16.10.2012 Тамамланмаған һабантуй
Оҙаҡҡа һуҙылған ҡанлы һуғыш та тамамланды. 1945 йылдың туғыҙынсы майы. Ләйсән ямғыр яуып тора, беҙ яланда ер тырматабыҙ. Төшкә ҡарай бригадирҙың, малайҙар, һуғыш бөттө, тип әйтеүе булды, беҙ кемуҙарҙан аттарға мендек тә, ауыл советына ҡарай саптыҡ. Унда килеп еткәндә, байтаҡ ҡына ауыл халҡы йыйылған, барыһы ла шат, тик ҡайһы берәүҙәр генә, шатлығынанмы, әллә ҡайғыһынанмы, илай, бер-береһен ҡосаҡлай ине. Йөҙҙән ашыу ауылдашыбыҙ немец илбаҫарҙарына ҡаршы яу яланында ятып ҡалды. Ауыл клубы алдында һуғыш ҡорбандарына арналған һәйкәл ҡуйылған, тик ул бөгөн ташландыҡ хәлдә.
Сәсеү тамамланып, бер нисә көн үткәс, колхозсылар һуғыш осоронда үткәрелмәгән һабантуйҙы ойошторорға булды.
Майҙанда элекке кеүек матур итеп биҙәлгән тирмәләр урынына район үҙәгенән килгән машиналарҙа төрлө тауар, кәнфит-перәниктәрҙән башҡа араҡы ла һаталар ине. Байрамда күберәге ҡатын-ҡыҙ, бала-саға һәм йәш үҫмерҙәр булһа ла, күптән түгел генә немец илбаҫарҙарын еңеп, күкрәктәренә ордендар, миҙалдар тағып ҡайтҡан яугирҙар ҙа бар ине. Уларҙың күбеһе сатанлап, йә иһә ике таяҡҡа таянып йөрөһә лә, берәр ҡулдары булмаһа ла, үҙҙәрен шат тотто. Элеккесә, төрлө ярыштар, милли уйындар булды. Туйғансы итле аш ашағаным, район үҙәгенән килгән артистарҙың йырҙары, матур итеп бейеүҙәре иҫтә ҡалған. Аҙаҡҡа табан халыҡ төркөм-төркөм булып, бал-араҡы эсеп, йырлашып, бейешеп күңел асты. Шуныһы хәтеремдә, эсеп арыу ғына ҡыҙышып алһалар ҙа, бер ниндәй ҙә ығы-зығы килеү, талашыу, һуғышыу, алама һүҙҙәр әйтешеү, ҡатын-ҡыҙҙарға бәйләнеү булманы. Хәҙер генә ул йәштәре лә, ололары ла иҫергәнсе эсеп, төрлөсә ҡылана, алама һүҙҙәр менән һүгенә, һуғыша, хатта үлтерешә. ҡарттар әйтмешләй, ата – улды, әсә ҡыҙҙы белмәй. Ә бөгөн беҙҙең ауылда һабантуй бөтөнләй үткәрелмәй, сөнки колхоз күптән инде юҡҡа сыҡты. Фермерҙар ҙа юҡ, ер халыҡҡа бүлеп бирелһә лә, уны эшкәртергә техникаһы ла, кешеләре лә юҡ. Сөнки, эш булмағас, йәштәр ситкә китеп бөттө. Ауылда тик ҡарт-ҡоро ғына йәшәй.
«Киномахер»
Хәтеремдә ҡалмаған, нисәнсе йыл булғандыр был ваҡиға, һуғыш башланмағайны әле. Яҡын иптәшем Нурфәйез менән Йомағужаға, йәғни район үҙәгенә барып сәс алдырырға булдыҡ. Сөнки ауылда сәс алыусылар юҡ ине. Бер Зөбәйҙә әбей генә һарыҡ йөнөн ҡырҡа торған ҡайсы менән сәс ала торғайны, бының өсөн беҙ уға өс тин баҡыр аҡса менән иҫәпләштек. Аҙаҡ сәс тигеҙләнгәнсе биш-алты көн кәпәсебеҙҙе сисмәй йөрөйбөҙ. Сөнки ялан баш йөрөһәң, ололар йә ҡыҙҙар беҙҙе, һарыҡ баш, тип үсекләй. Ә бәке менән яҡын тирәлә тик Яхъя бабай ғына таҡырлап ҡырып ала, беҙ унан ҡурҡабыҙ, сөнки ул сәсте алып бөткәс, йә иһә бөтөр алдынан баш тиреһен аңламаҫтан, күбеһенсә юрый ҡырҡып ала ла, тоҙ һибә ине. Ул сәс алғанда эргәһендә һәр ваҡыт Рекс исемле ҙур эте ҡарап ултыра. Яхъя бабай, етмәһә:
− Улым, бер ҡолағыңды ҡырҡып алып Рексҡа бирәйекме әллә? − тип тә үсләшә.
Ә Рекс, быны аңлағандай, телен оҙон итеп сығарып, көйшәнеп-яланып ала.
− Минең дә бит бер ҡолағымды ағайым сәсемде алғанда ҡырҡып, Рекстың атаһы ҡарағолаҡҡа ашарға ырғытты, күрмәй ҙә ҡалдым. ҡарағолаҡ шатырлатып ашап та ебәрҙе, миңә рәхмәт әйткәндәй, аяғым араһында уралды. Бына бит бер ҡолаҡ менән дә рәхәтләнеп йәшәйем, − тип кеткелдәп көлә, ә беҙ ҡурҡышыбыҙҙан ни эшләргә белмәй, тоҙҙоң әсетеүен дә онотоп, йә илайбыҙ, йә дерелдәп тиҙерәк бынан тайыу яғын ҡарайбыҙ. Яхъя бабайҙың ҡолағын Беренсе донъя һуғышында кавалерист булып хеҙмәт иткәндә бер немец ҡылыс менән сабып ташлаған. Бабайға һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн полк командиры хәнйәр бүләк иткән. Ана шул хәнйәре менән кешеләрҙең сәсен ала.
Бер заман ололарҙан, район үҙәге Йомағужала матур итеп сәс алалар, тигән хәбәрҙе ишеттем дә, иптәшем Нурфәйез менән шунда йыйындыҡ. Әсәйем сәс алдырырға ун тин аҡса, бер нисә өшөкәй бирҙе, ә Нурфәйездең өләсәһе егерме тин аҡса һәм көлгә күмгән бер икмәк тотторҙо. Уның һәр ваҡыт аҡсаһы була торғайны. Сөнки ул кендек әбейе.
Шулай итеп, беҙ йәйҙең бер оҙон көнөндә, иртә менән тороп, Йомағужаға юлға сыҡтыҡ. ҡашҡар тигән урыҫ ауылын үткәс, үләнгә ултырып әҙерәк тамаҡ ялғап алдыҡ та, артабан атланыҡ. ҡояш та ҡыҙҙыра башланы, беҙ күлдәктәребеҙҙе сисеп, тоҡсайға һалдыҡ, әҙерәк еләҫ булып китте, атлауы ла еңеләйҙе. Бына Воскресенка тигән бер ҙур урыҫ ауылына килеп еттек. Унда беҙ бер мөғжизә күрҙек. Бөтөн халыҡ − ҡарты ла, бала-сағаһы ла ыштан балаҡтарын тубыҡ өҫтөнә тиклем, ә ҡатын- ҡыҙҙары күлдәк итәктәрен юғары күтәреп, ҡаҙ бәпкәләре кеүек бер-бер артлы теҙелеп, ашыға-ашыға тиҙәк баҫа ине. Беҙ уларға ҡарап аптырап торғанда, ҙур һаҡаллы ҡарт, ҡулы менән һелтәп, беҙгә, юлығыҙҙа булығыҙ, тигән һымаҡ русса нимәлер ҡысҡырҙы, тик беҙ бер нәмә лә аңламаныҡ, ҡурҡышыбыҙҙан алға табан йүгерҙек. Артабан бер нисә ихатала бейек итеп өйөлгән тиҙәк кирбестәрен күргәс, аптырашта ҡалдыҡ, сөнки өй һылар өсөн тиреҫ баҫаларҙыр тип уйлаһаҡ, уны ни өсөндөр киптерәләр. Аҙаҡ ҡына, бер аҙ үҫкәс, бигерәк тә һуғыш ваҡытында, тиреҫ кирбесте утын урынына өй йылытыр өсөн ҡулланғандарын аңланым.
Бер аҙ барғас, ауылды ла күреп, ҡыуанысыбыҙҙан шәп итеп атлай башланыҡ, урамда ҙур-ҙур йорттар, бағана башында ҙур тәрилкә башҡортса йырлай. Беҙ тәүҙә аптырашып, ауыҙыбыҙҙы ҙур итеп асып, тыңлап торғанда, бер аҡ һаҡаллы бабай:
− Уландар, бында ни эшләп тораһығыҙ? − тип һораны. Беҙ уға сәс алдырырға килгәнебеҙҙе әйткәс, ана шунда барығыҙ, тип, таяғы менән бер йортто күрһәтте. Беҙ бабайға рәхмәт әйтеп, ул өйрәткән йортҡа табан йүгерҙек. Тик беҙҙе унда индермәнеләр, сөнки ишектә нимәлер яҙылған бер таҡта эленеп тора ине. Беҙҙән башҡа бер апай ҙа малайын эйәртеп килеп етте. Парикмахер тәнәфескә ябылған, берәр сәғәттән асылыр, тип беҙгә аңлатты ла, магазиндар яғына китеп тә барҙы, беҙ ҙә уның артынан эйәрҙек. Апай улына стаканға һалынған һөткә оҡшаған аҡ боҙҙо һатып алып тотторҙо, ә малай уны ләззәтләнеп ашай башланы. Малайҙың боҙҙо нисек ашауын аптырап ҡарап торҙоҡ та, беҙ ҙә ашарға булдыҡ. Ул бик тәмле, ҡаймаҡҡа оҡшаған, үҙе һыуыҡ ҡына; беҙ уны тиҙ генә ашап бөттөк тә, тағы ла берәрҙе алып ашаныҡ. Был боҙ ҙа бик тәмле булды ла, тик тамағыбыҙ ауырта башланы. Артығын ашап ташлағанбыҙ шикелле.
Бына парикмахерҙың ишеге лә асылды. Аҡ күлдәк кейгән апай минең сәсемде ала башланы, башым еңел булып ҡалды.
Хәҙер инде ҙур малайҙар һәм ҡыҙҙар беҙҙе һарыҡ баш тип көлмәҫтәр, беҙ үҙебеҙ уларҙан көлөрбөҙ, тип шатландыҡ. Барыр ер юҡ, сәсте лә алдырҙыҡ, ҡайтырға уйламаныҡ, сөнки бик арығайныҡ. Бер магазиндың күләгәһенә ятып, әҙерәк йоҡлап та алдыҡ. Шунда бер йорт ихатаһына инеп, ҡоҙоҡтан алып һыу эстек, икмәгебеҙҙе ашаныҡ. Тамаҡ туйҙы. Магазиндарҙы ҡарап сыҡтыҡ, матур-матур уйынсыҡтарҙы күрҙек, резинкә туптар ҙа бар ине, тик уларҙы һатып алырға минең аҡсам юҡ. Бер мәл ҙурыраҡ ҡыҙҙар, апайҙар, малайҙар, бәләкәй балаларҙы етәкләп, ашыға-ашыға бер ҙур йортҡа инә башланы. Беҙ ҙә улар артынан шул йортҡа табан барҙыҡ. Тик беҙҙе индермәнеләр, унда кино күрһәтәләр икән. Минең күңел төшөп, кирегә атларға итһәм, Нурфәйез, минең аҡсам бар, Мирхәт, борсолма, беҙ ҙә инәбеҙ, тип кассанан алты тингә ике билет алып та килде. Беҙ әллә кем булып урындарыбыҙға барып ултырҙыҡ. Сөнки беҙгә кино килгәндә, тик иҙәндә генә ултырып ҡарай инек. Ул ваҡытта «Чапаев» тигән фильмды күрһәттеләр. Был фильмды бер нисә мәртәбә күрһәк тә, уны рәхәтләнеп ҡараныҡ. Хатта Чапай йылғаға ташланғас, мин ҡайҙа ултырғанымды онотоп, һикереп тороп, ярҙан һикерәм тип, алдағы эскәмйәлә ултырған малайҙың өҫтөнә һикергәнмен икән. Сөнки беҙ һәр ваҡыт Чапай булып ярҙан һыуға һикерә торғайныҡ. Теге малай аптырап торманы, башыма бер-икене ҡундырып та алды. Мин өндәшмәй генә урыныма ултырғанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым. Кино бөтөү менән, теге малай беҙҙе бешмәһен тип, тиҙ генә табаныбыҙҙы ялтыраттыҡ. ҡайҙа барырға белмәйбеҙ, кис тә булып килә. Шул ваҡыт Нурфәйез, әйҙә, Мирхәт, ашханаға инеп, тамаҡ туйҙырып сығайыҡ, тип өндәште. Мин аптырап ҡалдым, сөнки уның аҡсаһы бөткәндер тип уйлағайным. Ул миңә үҙенең серен һөйләп бирҙе. Аталары ҡунаҡ саҡырғанда, ҡунаҡтар уға өс тин, биш тин биреп, бейетәләр, йә йырлаталар икән. Шулай итеп, ул күп кенә аҡса йыйған икән. Ашханаға инеп, тамаҡты туйҙырғас, ҡайҙа барып башты терәргә тип йөрөгәндә, тағы ла теге аҡ һаҡаллы бабайҙы осраттыҡ. Бабай беҙҙе, йәлләптер, үҙенә эйәртеп алып ҡайтты. Аллаяр бабай менән уның әбейе беҙҙе һыйлап, йоҡлатып сығарҙы. Иртән беҙ шатлана-шатлана ҡайтып киттек. Урамда бер эт заты ла юҡ. ҡояш ныҡ ҡыҙҙыра, тик Нурфәйездең өләсәһе Рәхилә әбей генә беҙҙе көтөп ултыра ине. Уны күреү менән үк, эргәһенә йүгереп килдек тә, таҡыябыҙҙы сисеп, башыбыҙҙы күрһәттек. Ул беҙҙән унда нимә эшләгәнебеҙҙе һорағас, беҙ уға, туңған ҡаймаҡҡа оҡшаған боҙ ашаныҡ, парикмахерға инеп сәс алдырҙыҡ, киноға индек, ашханаға инеп тамаҡ туйҙырҙыҡ, бер бабай беҙҙе үҙенә алып ҡайтып, ҡунаҡ итте, йоҡлатты, тип барыһын да түкмәй-сәсмәй һөйләп биргәс, Рәхилә әбей бер аҙ өндәшмәй торҙо ла:
− Суҡынғандар, киномахырға барып, аҡса туҙҙырып йөрөргә, мин бит күп итеп икмәк биреп ебәрҙем, тамағығыҙ ас булдымы ни, шайтандар, – тип, Нурфәйездең ҡолағын бороп та алды.
Аҙаҡ, күп йылдар үткәс, егет булып үҫкәс, район үҙәгенә килеп комсомолға инергә, ә юғары уҡыу йортон тамамлағас, Йомағужа урта мәктәбендә уҡытырға, йыш ҡына шул «киномахыр»ында кино ҡарарға, сәс алдырырға, хатта Йомағужа ҡыҙына өйләнергә лә тура килде. Ғаиләм менән Өфөлә йәшәһәм дә, бала саҡта сәс алдырыуым йыш ҡына иҫемә төшә, ҡайһы саҡ ҡысҡырып көлөп тә ебәрәм. Ул заманға тиҫтәләгән йылдар үтһә лә, ниндәй генә ауырлыҡтар һәм шатлыҡтар үткәрһәм дә, йәйҙең оҙон эҫе көнөндә алты-ете йәшлек ике малайҙың, бер нәмәнән дә ҡурҡмайынса, утыҙ саҡрым йәйәү килеп, сәс алдырыуы мине әле лә уйландыра һәм һоҡландыра. Был бит ҙур батырлыҡ.
Тик ул саҡты иҫкә төшөрөп, һөйләшеп ултырырға Нурфәйез дуҫым ғына юҡ, ул урта йәштәрҙә донъя ҡуйҙы.
Мирхәт ХӘСӘНОВ.
Өфө ҡалаһы.
(Дауамы. Башы 79-сы һанда).