RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Береһенә – штраф, ҡалғандарына – колония

16.10.2012 Береһенә – штраф, ҡалғандарына – колония

Хәмер арҡаһында әҙәм балаһы күпме бәлә-ҡазаға, ҡайғыға тарый! Уның тик насарлыҡ килтереүен белә-күрһәк тә, эскелек һаҙлығына батыусылар һаны кәмемәй. Эскән кешене шайтан ҡоторта, тиҙәр халыҡта. Өфөлә йәшәүсе, слесарь булып эшләүсе ирҙе лә ана шул аҙҙырған, күрәһең. Уның бик эскеһе килһә лә, бер үҙе табын ҡорорға күңеле бармай. Араҡы, бутербродтарын ала ла төнгө урам буйлап үҙенә шешәләштәр эҙләргә тотона. Юлына 16 һәм 17 йәшлек малайҙар тап була. Ирҙең тәҡдимен ҡыуанып ҡабул итәләр. Малайҙар икеһе лә күптән полицияла иҫәптә тора. Кесеһе урлашҡаны өсөн колонияла ултырып та сыҡҡан.
Яңы “дуҫтар” бер йорттоң подвалында араҡы һемерергә тотона. Күңелле генә гәпләшеп ултырғанда, ир малайҙар­ҙың йәшерәген кәмһетергә тотона. Тегенеһе түҙмәй, уға бер нисә тапҡыр тондора. Яуап итеп, ир ерҙә ятҡан тимер киҫәге менән уның ҡолаҡ тәңгәленә һуға. Шул саҡ уның кеҫәһенән телефоны төшөп китә. Үҫмерҙәр шуны эләктерә лә тайыу яғын ҡарай.
Малайҙар травмпунктҡа йүнәлә, ә ир полицияға ғариза яҙырға китә. Хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре малайҙарға ҡарата урлашҡаны өсөн енәйәт эше ҡуҙғата. Ә слесарь иргә ҡарата бәлиғ булмағандарға араҡы эсергәне өсөн административ протокол төҙөлә һәм штраф һалына.
Г. АЙҘАРОВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»