваҡытлыса торлаҡ өсөн юғары айлыҡ түләү (ҡалала үҙ фатирым минең өсөн татлы төш кенә, уның ҡасан булыры киләсәктең ҡара шаршауына төрөлгән), ай һайын тиерлек арта барған коммуналь хеҙмәттәр, аҙыҡ-түлеккә хаҡ...
«Әгәр ҙә һин аҡыллы булғас, нишләп улайһа ярлыһың?» тигән әйтем Рәсәй дәүләте булдырған шарттарҙа һис кенә лә ғәҙел түгел. Ярлылар араһында аҡыл эйәләре бик күп. Бөгөнгө илебеҙҙәге система халыҡты интеллектына ҡарап байҙарға һәм ярлыларға бүлмәй шул.
Беҙ – эшсе фәҡирҙәр
Бөгөнгө Рәсәй «феномены» − эшсе фәҡирҙәр. Дәүләт предприятиеларында бер нисек тә аҡланмаған түбән хеҙмәт хаҡы арҡаһында килемебеҙ ҙә аҙ. Артабан нимә эшләргә? Ошолай уҡ дауам итергәме? Ғүмер буйы эшләп, үҙҙәренә «бәхетле ҡартлыҡ» тәьмин иткән, ә бөгөн һәр тинен һанап тотонған пенсионерҙарға ҡарап ғибрәт алғанда, ҡартлығыбыҙ ҙа әллә ни шәптән булмаясаҡ. Бөгөнгө социаль сәйәсәтебеҙ нимәгә килтерер, билдәһеҙ. Сөнки ул көндән-көн үҙенән яуаплылыҡ йөгөн сисә бара. Мәҫәлән, бик аҙ килемле ғаилә, кәрәк тип, балаһына компьютер һатып ала. Кредитҡа бата, ҡыҫҡаһы. Көндәлек тормошта кәрәк башҡа әйберҙәргә хужа булыу өсөн дә тик ошо юл ғына ҡала. Ә Европала аҙ килемле тип һаналған ғаилә компьютер һатып алыу хаҡында уйлап та бирмәй. Диңгеҙ аръяғында был етешһеҙлекте, ғәҙәттә, социаль органдар хәл итә. Рәсәй халҡының холҡо бүтәнсәрәк шул: ана, бының балаһы компьютерлы, тегеләр ҙә улдарына алған, беҙ ҙә йәһәтерәк һатып алайыҡ инде, ҡалай итәһең! Һөҙөмтәлә, дәүләткә бәләһен һалмай, проблеманы ғаилә үҙаллы хәл итә, юғары проценттарға риза булып банкирҙар алдында тубыҡлана. Ипотека, автокредит һәм башҡа кредит − банкыларҙа түләү проценттары яй, әммә ышаныслы үҫә − дәүләт балта менән халҡының йәшәү өсөн көрәшендә һуңғы таяуҙарын саба.
Фәҡирлек байлыҡҡа ҡарағанда көслө
Чиновниктар һәм дәүләт системаһы проблемаһынан тыш, беҙҙең илдәге фәҡирлеккә халыҡтың ялҡаулығы һәм ярлылыҡ менталитеты ғәйепле. Быға эскелекте лә өҫтәйек – бер ҡайҙа ла эшләмәгән көйө, араҡы йәки һыра тирәләй йыйылып, Рәсәйҙә йәшәүе ауыр, беҙ меҫкендәргә ярҙам итеүсе юҡ, тип үҙ-үҙҙәрен йәлләп ултырыусылар таныш картина, шулай бит? Ундайҙарҙың күбеһе − ярлылыҡтың сигенә етеп, социаль упҡынға тәгәрәүселәр, йәшәү өсөн бөтөнләй көрәшмәүселәр. Был исемлекте миллионлаған асарбаҡ, ҡарауһыҙ бала, урам фәхишәһе дауам итә. Уларҙың барыһын да эскелек, наркомания һәм криминаль эшмәкәрлек берләштерә.
Супербайҙар йәрминкәһе
Планеталағы иң юғары социаль ғәҙелһеҙлек Рәсәйҙә, тип иҫәпләй Швейцария банкирҙары. Беҙҙә байҙар һәм үтә ярлылар күп. Иң ышаныслы Швейцария банкыларының йыллыҡ отчеттарына ҡарағанда, илебеҙҙә социаль ғәҙелһеҙлек юғары темптар менән үҫә һәм донъяла тәүге урынды биләй. Милек ғәҙелһеҙлеге буйынса ла беҙҙең ил тәүге урынды берәүгә лә бирмәй. Сағыштырыу өсөн: 2008 йылда Рәсәйҙә барлығы 32 миллиардер булһа, көрсөклө 2009 йылда уларҙың һаны ике тапҡырға (!) артҡан − 62 кеше. Бөгөн инде Рәсәй миллиардерҙары һаны 97-гә еткән. Байҙар күбәйгәс, илебеҙ ҙә яҡын киләсәктә бай дәүләт булып китә икән, тип аңлап ҡуймағыҙ. Әгәр ҙә һеҙ урлашмайһығыҙ, йә хосусилаштырыу дәүерендә шәхси нефть торбаһын эләктереп ҡалмағанһығыҙ икән, тырышыуығыҙ бушҡа − был ҡалын кеҫәлеләр кеүек йәшәү һеҙгә бер ҡасан да тәтемәйәсәк. ҡыҙғаныс, ошо әсе дөрөҫлөктө төшөнәһең һәм шәхси хеҙмәт тырышлығыңдың ни тиклем мәғәнәһеҙ булыуын аңлайһың.
Халыҡ-ара фәҡирлеккә ҡаршы көрәш көнөндә кем нисек фәҡирлеккә ҡаршы көрәшкәндер, белмәйем. Шәхсән үҙем, авансҡа тиклем ҡалдырған һанаулы ғына аҡсамды бүлеп, урамда осраған ярлы ҡарт-ҡоро өсөн кәнфит һәм сәй һатып алдым...
Лилиә ХӘЛИТОВА.