RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Ил уҙаманы бөгөн дә сафта

09.10.2012 Ил уҙаманы бөгөн дә сафта

Ил уҙаманы бөгөн дә сафта
Уҡытыусы ла, яҙыусы ла, сканворд-кроссвордтар төҙөү оҫтаһы булған Фәрит ағай, һәр кем үҙ тормошон үҙе йәмләргә тейеш, тип иҫәпләй
Гәзитебеҙҙең тоғро дуҫы, әүҙем авторыбыҙ Фәрит Абдулла улы Рәмов ошо көндәрҙә 75 йәшлек күркәм юбилейын билдәләне. Ул уҡыусыларыбыҙға көн ҡаҙағына һуҡҡан мәҡәләләре, кроссворд-сканвордтары аша яҡшы таныш.
Сығышы менән Фәрит Абдулла улы Хәйбулла райо­нының Аҡъяр ауылынан. Әлеге мәлдә ул Йылайыр районының Юлдыбай ауылында йәшәй.
Буй еткергәс, Алматы ҡалаһында киномеханик һөнәрен үҙләштерә, Бәләбәй киномеханика мәктәбендә лә уҡый. Йәш егет Сәләх ауылына агроном булып эшкә килгән Белорет ҡыҙы Рәйсә Мирфәйез ҡыҙын осрата. Ике йәш йөрәк араһында мөхәббәт ҡабына, улар ғаилә ҡора. Аң-ғилемгә ынтылған ирле-ҡатынлы Рәмовтар Башҡорт дәүләт университетын ситтән тороп тамамлай һәм йәш быуынға белем бирә башлай.
Фәрит Абдулла улы тарих һәм башҡорт теле, рәсем, һыҙма фәндәренән уҡыта. 60-сы йылдарҙа ул ауылдағы мәҙәниәт йорто директоры ла була. Әммә мәғариф өлкәһе уны нығыраҡ ылыҡтыра, хаҡлы ялға сыҡҡансы мәктәптә эшләй. Уның тормош иптәше ҡырҡ йылдан ашыу Юлдыбай мәктәбендә директорҙың уҡытыу буйынса урынбаҫары була, химия, биология дәрестәрен алып бара. Рәйсә Мирфәйез ҡыҙы: “Хаҡлы ялда булһам да, мәктәп, уҡыусылар һағындыра. Уҡытыусы һөнәре ғүмерлеккә ҡала ул. Һаман да туҡтауһыҙ белем алырға, камиллашырға ынтылаһың”, – ти. Ошо өлкәләге ҡаҙаныштары өсөн тынғыһыҙ педагог РФ-ның мәғариф алдынғыһы, БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булған.
“Комсомол ойошмаһы секретары булғанда гәзиттәр менән хеҙмәттәшлек итә башлағайным. Ауыл тормошо, хужалыҡ яңылыҡтары тураһында яҙып ебәрә инем. 80-се йылдарҙа кроссворд төҙөү менән мауыға башланым. Ә хаҡлы ялға сыҡҡас, был эшкә ныҡлап тотондом”, – ти Фәрит Абдулла улы.
Ул өс китап авторы ла. “Яҙмыштарҙа – йылдар ауазы” йыйынтығында үҙ еренең арҙаҡлы улдары, хеҙмәт һәм һуғыш ветерандары тураһында бәйән итә. “Уйынлы-ысынлы хикмәттәр” китабында сатира һәм юмор әҫәрҙәре урын алған. “Ауылым-ауылдаштарым” китабын Юлдыбай ауылының 800 йыллыҡ юбилейына арнаған. Хөрмәтле ир-уҙаманға Юлдыбай, тыуған төбәге Сәләх ауылдарының арҙаҡлы шәхесе исеме бирелгән.
Малай сағын иҫкә төшөрөп: “Һуғыш һәм унан һуңғы ауыр ваҡытта һалым боғаҙҙан алды. Халыҡтан ит, май, йомортҡа, йөн һ.б. йыялар ине. Юҡлыҡ заманында бирешмәҫкә тырыштыҡ, шул киндер ыштан беҙҙе ҡотҡарҙы инде. Балалар йыл әйләнәһенә ялан аяҡ йөрөнө, яҙ етеп, тау-урман ҡарҙан әрселә башлаһа, халыҡ тамаҡ туйҙырырға ҡырға сыҡты. Эш хаҡы бирмәнеләр, трудодень – таяҡ өсөн генә эшләп йөрөнөк. Ниндәй генә ауыр заманалар булмаһын, кешеләрҙә әҙәп көслө ине, уғрылыҡ, алдашыу булманы. 80-се йылдарҙа саҡ аяҡҡа баҫҡайныҡ, донъялар боларып китте”, – тине.
Фәрит Абдулла улы республиканың баш ҡалаһында милли рух булмауына, Көнбайышҡа һәм Америкаға табынып йәшәүебеҙгә көйөндө. “ҡайҙа беҙҙең ғорурлыҡ? Исмаһам, “Салауат Юлаев” хоккей командаһында бер башҡорт булһасы...” – тип ярһыны ул.
Рәмовтар өс балаға ғүмер бүләк иткән. Улдары Фәттәх Мәскәү ҡалаһында “Технострой” ойошмаһының производство директоры булып эшләй, Рөстәм – Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институтының белем биреү сифаты менән идара итеү үҙәге директоры. Моңға ғашиҡ һәләтле улдары Мифтах 32 йәшендә генә мәрхүм булған. Ул ата-әсәһе юлын һайлаған, мәктәп директоры булып эшләгән. Рәмовтарҙың алты ейән-ейәнсәре, бер бүләсәре бар. Улар ҡартатай-өлә­сәй­ҙәренең йөҙөнә ҡы­ҙыллыҡ килтермәй, уҡыуҙа һынатмай. Килендәре Фәнилә, Гүзәл, Зөһрә ҡәйнәләре кеүек егәрле. Әйткәндәй, быйыл Рәйсә һәм Фәрит Рәмовтар алтын туйын билдәләгән.
Фәрит Абдулла улы ғүмерен намыҫлы эшкә, халыҡҡа хеҙмәт итеүгә, аң-ғилем таратыуға арнаған. Арҙаҡлы шәхес бөгөн дә сафта, ул әүҙем йәмәғәтсе, тәрбиә эшендә ҡатнаша, йәштәргә үрнәк булып тора.

Г. ЯХИНА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Ҡыяр күп булһын тиһәң

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр күп булһын тиһәң


Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарағатҡа иртә яҙҙан һыу һибегеҙ


Ағасығыҙ туңмағанмы?

17.03.2023 - Махсус биттәр Ағасығыҙ туңмағанмы?


Кибеттә нисек алдайҙар?

17.03.2023 - Махсус биттәр Кибеттә нисек алдайҙар?


Баҡсасыға –  ярҙамға

17.03.2023 - Махсус биттәр Баҡсасыға – ярҙамға


Күренештәр

17.03.2023 - Махсус биттәр Күренештәр


Кәбеҫтәне ҡара бөрсә  баҫһа, нимә эшләргә?

Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡыяр ауырымаһын тиһәгеҙ…


Ах, был ҡоротҡостар…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ах, был ҡоротҡостар…


Витаминлы йәйғор – смузи

17.03.2023 - Махсус биттәр Витаминлы йәйғор – смузи


Сейәнең емештәре  ниңә ҡойола?

17.03.2023 - Махсус биттәр Сейәнең емештәре ниңә ҡойола?


Йәйҙең тәме – банкаларҙа

17.03.2023 - Махсус биттәр Йәйҙең тәме – банкаларҙа


Телеңде йоторлоҡ!

17.03.2023 - Махсус биттәр Телеңде йоторлоҡ!


Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡарбузды ла белеп ашайыҡ


Телеңде йоторлоҡ! Йәшелсәнән ашамлыҡтар

Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…

17.03.2023 - Махсус биттәр Ҡул сәғәте оҙаҡ йөрөһөн тиһәгеҙ…


Телеңде йоторлоҡ! Тултырылған сөгөлдөр һәм чипсы

Алма ҡағы

17.03.2023 - Махсус биттәр Алма ҡағы


Ниндәй автомат кер йыуыу машинаһы алырға?

Хужабикәгә кәңәш: бәшмәк ризыҡтары

"Йондоҙло табын" - Светлана НАСИРОВА-СӨЛӘЙМӘНОВА

Телеңде йоторлоҡ! Борщ. Баклажанлы салат.

Йондоҙнамә (14-20 октябрь)

14.10.2019 - Махсус биттәр Йондоҙнамә (14-20 октябрь)


«Милкең һатылмаһын тиһәң, бурыстарыңдан ваҡытында ҡотол»