RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Бөтәбеҙҙең дә ҡайҙалыр игеҙәге йәшәйме?

12.10.2012 Бөтәбеҙҙең дә ҡайҙалыр игеҙәге йәшәйме?

Бөтәбеҙҙең дә ҡайҙалыр игеҙәге йәшәйме?
Борон-борондан бер-береһенә ике тамсы һыу кеүек оҡшаш кешеләрҙең йәшәүе хаҡында һүҙҙәр йөрөй. Ул ғына ла түгел, бындай кешеләр хаҡында тарихта бик күп ғәжәп ваҡиға теркәлгән.

Улар ҡайҙан килеп сыға?
XXI быуат башында Чехослова­кияның баш ҡалаһы Прагала ғәжәп хәл була. ҡала урамында, 22-се трамвай аҫтына эләгеп, бер кеше һәләк була. Уның шәхесен асыҡлай алмайҙар. Эш унда түгел, иң ғәжәпләндергәне, был кеше трамвай йөрөтөүсегә ике тамсы һыу кеүек оҡшаған була. Һәләк булыу­сынан алған анализдар күрһәтеүенсә, ҡорбан менән трамвай водителенең ҡан төркөмө лә, кәүҙә төҙөлөшө лә бер үк булып сыҡҡан. Икәүһе лә бер йәштә генә түгел, хатта ауырыуҙары ла бер төрлө. Тимәк, 47 йәшлек Ирж Глоубек үҙенең игеҙәген тапатҡан. Ошо ваҡиғанан һуң водитель ул кешенең туғандарын табырға, уның кем, ҡайҙан булыуын асыҡлар­ға тырыша. Ни өсөн улар шул тиклем бер-береһенә оҡшаған, тигән һорау тынғылыҡ бирмәй уға. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һәләк булыусы уның өсөн мәңгелек сер булып ҡала. Сөнки уның янында документтары ла, саҡ ҡына асыҡлыҡ индерерҙәй бер әйбере лә булмай. Өҫтәүенә, уны бер кем дә эҙләмәй. Чехия закондары буйынса уны ярты йылдан һуң ғына, танылмаған кеше булараҡ ерләйҙәр. Ерләүҙә бер генә кеше – трамвай водителе Глоубек ҡына ҡатнаша. Был хәлдән һуң ул үҙе лә оҙаҡ йәшәмәй, бер йыл тигәндә йөрәк өйәнәгенән үлә. Үлеменә бер нисә көн ҡалғас, ҡатынынан үҙен шул кеше янына ерләүҙәрен үтенә.
ҡайҙан килеп сыҡҡан һуң был күсермә? Һауананмы? Кешеләр араһындағы бындай оҡшашлыҡ хаҡында төрлө теориялар йөрөй. Ғалимдарҙың күбеһе уны кешенең психикаһы ҡаҡшауына бәйләй. Аномаль күренештәргә өҫтөнлөк биреүселәр, киреһенсә, йәндең материяға әйләнеүенә, төрлө донъялар киҫелеше һәм шуға оҡшаш нәмәләр хаҡында һүҙ алып бара. Фәнгә кешенең шәүлә менән түгел, ә үҙенә бөтә яҡлап оҡшаған ысын тере кеше менән осрашыуы хаҡында рәсми рәүештә теркәлгән кәмендә дүрт осраҡ билдәле.

Исеме лә,
документтары ла юҡ

Бер нисә йыл элек Минск ҡалаһының психо-неврология диспансерына бер асарбаҡты килтерәләр. Милиционерҙар уны вокзалда табып ала һәм шәхесен асыҡлау өсөн төрлө һорауҙар биреп ҡарай. Әммә ул мәғәнәһеҙ рәүештә күҙҙәрен әйләндереп, бер һорауға ла яуап бирмәй һәм психик ауырыу кеше кеүек тойғо ҡалдыра. Шуға күрә лә тикшереү үткәреү өсөн уны диспансерға алып киләләр. Йыуындырып-ҡырындырып кеше рәтенә килтергәндән һуң ҡараһалар, ул психиатрик экспертиза бүлеге мөдиренең абсолют күсермәһе булып сыҡҡан. Әйтерһең дә, бер туған игеҙәктәр! Юҡ-бар нәмәгә ышанып бармаған 50 йәшлек абруйлы психиатрға бының нисек тәьҫир итеүен күҙ алдына килтерегеҙ әле! Доктор менән пациент бер-береһенә көҙгөгә ҡараған кеүек ҡарап ҡатып ҡала, тик асарбаҡтың йөҙөндә бер генә үҙгәреш тә һиҙелмәй, ә табиптың шул тиклем шаҡ ҡатыу­ҙан кинәт кенә ҡан баҫымы күтәрелеп китә. Табип менән «игеҙәге»­нең осрашыуы бер аҙна дауам итә. Ошо ваҡыт эсендә табип үҙенә-үҙе тикшереү ойоштора. Бәлки, игеҙәк туғанымдың эҙенә төшөрмөн, тигән уй менән үҙе донъяға килгән бала табыу йортоноң архив документтарын өйрәнә.
Ә бер аҙнанан дауахананан ике енәйәтсе ҡаса. Шул уҡ төндә докторҙың «игеҙәге» лә юҡ була. Енәйәтселәрҙе тоталар, ә бына «игеҙәк»те таба алмайҙар. Ярты йылдан һуң, ғәжәп хәлдең серен асыҡлай алмайынса, доктор ҙа инсульттан вафат була.

Игеҙәк менән
осрашыу нимәгә килтерә?

Донъяла бер-береһенә бик ныҡ оҡшаған ике кешенең йәшәүе хаҡындағы иң ҡыҙыҡлы ваҡиғалар­ҙың береһе бынан 100 йылдан ашыу Италия короле Умберто менән бәйле. Ломбардия буйлап сәфәрҙә йөрөгәндә ул Милан ҡалаһынан 20 саҡрым алыҫлыҡтағы Монца ҡалаһында туҡтай. Ресторанда төшкө аш мәлендә батша үҙенең ярандарының трактир хужаһына текләп, ашауҙан туҡтап ҡалыуына иғтибар итә. Умберто башын ҡалҡытып ҡарауы була, үҙе лә һүҙһеҙ ҡатып ҡала: ресторан хужаһы һуйған да ҡаплаған кеүек уға оҡшаған. Бер аҙҙан үҙен ҡулға алып, игеҙәге менән тиҙерәк танышырға теләп, һорауҙар яуҙыра башлай. Ресторан хужаһының яуаптарын ишеткәс, үҙенең ҡолағына үҙе ышанмай тора. Баҡтиһәң, уның да исеме Умберто икән, икәүһе лә 14 июндә Туринда тыуған, ҡатындарының исемдәре бер үк, улдары ла бер иш исем йөрөтә һәм, ниһайәт, икәүһенең дә яҙмышында 8 ғинуар хәл иткес көн була: берәүһе – батша, икенсеһе ресторан хужаһы булып китә. Был тарихтың да аҙағы күңелһеҙ тамамлана. Күпмелер ваҡыттан һуң батша үҙенең «игеҙәк» һыңарын йәнә күрергә теләй, әммә уның үлеме тураһында ишетә. Быны ишеткәс, шулай ҙа үлем көнөбөҙ тура килмәгән икән, тип уйлап та өлгөрмәй, шунда уҡ атыу тауыштары ишетелә һәм монархтың үле кәүҙәһе ергә ауа.
Тимәк, кешенең игеҙәге уның үлеме яҡынлашыуын иҫкәртеү өсөн киләме, тиер кемдер. Гел генә улай түгел. Кешеләр үҙенең игеҙәген тормошондағы ҙур үҙгәрештәр, ҡаты ауырыу, йә эш урынында юғары уңыштарға өлгәшеү алдынан да осратыуы ихтимал. Мәҫәлән, Францияла ҡыҙыҡлы осраҡ теркәлгән. XX быуат аҙағында бында тимер юлында ҙур фажиғә була. Зыян күреүселәрҙең береһен госпиталдә икенсе вагонда барыусы игеҙәк туғаны үлеүе хаҡында иҫкәртәләр. Пассажир бер ниндәй ҙә игеҙәге булмауын аңлатырға тырыша, шулай ҙа табиптар уны теге кешене танырға барырға күндерә. Үлгән кешелә үҙен күргәс, уның ниҙәр кисереүен аңлатыуы ҡыйын. Һәләк булыусының шәхесен йәнә асыҡлай алмай­ҙар, ә тере ҡалған игеҙәге иһә ҙур банк директоры булып китә.
Был миҫалдар күрһәтеүенсә, кеше – исеме һәм шәхеснамәһе булған шәхес, ә «игеҙәк» – кемгәлер бик ныҡ оҡшаған йән эйәһе, әммә уның шәхесе лә, ҡайҙан килеп сығыуы ла бер кемгә лә билдәле түгел. Әлбиттә, яуап табылмаған һорауҙар бик күп. Кешеләрҙең үҙенең «игеҙәге» менән осрашыуы осраҡтары ла бихисап. Кемдер уны күреп ҡалып, ҡыуып етергә, танышырға теләп тә, маҡсатына ирешә алмаған, бәғзеләр һөйләшеүгә өлгәшкән. Әммә был танышыу бер ҡасан да оҙаҡҡа һуҙылмаған. «Игеҙәктәр»ҙең төп сере уларҙың ҡайҙан килеп сығып, ҡайҙа китеп юғалыуында.

Игеҙәктәрҙе аралар ҙа айыра алмай

Ә инде бер әсәнән тыуған игеҙәктәрҙең оҡшашлығы, береһе ауырыһа, икенсеһе лә үҙен насар тойоуы, берәй хәл була ҡалһа, мотлаҡ икәүһе лә зыян күреүе һәм башҡа ошондай күренештәр хаҡында ишеткәнебеҙ бар. 1930 йылда Америкала ике игеҙәк иргә бәйле ҡыҙыҡлы ваҡиға була. Бала саҡта улар ике ғаиләгә тәрбиәгә тапшырыла һәм 40 йыл үткәс кенә бер-береһе менән осраша. Тәбиғи, уларҙың тышҡы ҡиәфәттәренең оҡшашлығына аптырарға түгел, ә бына яҙмыштарындағы оҡшашлыҡтарға хайран ҡалырлыҡ. Тәрбиәгә алған ата-әсәләре ике малайға ла Джимми тип исем ҡуша. Ә бит улар үҙ-ара һөйләшеп эшләү түгел, бер-береһе менән таныш та булмаған! Игеҙәктәрҙең икәүһе лә тәүге тапҡыр Линда исемле ҡыҙға өйләнә, һуңынан айырылышып, икенсе тапҡыр Бетти исемле ҡатын алалар. Икәүһе лә тәүге балаларын Джейм Алан тип атай. Бала саҡта икәүһенең дә Той исемле эттәре була. Бынан тыш, игеҙәктәр икәүһе лә бер төрлө һыраны ярата, бер маркалағы тәмәке тарта һәм «Шевроле» автомобилендә йөрөй, Флоридала бер үк шифаханала ял итеүҙе хуп күрә. Бына мөғжизә, тимәк, игеҙәктәргә бер-береһенә оҡшау өсөн бергә йәшәү ҙә мөһим түгел, ара алыҫлығы ла бер төрлө уйлауға, бер төрлө эш итеүгә кәртә була алмай.
Әгәр ҙә ысын игеҙәктәрҙең бер-береһенә оҡшашлығына фән тарафынан ниндәйҙер аңлатма бирел­һә, ә бына бер ниндәй ҙә бәйләнештә булмаған игеҙәктәрҙең килеп сығыуы әле булһа сер булып ҡала.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»